Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
17 Апрель 2021, 17:50

УЛ ДУҪ ҠЫНА ТҮГЕЛ...

Мине һуңғы ваҡытта аптыратҡаны шул: кешеләр берәҙәк эттәрҙе, бесәйҙәрҙе яҡлап бер була. Хатта был юҫыҡта закондар ҙа ҡабул ителә... Ә кешене кем йәлләр? Берәҙәк кешеләрҙе? Эт, бесәйҙән ауырыу йоҡторған (бәлки быны үҙҙәре лә белмәйҙер) кешеләрҙе кем ҡурсалар? Күп йылдар ветеринар булып эшләнем. Шуға ышаныслы әйтәм: эт-бесәй –ҡурҡыныс йоғошло сир таратыусы хайуандар.Бөгөн Учалыла 4 йәшлек малайҙы эт талап үлтергәс, яҙмайынса булдыра алманым...

Хәтәр дәүерҙә йәшәйбеҙ. Интернет аша әллә күпме яңылыҡ ишетәбеҙ, ваҡиғалар шаһиты булабыҙ. Мине һуңғы ваҡытта аптыратҡаны шул: кешеләр берәҙәк эттәрҙе, бесәйҙәрҙе яҡлап бер була. Хатта был юҫыҡта закондар ҙа ҡабул ителә... Ә кешене кем йәлләр? Берәҙәк кешеләрҙе? Эт, бесәйҙән ауырыу йоҡторған (бәлки быны үҙҙәре лә белмәйҙер) кешеләрҙе кем ҡурсалар? Күп йылдар ветеринар булып эшләнем. Шуға ышаныслы әйтәм: эт-бесәй –йоғошло сир таратыусы хайуандар. Бер юлы шуны ла әйтеп үтәйем: сусҡаны беҙҙең мосолман халҡы белеп ашамай. Унда ла һаулыҡ өсөн ныҡ зыянлы паразиттар күп.
Бөгөн эттәр хаҡында яҙып үтергә теләйем. Һуңғы ваҡытта эттәрҙән зыян күргән балалар хаҡында күп ишеттем. Әле бөгөн Учалыла 4 йәшлек малайҙы эттәр талап үлтергәнен ишеткәс, яҙмайынса булдыра алманым.
Эттәрҙән ауырыу төрлө юл менән күсә. Мәҫәлән, йөнөнән. Һыйпаның ти, шунда кешегә һәр төрлө паразит йоға. Ул—чесотка, лишай, демодеказ.
Икенсе юлы – эттең шайығы. Унан туберкулез, гельминтоз, токсоплазмоз, лептоспироз, лямблиоз, ҡотороҡ сире эләгеүе ихтимал. Эттән битен, ҡулын ялатыусылар аҙмы ни? Уның тешләп уйнаған әйберен дә тоталар.
Паразит һәм вирустар аҙыҡ аша ла йоға. Әлбиттә, ҙур кеше эт мискәһенән алып ашамаҫ. Әммә бер ни аңламаған бала өсөн был ерәнеү тыуҙырмай. Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә һеҙ күрмәгәндә этегеҙ нимәнелер тешләгән икән, уны ла ашау тыйыла. Ә фатирҙа эт тотоусылар өсөн был икеләтә хәүеф тыуҙыра. Сөнки һыуытҡысты аса белеүсе эттәр ҙә осрай.
Эттең ҡаны. Дүрт аяҡлы дуҫығыҙ йәрәхәтләнһә тотаһығыҙ, яраһын бәйләйһегеҙ йә ике этегеҙ һуғышып киткәндә айыраһығыҙ, ти. Шул саҡ ҡаны хәүеф тыуҙыра ла инде.
Шулай уҡ йыш ҡына эхинококкоз йоға. Был таҫма ҡорт бик ҡурҡыныс. Кешегә генә түгел, башҡа йорт хайуандарына ла күсә. Һарыҡ һуйғанда инде ярты үпкәһе юҡҡа сыҡҡан ваҡ малды осратҡаным бар. Эсәк-ҡарынында виноград шәлкемеләй булып ҡорт ятҡаны бар. Ошо ҡорттан үлеп ҡалған, инвалид булып ҡалған таныштарым бар. Бер ирҙе оҙаҡ йылдар рактан дауаланылар. Ысынын да яман шеш түгел, эхинококкоз булып сыҡты.
Нимә эшләргә һуң? Законды ҡәтғиләштерергә! Эт тотҡан кешеләрҙән яуаплылыҡ талап итергә, этен сығарып ебәрһә, штраф һалырға. 21 быуатта йәшәйбеҙ, һәр кемдең этенә микрочип ҡуйып булмаймы икән? Аҙаҡ шуның аша хужаһына яза бирергә мөмкин. Ә әлегә берәҙәк эттәрҙе атыуҙан башҡа сара ҡалмай. Шулай уҡ эт тотоусылар дүрт аяҡлы дуҫын даими бағып, прививка эшләтеп торорға, бауҙан ысҡындырмаҫҡа бурыслы.
Эйе, атып бөтөргә тигәндә, күптәр шау-шыу ҡуптарыр, йөрәкһеҙ, ҡаты бәғерле, тиер... Йәлләйем, әлбиттә. Эт үҙенең берәҙәк булыуына үҙе ғәйепле түгел. Шулай ҙа таланған, ауырыған кешеләр нығыраҡ йәл. Үҙегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ! Эт дуҫ ҡына түгел...
Фәйзрахман Усманов.
Баймаҡ районы.
Фото: kotsobaka.com