Ҡасандыр уҡытыусыһы киләсәктә кем булырға хыялланыуы тураһында ҡыҙыҡһынғанда, Айгөл ҡәтғи генә итеп: “Кем булырымды белмәйем, әммә ғүмерҙә лә уҡытыусы булмайым”,–тип яуап бирә. Әммә яҙмыштың ни әҙерләгәнен, алда ни көткәнен бер кем белмәй. Бәләкәй Айгөл дә ул ваҡытта киләсәктә ғүмерен тап уҡытыусы һөнәренә бағышлаясағы тураһында уйлап та бирмәй әле. Йылдар үтеп, урау-урау юлдар үткәндән һуң, тыуған мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайта ул.
Сенсация эҙләп төрлө ерҙәрҙә йөрөргә, яңылыҡтарҙы иң беренселәрҙән булып белергә теләгән Айгөл, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына журналист һөнәрен үҙләштерергә юллана. Уны тамамлағас, шул уҡ йылды Сибай институтына баш мөхәррир булып урынлаша ул. Әммә был эш бер ҙә күңел талабына яуап бирмәй булып сыға. Бер ниндәй сенсация ла юҡ, артыҡ әүҙемлек тә талап ителмәй. Ғөмүмән, гәзит, китаптарҙың хатаһын төҙәтеп, башҡаларға ниндәйҙер күрһәтмәләр биреп кенә ултырыу Айгөлгә бөтөнләй оҡшамай. Биш йыл дауамында эшләһә лә, эшенән рухи ҡәнәғәтлек ала алмаған Айгөл, тормош иптәше Динар ауылға ҡайтып төпләнергә тәҡдим иткәс, ҡаршы төшмәй. Балалар баҡсаһынан уҡ белгән, бер класта уҡыған иренә тулыһынса ышана йәш ҡатын. Шуға күрә ауылда нисек көн итербеҙ тигән һорау уны һис кенә лә борсомай.
Ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайтҡас, энергияһы ташып торған, дәртле һәм әүҙем Айгөлдө Ишбирҙе мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп саҡыралар. Ғүмерҙә лә уҡытыусы булмаҫҡа ниәт иткән йәш ҡатын, быға тиклем балалар менән эшләгәне лә булмағас, башта албырғап ҡала. Шулай ҙа баҙнат итә. Әммә, мәктәптә эшләй башлағас та, барлыҡ ҡурҡыуҙары юҡҡа сыға. Көләс йөҙлө ихлас Айгөлдө уҡыусылар шунда уҡ үҙ итә. Уға балалар менән уртаҡ тел табыу бер ҙә ауыр булмай. Физкультура уҡытыусыһына квалификация ла үтеп ала.
—Балалар менән эшләү бер яҡтан оло яуаплылыҡ талап итһә, икенсе яҡтан улар менән бик күңелле. Шуға күрә был эшкә айырым бер ихласлыҡ һәм дәрт менән тотондом мин. Мәктәптә саңғы түңәрәге лә ойоштороп ебәрҙем. Саңғыла йөрөүҙе уҡыусыларым шул тиклем оҡшатты. Төрлө ярыштарҙа оло теләк менән ҡатнаша башланылар. Тағы ла бер яратҡан шөғөлөбөҙ—йөҙөү. Был спорт төрөндә ишбирҙеләргә етеүсе юҡ тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Сөнки призлы урындар гел беҙҙеке була,—тип уңыштары менән уртаҡлашты Айгөл Азамат ҡыҙы.
Хәҙерге көндә Айгөл Азамат ҡыҙы Иҙелбаева—беренсе категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы ла. Физкультура уҡытыусыһы булараҡ балаларҙы физик яҡтан ныҡ булырға өйрәтһә, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ инде уларҙа рух ныҡлығы, халҡына һөйөү тәрбиәләргә тырыша ул. Уның уҡыусылары даими рәүештә фән олимпиадаларында, тикшеренеү эштәре конкурстарында ҡатнашып тора. Еңеүҙәре, призлы урындар яулауҙары менән дә ҡыуандыралар.
Хәҙерге йәштәр ҡала мөхитенә ынтылһа ла, Айгөл тап ауылда төпләнеүенә бер ҙә үкенмәй. “Ни өсөн ауылда ҡалыуыбыҙ менән күптәр ҡыҙыҡһына. Әммә минең бынан бер ҙә киткем килмәй. Ҡалалағы ығы-зығы, кешенең күплеге күңелгә бөтөнләй ятмай. Ҡалаға барһаҡ, тыным тарығып, тиҙерәк ауылға ҡайтҡы килә лә тора. Бында беҙҙең үҙ йортобоҙ, ихатабыҙ бар. Хатта ишек алды аша матур булып йылға ағып ята. Ауылдағы тыныслыҡты, сафлыҡ ты бер ни ҙә алыштыра алмай инде ул. Тырышһаң, ауылда ла бынамын итеп йәшәргә була. Әммә күптәргә ялҡаулыҡ ҡамасаулай. Ғөмүмән, ауылда төпләнеүебеҙгә үкенеп ултырғаным юҡ. Балаларҙың 9-сы кластан һуң ситкә китеп уҡырға мәжбүр булыуҙары ғына борсолдора”,—ти Айгөл Азамат ҡыҙы.
Шулай, йәш уҡытыусы Башҡортостаныбыҙҙың урманға бай бер төбәгендә ғаиләһе менән гөрләтеп донъя көтә. Иптәше Динар ағас эше менән шөғөлләнеп, үҙ эшен асып ҡына ҡалмаған, ауылдаштары өсөн эш урындары ла булдырған. Бергәләшеп Ильяс исемле шуҡ малай һәм Диана исемле сая ҡыҙ тәрбиләй йәш ғаилә. Ауылдың төпкөллөгөнә лә, юлдарҙың насарлығына һәм кәрәҙле бәйләнештең булмауына ла зарланмай йәштәр. Сөнки йүнсел ҡайҙа ла матур итеп йәшәү сараһын таба.