АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
17 Июнь 2018, 17:31

Халыҡ һаулығы—улар ҡулында

Сибай ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау тармағының тарихы алыҫ 1930 йылға барып тоташа. Был ваҡытта Сибай эшселәр ҡасабаһы булараҡ билдәле була. Ә бөгөн иһә ҡала үҙәк дауаханаһы—тотош Урал аръяғында төп дауалау-профилактика учреждениеһы.

Сибай ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау тармағының тарихы алыҫ 1930 йылға барып тоташа. Был ваҡытта Сибай эшселәр ҡасабаһы булараҡ билдәле була. Ә бөгөн иһә ҡала үҙәк дауаханаһы—тотош Урал аръяғында төп дауалау-профилактика учреждениеһы.
Стационар медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән Сибай дауаханаһы 494 койкаға иҫәпләнгән. Уның базаһында муниципаль-ара үҙәк булдырылған. Шунлыҡтан бында Сибай ҡалаһы халҡынан тыш, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарында йәшәүселәр дауалана ала. Аныҡ ҡына әйткәндә, интенсив терапия блогы менән ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалауҙың беренсел бүлеге, 2-се кимәлле травматология, онкология, перинаталь үҙәктәр төбәк халҡын ҡабул итә.
2013 йылдан үҙәк ҡала дауаханаһында паллиатив ярҙам күрһәтеү бүлеге эшләп килә. Бында һәр төрлө хроник ауырыуға дусар булған оло йәштәгеләр дауалана. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы үлем һәм суицид осраҡтарын кәметеү маҡсатында, амбулатор һәм стационар шарттарҙа, психотерапия ярҙамы биреүгә лә махсуслашҡан. Был бүлектә 30 койка бар, шулай уҡ табип-психотерапевт ҡабул итә.
2017-2018 йылдарҙа Башҡортостанда гериатрия хеҙмәтен үҫтереүҙең «Хәстәр биләмәһе» исемле пилот проекты старт алды. Уның төп маҡсаты—гериатрия хеҙмәтен үҫтереү, оло быуын граждандарының һаулығын нығытыуҙы камиллаштырыу. Был проектҡа Сибай ҡушылды һәм төбәк халҡына ярҙамға ашыға.
Район-ара перинаталь үҙәктә бала табыусыларҙың 35 проценты райондарҙан килә. Әле көндә ауырлы ҡатындар өсөн бында перинаталь скрининг эшләү ойошторолған. Көнөнән алда тыуған сабыйҙарҙы ла нәҡ Сибайҙа ҡарайҙар. Акушер стационары белгестәре райондарға сығып неонатология ярҙамы күрһәтә. 2018 йыл башында гинекология өсөн ультра тауыш тикшереүҙәре аппараты һатып алынған.
Көндөҙгө станционарҙарҙа урындар күбәйтелә. Мәҫәлән, педиатрия, терапия, психиатрия профилдәрендә, офтальмология һәм оториноларингология бүлектәрендә, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында койкалар һаны 114-кә еткән.
Амбулатория-поликлиника хеҙмәте (ололар, балалар поликлиникаһы, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы) сменала 980 кешене ҡабул итә ала. 2009 йылдан Сибай дауаханаһында Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы халҡы өсөн Сәләмәтлек үҙәге эшләй. Бында сирҙәрҙе алдан асыҡлау йәһәтенән скрининг үткәрелә, шулай уҡ белгестәр райондарға сыға.
Бөгөн Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау системаһын информатизациялау маҡсаты ҡуйылған. Мәҫәлән, телемедицина технологияһы ҡулланып, консультация бирелә. Хеҙмәткә яраҡһыҙҙарға электрон белешмәләр әҙерләнә.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы «Асыҡ регистратура» проектына ҙур иғтибар бүлә. Был медицина ярҙамының сифатын күтәреү, уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән башҡарыла. Был проект сиктәрендә, эске логистиканы һәм пациенттар ағымын күҙ уңында тотоп, «юл картаһы» уйланылған.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән балалар дауаханаһын ремонтлауға аҡса бүленгән. Федераль маҡсатлы программа сиктәрендә, быйыл балалар поликлиникаһына рентгенология аппараты, лаборатория, офтальмология һәм оториноларингология кабинеттары өсөн ҡорамалдар алырға иҫәп тоталар.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында 169 табип, 615 шәфҡәт туташы эшләй. 2017 йылда 12 табип эшкә алынған. Әле лә кадрҙар менән тәьмин итеү тәңгәлендә эш дауам ителә.
Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҙенең белемле, көслө, тәжрибәле белгестәре менән дан тота. Коллектив хаҡлы рәүештә участка табип-педиатры Әфләтунова Fәлиә Fимаҙислам ҡыҙы, хужалыҡ бүлеге мөдире Солтанов Тәлғәт Әхтәм улы, табип-офтальмолог Афзалова Римма Шәриф-йән ҡыҙы, хирургия бүлеге мөдире Кустов Михаил Григорьевич, бала табыу бүлеге мөдире Рудометкин Евгений Владимирович менән ғорурлана. Йыл һайын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан уҙғарылған «Йылдың иң яҡшы табибы» конкурсында сибай-ҙар лайыҡлы сығыш яһай. Мәҫәлән, Фәүзиә Fәйфулла ҡыҙы Баязитова—«Иң яҡшы терапевт», Рәғиҙә Әхтәм ҡыҙы Утарбаева—«Иң яҡшы участка терапевты», Радик Яҡуп улы Кейекбаев—«Иң яҡшы санитар табип», Зилә Fабдулхаҡ ҡыҙы Әминева—«Иң яҡшы лаборатория диагностикаһы табибы», Лилиә Рәуил ҡыҙы Фәсхутдинова «Иң яҡшы табип-эксперт» номинацияларында еңеү яуланы.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Артабан да камиллашыу, медицина ярҙамы сифатын күтәреү, учреждениены кәрәкле кадрҙар менән нығытыу йүнәлешендә эш дауам ителәсәк.
Нурия Илишева.
Һүрәттә: Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы А.Х.Әхмәҙуллин; табиптар кәңәшләшә.