-5 °С
Болотло
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса малай бер туған апаһы менән ярҙан 15 метр алыҫлыҡта уйнаған. Ошо мәлдә малай йоҡа боҙ аҫтына төшөп китә. Апаһы уны ҡотҡарырға тырышып ҡарай ҙа, тик ҡулынан килмәй. Ул йүгереп ҡайтып ата-әсәһенә барыһын да һөйләп бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ҙа баланы ҡотҡарып өлгөрмәй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары сабыйҙы ике метр тәрәнлектән таба.
Мәрхүм баланың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.