«Рәсәй Почтаһы»ның Сибай ҡалаһы бу-йынса 9-сы бүлексәһе почтальоны Флүзә Сәттәр ҡыҙы Fәзизованы үҙ участкаһында көтөп алалар. «Аструм» сауҙа комплексынан алып 12-се мәктәп яғында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарға гәзит-журналдар, хаттар, торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә квитанциялар ташый. Эҫе йәйҙә лә, буранлы ҡышта ла ул һәр йортҡа ишек ҡаға, үҙе менән шатлыҡ-ҡыуаныстар, яңылыҡтар алып килә.
—Һөнәрем буйынса тегенсе-мотористкамын. Сибай һөнәрселек училищеһында уҡыным. Өфө тарафтарында эшләп алдым. Fафури районы егете Миңләхмәткә кейәүгәс сыҡҡас, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылына килеп төпләндек. Тыуған ауылым Муллаҡайға яҡыныраҡ булырға тырыштыҡ инде,—ти Флүзә Сәттәр ҡыҙы.—2002 йылдан ошо хеҙмәтемә тоғромон. Шуныһы уңайлы: ошо уҡ биләмәмдә «Сибайский рабочий» гәзитен дә таратам. Беҙҙең бүлексәлә 17 кеше эшләй, шуларҙың 13-ө—почтальондар. Барыһы ла тырыш, бөтмөрҙәр. Коллектив татыу, шуға ла бер урында баш баҫып эшләп тик йөрөйөм.
Флүзә һәм Миңләхмәт Fәзизовтар 3 бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Раушания кейәүҙә, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерә. Улдары Марсель, Айнур әрме хеҙмәттәрен тултырып ҡайтып, ҡырҙа эшләп йөрөй.