Әҙилә бер-бөртөк улы Айнур өсөн бик борсола. Сөнки малай бик йомоҡ булып үҫә, тиҫтерҙәре менән дә, өлкәндәр менән дә бик аралашып бармай.
Бер көндө әсә улын балалар баҡсаһына бирергә була. Малай унда теләр-теләмәҫ кенә барһа ла, бер нәмәгә лә зарланмай. Бер аҙҙан Айнур теремегерәк булып китә, бутҡаны ла теләп ашай, күберәк тәтелдәй башлай. Әлбиттә, быны күргән әсә ҡыуанып ҡына ҡуя. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул, малайҙың яҡын дуҫы ла барлыҡҡа килә бит хатта.
Балалар баҡсаһынан ҡайтып килгәндә Айнур тәтелдәп-тәтелдәп дуҫы тураһында һөйләгәндән һуң: “Әсәәәй, әйҙә иртәгә Илдарҙы ҡунаҡҡа саҡырайыҡ,”—тип рөхсәт һораны. Рөхсәт итмәү ҡайҙа инде ул. Әҙилә риза, әлбиттә! Иң мөһиме, улыҡайы теремекләнеп китте бит.
Әммә иртәгеһенә ни өсөндөр Илдар килмәне. Айнур уның ял көнө уйнарға киләсәге хаҡында хәбәр итте. Ҡунаҡ килер булғас ни, Әҙилә ярты көнөн аш-һыу бүлмәһендә үткәрҙе. Көн кискә ҡарай ауышҡас ҡына улынан: “Илдар ҡасан килер икән?”—тип һорап ҡуйҙы. Малайҙың иҫе китмәй генә: “Ҡайтып китте бит инде ул, әсәй,”—тип яуап биреүе йәш ҡатынды борсоуға һалды. Был ни ғәләмәт?! Улы бит бер ҡасан да алдашмай торған ине.
Икенсе көн әсәһен бөтөнләй аптыратты малай. Шат йылмайып янына килде лә: “Әсәй, таныш бул был—Илдар,”—тип хәбәр һалды. Әҙилә әйләнеп ҡараһа, улыҡайы үҙе генә баҫып тора. Быға тиклем дә балалар баҡсаһындағы тәрбиәсенән һорашҡан ине, төркөмдә Илдар исемле малай бөтөнләй булмай сыҡты. Тимәк, һөйләшмәҫ улы яңғыҙлыҡтан үҙенә дуҫ уйлап тапҡан. Илдарҙың юҡлығын аңлатып маташыу һөҙөмтә бирмәне. Айнур йәшенә сәсәп, буҫлығып, бүлмәһенә инеп бикләнде.
Әҙилә бер көндө, үҙен ҡулға алып, улынан Илдарҙы һүрәтләп биреүен һораны. Эскерһеҙ Айнуры ни ихласлап “дуҫын” һүрәтләргә тотондо ла китте: “Ул минән саҡ ҡына оҙонораҡ, әсәй. Яп-ябыҡ һәм ап-аҡ үҙе. Ә сәстәре ҡап-ҡара. Түлкә күҙҙәре ҡып-ҡыҙыл, нишләптер...” Әсә кеше улы өсөн ныҡлап ҡурҡа башланы. Ул бушлыҡҡа ысынлап та кемделер күргәндәй ҡарай ине.
Артабан инде өйҙә сәйер хәлдәр башлана: үҙенән-үҙе ут ҡабына, өҫтәлдән ҡалаҡтар осоп төшөп китә, ишектәр асып-ябыла. Атаһы менән әсәһе ҡурҡыуға ҡалһа ла, Айнурҙың ғына иҫе китмәне. Былай ҙа төндәрен йоҡоһоҙ үткәргән ата-әсәһенә: “Илдар беҙҙең менән йәшәйәсәк, уның барыр ере юҡ,”—тип әйтеп һалды хатта.
Аҙаҡтан хәлдәр тағы ла киҫкенерәк, ҡурҡынысыраҡ була бара. Өйҙә тулыһынса тәртипһеҙлек урынлаша, һауыт-һаба ярыла, көҙгөләр сатнай, төнөн әллә ниндәй тауыштар арҡаһында йоҡлап булмай башлай. Бер көнө мулла эйәртеп ҡайтҡан әсәһен күреү менән малай: “Әсәй! Илдарҙы ҡыуып сығарма, әсәй!”—тип асырғанып иларға тотона. Өшкөрөлгәндән һуң ғына малай тынысланып ҡала ла, дуҫының сығып китеүе хаҡында әйтә. Шунан һуң ғына өйҙә тыныслыҡ урынлаша. Әммә Айнур ғына оҙаҡ ваҡыт дуҫын һағынып йонсой.
Балаларҙың сәйер нәмәләр хаҡында һөйләгәндәрен ялғанға сығарырға ярамай. Уларҙың ендәрҙе һәм фәрештәләрҙе күреүе хаҡ бит. Уйлап та тапмаған Айнур “дуҫын”, күҙенә лә күренмәгән ул...
(Интернет селтәренән алынған булған хәлгә таянып яҙылды)