Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
17 Июнь 2018, 17:28

Тормошҡа ғашиҡ табип

Үҙ эшенә мөкиббән киткән кешеләрҙе күргәнегеҙ бармы? Улар һайлаған һөнәрҙәрен шул тиклем ныҡ ярата, уның хаҡында һөйләгәндә күҙҙәре янып тора. Һәр иртән күңел һалып башҡарған эшенә ашҡынып киләләр, кәрәк икән эштә тотҡарланып, һуңыраҡ ҡайтырға ла ризалар. Әлеге мәҡәләбеҙҙә нәҡ шундай кеше хаҡында бәйән итәбеҙ.

Үҙ эшенә мөкиббән киткән кешеләрҙе күргәнегеҙ бармы? Улар һайлаған һөнәрҙәрен шул тиклем ныҡ ярата, уның хаҡында һөйләгәндә күҙҙәре янып тора. Һәр иртән күңел һалып башҡарған эшенә ашҡынып киләләр, кәрәк икән эштә тотҡарланып, һуңыраҡ ҡайтырға ла ризалар. Әлеге мәҡәләбеҙҙә нәҡ шундай кеше хаҡында бәйән итәбеҙ.
Зөлфирә Fәлим ҡыҙы Кәримова. Был исем Сибай ҡалаһында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарға, Сибай медицина колледжында белем алыусы студенттарға бик яҡшы таныш. Зөлфирә Fәлим ҡыҙы—гинеколог-уҡытыусы. Колледжда буласаҡ акушерҙарға белем бирһә, үҙенең шәхси кабинетында гүзәл заттарға консультация үткәрә, дауалай.
Үҙ һөнәренә ғашиҡ ханым сығышы менән Баймаҡ районы Күсей ауылынан. Сәйҙә һәм Fәлим Баймөхәмәтовтар ғаиләһендә тәүге бала булып тыуған ҡыҙ бәләкәйҙән ололарға ололоҡло, кеселәргә кеселекле, эшкә бөтмөр булып буй еткерә. Көтөүсе булып эшләгән атаһына йыш ҡына эйәреп йөрөр була. Бер көн атаһы фажиғәгә тарый. Быны үҙ күҙҙәре менән күргән бәләкәй Зөлфирә ул саҡта 4-се класс уҡыусыһы ғына була. Был мәлдә баланың ниҙәр кисергәнен бер Хоҙай беләлер. Зөлфирәнән тыш тағы 4 балаһы булған әсәһенә лә еңелдән булмай. Шуға ла бөгөн балалары Сәйҙә Шәриф ҡыҙына оло рәхмәтле.
—Тормошом еңелдән булманы. Атайым иртә генә гүр эйәһе булды. Үҙем ғаилә ҡорғас, иремде юғалттым. Бер ҡустым иртә китеп барҙы. Бар ҡайғымды ошо яратҡан эшем менән баҫтым,—ти Зөлфирә Fәлим ҡыҙы.
Зөлфирә апай бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Әсәһенең бер туған ҡустыһы Үтәгәнов Тәлғәт Шәриф улы уролог-хирург була. Уны күргән һайын ҡыҙҙың табип һөнәренә һөйөүе арта бара. Медицинаға булған ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, Тәлғәт ағаһының китаптарын уҡый ул. Шулай итеп, ауыл мәктәбенән һуң, Сибай медицина училищеһына килә. Өс йыл уҡып, фельдшер һөнәрен алғас, Баймаҡ районы Басай ауылына эшкә бара. Бында ике йыл эшләгәндән һуң, юғары һөнәр алыуҙы маҡсат иткән йәш белгес Өфөгә юллана. Башҡорт дәүләт медицина университетында 6 йыл дауамында дауалау факультетында уҡый. Йүнәлтмә буйынса Сибай бала табыу йортона интернатураға ебәрелә. Ҡулына диплом алыуға ғаиләле булып та өлгөрә. Артур исемле улдары тыуа. Декрет ялынан һуң, 1 йыл ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында эшләп ала. Унан Зөлфирә Fәлим ҡыҙын медицина училищеһына уҡытырға саҡыралар. Ҡуш ҡуллап риза була һәм әле лә колледжда студенттарға белем биреүен дауам итә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең шәхси кабинетында гүзәл заттарҙы ихлас ҡабул итә.
—Мин аҡса, матди байлыҡ тип сабыуҙан ике эштә эшләп йөрөмәйем. Теге донъяға бер нәмәне лә алып китеп булмағанын яҡшы аңлайым. Йәшләй ошо эшемә башкөллө сумдым. Сөнки, алдан әйтеүемсә, хәсрәттәрем күп булды, эшем миңә һөйөнөс тә, йыуаныс та булды. Эшемде бик яратам, кешеләр менән танышыуҙар, аралашыуҙан кинәнес табам. Иртәнге 8-ҙә өйҙән сығып китһәм, киске 8-ҙә ҡайтып инеүем бик ихтимал. Шуға уйланып, бошоноп ултырырға ла, башҡа шөғөлдәргә лә ваҡытым ҡалмай. Иллә мәгәр әҙ генә ваҡытым булдымы, мин китап уҡыйым. Бөтә жанрҙы ла үҙ итәм: нәфис әҙәбиәт тә, документаль әҫәрҙәр ҙә берҙәй яҡын. Ял көндәрен иһә улымдың ғаиләһе менән үткәрергә тырышам. Киленем Гүзәл минең ҡулда уҡыны, ул «Тиҙ ярҙам» хеҙмәткәре, улым иҡтисадсы. Ейәнсәремә—7, ейәнемә 1 йәш. Мин уларҙы бик ныҡ яратам.
Бына шундай табип йәшәй Сибайҙа! Тыныс ҡына тауышынан, иғтибарлы ҡарашынан, яғымлы аралашыуынан уҡ һөнәренә генә түгел, кешеләрҙе, ғөмүмән тормошто яратыуын аңларға була. Уның кеүектәр күберәк булһа ине.