Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
20 Декабрь , 20:10

БЕРӘҘӘК

Ҡатын телефонын алып, кемгәлер шылтыратты.  “Полиция саҡыра” тигән уй үтте ирҙең башынан. Тағын торорға теләне, тағын ҡоланы. Тәү тапҡыр үҙенең ошондай хәле өсөн сикһеҙ оялыу тойғоһо кисерҙе. Ирекһеҙҙән аҡҡан күҙ йәштәре ярғыланған ирендәрен әсеттерҙе.

Берәҙәк (хикәйә)

 Теше-тешкә теймәй, ҡалтыранып төн сыҡты ул. Бөтә тәне уттай яна, күҙҙәре әсетеп һыҙлай, аяҡтарына таш баулағандармы ни – ҡуҙғатып булмай. Ятҡан ере - подвал. Күҙҙәрен йомоп тағын бер аҙ ятты. Быға тиклем уйһыҙ-ниһеҙ йәшәгәндәй (әгәр бындай эт тормошон йәшәү тип әйтеп булһа!) ине. Йәйгеһен ни ҡайҙа йығылдың -  шунда “түшәк”.

  Әле октябрь аҙаҡтары. Әсе елдәре лә, һалҡын ямғыры ла үҙәккә үтә. Эш бәлки һауа торошонда ла түгелдер. Был арала күңелен ниндәйҙер “ҡорт” кимерә. Уйсанланып, һағышланып ултыра. Аҙна самаһылыр, урыҡ-һурыҡ ҡына бер төш күрә. Имеш, ул, 12 йәштәр тирәһендәге малай, балыҡтан ҡайтып килә. Өй тирәһендә, ишек алдында күмәк кеше йыйылған. Кешеләрҙе йырып, өйгә инә. Ҡараһа, әсәһе түшәктә ята. Күҙҙәре йомоҡ. “Әсәйемә ни булған?” – тип һорай. “Ул юҡ инде, хушлашып ҡал”, - тиҙәр.

 Иртәнсәк кенә һин дә мин йөрөп ятҡан кеше үлеп ятһын әле!

 “Әсәй, әсәкәйем!” тип эргәһенә барһа, әсәһе юҡ, имеш...

  Ошо урында уй ебе өҙөлдө. Аяҡ тауыштары  ишетелде. Тыҡ-тыҡ баҫа. Ҡатын-ҡыҙ затынан булһа кәрәк. Ул да булмай, “Тимур! Тимур!” тигән талапсан тауыш һауаны телде.

 Аяҡ тауыштары яҡынайҙы. Ир торорға теләне, әммә аяҡтары тотманы – кире йығылды.

- Кем бында? – ҡатындың тауышы эргәлә генә ишетелде.

Ир күҙҙәрен асты – уға эйелгән нәфис йөҙҙән, күлдәй төпһөҙ күҙҙәрҙән күҙе сағылды.

- Мин, мин, – тип мығырҙаны ул.

 Ҡатын ни ҡылырға белмәй аптыранды. Боролоп ҡына китһә лә булыр ине. Ниҙер тотоп ҡалды уны.

- Һеҙ берәҙәкме? Кем һеҙ? – тип һорарға йөрьәт итте.

 Ир өндәшмәне. Нимә әйтһен инде. Үҙенең кем икәнен үҙе лә белмәй шул...

  Ҡатын телефонын алып, кемгәлер шылтыратты.

 “Полиция саҡыра” тигән уй үтте ирҙең башынан. Тағын торорға теләне, тағын ҡоланы. Тәү тапҡыр үҙенең ошондай хәле өсөн сикһеҙ оялыу тойғоһо кисерҙе. Ирекһеҙҙән аҡҡан күҙ йәштәре ярғыланған ирендәрен әсеттерҙе.

 “Тиҙ ярҙам” машинаһы оҙаҡ көттөрмәне...

  Дауаланыу үҙенекен итте. Кәүҙәһенә ит ҡунды, аяҡтарындағы шешектәре бөтәште. Күҙҙәренә нур ҡайтты. Әммә хәтере яңырманы. Үҙенең кем икәнен, ҡайҙан, ниндәй йылға һыуын эсеп үҫкәнен иҫенә төшөрә алманы. Юҡ-юҡта башының уң яғын әсеттереп, һулҡылдап торған ауыртыуы ла шул килеш ҡалды.

  Дауаханан сығыуға уны әсе, һалҡын елдәр ҡаршы алды. Дер ҡалтырап, үҙенең “биләмәһе” – теге подвал ишаратына килде. Торбаларҙан йылы бәреп тора. Төшөндә йылға буйындағы оло тирәкте күрҙе. Ҡояшлы эҫе йәйге көн... Тирәк төбөндә еләҫ, рәхәт. Ҡапыл әсәһенең тауышын ишетте: “Улым, Сәғәҙәт! Сәғәҙәт!”

  Шыбыр тиргә батып уянды.

- Мин – Сәғәҙәт! Сәғәҙәт! Минең исемем – Сәғәҙәт!

 Башы әйләнде, сикәләре буйлап һулҡ-һулҡ ҡан йүгергәнен ишетте. Башын тотоп ергә сүгәләне. Барыһы ла иҫенә төштө. Тыуған йорто, ата-әсәһе, туғандары... Әсәһенең үлеме, атаһының икенсегә өйләнеүе... 15 йәшендә ауылдан сығып китеүе, училищела уҡыған йылдары.

 Йәш саҡта диңгеҙ тубыҡтан, барыһы ла ҡулынан килә һымаҡ. Бәлә-ҡаза ла һине генә урап үтер кеүек. Ул да армияға саҡырылғас, үҙе теләп Чечняға яҙылды. Ундағы ғәрәсәт иҫенә төшкәс, ирекһеҙҙән тештәрен шығырлатты. Совет яугирҙарына һөжүм алдынан “наркомский сто грамм” бирһәләр, бында махсус уколдар модала ине. “Общеукрепляющее” тип йөрөтөлгән был дарыуға һалдаттарҙың йәш организмы тиҙ күнекте. Ҡурҡыу тойғоһон юҡҡа сығара, кеше үҙен “үлемһеҙ” итеп тоя башлай. Шундай бәрелештәрҙең береһендә Сәғәҙәттәрҙең танкыһын шартлатҡайнылар. Был шартлау егеттең хәтеренән бөтә тормошон юйып ташланы.

 Уны үлгәнгә иҫәпләнеләр. Һушһыҙ, яралы егет яу яланында ятып ҡалды. Ыңғырашып ятҡан ярым үлек Сәғәҙәтте ике үҫмер осраҡлы ғына күреп ҡалды һәм тау аҫтындағы ауылға алып төштө. Муйынына тағылған көмөш ай уның мосолман балаһы икәнлегенә ишара ине. Чечен әбейе егетте бер йылда аяҡҡа баҫтырҙы, әммә хәтерен яңырта алманы. Тора-бара егет баш өйәнәгенә лә күнекте.

  Проводник ҡыҙ менән һөйләшеп, Сәғәҙәтте Рәсәй ҡалаларының береһенә ултыртып ебәрҙеләр. Хәлде төшөндөрҙөләр. Шул көндән алып ул – ошо ҡалала берәҙәк.

  Ошоғаса тормошоноң мәғәнәһе булманы. Үҙ күләгәһенән үҙе ҡурҡып, һуҡыр сысҡан балаһылай өркөп йөрөнө. Ҡайҙа хәйер һорашып, ҡайҙа ташландыҡ ризыҡ менән тамаҡланып көн күрҙе...

  Оҙаҡ ултырҙы ул подвалда. Көн кискә ауышты. Көҙгө көн төнгә ялғанды. Уйҙары менән япа-яңғыҙ ултырҙы ла ултырҙы. Күңелендә өмөт сатҡыһы яралды. Шул энә күҙендәй сатҡы таң атыуға күңелен күктәргә күтәрерлек оло ялҡынға әүерелде.

 Сәғәҙәт ышаныслы аҙымдар менән подвалдан сыҡты һәм ҡояшҡа, таң елдәренә ҡаршы атланы.

 Тыуған ерен дә, эсеп үҫкән һыуын да, тәпәй баҫҡан ишек алдын да табыр ул! Был серле донъяның мөғжизәләре аҙмы ни?!

 Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА.

 

Автор:
Читайте нас: