Сибай дәүләт филармонияһының тәүге ҡарлуғастары—Гөлназ Аҡназарова, Айтуған Дәүләткирәйев, Ләйсән Әлмөхәмәтова, Эльвира Аҡназарова, Урал Мортазин, Гүзәл һәм Фәнил Әсәҙуллиндар, Фәйзулла Fөбәйҙуллин, Рәзилә һәм Азат Нәбиуллиндарҙың йәшлек дәрте сәсрәтеп, дәртләнеп эшләй башлаған осорҙары бөгөнгөләй күҙ алдында. Ул ваҡыттан күпме йылдар үтеп, күпме һыуҙар аҡһа ла, филармонияның бинаһы янып, сәнғәт усағының атамаһы үҙгәрһә лә «Сибай» бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ балет артистарының һаман сафта булыуы ҡыуандыра. Шуларҙың береһе Рәзилә Әнүәр ҡыҙы Нәбиуллина. Быйыл ул ошо туған коллективы менән 25-се ижад миҙгелен япты.
—Баймаҡ районының Урғаҙа ауылы ҡыҙымын. Үҙемде белә белгәндән бейейем. 11 йәштән баш ҡаланың Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһында уҡып, ғүмерлек һөнәремде үҙләштерҙем,—тип һөйләй Рәзилә Әнүәр ҡыҙы.
Хореография училищеһын тамамлаған осорҙа Рәзиләне һәм уның тағы бер нисә төркөмдәшен Фәйзи Fәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия ансамбленә эшкә саҡыралар. Әммә йәш ҡыҙҙың күңеле ситкә ынтыла һәм ул Пенза ҡалаһының ансамблдәренең береһендә хеҙмәт юлын башлай. Унда ла йәм тапмай бейеүсенең күңеле, һәр ваҡыт тыуған яҡҡа ҡайтҡыһы ғына килеп тора. Шулай итеп, 1995 йылда Сибайҙа филармония асылыуын белгәс тә, ошонда килә. Һылыу, һығылмалы, буйға ыҡсым ғына ҡыҙҙы шунда уҡ балет артисы итеп эшкә алалар. Уның күңеле бушҡа ғына был яҡтарға тартылмауына Рәзилә тиҙ төшөнә. Филармонияның «Сибай» бейеү ансамбле солисы Азат Нәбиуллин менән дуҫлашып китә һәм оҙаҡҡа һуҙмай уға кейәүгә сыға. Шулай Нәбиуллиндар һәр ижад миҙгелендә яңы бейеүҙәре, яңы сығыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандыра.
—Ансамблгә йылдан-йыл яңы көстәр килә. Әйтергә кәрәк, йәштәр бик дәртле, өмөтлө,—тип ҡыуана Рәзилә Әнүәр ҡыҙы.—Хеҙмәт юлын бергә башлаған коллегаларымдың күбеһе маҡтаулы исемдәргә өлгәшеүенә, бер-бер артлы хаҡлы ялға сыға барыуҙарына ла ҡыуанам. Эшебеҙ еңел түгел, бушҡа ғына уны шахтер хеҙмәтенә тиңләп, 20 йыл эшләгәндән һуң пенсия бирмәйҙәрҙер. Шулай ҙа сәхнәһеҙ тормошто күҙ алдына килтерә лә алмайым. Һуңғы осорҙа тығыҙ график менән эшләйбеҙ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республиканың бөтә ҡала-райондарын урап сыҡтыҡ тиһәм дә тә хата булмаҫ. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙе бөтә ерҙә лә ихлас ҡаршы алалар, концерттарыбыҙҙы йылы ҡабул итәләр.
Нәбиуллиндар 3 балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән ҡыҙҙары Алина, уртансылары Радмила, кинйәләре Ас-ҡар артист тормошоноң бөтә ауырлыҡтарын күреп үҫкән. Fаилә башлыҡтары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Нәбиуллин төп эше, балет артисы булыуҙан тыш, БДУ-ның Сибай институтында бейеү ансамблдәрен етәкләне. Һуңғы арала ҡалала Нәбиуллиндар ғаиләһе Ҡырымға күсенгән тигән хәбәр таралды.
—Эйе, Азат менән балалар Ҡырымға йәшәргә китте. Мин әлегә бында булам. Улар янына барһам да, ваҡытлыса ғына барып ҡайтырмын. Әммә бөтөнләйгә унда китергә, туған коллективымды ташларға йыйынмайым,—ти Рәзилә, йылмайып.
Һәр тамашала сәхнә күрке булған, арымай-талмай эшләгән бейеүсебеҙгә уңыштар, ғаилә именлеге, ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ.