АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
7 Сентябрь 2022, 11:40

Уғрылыҡ -хурлыҡ

Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында бер ир трактор ҡыуып алып китеп барғанында бағанаға төкөгән. Техника хужаһы уны йүнәттереү өсөн туғаны янына барған. Ул яңғыҙы булмай сыҡҡан. Өс ир бергәләшеп араҡы эскәндән һуң, тәүгеһе тракторын ҡалдырып өйөнә ҡайтып киткән. Ҡыҙмаса булып алған ҡунаҡ трактор кабинаһына ингәс унда тоҡандырыу замогында асҡыс тороуын күргән. Күп уйлап тормай ул тракторҙы тоҡандырған да алға елгән. Әммә ҡаршылағы бағана уны бик тиҙ туҡтатҡан. Шул арала ул техниканы ташлап ҡасҡан.

Уғрылыҡ -хурлыҡ
Уғрылыҡ -хурлыҡ

Юл-транспорт фажиғәһе урынын ҡалдырып киткән өсөн иҫерек иргә административ протокол төҙөлгән. Енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында һүҙ алып барыла.

Автор:Гульдар Кадаева