Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
15 Март 2019, 17:04

Ир һөнәре эш булыр

«УралТрейд» йәмғиәтенең 1-се торлаҡты эксплуатациялау участкаһы Сибай ҡалаһының «Мәғлүмәт-иҫәп касса үҙәге» идарасы компанияһына ҡарай. Участка ҡаланың Ленин, Зәки Вәлиди, Матросов, Киров, Чайковский урамдарындағы күп фатирлы 102 йортто хеҙмәтләндерә. Торлаҡты эксплуатациялау участкаһының 43 кешенән торған татыу коллективын Илһам Fәлимйән улы Хисмәтуллин етәкләй. Уның етәксе дәрәжәһендә эшләүенә быйыл ғинуарҙа 25 йыл тулған.

—Эшсе персонал—слесарь, газосварщик, балта оҫтаһы, урам һепереүселәр бергә 39 кеше булһа, мастер-теплотехник, техник-күҙәтеүсе кеүек бер нисә ярҙамсым менән бергә ҡалалаштарға уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырабыҙ,—ти Илһам Fәлимйән улы.—Хеҙмәтебеҙ мәшәҡәтле, ваҡ, әммә кәрәкле. Эшселәр үҙ эштәрен яҡшы белә. Техник-күҙәтеүсе Лариса Решетникованың эшенән ҡәнәғәтмен. Газосварщик Салауат Усманов 25 йыл һөнәренә тоғро. Слесарь Әмир Лоҡманов, урам һепереүселәр Лидия Баталова, Зилә Нотфуллина, Әлфиә Ишбирҙина йорт ихаталары таҙа булһын өсөн тырыша.
Яҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн яуаплы осор. Урамдарҙағы соҡорҙар асыла, иҫкергән ҡыйыҡтарҙан фатирҙарға һыу үтә. Шундай киҫкен хәлдәрҙең эҙемтәләрен тиҙ бөтөрөүгә бөтә көстәрен һалалар. Унан балалар майҙансыҡтарын тәртиптә тотоу, биләмәләрҙе йәшелләндереү, йәй үлән сабыу, көҙ ағастарҙың ботаҡтарын ҡырҡыу—йылдың ҡайһы миҙгелендә лә эштәре етерлек.
Сирек быуат ғүмерен торлаҡ-коммуналь хужалығына бағышлаған Илһам Fәлимйән улы һөнәре буйынса таусы. Свердловск тау институтының файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу факультетында юғары белем алған. Үзбәкстандың тау-металлургия комбинатында эшләп йөрөгәндә Сибай ҡыҙы Еленаға ғашиҡ була. Йәштәр өйләнешә, ҡыҙҙары Алина донъяға килә. Хисмәтуллиндар кәңәшләшкәндән һуң ғаилә башлығының тыуған ере—Татарстандың Нурлат ҡасабаһына түгел, Сибайға ҡайтып төпләнергә ҡарар итә. Бында инде уларҙың улдары Арслан тыуа. Илһам Fәлимйән улы таусылар төйәгенә, эшенә ныҡлы өйрәнгән. Ҡатыны Елена Рәмил ҡыҙы, ҡыҙы Алина Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжында студенттарға һабаҡ бирә. Арслан Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты.
—Белеме бар—хур булмаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Белемем булғас, эшем дә, ашым да бар. Донъяның ҡәҙерен белеп йәшәргә генә ҡала,—ти Илһам Хисмәтуллин йылмайып.
Гөлдәр Ҡадаева.
Читайте нас: