Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Октябрь 2018, 12:58

Уҡытыусыбыҙҙан уңдыҡ

Ул теләһә диктор ҙа, теләһә бейеүсе лә, ә бәлки һүҙ оҫтаһы ла булыр ине. Ул уҡытыусы булыуҙы үҙ иткән. Ябайлығы менән бейек, бөйөк башланғыстарға һут биреүсе Билал ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы Fүмәрова хаҡында һүҙем.

Ул теләһә диктор ҙа, теләһә бейеүсе лә, ә бәлки һүҙ оҫтаһы ла булыр ине. Ул уҡытыусы булыуҙы үҙ иткән. Ябайлығы менән бейек, бөйөк башланғыстарға һут биреүсе Билал ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы Fүмәрова хаҡында һүҙем.
Эйе, әҙәбиәткә булған һөйөү үҫмер йылдарында, әле Сибай гимназия-интернатында уҡыған саҡта уҡ ярала уның. Төрлө шиғри ярыштарҙа ал бирмәгән өлгөр ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетын тамамлап тыуған ауылы Күгиҙел мәктәбенә эшкә ҡайта. Баҫҡан ерҙә ут сәсрәткән йәш белгес уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, ғәҙел уҡытыусы булып та абруй ҡаҙана. Талапсанлығы, һәр уҡыусының мөмкинлегенә ҡарап һаҡ эш итә белеүе лә уны уҡыусылар араһында хөрмәтле итә. Китап, программа буйынса ғына түгел, тормош күренештәре аша белем бирә, ижади иншалар аша уларҙың һәләтен һынай. Олимпиада-ярыштарҙа ал бирмәҫ, тик призлы урындар ғына яулар уҡыусылары барлығы күңеленә ҡанат, ижади сәм өҫтәй.
Ихтирамға лайыҡ уҡытыусы булған кеүек хөрмәтле әсә лә ул. Ҡыҙғанысҡа күрә, яҙмыш уны балалары менән яңғыҙ ҡалдырҙы, сабырлыҡта һынаны. Эйе, яңғыҙлыҡ көс өҫтәмәй, көслөләр генә яңғыҙлыҡтың яғаһынан ала. Сабырлығы, саялығы менән бар ауырлыҡтарҙы еңгән Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы. Шулай булмай ни, аталары юҡ тип торманы, улдарын бынамын итеп тәрбиәләне! Өлкән улы Илшат, Учалы сәнғәт колледжын тамамлап, Баймаҡ ижад үҙәгендә эшләй. Кәләше Рүзилә менән ул тәрбиәләп, бәхетле өләсәй иттеләр Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙын. Уртансыһы Айбулат—А.Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры актеры. Кесеһе Заһит—БДУ-ның башҡорт филология һәм әҙәбиәте факультетының дүртенсе курс студенты. Иҫ киткес талантлы егеттәр үҫеп килә. Яҡташтары быға «Рух ҡошо» проекты аша тағы бер ҡат инанды. Аһәңле, күңел сөңгөлдәренә үтеп инер-ҙәй итеп башҡарылған шиғырҙары күҙҙәрҙе йәшләндерҙе.
З.Ф.Fүмәрова һәр уҡыусыһын үҙ балаһылай яҡын күреп рухи тәрбиә бирә, ғилем орлоҡтары сәсә, ҡурсалай һәм яҡлай. Юғары категориялы уҡытыусы эскерһеҙ ябайлығы, күркәм ғаиләһе менән һоҡландыра. Беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙға нәҡ шундай мөғәллимә белем биреүенә шатбыҙ.
Миңзәлә Сирғәлина.
Баймаҡ районы.