Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
20 Ноябрь 2022, 18:45

Балыҡсы һыуға батҡан

Сибайҙа Балыҡсылар йорто быуаһына балыҡҡа барған 64 йәшлек ир боҙ аҫтына китеп һәләк булған.

Балыҡсы һыуға батҡан
Балыҡсы һыуға батҡан


👆Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетынан бер туҡтауһыҙ көҙгө боҙҙоң хәүефле булыуын иҫкәртеп торһалар ҙа кешеләр һыу ятҡылыҡтарына яҡын бара йә булмаһа машина менән үтергә тырышып ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Боҙ ҡалынлығы 7 сантиметрҙан ашҡанда ғына уның өҫтөндә йөрөү хәүефһеҙ. Ялтыр боҙ нисек кенә ныҡ күренмәһен уның өҫтөнә транспорт сараһында йөрөү бөтөнләй тыйыла. Боҙ ярылып, һыуға төшөп китһәң, унан сығыу бик икеле һәм ярҙам итеүселәр ҙә табылмаясаҡ. Ҡалала теркәлгән ҡазала ла тап шулай булған да инде.
-Һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла һәм ғәйеплеләргә 2 мең һумдан алып 3 мең һумғаса штраф һалына. Әммә кеше сәләмәтлеге һәм ғүмерен бер ниндәй ҙә аҡсаға һатып алып булмай. Шуны иҫегеҙҙән сығармаһағыҙ ине, - ти Сибай ҡалаһының 45-се янғын һағы-ҡотҡарыусылар часы начальнигы Радмир Батталов.

Автор:Гульдар Кадаева