Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Октябрь 2018, 12:59

Яҡты өмөттәр менән киләсәккә

Кеше тормошон мәктәпһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бала нәҡ ошонда ғилем донъяһына юл ала, холоҡ-фиғеле формалаша, үҙен шәхес булараҡ үҫтерә. Уның артабанғы үҫешендә, йәғни ысын кеше булып китеүендә бындағы белем һәм тәрбиә нигеҙенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Алтмыш йылға яҡын тарихҡа эйә булған Сибай гимназия-интернаты шул ваҡыт эсендә әллә күпме малай-ҡыҙға ныҡлы ҡанат ҡуйып, төрлө киңлеккә осорҙо. Бар йәһәттән сыныҡҡан ҡошсоҡтар бирешәме ни? Уларҙың күпселеге тормошта юғалып ҡалмай, үҙ урынын табып, илебеҙ һәм халҡыбыҙ мәнфәғәтенә тос өлөш индерә.

Кеше тормошон мәктәпһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бала нәҡ ошонда ғилем донъяһына юл ала, холоҡ-фиғеле формалаша, үҙен шәхес булараҡ үҫтерә. Уның артабанғы үҫешендә, йәғни ысын кеше булып китеүендә бындағы белем һәм тәрбиә нигеҙенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Алтмыш йылға яҡын тарихҡа эйә булған Сибай гимназия-интернаты шул ваҡыт эсендә әллә күпме малай-ҡыҙға ныҡлы ҡанат ҡуйып, төрлө киңлеккә осорҙо. Бар йәһәттән сыныҡҡан ҡошсоҡтар бирешәме ни? Уларҙың күпселеге тормошта юғалып ҡалмай, үҙ урынын табып, илебеҙ һәм халҡыбыҙ мәнфәғәтенә тос өлөш индерә.
Сибай мәктәп-интернаты 1960 йылда эшләй башлай, рәсми рәүештә иһә 1961 йылдың мартында асыла. Белем усағын аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай. Уҡыусылар йыйыу булһынмы йәиһә матди-техник база булдырыумы—барыһы ла тәүге директор Ә.Мотаевтың иңенә төшә. Урал аръяғынан төрлө яҙмышлы балалар йәшәй. Уларға бушлай кейем бирелә һәм туҡланыу ойошторола. Төрлө йылдарҙағы етәкселәр мәктәп-интернатты үҫтереүгә, яңы кимәлгә һәм бейеклеккә күтәреүгә үҙ көсөн һала. Рамаҙан Үтәғоловтың тырышлығы менән һигеҙ йыллыҡ белем биреү учреждениеһы ун йыллыҡҡа үҙгәртелә, ауыр 90-сы йылдарҙа Кинйәғол Fайсин иһә уға гимназия статусын алыуға ирешә.
Бөгөнгө коллектив та яуланған уңыштарға тап төшөрмәй. Йыл һайын юғары урындарға лайыҡ булып, яңынан-яңы үрҙәр яулай. Һуңғы йылдарҙа директорыбыҙ Роза Бикбова тырышлығы менән заман талаптарына ярашлы белем һәм тәрбиә биреү алымдарына иғтибар арта. Шуның һөҙөмтәһендә, ике йыл элек белем усағы «2016-2020 йылдарҙа мәғарифты үҫтереү Федераль маҡсатлы программаһы»нда ҡатнашып, Грантҡа лайыҡ булды. Программа ярҙамында мәғлүмәт-китапхана үҙәге булдырылды. Ул заманса йыһазландырылып, 20-нән ашыу клавиатуралы планшеттар һәм башҡа техника, 600-ҙән ашыу энциклопедия, төрлө белешмә йыйынтыҡтар, һүҙлектәр, башҡорт һәм рус телдәрендәге әҙәби китаптар һатып алынды. Үҙәк кәңәшмәләр залы һәм балаларға ял зонаһы булыуы менән уңайлы. Ул ғына түгел, өс уҡытыусыбыҙ—З.Нәбиуллина, С.Илембәтова, Ә.Кәримова Рәсәй кимәлендәге Гранттарҙы яулауға өлгәште.
Белем усағының кимәлен тәү сиратта өлгәш сифаты һәм уҡытыусылар коллективы билдәләй. Сибай гимназия-интернатында был йәһәттән эштәр яҡшы ҡуйылған. Сығарылыш класс уҡыусыларының йыл да 80-90 проценты юғары уҡыу йорттарына инә. Педагогтарҙың иһә 15-е Мәғариф алдынғыһы исемен йөрөтә, атҡаҙанған уҡытыусылар ҙа бар. Уларҙың үҙ эшенә яуаплы һәм намыҫлы ҡарауҙары ҡала, республика кимәлендәге фән олимпиадаларында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулау мөмкинлеген бирә.
Белем менән тәрбиә йәнәш алып барыла бында. Күңелең теләгән түңәрәктәргә—әҙәби-ижад, журналистика, бейеү, вокал, ағасты һырлап биҙәү, рәсем, уҡтан атыу, саңғы һәм башҡаларына йөрөргә мөмкин. Әйткәндәй, гимназия-интернаттың «Салтанат» өлгөлө балалар бейеү ансамбле хаҡында кемдәр генә белмәй икән. Июнь айында йәш бейеүселәр Анапа ҡалаһында «КИТ» халыҡ-ара конкурсында Гран-при яулап ҡайтты.
Интернатты тәрбиәсеһеҙ күҙ алдына килтереп тә булмайҙыр. Ни тиһәң дә, улар ата-әсәйҙе алмаштыра. Ул ғына түгел, был һөнәр эйәләре малай-ҡыҙҙарҙы үҙенең күңел йылыһын, хәстәре аша тәрбиәләй. Ошо сифаттарға эйә булмай тороп, лайыҡлы шәхес тәрбиәләүҙәре ай-һай ҡыйын. Мәктәп-интернат элек-электән көслө тәрбиәселәре менән дан тотто. Дилә Әҙеһәмова, Нәйлә Бикбова, Миңлеямал Әхмәтова, Мәрйәм Сәйетованың һәм башҡаларҙың исемдәрен атарға мөмкин. Шуныһы ҡыуаныслы: үҙебеҙҙең ветерандарыбыҙ һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Уларҙы Ололар көнөндә генә түгел, ә уҡыу йылы дауамында төрлө осрашыуҙарға, кисәләргә саҡырып торабыҙ. Уҡыусылар ҙа йорттарына барып, даими ярҙам итә.
Сибай гимназия-интернаты Башҡортостанда алдынғы инновацион белем биреү үҙәктәренән һанала. Интернат учреждениелары директорҙарының һәм район-ҡала мәғариф бүлектәре методистарының республика кәңәшмәһе юҡҡа ғына беҙҙә уҙғарылмағандыр. Тәжрибә уртаҡлашҡан арта, тигәндәй, бер-беребеҙҙең эшмәкәрлеген яҡындан өйрәнеп йәшәйбеҙ.
Интернат тормошо—үҙе бер айырым донъя ул. Гимназия бинаһы көн әйләнә-һенә шат тауыштарҙан яңғырап тора. Иҙән йыуыусы апайҙарҙан башлап ашнаҡсылар, тәрбиәселәр, уҡытыусылар, мәктәп етәкселегенә тиклем һәр береһе малай-ҡыҙҙарҙың киләсәген уйлай, файҙалы шәхес кимәленә еткереү маҡсатында бар көсөн һала.
5 октябрь—Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөн билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан Сибай гимназия-интернаты коллективын һәм педагогия хеҙмәте ветерандарын ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙ—белем донъяһын асыусы ла, уларҙа үҙаллылыҡ, әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләүсе лә, килә-сәккә йүнәлеш биреүсе лә. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, аҡыл ҡеүәһе һәм фиҙакәрлегегеҙ, сабырлыҡ һәм балаларға ихлас һөйөүегеҙ менән донъяны йәмләп йәшәгеҙ!
Ҡотлау менән Сибай гимназия-интернаты коллективы.
Һүрәттә:
Ф.С.Ниғмәтуллин уҡыусылары менән.