Эшеңде ныҡ яратҡанда ғына уға бар ғүмереңде бағышларға, ал-ял белмәй бирелеп эшләргә булалыр ул. “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәтенең Ишбирҙе бүлексәһе һатыусыһы Зилә Данияр ҡыҙы Иҫәндәүләтова, ун ике йыл буйы отпуск алмайынса эшләгәндән һуң, быйыл ғына үҙенә мәшәҡәтһеҙ йәйге ял ваҡыты рөхсәт итә.
Уңған ханым бар күңелен сауҙаға ғына бағышлап ҡалмай, ә эш урынын бөхтә итеп тотоуға ла ныҡлы иғтибар бүлә. Шуға ла ул эшләгән кибеттән дә, үҙ һөнәрен яратҡан һатыусының йөҙөнән дә нур бөркөлә. Ҡот уйнап торған был магазинға халыҡ яратып йөрөй. Тиҫтә йылдан ашыу һатыусы булып эшләгән Зиләне ауылдаштары тик маҡтап ҡына телгә ала, рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Сөнки ул эшен намыҫ менән башҡара. Һатып алыусыларын гел генә асыҡ йөҙ менән йылмайып ҡаршылай. Кәрәк саҡта хәлдәренә лә инә белә. Магазиндағы аҙыҡ-түлек бер ҙә иҫкереп ятмай, шунда уҡ һатып бөтөлә. Кәштәләрҙә лә һәр ваҡыт тәртип.
Зилә Данияр ҡыҙының намыҫлы хеҙмәтен дәүләт тә лайыҡлы баһалай. Ул 2013 йылда
“Һөнәре буйынса иң яҡшы” таҫмаһына һәм Почет грамотаһына эйә була.
Уңған һатыусы эше менән генә түгел, шәхси тормошо менән дә үрнәк күрһәтә. Ул йәшәгән йорт матур булып әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Эске яҡтан да сынъяһау итеп ҡорған уны егәрле хужабикә. Һәр тарафтан йылылыҡ һәм нур бөркөлгәндәй. Уның күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылылығын һалып эшләгән ҡул эштәрен иғтибарҙан ситтә ҡалдырыу мөмкин түгел.
Тырышлығы менән барыһын да һоҡландырған Зилә Данияр ҡыҙы тормош иптәше Айтуған Зиннәт улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары Әлфиә күптән инде үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫҡан. Әлеге ваҡытта Сорғот ҡалаһында йәшәй. Хәләл ефете Рәис менән Арсен исемле ул тәрбиәләй. Уртансылары Айзилә—Сибай педагогия колледжы студенты, буласаҡ тәрбиәсе. Иң кинйәләре Сәриә—әле мәктәп уҡыусыһы.
Үҙ ғаиләһендә кинйәкәү булып буй еткергән Зилә бына инде оҙон-оҙаҡ йылдар әсәһен ҡарай. Кәрәк саҡта тиҙ генә уколдар эшләп, ҡан баҫымын үлсәп, кәрәкле дарыуҙарын эсерә. Халыҡ медицинаһын бик яҡшы белгәнгә күрә, төрлө үләндәр йыйып төнәтмәләр ҙә эшләй. Туғандары яратып уны “доктор апайыбыҙ” тип йөрөтә.
Зилә Данияр ҡыҙы ауылда үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Йәмғиәт эштәренән, концерттарҙан ситтә ҡалмай. Йырға ла маһир, бейеүҙәрҙе лә ихлас башҡара.
Һәр яҡлап өлгө булырҙай ханымға артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләп ҡалабыҙ.