Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
23 Ноябрь 2022, 13:35

Юлда миһырбанлы булайыҡсы

Республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙле дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автомобиле эсендә туңып барған ир-егетте ҡотҡарған.Силәбе өлкәһенән 25 йәшлек егет Өфө-Инйәр-Белорет юлында һәләкәткә тарый яҙған. Юлда китеп барғанында машинаһының яғыулығы бөткән. Үтеп барыусы автомобилдәр водителдәре береһе лә туҡтамаған.     

Юлда миһырбанлы булайыҡсы
Юлда миһырбанлы булайыҡсы

Егет төнгө буш юлда «жигули»һында яңғыҙ ҡалған. Төнө буйы һыуыҡ машинаһында ултырырға мәжбүр булған. Етмәһә, төндә һауа температураһы -15 градусҡаса түбән төшкән. Иртәнсәк водитель ҡулдарын да, аяҡтарын да һиҙмәгән, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Юл буйында туҡталҡала ҡар менән ҡапланған «девятка»ны патрулдә йөрөгән инспекторҙар — полиция лейтенанты Радмир Хәмзин һәм кесе лейтенант Рәфис Дәүләтов күреп ҡала. Машинаның туңған тәҙрәләре аша салонда бер егет ултырыуын күргәндәр. Водитель полицияны күреп сығырға маташа, әммә хәрәкәт итә алмай.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсене үҙҙәренең машинаһына күсереп Инйәр дауаханаһына оҙата. Табиптар егеттең организмының үтә һыуыныуын асыҡлай. Хәҙер уның ғүмеренә хәүеф янамай.

Хөрмәтле яҡташтар! 

Ошондай хәлгә һәр кемдең тарыуы ихтимал. Бер-беребеҙгә миһырбанлы булайыҡсы, йәмәғәт! Исмаһам, юлда бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ!

Автор:Гульдар Кадаева