27 сентябрь илебеҙҙә иң изге һөнәр эйәләренең береһе – тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнө уҙғарыла. Был байрам 2004 йылдан рәсми билдәләнә. Балаларға көн дә байрам ойоштороусыларҙың үҙ байрамдары ла бар. Ҡалабыҙҙа 16 балалар баҡсаһында 500-ҙән ашыу тормошон бәләкәстәр менән бәйләгән оло йөрәкле, нескә күңелле хеҙмәткәр эшләй. Кешенең тәрбиә нигеҙе 6 йәшкә тиклем һалынғанлығын иҫәпкә алһаҡ, мәктәпкәсә белем биреү, үҙҙәренең уй-фекерҙәрен дөрөҫ һәм бәйләнешле итеп һөйләй белеүҙәренә ирешеү, туған телдең матурлығын тоя белеү, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, барыһы ла балалар баҡсаһында башлана. Мәктәпкәсә йәштә – бала шәхес булып формалаша , уның һаулығына нигеҙ һалына, шуға ла бәләкәстең киләсәк яҙмышы тәрбиәсенең аҡылына, сыҙамлығына, баланың эске донъяһына, иғтибарына бәйле. Тәрбиәсе – изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе ул. Тик сәскән орлоҡтан нимә үҫеп сығыр һуң? Бары тик тәрбиәсе генә үҙ өҫтөнә ошо яуаплылыҡты ала. Белем,тәжрибә,баларға һөйөү,уларға ышаныу – илһамлы сәсеүсе орлоҡтары. Хатта сәсеүсе лә түгел, ә баҡсасы, сөнки һәр үҫентеһен ихлас тәрбиәләй, киләсәктә уларҙың шаулар урман булырына ышана ул. Тап шундай илһам эйәһеләренең береһе--“Ҡурай” балалар баҡсаһының юғары категориялы, тәжрибәле тәрбиәсеһе Гөлшат Зыяитдин ҡыҙы Хасаева. Сабыйҙарҙың иң яҡын һәм тоғро дуҫы, кәңәшсеһе, остазы, икенсе әсәйе ул. Һәр баланы яратып, һөйөп ҡаршы ала. Бәләкәстәр иртәнсәк ҙур теләк менән баҡсаға килә, ә инде кискә уларҙы алып ҡайтып булмай. “Әҙерәк кенә тағы уйнайым әле, ҡайтмайым!”-тиҙәр. Гөлшат Зыяитдин ҡыҙы Сибай институтының тәүге сығарылыш студенты, 25 йылдан ашыу балалар менән эшләй. Алсаҡ йөҙлө, ҙур йөрәкле, ихлас күңелле, изге кеше, ике ҡыҙы, бер улына хәстәрлекле әсәй, тормош иптәшенә тоғро ҡатын да ул. Уның төркөмөнә балаһын ышанып тапшырырға теләүсе ата-әсәләр бихисап.
--Тәрбиә ҙур сабырлыҡ талап итә. Гөлшат Зыяитдин ҡыҙы сабыр холоҡло, эскерһеҙ, яғымлы ҡатын-ҡыҙ, уның йөҙөнән һәр саҡ йылмайыу бөркөлә, балалар менән һәр көнө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтә. Ул йырсы ла, бейеүсе лә, әкиәтсе лә, сабыйҙарҙың йөрәгенә асҡыс тапҡан оҫта педагог, психолог. Бала йәнле, яратҡан тәрбиәсебеҙгә ғаилә именлеге, иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар, рәхмәтле, матур балалар килеп тороуын теләйбеҙ,— ти ата-әсәләр.