-Беҙгә башлыса ғаиләһендә йәберләнгән ҡатындар, яҡындарын юғалтҡан, инвалид бала баҡҡан, физик мөмкинлектәре сикле, яңғыҙ әсәләр, яңғыҙаҡтар, ата-әсәләре ташлап киткән балалар мөрәжғәт итә. Бөтә төр катергорияға ҡараған граждандарҙы ла ҡабул итәбеҙ, проблемаларын, аһ-зарҙарын, үтенестәрен тыңлайбыҙ һәм ярҙам итәбеҙ,--тип эшмәкәрлектәренең асылын аңлатты “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Хәйбулла районындағы етәксеһе Динә Аҡҡужина.-Коллективыбыҙ ҙур түгел, бөтәһе 9 кеше--5 белгес ғаиләләр менән эшләй, психолог, юрисконсульт, социаль эш буйынса хеҙмәткәр бар.
Юристконсульт Гөлназ Абзгилдина ғаилә, хеҙмәт, мөлкәт мәсьәләләре буйынса ярҙам күрһәтә, күсмәй торған милекте теркәү, граждандар бәхәсе, хоҡуҡи мәсьәләләр менән булыша.
Психолог Зөлхизә Ҡоҙабаева эмоциональ торошто көйләүҙә булышлыҡ итә, шәхсән проблемарҙы хәл итешә. Депрессия, ҡурҡыу, яңғыҙлыҡ, йәберләү, айырылышыу, ғаилә көрсөктәре, ата-әсә һәм бала мөнәсәбәте кеүек киҫкен хәлдәрҙән сығыу юлдарын да эҙләшә. Үҙәктә “Яңы тормош” һәм “Ғаилә ғаиләгә ярҙам итә” программаларына ярышлы “Ғаилә клубы” эшләй.
Ғаиләләр менән эшләүсе белгестәр—Сәриә Билалова, Фларида Ҡоҙабаева, Зәлиә Нураева, Анастасия Мортазина,Филүзә Ишемғолова ауыр хәлгә тарыусы ғаиләләрҙе асыҡлау, уларға ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Имен булмаған ғаиләләр тураһында мәғлүмәттәе учреждение, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, хатта күршеләре лә ала. Мөрәжәт булыу менән белгестәр имен булмаған ғаиләләр йәшәгән урынға бара һәм хәлдәрен белешә, тормоштары менән таныша. Шунда уҡ ғаиләгә менән артабан эшләүгә яуаплы кеше тәғәйенләнә. Ғаиләне ауыр хәлдән сығарып алыуға уларға башлыса бер йыл ваҡыт бирелә.
Социаль эш буйынса белгес Миләүшә Шәрипова ярым стационар хеҙмәтләндерелгән ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтә. Әйтәйек, “Оло быуын” федераль проектына ярышлы белгес районда йәшәгән 65 йәштән өлкән кешеләргә медицина тикшеренеүе ойоштора. Ул ауылдарҙың фельдшерҙары менән тығыҙ бәйләнеш тота. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәүсе граждандарға адреслы социаль ярҙам юллауҙа булышлыҡ итә.
Ғаилә үҙәгендә !Демография" милли проекты сиктәрендә “Күңелле каникул”, “Бәхетле ҡатын-ҡыҙ”, “Айыҡ ҡатын” кеүек мөһим проекттар тормошҡа ашырыла. Һәр ай аҙағында “Ғаилә ялы” акцияһы ойошторола. “Изгелек кәрзине” акцияһында ла хәйбуллалар әүҙем ҡатнашып, ауыр хәлгә тарыған ғаиләләргә мәрхәмәтлек күрһәтә, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы туплауға үҙ өлөшөн индерә. Йыл һайын июль-август айҙарында “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” сараһына ойошмалар, эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ғөмүмән, кеше яҙмышына битараф булмағандар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Йыйылған аҡсаға аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусы балаларға уҡыу кәрәк-ярағы алып бирәләр. Яңы йыл алдынан “Ҡыш бабайҙан күстәнәс” акцияһынан да төбәк халҡы ситтә ҡалмай.
Үҙәктә шулай уҡ Президент гранты фонды ярҙамында “Йәшә...” проекты тормошҡа ашырыла. Бында Донбасты яҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтелә.
Үҙәктә мөрәжәғәт итеүселәр менән эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Күп тармаҡлы бүлектә коворкинг кабинет һәм уйын биләмәһе эшләй. Компьютер хеҙмәте кәрәк булһа, әсәйҙәр бында инә лә эшләй, ә балалары күҙ алдында уйнап йөрөй.
“Ғаилә” район-ара үҙәгенең Хәйбулла районындағы етәксеһе Динә Ревмир ҡыҙы социаль өлкәлә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрам менән ҡотланы. Беҙ ҙә етәксенең һүҙҙәрен ҡеүәтләйбеҙ һәм ғаилә, ҡатын-ҡыҙ, балалар именлеге һағында тороусыларға күтәренке кәйеф, эштәрендә уңыштар, имен тормош теләйбеҙ.