Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
7 Ноябрь 2022, 14:05

Балыҡсы һыу төбөнә китә яҙған

Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы янындағы күлдә балыҡсының кәмәһе әйләнгән. Был хаҡта Система -112 шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге хәбәр итә. Ир балыҡ тотҡанда һаҡһыҙлыҡ арҡаһында һыу төбәнә китә яҙған.

Балыҡсы һыу төбөнә китә яҙған
Балыҡсы һыу төбөнә китә яҙған

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, балыҡсы ярға йөҙөп сыҡҡан һәм өйөнә имен-һау ҡайтып ингән.

Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров төбәктә йәшәүселәргә һыу буйҙарында һаҡ булырға, балыҡҡа ҡайҙа, ҡасан барғанды, ҡасан ҡайтырыңды яҡындарыңа белгертергә ҡушты. Шулай уҡ балыҡҡа яңғыҙ һәм эскән килеш йөрөмәү хәйерле.

Автор:Гульдар Кадаева