Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, йылытыу миҙгеле башланыу менән янғындар, уларҙа һәләк булыусылар һаны күбәйә. Йылытыусы электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау, электр селтәрҙәренә көсөргәнеш тыуҙырыу арҡаһында йорттарға ут тоҡана. Ябай ҡиғиҙәләрҙе үтәмәү, уларҙы тупаҫ боҙоу күп осраҡта фажиғәгә илтә.
2019 йылдың 10 айында республикала 10332 янғын теркәлгән, уларҙа 227 кеше һәләк булған.
Кисә төндә Тәтешле районында сыҡҡан янғын да күп балалы ғаиләнең яртыһын юҡ иткән: 29 йәшлек әсә, уның 2 һәм 7 йәшлек сабыйҙары һәләк булды. Тағы өс ир дауаханала. Ғаилә башлығы—реанимацияла. Йәштәрҙең 5 йәшлек ҡыҙы иҫән, уның тәне бер ни тиклем янған, тик ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
Асыҡланыуынса, ҡазаға тарыусылар туғандарында ваҡытлыса йәшәп, күрше участкала яңы йорт һалған. Урындағы ауыл советы күп балалы ғаиләне тик ыңғай яҡтан телгә ала. Ата-әсәнең алама ғәҙәттәре булмаған, икеһе лә эшләп йөрөгән.
–Йәш, матур ғаилә ине. Ире физкультура-һауыҡтырыу комплексында эшләй, ҡатыны балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы ине, – тине Үрге Тәтешле ауыл советының эштәр идарасыһы Флорида Мостафина. – Янғын нимәнән сыҡҡандыр, әйтә алмайым, уны белгестәр асыҡлай. Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаға килгәндә, был йорт уларҙыҡы түгел ине, улар күрше Гәрәбаш ауылында теркәлгән. Ундағы йорттарында ҡулайлама булған да бит, тик ҡаза уларҙы икенсе урында көткән шул...
Республика бюджеты иҫәбенә 103845 ҡулайлама ҡуйылған. Биш йыл эсендә тағы 200 меңдән ашыуҙы ҡуйыу планлаштырыла. Улар ярҙамында быйыл ғына 291 кеше, шул иҫәптән 126 бала ҡотҡарып ҡалынған. Был ҡулайлама күп кенә категория граждандары өсөн бушлай бирелә.