Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
11 Март 2021, 09:50

БҮРЕ МЕНӘН БУТАҒАН

Күҙенә бүре булып күренгән ирҙе сәнскеләгән...

Был ҡурҡыныс хәл Бишбүләк районында була. Иҫерек ир янына вахтовик килә лә хәлен һораша. Ир шул саҡ бысаҡ сығарып тегене сәнскеләп ташлай. Енәйәтсе ҡулға алынған. Уны 8 йыл да 2 айға ҡаты режимлы колонияға оҙатыуҙары ихтимал. Ир йүнләп бер нәмә лә иҫләмәүен, урам буйлап китеп барыуын, ҡаршыһына бүре осрауын ғына белдергән.
Бөтә бәлә эскелектән генә шул... Иҫеректәргә бүре булып күренергә яҙмаһын. Тәүбә.
Фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.