Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Август 2018, 09:18

Дежурҙарҙың эше яуаплы

5 август—Тимер юлсылар көнөСибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһына илткән яҡта тимер юлы янында йәйге-ҡышҡы селләләрҙә лә, ҡойма ямғырҙарҙа ла махсус кейем кейгән дежурҙар була. Улар үткән техниканы күҙәтеп кенә ҡалмай, тимер юлды сүп-сарҙан тарҙарта, ҡыш ҡар көрәй. Һөнәри байрамдары алдынан уларҙың хеҙмәте менән яҡынданыраҡ танышырға теләп, эш урындарына үттек. Ыҡсым ғына кирбес бинаның эсе тулы инструменттар: төрлө сигнал биреүсе таяҡтар, фонарҙар, флажоктар, тауыш биреүсе ҡорамалдар, медицина аптечкаһы, өҫтәлдәре тулы журнал һәм бер нисә стационар телефон.

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһына илткән яҡта тимер юлы янында йәйге-ҡышҡы селләләрҙә лә, ҡойма ямғырҙарҙа ла махсус кейем кейгән дежурҙар була. Улар үткән техниканы күҙәтеп кенә ҡалмай, тимер юлды сүп-сарҙан тарҙарта, ҡыш ҡар көрәй. Һөнәри байрамдары алдынан уларҙың хеҙмәте менән яҡынданыраҡ танышырға теләп, эш урындарына үттек. Ыҡсым ғына кирбес бинаның эсе тулы инструменттар: төрлө сигнал биреүсе таяҡтар, фонарҙар, флажоктар, тауыш биреүсе ҡорамалдар, медицина аптечкаһы, өҫтәлдәре тулы журнал һәм бер нисә стационар телефон.
—Беҙҙең переезд «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәтенең Көньяҡ Урал дистанцияһы инфраструктураһының Магнитогорск линия производство участкаһына ҡарай,—ти мастер Эдуард Шамрай.—Тимер юлы аша сыҡҡан урын техника хәрәкәте өсөн һәр ваҡыт хәүефле. Fәҙәттән тыш хәлдәр булмаһын өсөн 5 дежур бер-береһен алмаштырып көнө-төнө эш урынында була.
Эдуард Петрович бригадир Ирек Рәжәповты, тимер юлы аша сығыу урыны буйынса дежурҙар—Розалия Ермееваны, Рәмилә Рәжәпованы, Fәлимйән Аласовты маҡтап телгә алды. Ул шулай уҡ оҙаҡ йылдар үҙ эштәренә тоғро ҡалыусы Елена Огневаны һәм Юлиә Иҙрисованы (һүрәттә) айырым билдәләп китте.
—Икеһе лә уңған, хеҙмәттә лә алдынғылар, ғаиләләрендә лә өлгөлө ҡатын, әсәйҙәр,—тине ул өҫтәп.
Елена Огнева 2003 йылда Сибай станцияһында пост дежурныйы булараҡ эш башлаған. Квалификацияны күтәреү буйынса курстар үткәс, 15 йыл инде әлеге урында эшләй.
Юлиә Сәйәх ҡыҙы иһә 2012 йылда был коллективҡа ҡушылған. Ул күп балалы әсә, ире менән Азамат, Данил, Тимур исемле улдар үҫтерә.
Әйткәндәй, коллектив быға ҡәҙәр Мәскәү ваҡыты буйынса эшләгән. Һөнәри байрамдары алдынан ғына улар республика ваҡытына күсте.
—Эйе, беҙ әлегә тиклем Мәскәү сәғәте менән йөрөнөк. 1 августан Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының ҡала яны һәм алыҫ йөрөгән поездарына ҡуҙғалып китеү, килеү сәғәте урындағы ваҡыт буйынса билдәләнде.
Шуға күрә Рәсәй тимер юлдарында пассажирҙар сәфәрҙәрен алдан күҙаллаһындар һәм поездар хәрәкәте теҙмәһендәге үҙгәрештәрҙе иғтибарлыраҡ күҙәтһендәр,—тип гәзит аша халыҡҡа мөрәжәт яһаны улар.