Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
17 Декабрь 2018, 13:08

Ҡырҡыу еҫ ҡасан бөтөр

Сибайҙа йәшәүселәр бына бер нисә көн инде ҡырҡыу еҫкә зарлана. Ҡала өҫтөн томан ҡаплап алды. Урында йәшәүселәр күҙҙәре йәш-ләнеүгә, башы ауыртыуға зарлана, йүтәлләп яфаланыусылар ҙа юҡ түгел. Социаль селтәрҙә: «Бында һауаны тикшермәһәң дә тын алыуы ауыр һәм еҫ икәне аңлашыла», «Боролошто саҡ эҙләп таптым. Машина эсендә лә тын алып булмай», «Ҡот осҡос! Нисек тын алырға! Йүткертә»—тип яҙыусылар көндән-көн күбәйә. Видеояҙмалар, фото һалыусылар ҙа юҡ түгел.

Сибайҙа йәшәүселәр бына бер нисә көн инде ҡырҡыу еҫкә зарлана. Ҡала өҫтөн томан ҡаплап алды. Урында йәшәүселәр күҙҙәре йәш-ләнеүгә, башы ауыртыуға зарлана, йүтәлләп яфаланыусылар ҙа юҡ түгел. Социаль селтәрҙә: «Бында һауаны тикшермәһәң дә тын алыуы ауыр һәм еҫ икәне аңлашыла», «Боролошто саҡ эҙләп таптым. Машина эсендә лә тын алып булмай», «Ҡот осҡос! Нисек тын алырға! Йүткертә»—тип яҙыусылар көндән-көн күбәйә. Видеояҙмалар, фото һалыусылар ҙа юҡ түгел.
Ошо көндәрҙә Өфөнән Сибайға был тәңгәлдәге хәлдәрҙе тикшереү өсөн махсус күсмә лаборатория килде. Зарарлы ҡатнашмаларҙың концентрацияһын һәм халыҡ сәләмәтлеге өсөн хәүефлелек кимәлен билдәләү өсөн һауаны етди тикшерҙеләр.
Экологик хәлдең ҡырҡа киҫкенләшеүе арҡаһында 11 декабрҙә төнгө 23.00 сәғәттә ҡала хакимиәтендә карьер яғына барыу өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия йыйыу тураһында иғлан ителде. 12 декабрҙә иртән ҡала хакимиәтендә Сибайҙың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ғәҙәттән тыш хәл буйынса комиссия ултырышы ла үтте.
«Кис көнө ҡаланың көньяҡ өлөшөндә көкөрт еҫе сыҡты. Уның төп сығанағы—тәрәнлеге 500 метрлыҡ һәм радиусы 1 саҡрымлыҡ карьер төбөндә ята. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында хәбәр итеүҙәренсә, карьерҙа мәғдән ҡалдыҡтары быҫҡый. Был техноген процесс, бында кеше ғәйебе юҡ»,—тине Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов.
Иртәнге 10.30 сәғәткә алынған лаборатор тикшереүҙәр һауала зарарлы матдәләр күләменең норманан ашмауын асыҡлаған, тип тә өҫтәне ул. Ҡалала ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү өсөн нигеҙ юҡ, ләкин яуаплы хеҙмәттәр һәм кешеләр юғары әҙерлек режимында эшләй.
Әле быҫҡып ятҡан сығанаҡтар өҫтөнә бер туҡтауһыҙ мәғдән ҡатнашмаһы, һыу һәм балсыҡ һиптерәләр. Әйткәндәй, ун йылдан ашыу карьерҙан асыҡ юл менән файҙалы ҡаҙылмалар сығарылмай. Быға тиклем бында әлеге кеүек мәғдән ҡалдыҡтары реакцияға инеп, еҫтәр сығарған күренештәр күҙәтелмәгән.
Карьер төбөнән яман еҫ сығарып ятҡан урындарҙы бөтөрөү өсөн ҡалала күп кенә эштәр эшләнә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы эшселәре хәүефле урындарҙы ҡаплау өсөн барлыҡ көсөн һала. Әле көндә карьер эсендә 2 сменала 5 БелАЗ эшләй. Ҡеүәтле техника бер сменала ғына 1300 кубометр махсус шыйыҡса ташып, төтөн сығып ят-ҡан ерҙәр өҫтөнә түгә. Аҫҡа өҫтән шулай уҡ һыу ағымы ла йүнәлтелгән.
Fәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү һәм ликвидациялау берҙәм дәүләт системаһының территориаль бүлеге көстәре лә эшкә йәлеп ителгән. Бүлектең 34 техникаһында 103 кеше хәүеф урынында эҙемтәләрҙе бөтөрөү менән булыша. Шул иҫәптән Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының шәхси составы ла саранан ситтә ҡалмай.
Лаборатория тикшереүҙәре протоколдарына ярашлы, һауала һаулыҡҡа зыянлы ағыулы матдәләр концентраты норманан ашмаған. Сәләмәтлектәре ҡаҡшап, табиптарға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә теркәлмәгән.
Халыҡты эвакуациялау зарурлығы юҡ. Шулай ҙа ҡала юғары әҙерлек режимында торғанлыҡтан, кешеләрҙе төтөнлө урындан күсереү өсөн 1750 урынға иҫәпләнгән 27 пункт әҙерләнгән. Дауаханаларҙа өҫтәмә карауат-урындар һәм кәрәкле медикаменттар әҙерләнгән. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы көстәре лә тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Сибайға Рәсәй Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралыҡтың ведомство-ара оператив штаб йүнәлтелгән. Хәүеф урынында штаб начальнигы, генерал-майор Марат Латыпов етәкселеген-дәге төркөм эшләй. Баш ҡаланан килгән күсмә лаборатория хеҙмәткәрҙәре төтөн таралған төбәктең 6 урынында һауалағы зарарлы матдәләр миҡдарын тикшерҙе. Әлегә уның һөҙөмтәләре билдәле түгел. Роспотребнадзорҙың Сибай территориаль бүлексәһе урында көкөртлө водородтың күп булмауын раҫланы. Белгестәр бындай күләмдә һаулыҡҡа хәүеф янамай тип белдерҙе.
13 декабрҙә ҡалала төтөн еҫе артыҡ сыҡманы, томан да таралғайны.
Гөлдәр Ҡадаева.