Студент саҡ. Дөйөм ятаҡтағы эҫе һыуҙы һүндерҙеләр. Шул саҡ әхирәтем менән Өфө ҡалаһынынң Туҡай урамында урынлашҡан мунсаға киттек.
Бәләкәйҙән мунса инергә яратманым. Сөнки унда минең тиҙ генә хәл бөтә лә, әллә еҫ, әллә эҫе һуға, ҡолай ҙа ҡуя инем. Әммә был юлы бик ҡыуанып, дәртләнеп киттем. Сөнки нисә ай буйына душта ғына йыуыныу ялҡытҡайны, ауыл мунсаһы танһыҡ була башлағайны.
Баш ҡала мунсаһына килгәс, оҙаҡ ҡына ултырып ташланым. Сөнки ятаҡта ҡасан эҫе һыу биреүҙәре мәғлүм түгел ине. Рәхәтләнеп йыуынып ҡалам, имеш. Бер мәл хәл бөтә башланы. Тиҙ генә сығып, кейенеү яғы уйланым. Эске кейемдәрҙе кейеүем булды, хәлем бөтөнләй насарайҙы. Шул саҡ ниндәйҙер ергә барып сыҡтым. Халыҡ күп. Кешеләрҙең башын күрмәйем. Аҡ кейемлеләр—бер яҡҡа, ҡара кейемлеләр икенсе яҡҡа атлай. Төртөшәләр, сөнки иркен генә атлап йөрөргә урын юҡ. Мин бер яҡ мөйөшкә һырылдым да, бер ни аңламай ҡарап ултырам. Шул саҡ аҡ-аҡ кейемдә бәләкәй кәүҙәле бер йән эйәһе килде лә исемләп өндәште:
--Бар, ҡайт, иртә әле,--тине ул миңә. Һәм аҙағында “бай” һүҙе булған бер фамилияны әйтте, шул кешенең мине көтөүен белдерҙе.
Шул саҡ яйлап аңыма килә башланым. Әммә күҙҙе аса алмай инем. Тауыштарҙы ишетәм. Эргәмдә Яҡшыбаева фамилиялы әхирәтем ҡулымдан тотҡан да, уны бер аҙ һелкетеп, исемемде ҡабатлай. Ниндәйҙер ят ҡатын мунса хеҙмәткәрен әрләй:
--Нашатыр спиртығыҙ ҙа юҡмы ни? Тиҙ булығыҙ, “тиҙ ярҙам” саҡыртығыҙ,--тип ҡысҡыра-ҡысҡыра сикәмә сәпәй.
Мин барыһын да ишетәм, әммә һаман күҙҙе аса алмайым. Уйҙарым менән әле һаман теге серле ерҙә. “Нимә булды был? Ҡайҙа булдым? Үлеп, кире терелеп киләм, ахыры. Бынау ҡатын мине ҡотҡарып маташа бит. Ҡотҡарһа, мотлаҡ рәхмәт әйтеп өлгөрөр кәрәк. Ҡайтып китә күрмәһен…” Шул саҡ, уйҙарымды бүлеп, битемә, бөтә кәүҙәмә һыуыҡ һыу ҡойҙолар. Уяныу менән: “Рәхмәт”,--тип ҡысҡырып ебәрҙем. Миңә ярҙам иткән ҡатындың һары сәсле булыуын ғына иҫләп ҡалдым, ул ысынлап та мин тулыһынса аңыма килгәнсе мунсанан сығып та китте. Миңә ҡурҡып та, борсолоп та әллә күпме күҙ текәлгән ине. Мәрйә әбейҙәр: “Слава Богу”,--тип таралыша башланы. Әхирәтем миңә ҡарап ҡатып ҡалған, ҡурҡыу йөҙөнә үк сыҡҡан. Бер аҙҙан телгә килеп:
--Уф, ҡурҡыттың, бөтә тәнең һып-һыуыҡ ине. Үлгәнһеңдер тип уйланым. Аҙаҡ күҙеңде алартып бер аҙ ҡарай башлағайның. Өндәшмәй тик ятҡасһың, барыбер шөрләтте.
Мин иһә бер ни өндәшмәнем. Үҙемдең ҡайҙа барып килгәнемде аңламай аҙапландым. Кейенеп бөтөүгә “Тиҙ ярҙам” килеп етте…
Был хәлгә 16 йыл ваҡыт үткән, әммә әлегеләй ул күҙ алдымда. Теге донъя тигәндәренең сират күперендә булғанмындыр, моғайын. Баҡыйлыҡта тамуҡтың да, ожмахтың да барлығына хәҙер шикләнмәйем. Юҡҡа ғына мин барған ерҙә аҡ кейемлеләр—бер яҡҡа, ҡара кейемлеләр икенсе яҡҡа ағылмағандыр….