Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылының почта бүлексәһе Ишбирҙе, Йылым, Бөрйән-Йылға һәм Крепостной Йылайыр ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Почта начальнигы Сәжиҙә Рыҫкилде ҡыҙы Кәримова әйтеүенсә, төбәктә йәшәүселәрҙең ихтыяжы төрлө. Әйтәйек, ишбирҙеләр, йылымдар республика гәзит-журналдарына өҫтөнлөк бирһә, крепостной йылайырҙар Рәсәй матбуғатын бик теләп яҙҙырта.
—Ауылдарға гәзит-журналдарҙы, квитанция, хат, переводтарҙы Фидәлиә Моратова менән Виктор Иванов ташый. Үҙ эштәрен белеп, еренә еткереп башҡаралар. Халыҡ уларҙың эшенән ҡәнәғәт,—ти С.Кәримова.
Ишбирҙеләр Сәжидә Рыҫкилде ҡыҙының хеҙмәтен дә юғары баһалай. Өфөнөң 84-се һөнәрселек училищеһында почта элемтәһе операторы һөнәрен үҙләштергән ҡыҙ башта тыуған яҡтарына бик ашыҡмай. Белемле кеше хур булмай тип, педагогия училищеһында уҡый. Әммә тәүге һөнәре барыбер күңеленә нығыраҡ ята һәм быға ул бер ҙә үкенмәй. Кейәүҙе лә ситтән эҙләмәй, ауылдашы Ирек Кәримовты ғүмерлек йәре итеп, 4 бала үҫтереп, ҙур йорт һалып, матур итеп донъя көтәләр. Өлкән улдары Азамат контракт буйынса әрмелә хеҙмәт итә. Алһыуҙары Сибайҙың күп тармаҡлы профессиональ колледжында уҡый. Кәрим ауыл мәктәбендә 8-се класты бөтһә, кескәй Гөлйемешкә әле 3 кенә йәш.
—Элек ҡала менән ауыл араһында айырма ҙур ине. Хәҙер урман төпкөлөндә лә бөтә уңайлы шарттар бар. Беҙҙең почта Интернет селтәренә тоташҡан. Түләүҙәрҙе, кредитты түләп була, берәй нәмәгә заказ эшләһәң, уның килеү маршрутын күҙәтеп ултыраһың. Гәзит-журналдар алдырабыҙ, донъянан артта ҡалған юҡ,—тип ҡыуана Сәжиҙә Кәримова.