Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
6 Апрель 2022, 09:40

АУЫЛДЫ ҺЫУ БАҪТЫ

--Һарыҡтарым күренмәй. 13 баш һарығым бар ине. Үлгәндер инде,--тип илай видео төшөрөүсе ир...

АУЫЛДЫ ҺЫУ БАҪТЫ
АУЫЛДЫ ҺЫУ БАҪТЫ

Белорет районы Ғәбдүк ауылын һыу баҫты. 5 апрель төндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына хәбәр килә. Инйәр йылғаһында һыу күтәрелеп китеп, тығындар барлыҡҡа килә һәм йылға үҙ ағымын ҡырҡа бороп ауылға инә. Һөҙөмтәлә 90 ихатаны, 45 шәхси йортто һыу баҫа. 103 кеше, шул иҫәптән 18 бала эвакуациялана.

Ауыл мәктәбе ваҡытлыса тораҡҡа әйләнә, унда 50 кеше урынлаштырыла. Башҡалар туғандарына китә.

Зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Мөмкин тиклем мал да ситкә сығарыла. Әммә, урындағы кешеләр төшөргән видеояҙмалар күрһәтеүенсә, бөтәһе лә малын сығарып өлгөрмәгән. Малға ғына ҡарап торған ауыл халҡы өсөн, әлбиттә, малдың ҡырылыуы аяныслы. Шулай ҙа... үҙебеҙ һау, донъябыҙ тыныс булһын әле. Хәрби хеҙмәттән улдарыбыҙ, ағай-ҡустыларыбыҙ, ирҙәребеҙ имен ҡайтһын! Бөгөн был күпкә мөһимерәк.

 

Әйткәндәй, Ғәбдүк ауылында 168 йорт, унда 549 кеше, шул иҫәптән 87 бала йәшәй. Урта дөйөм белем биреү мәктәбе, китапхана, фельдшер-акушер пункты, ауыл мәҙәниәт йорто бар.

 

 

Автор:Резеда Валиева