Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
15 Ноябрь 2022, 14:40

Боҙ аҫтына киткән

Көндәр һалҡынайтыу менән йылға-күлдәр өҫтө боҙ менән ҡаплана. Ҡыҙғанысҡа күрә, йыл һайын йоҡа боҙ кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе була. Ошо осорҙа күптәр боҙҙоң ҡалынлығын аңлап етмәй, йыш ҡына боҙ ишелеп китеп, һыу төбәнә китә. Ошо арала Хәйбулла районында Таналыҡ йылғаһында фажиғә теркәлгән. Бер ир Татыр-Үҙәк ауылынан Бүребайға күпер аша түгел, ә йоҡа боҙға ышанып, йәнәһе юлды ҡыҫҡартырға булған. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул батып үлгән.

Боҙ аҫтына киткән
Боҙ аҫтына киткән

 

Һыу объекттарында һәләкәттәргә юл ҡуймау өсөн бөгөндән республика биләмәһендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм муниципалитеттар ҡатнашлығында «Йоҡа боҙ» ведомство-ара иҫкәртеү операцияһын ғәмәлгә ашырыу башланды.

Күптәр төрлө сәбәптәр менән боҙ өҫтөнә сыға башлай. Кемдер юлды ҡыҫҡартыр өсөн, балалар хоккей уйнар йәки конькиҙа шыуыр өсөн, балыҡсылар балыҡ тотоу өсөн һ.б. Ошо ваҡытта тәүге боҙҙоң үтә лә хәүефле булыуын оноторға ярамай. Тәү ҡарашҡа ныҡлы кеүек күренһә лә, әле боҙ йоҡа һәм оло кешене генә түгел, балаларҙың кәүҙә ауырлығын да күтәрә алмаҫҡа мөмкин.

Һаҡ булығыҙ, йоҡа боҙ бик мәкерле!

Автор:Раян Атанбаев
Автор:Гульдар Кадаева