АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Сентябрь 2019, 12:22

ТӘРБИӘСЕ ТИГӘН ДАНЫ БАР

Һөнәре буйынса уҡытыусы булһа ла, бар ғүмерен балалар баҡсаһында эшләүгә бағышлаған ул. Сөнки Сибай ҡалаһына килеп төпләнгәндән һуң, ваҡытлыса ғына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша ла, был һөнәргә мөкиббән ғашиҡ була.Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙы Харисова бына инде утыҙ йылдан ашыу Сибай ҡалаһындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында эшләй. Тап ошо юлдан китеүенә бер ҙә үкенмәй ул. Сөнки тәрбиәсе тигән мәртәбәле исемде бөтәһе лә йөрөтә алмай. Балалар тәрбиәләүҙән дә күркәмерәк, хөрмәтлерәк эш юҡтыр был донъяла.

Һөнәре буйынса уҡытыусы булһа ла, бар ғүмерен балалар баҡсаһында эшләүгә бағышлаған ул. Сөнки Сибай ҡалаһына килеп төпләнгәндән һуң, ваҡытлыса ғына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша ла, был һөнәргә мөкиббән ғашиҡ була.
Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙы Харисова бына инде утыҙ йылдан ашыу Сибай ҡалаһындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында эшләй. Тап ошо юлдан китеүенә бер ҙә үкенмәй ул. Сөнки тәрбиәсе тигән мәртәбәле исемде бөтәһе лә йөрөтә алмай. Балалар тәрбиәләүҙән дә күркәмерәк, хөрмәтлерәк эш юҡтыр был донъяла.
Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙы ситтән тороп уҡытыусы-логопед һөнәрен үҙләштергәндән һуң, ун йылдан артыҡ телмәре үҫешеп етмәгән балалар менән эшләй. Хәҙер бына инде етенсе йыл өлкән тәрбиәсе вазифаһын башҡара. Уны ысын педагог, хәстәрлекле тәрбиәсе тип атаһаҡ, һис яңылышмаҫбыҙ.
Тәрбиәсе тигән данлыҡлы исемде оло ғорурлыҡ менән йөрөтөрлөк белгес—ул Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙы. Ошо
көндәрҙә ул һәм уның коллегалары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
2019 йылда Башҡортостан балалар баҡсалары барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығын билдәләй. 27 сентябрь—Рәсәйҙә балалар баҡсаһында эшләүселәрҙең һөнәри байрамы. Тәүге тапҡыр байрам 2004 йылда байрам ителә. Ни өсөн тап 27 сентябрь? Сөнки 1863 йылдың ошо көнөндә Санкт-Петербургта тәүге балалар баҡсаһы асыла. Шул ваҡыттан алып ҡайһы берәүҙәр тормошон балалар тәрбиәләү эшенә бағышлай башлай. Тәрбиәсе булыу өсөн оло йөрәкле булырға, балаларҙы ихлас яратырға кәрәк. Ә яңы ғына эшләй башлаусылар тәжрибәле хәҙмәткәрҙәрҙең кәңәштәренә мохтаж. Шуға күрә студент тормошонда практика үтеү—мөһим осорҙарҙың береһе.
Бына педагогия колледжы студенттарының практика ваҡыты килеп етте. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булырға теләүсе бер төркөм йәштәр менән “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһына юлланабыҙ. Бына инде күп йылдар практика базаһы булып торған был баҡса беҙҙе таҙалығы, бөхтәлеге, йылылығы менән генә түгел, унда эшләүселәрҙең ихласлығы, асыҡ күңеллелеге, ярҙам-сыллығы менән дә йәлеп итә.
Практиканың ниндәй генә төрө булмаһын, иң тәүге әңгәмә “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе, методист Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙы Харисова менән башлана.
Студенттар уға иң тәү сиратта: “Тәрбиәсе ниндәй булырға тейеш?”—
тигән һорау бирә. “Был һөнәргә осраҡлы ғына кешеләр эйә була алмай. Йәмғиәт тәрбиәсегә юғары талаптар ҡуя. Тәрбиәсе сабырлыҡ, аҡыллылыҡ һәм иғтибарлылыҡ кеүек кешелеклелек сифаттарына эйә булырға тейеш. Уның һүрәт төшөрөү, йырлау, бейеү сифаттарына эйә булыуы ла зарур. Шул уҡ ваҡытта, тәрбиә эштәре менән шөғөлләнеүсе—яҡшы психолог та, беренсе ярҙам күрһәтә белеүсе шәфҡәт туташы ла”,—тип ихлас яуап бирә методист.
“Хәҙерге заман шарттарында тәрбиәсе булыу ҙур яуаплылыҡ талап итә. Сөнки бөгөнгө балалар техник прог-ресс заманында йәшәй. Ә беҙ бәләкәй саҡта был турала хыяллана ла алмай инек. Бөгөн балалар баҡсаһында яңыса ҡарашлы, заман менән бергә атлаған педагогтар ғына эшләй ала. Ул һәр ваҡыт үҙ белеме өҫтөндә эшләргә, яңы идеялар уйлап табырға тейеш. Педагог—һәр баланың мөмкинлектәренә ышаныусы, уның таланттарын асыусы ул. Беҙҙең баҡсала тырыш, заман менән бергә атлаған тәрбиәселәр эшләй. Һәр береһе башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары аша кескәйҙәр күңелендә рухи ҡиммәттәргә һөйөү уятырға тырыша. Проблемаларһыҙ ҙа булмай. Уларҙы һәр ваҡыт бергәләшеп хәл итергә тырышабыҙ”,—тип уйҙары менән дә уртаҡлашты Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙы.
Тәрбиәсе һөнәре нескәлектәренә яңы ғына төшөнә башлаған студенттарҙы өлкән тәрбиәсенең бурыстары ла ҡыҙыҡһындыра. Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙы аңлатып үтеүенсә, өлкән тәрбиәсе—мөдир менән берлектә эшләүҙе талап иткән яуаплы вазифа. Ул коллективты етәкләү эшен дә, тәрбиәселәргә методик ярҙам күрһәтеүҙе лә, уҡытыу-тәрбиә эшен планлаштырыуҙы ла алып бара. Тәрбиәселәрҙе эшкә һайлап алыу, уҡытыу программаларын өйрәнеү, тикшереү-эскперимент эштәрен ойоштороу ҙа уның өҫтөндә.
Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙын балалар баҡсаларына ҡағылған проблемалар ҙа борсой. Иң борсоғаны—кескәйҙәрҙең һаулығы ҡаҡшауы, төркөмдә балаларҙың күп булыуы, ата-әсәләрҙең тәрбиә эштәренә ваҡыт тапмауы. Шулай уҡ балалар баҡсаларының иҫкереүе, кадрҙар проблемаһы, матди-техник базаның, күргәҙмә-методик материалдарҙың етерлек кимәлдә йыһазландырылмауы ла бәкәлгә һуға.
Студенттарым менән башҡорт хал-ҡының матур бер әкиәт геройы исемен йөрөткән баҡсаның үҙенсәлектәре хаҡында ла ҡыҙыҡһындыҡ. “Балаларҙы мәҙәни һәм рухи хазиналарыбыҙ нигеҙендә тәрбиәләү, күңелдәренә кешелеклелек, әҙәплелек, өлкәндәрҙе ихтирам итеү, шәфҡәтлелек орлоҡтарын сәсеү—төп бурысыбыҙ. Телде хөрмәт итеү, милләтебеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү ҙә оло
бер эшебеҙ. Әлбиттә, быларҙың барыһын да ата-әсәләрҙең ярҙамынан тыш башҡарып булмай. Тыуған илгә, милләткә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының роле ҙур. Әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, ғөмүмән, ауыҙ-тел ижады—уның төп компоненттары. Улар баланың шәхес булып үҫеүен тәьмин итә”,—ти Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙы.
Әңгәмә аҙағында студенттарға тәрбиәселәр көнө етеп килеүен иҫкәртәм. Һәм балалар баҡсаһында эшләүсе һәр кемде байрам менән ҡотлап үтергә тәҡдим итәм. Уларым кемуҙарҙан яратҡан тәрбиәселәрен һанай башлай: Рәзифә Хөрмәтовна, Гүзәлиә Саматовна, Рәүилә Ирековна, Ғәлимә Филҡәтовна, Гөлнара Маратовна, Гөлсинә Ғөбәйтовна һ.б. Бөтәһе лә ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерә.
Студенттарҙың тәбрик һүҙҙәренә мин дә, педагогика колледжының башҡа уҡытыусылары ла ҡушылабыҙ. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре көнөндә бында эшләүселәрҙең һәр береһенә һаулыҡ, яҡшы кәйеф, күңелдәрендәге осҡондоң мәңге һүнмәүен теләйбеҙ.
Көн аҙағында буласаҡ йәш белгестәрҙән: “Балалар баҡсаһындағы практика һеҙгә нимә бирә?”—тип һорайым. “Беҙ бында бер ниндәй ҙә педагогика китабында ла табып булмай торған тәжрибә туплайбыҙ”,—ти ҡыҙҙар ихлас йылмайышып. Ысынлап та, балалар баҡсаһындағы практиканың буласаҡ тәрбиәсе тормошонда уйнаған роле баһалап бөткөһөҙ шул.
Зәйтүнә Йәнбәкова,
педагогия фәндәре кандидаты,
педагогик-психологик дисциплиналар һәм методикалар уҡытыусыһы.
Читайте нас: