Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
2 Ноябрь 2019, 17:10

«ӘСӘЙЕМ СӘСЕМДЕ ҮРМӘНЕ»

«ӘСӘЙЕМ СӘСЕМДЕ ҮРМӘНЕ»Резеда ВӘЛИЕВА.8 йәшлек кескәй ҡыҙҙан мәктәпкә бармауының сәбәбен һорағас, ул: “Әсәйем сәсемде үрмәне”,—тип яуап ҡайтарҙы. Таралмаған сәсен үҙе булдыра алғансы резинкаға урап алған бала беҙгә ҡурҡып ҡына баҡҡан ине.

8 йәшлек кескәй ҡыҙҙан мәктәпкә бармауының сәбәбен һорағас, ул: “Әсәйем сәсемде үрмәне”,—тип яуап ҡайтарҙы. Таралмаған сәсен үҙе булдыра алғансы резинкаға урап алған бала беҙгә ҡурҡып ҡына баҡҡан ине. Медик-психологтың: “Ҡана әле, башыңды ҡарайым, бетләмәгәнһеңме?”—тип яҡынайыуы булды, ҡыҙ һикреп тороп бүлмәгә инде һәм бысраҡ, йыртылып бөткән юрған аҫтына сумып, һулҡылдап иларға кереште…Күрәһең, йәнә приютҡа алып китеүҙәренән ҡурҡты.
Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеге менән ҡала хакимиәтенең балиғ булмағандар эше буйынса комиссияһы ойошторған рейдта ҡатнашып, эскелек һаҙлығына батҡан ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, дөрөҫөрәге көн күреүсе балаларҙың ауыр яҙмышына шаһит булырға тура килде…
Комиссия ағзалары бындай ғаиләләргә өйрәнеп тә бөткән, улар үҙҙәрен тыныс тотто, һәр ғаилә ағзаһы менән иркен аралашты, ә мин имәнес һәм ҡыҙғаныс күренешкә ҡарап телһеҙ ҡалдым.
—Рейдтар йыш уҙғарыла. Беҙ бындай ғаиләләрҙең һәр береһе менән яҡшы таныш. Нисә балалары бар, ҡайһы өйҙөң нисәнсе ҡатында йәшәүҙәрен—быларҙың барыһын да беләбеҙ, тип әйтергә була,—тине рейдта ҡатнашыусылар.
Уларҙың һүҙенең дөрөҫлөгөнә шикләнмәйем. Балиғ булмағандар эше буйынса комиссия рәйесе сираттағы ғаиләгә юлланғанда: “Былар иҫеректер инде, кисә бит улдарының тыуған көнө булды”,—тине. Бына шулай: хатта тыуған көндәрен дә белеп бөткәндәр икән.
—Килгән һайын ата-әсәләр ҡабат эсмәҫкә вәғәҙә бирә. Ҡайһы берҙәренең тәүге балалары приютҡа алынған. Хәҙер унда урын юҡ инде. Икенсе йә өсөнсө балаларын да алып китәбеҙ тиһәк, йәш түгеп илаған булалар, әммә эскелектән ҡотола алмайҙар. Күптәренең өйөнә баш тыҡҡыһыҙ, бысраҡ, ашарҙарына юҡ. Бахыр балалар нисек көн күрәлер инде. Күптәрен ваҡытлыса приютҡа алабыҙ. Ата-әсәләре айығып, ипкә килгәндәй булһа, кире ҡайтарабыҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ хәл кире ҡабатлана,—ти комиссия рәйесе.
Ысынлап та, рейд ваҡытында күрелгән ғаиләләрҙең береһендә лә тәртип тә, йәшәү шарты ла юҡ. Мәҫәлән, юғарыла миҫалға килтерелгән 8 йәшлек ҡыҙ йәшәгән ғаиләнең өҫтәлендә бушаған бысраҡ банкалар, шешәләр, рюмкалар, көнбағыш ҡабыҡтары һәм ҡатҡан икмәк киҫәктәре…Бер карауатта иҫерек әсәй аунай, икенсеһендә—бите шешеп, ҡаш тирәһе йыртылып, ҡанһырап торған атай. Уныһы ла һорауҙарға яуап ҡайтара алманы. Бары тик күҙен алартып, фотоға төшөрөүемә ризаһыҙлыҡ белдереп, ҡалдарын болғап яҡынайырға маташты…
Киләһе фатирҙа инвалид ир йәшәй. Уның үҫмер малайҙарҙы йыйып, йыш ҡына эскелек ойоштороуы мәғлүм. Фатир хужаһы үҙ ғәйебен бер ҙә танырға теләмәне.
—Нимә аҡыл өйрәтеп килеп тораһығыҙ? Фатирыма индермәһәм, улар эсмәҫ инеме? Ана, теләһә ҡайһы киоскыға, магазинға барып ҡарағыҙ, бер һорауһыҙ үҫмерҙәргә һыра һаталар. Һеҙ тәүҙә минең малайҙарға эсереүемде иҫбат итегеҙ. Миңә кешеләр менән аралашып йәшәргә ярамаймы? Үҫмерҙәр миңә үҙҙәре тартылып тора бит, һәр кемгә ишегем асыҡ,—тип ҡысҡырыуҙан ары китә алманы.
Артабан юлландыҡ. “Был йортта әсәйле-ҡыҙлы йәшәй”,—тине комиссия ағзалары. Подъезға инеү менән танауға яман еҫ килеп бәрелде. Улар беренсе ҡатта ғына йәшәй икән. Фатир эсендә лә әсе еҫ ине. Беҙҙе бите шешенеп бөткән хужабикә ҡаршы алды. Ҡыҙы дауаханала, ейәне урамда булыуына ҡарамаҫтан, ул өйҙә яңғыҙ түгел. Сит ирҙәрҙе күреп, комиссия ағзалары һорау яуҙырҙы.
—Беҙ бит ирле булдыҡ, хәҙер минең дә, ҡыҙымдың да ире бар,—тип үҙе кеүек үк күп эсеүҙән биттәре буҙарған ирҙәргә ҡарап бәхетле йылмайҙы хужабикә.
Киләһе йортта йәшәүсе ҡатын да ҡыуандырманы. Беҙ барғанда уның үҙенән тыш өйҙә тағы ике ҡатын бар ине. Береһе тора ла алмай карауатта ята. Бите ҡып-ҡыҙыл. Шуныһы ҡыҙғаныс: улар бик йәш. Күкрәп-йәшнәп йәшәр матур мәлдәрен шешәгә алмаштырғандар, бер ҡайҙа ла эшләмәйҙәр, атайһыҙ бала үҫтерәләр.
Башҡа ғаиләләрҙә лә шул уҡ хәл күҙәтелде. Берәүһендә яғыулыҡ һүндерелгән. Өйҙәге һалҡынлыҡтан түгел, бындағы мөхиттән күңел өшөй. Ә бит бында ике йәшлек кенә ҡыҙ бала бар. Бахыр сабый бер кемгә лә иғтибар итмәй күрше ҡатын индергән кәнфитте кимерә ине…
Киләһе ғаиләлә уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән, айырыуса спорт һөйгән малай үҫә. Ул беҙ килер алдынан ғына мәктәптән ҡайтҡан. Ә төшкө аш әҙер түгел. Әсәй һәр ваҡыттағыса иҫерек, өйҙә бысраҡ… Беҙҙе күреп, бахыр бала өйөн йыйыштыра башланы, әммә айҙар дауамында йыйылған туҙанды тиҙ генә һөртөп алыу мөмкинме һуң?
Ҡыҙғаныс…Аяныс…Имәнес…Бөгөн бала “Әсәйем сәсемде үрмәне” тиһә, иртәгә: “Әсәйем шешәһеҙ йәшәргә өйрәтмәне” тимәҫме?!
Резеда Усманова.
15 апрель 2011 йыл.
Читайте нас: