Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2019, 12:02

МӨҒӘЛЛИМ ҠАРТАТАЙЫМ

МӨҒӘЛЛИМ ҠАРТАТАЙЫМ Ҡартатайым Зәкирйән Сәфәрғәле улы Итбаев 90-сы йәше менән бара. Ейәнсура районының йәмле Бикбау ауылында тыуып үҫкән. Ул һуғыштан һуңғы ауыр замандарҙа Бикбау ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Күгәрсен районы Мораҡ педучилищеһына уҡырға инә.

Ҡартатайым Зәкирйән Сәфәрғәле улы Итбаев 90-сы йәше менән бара. Ейәнсура районының йәмле Бикбау ауылында тыуып үҫкән. Ул һуғыштан һуңғы ауыр замандарҙа Бикбау ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Күгәрсен районы Мораҡ педучилищеһына уҡырға инә. Ул йылдарҙы ҡартатайым: “Өсәр көн ас, ауыҙға тәғәм ризыҡ ҡапмаған көндәр ҙә булды”,—тип хәтерләй. Һыу ташҡан мәлдәрҙә Эйектең боҙло һыуын да кисеп сығырға тура килә. Һалҡын ҡыштарҙа аяғына—ботинка, өҫтөнә һалдат шинеле кейеп, аслы-туҡлы йөрөп, 1953 йылда уны тамамлай. Йүнәлтмә буйынса ебәрелеп, Хәйбулла районының Әбделнәсир ауылының башланғыс мәктәбенә эшкә урынлаша. Тыл хеҙмәте ветераны булған ҡартатайым уҡытыусы эше менән берлектә агитаторлыҡ эшен дә әүҙем алып бара. Район, республика матбуғаттарында бер-бер артлы мәҡәләләре баҫылып тора. Бер аҙҙан күрше Иҫәнгилде урта мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә һәм, 1994 йылда хаҡлы ялға киткәнсе, балаларға белем бирә.
Ул миңә ҡәҙерле ҡартатай ғына түгел, хөрмәтле уҡытыусы ла. “Әлифба”нан хәреф танырға, уҡырға, ручканы дөрөҫ тотоп хатаһыҙ, матур яҙырға өйрәтеүсе. Уҡытып сығарғандарының барыһы ла матур яҙыуы һәм яҡшы тәртиптәре менән айырылып торҙо. Әлеге көндә лә барыһы өсөн дә уға рәхмәт белдергән уҡыусылары бар. Эшенә етди ҡараған, талапсан уҡытыусы ғына быға өлгәшә алалыр. Халыҡ мәғарифы отличнигы значогы, дүрт миҙалы, Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары уның фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәтенә дәлил.
Ғаилә тормошона килгәндә, уға тормоштоң әсе һурпаһын күп эсергә тура килә. Өс йәшендә әсәһенән етем ҡала, күп тә тормай ҡустыһы үлә. Атаһы икенсегә өйләнгәс, илдә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Сәфәрғәле Итбаевҡа ла повестка килә. “Ғаиләмә әҙ булһа ла еңелерәк булһын тип, ул төнө буйы утын ярҙы, таңға ҡарай сығып та китте”,—тип һөйләй ҡартатайым. 1941 йылда иһә “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙы килә.
Иҫәнгилде һылыуы Нәжиәгә өйләнеп, 1956 йылда улдары Наил, ике йылдан ҡыҙҙары Венера донъяға килеп, бәхетле генә йәшәп ятҡан мәлдә, Зәкирйән Итбаевты тормош тағы бер тапҡыр һынай. Өсөнсөгә бәпәй тапҡан саҡта кәләшкәйе мәрхүмә була. Яңы донъяға килгән сабый Гөлбаныу ҙа 40 көн генә йәшәп ҡала. Ҡайғы өҫтөнә ҡайғы килһә лә, сабыр итә белгән ҡартатайым бар хәсрәтен эскә йотоп, өс һәм ике йәшлек балалары хаҡына йәшәүен дауам итә. Тыуған яғына ҡайтып төпләнеү уйы ла хыялында ғына ҡала. Алты йыл ҡайны-ҡәйнәһе менән бергә йәшәй. Мәрхүмә ҡәйнәһенең туғандарына һөйләүе буйынса, ҡартатайым насар ғәҙәттәргә бирелмәй, һәр яҡлап түҙемле кеше булған. 1966 йылда Йомабикә ҡартәсәйем менән тормош ҡоралар. Мал, ҡош-ҡорт тотоп, баҡса тултырып йәшелсә-емешен үҫтереп донъя көткән кешеләргә олоғайған көндә лә бергә йәшәргә ине лә бит...Ләкин, бына инде 10 йылға яҡын ҡартәсәйем беҙҙең арала түгел. Хәҙер инде үҙе лә аруҡ йылдар ишен юғалтҡан Венера ҡыҙы тәрбиәһендә ҡартатайым. Тормошта барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла үтеп сынығыу алған ҡәҙерле кешем, һаулығы ныҡ ҡы-на ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, хәбәрсе эшен туҡтатһа ла, гәзит-журналдарҙан айырылмай, мәғлүмәттәр менән ваҡытында танышып барырға тырыша.
Аяуһыҙ ғүмер юлы үтеп, уҡытыусы исемен ғорур йөрөткән, матбуғат хәбәрсеһе булараҡ та танылыу алған Зәкирйән Сәфәрғәле улына 5 ейән-ейәнсәренән тыуған 8 бүлә-бүләсәһен дә күрергә насип булды. Артабан да тормош рәхәтлегендә йәшәргә яҙһын әле.
Розалия Теүәлбаева.
Читайте нас: