АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2019, 09:33

УҠЫТЫУСЫ АҒАЙ

5 октябрь—Уҡытыусылар көнөУҠЫТЫУСЫ АҒАЙБөгөн мәктәптәрҙә ир-егет уҡытыусы бик һирәк. Физик культуранан, һыҙма дәрестән, тарихтан дәрес бирә улар. Ә башланғыс кластарҙы белем тауына әйҙәрлектәре, бәләкәстәрҙе яҙырға-һыҙырға өйрәтерлектәре бөтөнләй юҡтыр… Беҙ ошоға ҡәҙәр быға инана инек. Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы яҡынлашыу сәбәпле, Баймаҡ районының мәғариф бүлегенә шылтыратып, берни тиклем мәғлүмәт алғандан һуң, хаталы фекерҙә булыуыбыҙҙы аңланыҡ. Бар икән дә баһа! Баймаҡ районында ике ир-егет башланғыс кластарҙы уҡыта. Уларҙың береһе—Рәил Рәмил улы Яруллин—Урғаҙа мәктәбендә, икенсеһе—Илшат Рауил улы Моратов—Әбделкәрим мәктәбендә.

Бөгөн мәктәптәрҙә ир-егет уҡытыусы бик һирәк. Физик культуранан, һыҙма дәрестән, тарихтан дәрес бирә улар. Ә башланғыс кластарҙы белем тауына әйҙәрлектәре, бәләкәстәрҙе яҙырға-һыҙырға өйрәтерлектәре бөтөнләй юҡтыр… Беҙ ошоға ҡәҙәр быға инана инек. Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы яҡынлашыу сәбәпле, Баймаҡ районының мәғариф бүлегенә шылтыратып, бер
ни тиклем мәғлүмәт алғандан һуң, хаталы фекерҙә булыуыбыҙҙы аңланыҡ. Бар икән дә баһа! Баймаҡ районында ике ир-егет башланғыс кластарҙы уҡыта. Уларҙың береһе—Рәил Рәмил улы Яруллин—Урғаҙа мәктәбендә, икенсеһе—Илшат Рауил улы Моратов—Әбделкәрим мәктәбендә.
Илшат Рауил улы 1981 йылда Алғаҙы ауылында донъяға килгән. 11-се класты Ишбирҙе мәктәбендә тамамлаған. Башҡорт теленән дәрес биргән уҡытыусыһы Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы Тимербулатова кәңәше менән Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға бара.
—Башланғыс кластар уҡытыусыһының эше миңә бала саҡтан таныш. Сөнки әсәйем Фәниә бар ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышланы. Әлеге юлды һайлауыма һис үкенмәйем. 2002 йылда тыуған ауылымдағы мәктәптә хеҙмәт юлын башланым. 27 йәшемдә директор булғайным. Әле килеп Әбделкәрим мәктәбендә ҡыҙҙар һәм малайҙарға башланғыс белем бирәм. Эскерһеҙ, саф күңелле, күпте белергә ынтылып, ҡыҙыҡһынып торған бәләкәстәр менән эшләү оҡшай. Кәләшем Әлиә лә һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы. Шуға ла ул минең эшемде аңлай, терәк тә, кәңәшсе лә. Коллективҡа, балалар янына ашҡынып киләм, өс бәхетебеҙ—өс баланан торған
донъяма талпынып ҡайтам,—ти И.Р.Моратов.
Балаларҙы яратҡан, улар күңеленә үтер юлды белгән, сабыр кеше генә был һөнәрҙе
үҙ итәлер, моғайын. Киләсәктә иң ҙур баһаға—уҡыусыларығыҙҙың сикһеҙ рәхмәтенә ҡойоноп йәшәргә яҙһын!
Читайте нас: