АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
23 Сентябрь 2022, 11:00

Хөрмәтле туғандар, ҡәҙерле милләттәштәр!

       Ныҡлығыбыҙҙы һынау мәле килде, етте, иң мөһиме бергә булайыҡ һәм берҙәм булайыҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың хәтәр һуҡмағы имен-аман тамамланһын, ә оҙатып ҡалыусыларға сабырлыҡ һәм яҡты өмөт юлдаш булһын!

Хөрмәтле туғандар, ҡәҙерле милләттәштәр!
Хөрмәтле туғандар, ҡәҙерле милләттәштәр!

       Бына өсөнсө көн инде йоҡоһоҙ төн үткәрәм. Борсолоуымдың сәбәбе билдәле, илдең бөгөнгө хәле хафаға һала, йәмғиәт ғәме, халыҡ кисереше уйландыра. Илгә, төп йортҡа ауырлыҡ, бәлә килгәндә, милләткә ҡурҡыныс янағанда сәсәндәр майҙанға сыҡҡан, уларҙың йөрәк һүҙҙәренә ил ағалары ҡолаҡ һалған, әйҙәүҙе мир ишеткән, тыңлаған, тейешенсә баһалаған һәм ҡабул иткән. Юҡ, сәсән бейеклегендәге шәхес түгелмен, билдәлелеккә лә дәғүә итмәйем, бары һеҙҙең хәстәрҙе, уй-хыялдарығыҙҙы сағылдырып, мәнфәғәтегеҙҙе яҡлап һәм ҡайғыртып төпкөлдә ижад иткән яҙыусы ғынамын. Мин һеҙгә тәүге тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәйем, гел генә, булып ятҡан, буласаҡ хәл-ваҡиғаларға битараф ҡалмайынса, ҡул һелтәп ҡарамайынса үҙ ҡарашымды белдерҙем, һүҙемде әйттем, күҙҙәрегеҙгә тура ҡарап әйттем, "Мөхәррир һүҙе" рубрикаһын даими уҡып барғандар быны яҡшы белә. Яҙғандарымды был юлы ла уҡырһығыҙ, дөрөҫ һығымта яһарһығыҙ тигән өмөттәмен. Ал-дан уҡ шуны иҫкәртәм, бөгөнгө килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәл хаҡында яҙыуҙы минән бер кем дә һораманы, талап та итмәне, кемдеңдер заказын үтәп һис ҡасан яҙманым, һәм яҙмаҫмын да. Яҙмамды ҡабул итеү-итмәү һәр кемдең үҙ ихтыярында, сөнки шәхси уй-теләгеңде башҡаларға көсләп тағыу килешмәгән эш. Бигерәк тә Украинала барған махсус операцияла улдарын юғалтҡандарҙың ҡайғы ҡаплаған күңел ишеген урынһыҙ шаҡыу ауыр. Мин уларға бары сабырлыҡ, тағы ла бер тапҡыр сабырлыҡ ҡына теләйем, үҙегеҙ иҫән, һау-сәләмәт булығыҙ, яҡындарығыҙ имен булһын.

       Һайлаған һөнәрҙәрем дә һәр саҡ кеше сәләмәтлеген, күңел донъяһын ҡайғыртыу менән бәйле булды: оҙаҡ йылдар медицина хеҙмәткәре булып эшләнем, бер нисә кешене ысын мәғәнәһендә үлемдән йолоп алып ҡалдым, ары уҡытыусы булараҡ балаларға белем бирҙем, һәйбәт уҡытыусыһың, тинеләр, инде бына тиҫтә йылдан ашыу төбәк гәзитенең мөхәррир вазифаһында йөрөйөм. Яҙыусы булараҡ һәр саҡ әҙәм күңелен һүҙ менән дауаларға, һауыҡтырырға ынтылдым һәм ынтылам. "Яҡшы һүҙ йән аҙығы", ти халыҡ мәҡәле. Ошо ерҙә Мостай ағайҙың "Сәсән" шиғыры хәтергә килеп төштө:

                                                     Юлсы китте. Әммә шәмдәрҙә ул

                                                      Ут ҡалдырып китте.

                                                      Юҡ, шәмдәрҙә түгел! Йөрәктәрҙе

                                                      Тоҡандырып китте.

                                                      Ҡара төндә тик бер кеше

                                                                                                          күпме

                                                      Нур ҡалдырып китте.

     Әйҙәгеҙ, туғандар, гел генә яҡшылыҡты, яҡшы һүҙҙе көтөп, шуға өмөт итеп йәшәйек, кемдер дөм ҡараңғылыҡта шырпы ҡабыҙып ебәрһә лә күңелле булып китә, ҡайһы саҡ. 

     Еңел булмаған һөйләшеүҙе шунан башламаҡсымын, бөгөнгө килеп тыуған ҡурҡыныс хәл кисә генә барлыҡҡа килмәне, уның ағыулы тамырҙары күпкә тәрәндәрәк, һәм күпкә төптәрәк. Хәтерләгеҙ әле, 2014 йыл, Майҙан, ары Одесса ҡалаһындағы профсоюздар йорто, бер ғәйепһеҙ булып та утта тереләй өтөлгән халыҡ. Йорт ут-ялҡын эсендә, ә бер яҡ ситкә  баҫып һағыҙ сәйнәгән, "өйөр психологияһы"нан иҫергән таҡыр баштар хор менән оран һала: “Гори, гори ясно, чтобы не погасло!” Ят идеяларҙы башҡаларға көсләп тағыусылар тоҡандырған шул зәһәр ут тик бер йортта дөрләп кенә ҡалманы, тиҙ арала тотош Украинаны ялманы, солғаны. Ошо мәлдән рустар күп йәшәгән өлкәләрҙә ысын мәғәнәһендә мәхшәр башланды ла инде: һис тартыныуһыҙ тыныс халыҡты юҡ итеү, теге аңдары томаланған таҡыр баштар өсөн көндәлек ғәҙәти шөғөл иҫәпләнде, уҡыу йорттарында рус телен уҡытыу, уҡытыу ғына түгел, туған телдә аралашыу, аралашырға теләү ҡәтғи тыйы-лды, үткән быуаттың 30-сы йылдарында Германияла өҫтөнлөк иткән фашистар һымаҡ аҡыллы китаптар утҡа ырғытылды. Хатта шундай ахмаҡлыҡҡа барып еттеләр, Пушкин, Толстой, Достоевский, Чехов, Шолоховтарҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре зыянлы тип табылды. Бөйөк мәҙәниәтте, әҙәбиәтте юҡ итеү юлы менән генә үҙеңде бейеккә олғаштырып булмай. Булмай! Сыра тигәндәй, ул бит төрлө уй менән тоҡандырыла, кемдер уны яҡтылыҡ итеп алып килһә, кемдер уны үрт һалыу, яндырыу маҡсатында ҡуллана.  Шул һанһыҙ үрт таяҡтарын юғары күтәреп Киев урамдарын тултырып йөрөүҙәр фашистар режимын хәтерләтмәнеме ни? Был бит фашизмдың, нацизмдың туранан-тура күсермәһе! Тик айырма шунда, Германия фашистары Гитлер портретын транспарант итеп тотһа, былар инде, йөҙәр меңләгән поляк, йәһүд, словак, украин, рустарҙың башына еткән ҡанлы палач Степан Бандераны милли батыр итеп күрә. Кем һуң әле Бандера? Был әҙәм аҡтығы хаҡында һүҙ ҡуйыртмайым, бары Бабий Яр, Хатынь фажиғәләрен иҫегеҙгә төшөрөү теләгенән тарихи сығанаҡтарға күҙ һалырға ғына тәҡдим итәм.

      8 йыл эсендә Украина ошоғаса дуҫ, туғандаш иҫәпләнгән Рәсәйҙе хас дошман кимәленә төшөрҙө, төшөрөп кенә ҡалманы, ошо арауыҡта һуғышҡа әҙерләнде, аңдары нығынып етмәгән йәштәрҙе идеологик яҡтан эшкәртте, мәктәп партаһы артында ултырған кескәйҙәр хаҡында әйтеп тә тормайым. Ниһайәт, башҡа юлдар һәм мөмкинлектәр ҡалмағас Рәсәй президенты В.В. Путин Украинала махсус операция башлауға рөхсәт бирҙе. Күҙ алдына килтерегеҙ, махсус операция башланмаған осраҡта бөгөнгө хәлдәр нимә менән барып бөтөр ине икән?! Рәсәй етәкселеге мәлендә сараһын күрмәһә, күр ҙә тор, бер килеп улар беҙгә ябырылыр ине, был тәңгәлдә алтын урталыҡ юҡ.

      Тәндәренә тәреләр, ҡан ҡойоуға, үлтереүгә өндәгән саҡырыуҙар, шул уҡ теге Бандераның һүрәтен татуировкалап алған Украина нацистарын үткән быуат фашистары менән сағыштырам йыш ҡына. Шуныһы - өҫтөнлөк бит ҡан көҫәгән, башкиҫәр һуңғыларҙың фа-йҙаһына, уларҙан ярлыҡау өмөт итермен тимә!

     Украина хәрби көстәре уларҙан ғына тормай, араларында аҙашҡандар, һуйырға килтерелгән мал ишеләр ҙә бихисап, улар мәғәнәһеҙ бойороҡторҙы үтәп үлемгә дусар ителгәндәр. Алышта ла теге бахырҙар алғы һыҙыҡта, арттарында иһә көнбайыштан килгән ялла-нған ғәскәр. Ошо бер генә күренеш тә күп нимә хаҡында һөйләй түгелме? Көн барышында әллә нисә тапҡыр телевизорға ҡапланып  яңылыҡтарҙы ҡарайым, күңелде өҙлөкһөҙ бер уй өйкәй: "Ҡасан ғына бөтөр был бәрелеш, ошо ҡан ҡойоштоң бер килеп аҙағы булырмы?" Был уй миндә генә түгел, күптәрҙең аңында, Рәсәй президенты В.В. Путин да ошо кризистың мөмкин тиклем тиҙерәк тамамланыуын, хәл ителеүен теләй, ошо уйын бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тапшырыу барышында үҙебеҙҙекеләрҙе генә түгел, Украина яғындағы юғалтыуҙарҙы хисаплап йән иңрәй, һуң бит ул йәш егеттәрҙең дә ата-әсәләре бар, быуындары нығынмаған малайҙар йәшәп тә башламағандар бит әле, шуныһы аяныслы. Улар ялған идеялар, сит кешеләрҙең аҡылһыҙ ҡушыуы арҡаһында ут эсенә ырғытылған йәндәр! Ҡасандыр клоун сифатында тамаҡ туйҙырған, бөгөн килеп океан арты вәкилдәренең туранан-тура күрһәтмәһе һәм яҡлауы арҡаһында президент дәрәжәһенә күтәрелгән Владимир Зеленский өҙлөкһөҙ тик бер һүҙҙәрҙе генә тылҡый: "Мин һуңғы украин кешеһе ҡалғансы көрәшәсәкмен!" Тик ни өсөн, һәм кем өсөн һуғышҡа ҡоторта икән был әҙәм? Ябай көн иткән, тыныс йәшәргә ынтылған украин өсөнмө? Икеле. Украина кешеһе, тигәндәй мин ике йылдан ашыу улар менән бергә сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем, ысын, тоғро дуҫ булған, һалҡында бер шинелде бөркәнгән, асыҡҡанда һуңғы телемде бүлеп ҡапҡан, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бергә бүлешкән, ауыр мәлдәрҙә иңдәрен терәп ярҙамға килгән бер нисәүһен генә атайым: Солдатенко, Серенко, Калиниченко, Табала... Һеҙ иҫ китмәле шәп егеттәр булдығыҙ: ғәҙел, кешелекле, миһырбанлы, иманлы, эшһөйәр, тырыш. Бөгөн ҡайҙаһығыҙ дуҫтарым?! Һеҙҙе һағынам һәм юҡһынам, йәшлегемдең матур биттәре, яҡты хәтирәләре бит һеҙ! Шаян, шиғри күңелле, вокал белемле Сашка, Александр Калиниченко, хәтерләйһеңме, һин бит башҡорт халыҡ йыры "Азамат"ты иҫең китеп, онотолоп тыңлай инең, ә үҙеңдең йырлауың бөгөн дә ҡолағымда яңғырай төҫлө: "Ридня мати моя, ты ночей не доспала..." Дуҫтарым, һеҙҙең Рәсәйҙе, шунда йәшәгән элекке хеҙмәттәштәрегеҙҙе күрә алмауығыҙға, беҙҙе ҡан дошман итеп иҫәпләүегеҙгә ышанмайым, ышанмаясаҡмын да, бының булыуы мөмкин түгел! Егеттәр, хәтерләйһегеҙме, дүрт ротанан торған сержант мәктәбендә генә лә егерменән ашыу милләт кешеһе хеҙмәт итте, һис ҡасан милләт айырманыҡ, ҡандарҙы тикшермәнек, тиң, татыу йәшәнек. Барлыҡ милләттәр ҙә бер иш, насар, икенсе сортлы милләттәр булмай, милләттәрҙе сорттарға бүлергә теләүсе насар уйлы кешеләр генә була.

      Бөгөн Украинала хәрби хәрәкәттәр бара. Унда сит илдәр ҡоралы тыңҡыслап тултырылған, асылда Украина түгел, НАТО илдәре Рәсәй менән ҡанлы бәрелеш алып бара. Те-ләк-хыялдары күптән билдәле, беҙҙең тәбиғәт, ер аҫты байлыҡтары күптән ҡыҙыҡтыра һәм ымһындыра уларҙы. Шуға ынтылалар ҙа.  

      Рәсәй президенты В.В. Путин февраль айында уҡ махсус операцияның эстәлеген аңлатҡайны: "Беҙҙең төп маҡсат - сит ерҙе баҫып алыу түгел, уны нацистик идеяларҙан азат итеү һәм Украинаның көнсығыш, көнъяҡ өлөшөндә йәшәгән халыҡтарҙың тыныс йәшәүҙәрен тәьмин итеү..." Ҡасандыр легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов азат иткән ер-ҙәрҙә бөгөн уның данлы исеме аҫтында Башҡортостан егеттәре алыша. Улар Салауат тоҡомонан, улар сигенеү һәм еңелеү белмәй!

        Элекке көн Рәсәй президенты В.В Путин ил буйынса өлөшләтә мобилизация иғлан итте. Тимәк шулай кәрәк, башҡаса мөмкин түгел. Ауыр осор кисерәбеҙ, илдә лә тыныс-лыҡ юҡ, күңел дә борсолоулы, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың туғандары, яҡындары ла ут йота. Бер килеп был да үтер әле. Яҡшыға ышанайыҡ һәм шуға өмөт итәйек. Шуны онотмайыҡ - беҙ барыбыҙ ҙа бер кәмәлә, уны сайҡалдырыу, йәиһә төбөн тишергә тырышыу бер кемдең дә файҙаһына түгел. Ә бит йәмғиәтте тәртипһеҙлектәргә этәреүселәрҙең, ҡотҡо таратыусыларҙың һуңғы осорҙа активләшеп китеүе бер кем өсөн дә сер түгел, улар элек тә булған, хәҙер ҙә бар.

        Ныҡлығыбыҙҙы һынау мәле килде, етте, иң мөһиме бергә булайыҡ һәм берҙәм булайыҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың хәтәр һуҡмағы имен-аман тамамланһын, ә оҙатып ҡалыусыларға сабырлыҡ һәм яҡты өмөт юлдаш булһын! Йортоғоҙға ҡот, ашығыҙға бәрәкәт, сәләмәт йәшәүегеҙҙе теләп:

                                                                                                                                                                                                         Һеҙҙең Хәйҙәр Тапаҡов.

                                                                                                        

 

Автор:Хайдар Тапаков