Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
18 Ноябрь 2022, 10:45

Янғын ғүмерҙәрҙе ҡыйған

 Ирле-ҡатынлы биш балаһы менән янғында һәләк булғанБөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында ҡот осҡос фажиғә булған. Йәштәр урамында ике ҡатлы кирбес йорт янып киткән. Янғынды һүндереү барышында биш баланың һәм уларҙың ата-әсәләренең кәүҙәләре табылған. Йортта бөтәһе ете бала булған – икәүһен аталары ҡотҡарып өлгөргән.Ауыл хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғаилә яҡшы иҫәптә булған. Үҙҙәренең балалары һәм тәрбиәгә алынған сабыйҙары булған. Улар араһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа бар.

Янғын ғүмерҙәрҙе ҡыйған
Янғын ғүмерҙәрҙе ҡыйған



Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡот осҡос фажиғәлә тик ике биш йәшлек малай ғына иҫән ҡалған. Аталары Морат Артиков Руслан менән Богданды тышҡа сығарған һәм ҡалғандарын алырға ингән. Йортта ҡатыны Нина һәм 6 йәштән 21 йәшкә тиклемге балалары булған. Тик бер кем дә йорттан сыға алмаған.

РЕСПУБЛИКАНЫҢ ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛДӘР КОМИТЕТЫ ОШОНДАЙ ҺӘЛӘКӘТТӘР БУЛМАҺЫН ӨСӨН УТ МЕНӘН БИК ҺАҠ ЭШ ИТЕРГӘ, ЭЛЕКТР, ГАЗ ҠОРАМАЛДАРЫН ҠУЛЛАНЫУҘА ҠАҒИҘӘЛӘРҘЕ БОҪМАҪҠА ТӘҠДИМ ИТӘ.

Автор:Гульдар Кадаева