АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Сентябрь 2019, 20:12

ҠУМЫҘҒА ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ УЯТТЫ

Аҙна ағымының ябай бер көнө. Һәр көндәгесә иртәнсәк балаларҙы ҡабул итәм. Минең төркөмгә йөрөгән бер баланы ят бер олатай алып килде. Ҡартатаһылыр, тип уйланым. Олатай ҡулына бәләкәй генә ҡумта тотҡан. Яныма килеп еткәс:—Ҡыҙым, ҡумыҙ ҡыҙыҡһындырмаймы?—тип һораны.

Аҙна ағымының ябай бер көнө. Һәр көндәгесә иртәнсәк балаларҙы ҡабул итәм. Минең төркөмгә йөрөгән бер баланы ят бер олатай алып килде. Ҡартатаһылыр, тип уйланым. Олатай ҡулына бәләкәй генә ҡумта тотҡан. Яныма килеп еткәс:
—Ҡыҙым, ҡумыҙ ҡыҙыҡһындырмаймы?—тип һораны.
Күптән үҙемә матур итеп биҙәлгән һауытта һырлап эшләнгән ҡумыҙ алыу теләге бар ине. Сөнки бала саҡтан башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары ҡыҙыҡһындырҙы, уларҙың һәр береһендә уйнап өйрәнергә хыялландым. Йәш өҫтәлгән һайын, әлбиттә, был теләктәрем тормошҡа аша килде. Ҡурайҙа ғына уйнарға өйрәнмәнем, ә бына ҡумыҙҙа һәм мандолинала яҡшы сиртәм. Тора-бара үҙ ҡыҙҙарыма ла был музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәттем.
Минең йөҙөмдәге шатлыҡлы йылмайыуҙы күргән олатай һүҙһеҙ генә барыһын да аңланы
буғай. Ҡумтаһын асып миңә һуҙҙы. Ундағы “байлыҡты” күреп хайран ҡалдым.
—Һеҙ үҙегеҙ ҡумыҙ эшләйһегеҙме?—тип һораным.
—Эйе. Әйҙә, уйнап та күрһәтәм,—тип ҡумыҙын тотоп уйнап ебәреүе булды, төркөмдәге кескәй-ҙәр уның янына ағылды. Балаларҙың да ҡыҙыҡһыныуына ҡыуандым. Бына ҡайҙа ул милли рух!
Уйламағанда танышҡан Фуат олатайҙы мин дәрескә—балалар менән осрашыуға саҡырҙым. Ул ҡыуанып риза булды.
Балалар менән беҙ икенсе көндө ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Олатай ваҡытына килеп етте. Бик яҡшы әҙерләнеп килгән: яурынында башҡорт халҡының милли кейеме—елән, башында—бүрек, ҡулына ҡумыҙҙарын тотҡан. Бәләкәстәр олатайҙы өнһөҙ тыңланы. Уның һөйләгәндәренән бик күп мәғлүмәт алдыҡ. Фуат Илмир улы Ҡужәхмәтов Ейәнсура районы Яныбай ауылынан икән. Бик күп конкурстар лауреаты һәм еңеүсеһе. Башҡортостандағы бик күп фольклор коллективтарын ҡумыҙ менән тәьмин итеүсе.
Фуат олатай балаларға нисек итеп ҡумыҙ эшләгәнен күрһәтеп һөйләне, музыка ҡоралында төрлө тауыштар сығарҙы, көйҙәргә ҡушылып та уйнаны. Ҡумыҙҙа уйнауҙың һаулыҡ өсөн файҙалы яҡтарын да әйтте. Осрашыу аҙағында бейеү көйҙәренә балаларҙы бейетеп алды. Уның күргәҙмәгә тип әҙерләгән ҡумыҙҙарын, ҡумыҙ һауыттарын кескәйҙәр һоҡланып ҡараны.
Осрашыу бик күңелле, мауыҡтырғыс һәм файҙалы булды. Балалар араһында ҡумыҙҙа уйнарға теләүселәр һаны артты. Һәләтле оло ҡунағыбыҙҙы беҙ ҙә буш ҡайтарманыҡ. Балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен бирҙе.
Ләйлә Мырҙағәлина.
Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: