8 июнь—Социаль хәҙмәткәрҙәр көнө
Баймаҡ районының Төркмән ауылының оло йәштәге кешеләре социаль хеҙмәткәрҙәре Нурия Нуриәхмәт ҡыҙы Вәлитованан уңыуҙарына ҡыуана. Егәрле, бөтмөр, ҡулында ҡот уйнап торған ҡатынды өлкәндәр был һынап киткән яҡшы сифаттары өсөн генә түгел, уның белеме буйынса шәфҡәт туташы булыуын айырыуса оҡшата. Тағы ла ул үҙ ауылдары ҡыҙы, Төркмәндә тыуып үҫкән, ошо ауылда үҙ бәхетен табып, ире менән 3 балаға ғүмер бүләк итеп, матур итеп донъя көтәләр.
—Сибай медицина училищеһын тамамлағас, ошо юҫыҡта эш тәҡдим иттеләр. Башта 6 оло кешене баҡһам, хәҙерге көндә уларҙың һаны 15-кә барып етте,—ти 27 йыл ғүмерен социаль хеҙмәткәр һөнәренә бағышлаған ҡатын.—Үҙемдең ҡарамаҡтағы әбей-бабайҙарым—Сәғиҙә Ыласынова, Садиҡа Әхмәрова, ирле-ҡатынлы Ғәйшә Исҡужина һәм Дамир Йәнтурин, Кинйәбикә Тулыбаева, Римма Хөсәйенова, Көнһылыу Ишморатова һәм башҡалар менән ҡуша ҡартайып киләм (көлә). Улар миңә өйрәнгән, мин уларһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Нурия Вәлитованың эш көнө ололарҙың хәлен белеүҙән, сәләмәтлектәре торошон тикшереүҙән башлана. Кемгә нимә кәрәклеген барлағас, магазиндан аҙыҡ-түлек алып килә, торлаҡтарында тәртип, таҙалыҡ булдыра, һыу ташып бирә. Ҡалаға барһа, уларҙың һәр ҡайһыһына күпләп дарыуҙар алып ҡайта.
Ауылдың үҙәк өлөшөндә йәшәгән Мәрйәм Туҡтамышева Нурия Нуриәхмәт ҡыҙын һәр саҡ көтөп ала. 15 йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итеү дәүерендә улар бер-береһенә ныҡлы өйрәнеп тә киткән.
—Үҙемдең балаларым ҡырҙа йәшәй. Күҙ терәп торғаным Нурия. Ул килһә, ҡан баҫымымды үлсәй, сирләһәм дауалай. Өйөмдө ялтыратып йыуа. Хатта теләһәм мунса ла яғып индерә. Рәхмәт барыһы өсөн дә уға! Шәп ҡатын!—тип маҡтай бағыусыһын Мәрйәм апай.
Шулай ололарҙы ололай белгәнгә, уларҙың ыңғайына тороп, фатихаларын алғанға ла Нурия Нуриәхмәт ҡыҙының эштәре уң, йөҙө яҡты, ҡылған ғәмәлдәре изге.