Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
19 Сентябрь 2017, 11:29

ЙӘШЕЛ ҠАЛҠАНДЫ ҺАҠЛАЙЫҠ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың авгусындағы ҡарарына ярашлы, төбәгебеҙҙең таулы-урманлы 17 районында янғынға ҡаршы айырым режим индерелде. Билдәле булыуынса, урман янғындарының 90 проценты—кеше ғәйебе менән, 7-8 процент осраҡта ғына йәшен атҡандан сыға. Ағас ҡырҡҡандан һуң ятып ҡалған ботаҡтарға, ҡоро-һарыға, кипкән үләнгә бер бөртөк шырпы төшһә лә, янғын сығып, әллә күпме йәшеллекте юҡ итә. Антропоген янғындарҙың төп сығанаҡтары—кешеләрҙең ял итеү урындары, ауыл, ҡала остары, юл ситтәре, урман ҡырҡыу урындары.Әгәр урман янғыны шаһиты булһағыҙ, ут ялы таралыуға юл ҡуймағыҙ. Үҙ көсөгөҙ менән һүндереү мөмкинлеге булмаһа, һәләкәт тураһында республиканың Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ: 8-800-100-94-00. Шулай уҡ 112, Баймаҡ урмансылығының 3-17-61 һандарын да йы-йырға була.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың авгусындағы ҡарарына ярашлы, төбәгебеҙҙең таулы-урманлы 17 районында янғынға ҡаршы айырым режим индерелде. Билдәле булыуынса, урман янғындарының 90 проценты—кеше ғәйебе менән, 7-8 процент осраҡта ғына йәшен атҡандан сыға. Ағас ҡырҡҡандан һуң ятып ҡалған ботаҡтарға, ҡоро-һарыға, кипкән үләнгә бер бөртөк шырпы төшһә лә, янғын сығып, әллә күпме йәшеллекте юҡ итә. Антропоген янғындарҙың төп сығанаҡтары—кешеләрҙең ял итеү урындары, ауыл, ҡала остары, юл ситтәре, урман ҡырҡыу урындары.
Әгәр урман янғыны шаһиты булһағыҙ, ут ялы таралыуға юл ҡуймағыҙ. Үҙ көсөгөҙ менән һүндереү мөмкинлеге булмаһа, һәләкәт тураһында республиканың Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ: 8-800-100-94-00. Шулай уҡ 112, Баймаҡ урмансылығының 3-17-61 һандарын да йы-йырға була.
Янғын һүндереү хеҙмәте килгәнсе ағас ботаҡтары менән утты «туҡмап», тупраҡ һибеп һүндерә тороғоҙ.
Тәбиғәттең йәшел ҡалҡанын һаҡлау маҡсатында ҡоро, эҫе һәм елле көндө урманда усаҡ яғыу тыйыла. Былай көндәрҙә усаҡты махсус урында, һыу яҡын булған ерҙә, ағастарҙан алыҫыраҡ ерҙә тоҡандарыу рөхсәт ителә.
Янғынға ҡаршы режим мәлендә урманда һүнеп бөтмәгән шырпы һәм тәмәке төпсөгөн ташлау, усаҡ яғыу, осҡон һүндергесе һәм яғыулыҡ менән тәьмин итеү системаһы төҙөк булмаған техникала урманға инеү ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ шешә йәки быяла ярсыҡтарын ҡалдырып китергә ярамай. Беҙ артыҡ иғибар итмәгән ошондай ҡалдыҡтар тоҡандырыусы линза ролен үтәүҙәре лә ихтимал.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн физик берәмектәргә—3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә—10-20 мең, юридик берәмектәргә 100-200 мең һум күләмендә штраф һалына.
Баймаҡ районы урмансылары айырым режимға етди әҙерләнде. Быйыл 6,3 саҡрым арауыҡта янғынға ҡаршы тәғәйенләнештә юл һөрөргә, 182 саҡрым минераль һыҙаттар, 34 берәмек аншлаг, 11 ял урындарын төҙөкләндерергә иҫәп тоталар.
Урман—халыҡ байлығы. Тәбиғәтебеҙҙең йәшел ҡалҡанын уттан һаҡлайыҡ.