Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Күсей ауылы халҡы шаҡ ҡатырғыс күренеште күреп, шаңҡып ҡалды.
Ауылдан йыраҡ булмаған Иҫке зыяраттағы боронғо яҙыулы ҙур ҡәбер ташы билдәһеҙ кешеләр тарафынан онтап ташланылған. Был ташты Вәлит кантон 1827 йылда вафат булған атаһы Яҡшембәт Ҡолсура улына ҡуйған. 200 йылға яҡын торған таш-тарихи ҡомартҡыға ҡурҡмайынса ҡул күтәргән, лом һәм кувалда менән онтап йөрөгән вәхшиҙәрҙең ҡылығы башҡа һыймаҫлыҡ. Кемгә ҡамасаулаған? Бының менән улар ни әйтергә теләгән?
Күсей ауылы халҡы ошо хәлде күреп-белгән кешеләрҙән ғәйепләнеүселәрҙе табыуҙа ярҙам һорай.
Фото: Күсей ауылы сайтынан.