Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
5 Сентябрь 2022, 21:20

Үҫмер иҫенә килгән

Сибай эргәһендәге «Юлдаш» балалар лагерында бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған үҫмер иҫенә килгән.

«Пациент үҙ аңында. Хәле тотороҡло ауыр тип баһалана, баш һөйәге йәрәхәтләнгән», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Юлдаш» балалар лагерында 15 йәшлек үҫмергә металл конструкция ҡолап, башы ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Бер нисә көндән кома хәлендәге малайҙы табиптар санавиация менән Өфөгә алып китте.

Тәфтишселәр Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 2-се өлөшө (хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү, шул арҡала кешенең һаулығына ауыр зыян килтереү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.16

Автор:гульдар кадаева