Ошо ике айҙы тултырҙы ла эшкә барып күренде һәм ялға ата-әсәһе янына ҡайтып китте. Ул саҡта Ҡыуандыҡ, Ейәнсура һәм башҡа ауылдарҙан сыҡҡан күп кеше Баҡыртауҙа эшләй, йәшәй торғайны. Иң яҡын ҡала булғанға, кейем-һалым алырға ла шунда йөрөнөләр. Хөрмәтулла үҙҙәре яғына барған поезд вагонына ингәйне, күрше ауылдан Фәүзәт ағай менән ҡатыны ултыра.
– Яҡташтар ҙа бында икән, – тип барып күреште.
– Эйе, – тине ир кеше. – Бына тегенеһен-быныһын алырға гурытҡа барҙыҡ. Көҙ етте бит. Балаларға өҫтөнә кәрәк. – Ҡатынының өндәшмәй ултырғанын шәйләп, – Сәриә, һин Хөрмәтте танымайһыңмы ни? Ейәнсурала Сания менән бергә уҡынылар.
– Ә-ә, – тине лә ҡатын, асылып китмәне.
– Сания ни хәлдә? Күптән күргән дә юҡ, – тип Хөрмәтулла һорашты.
– Ул да ҡалаға китте. Туҡыу фабрикаһында.
– Кейәүгә барманымы һуң әле?
– Юҡ. Яңыраҡ үҙебеҙҙең ауыл Байрастан яусы килгәйне лә, бирмәнек.
Хөрмәтулланың ҡолағы ҡарп итеп ҡалды. Байрас менән Сания мәктәптә уҡыған мәлдән йөрөйҙәр ине. Ул саҡта уҡ уларҙы «кейәү менән кәләш» тип ирештерә торғайнылар. Ниңә бирмәнеләр икән Байрасҡа?
– Күрәләтә нисек бирәһең инде? Ул өйҙә Байрастан башҡа алты бала бар. Иң өлкәне – Байрас, – ҡатын, Хөрмәтулла ышанмай ҡуйыр тигән һымаҡ, һәр һүҙенә баҫым яһап, ныҡлап аңлатты. – Унда килен булып төштөниһә, Сания ҡол була ла ҡуя инде. Байрастың әсәһе сирләшкә генә, теге алтауҙы ҡарар кәрәк бит. Өҫтәүенә күбеһе малай.
– Беҙҙекеләр икәү генә бит. Сания иркә генә үҫте. – Ир ҙә ҡатынын яҡлашты.
– Ярар, Байрасҡа бирмәһә ни, ҡыҙыбыҙҙың йәше үтеп бармай әле. Уның матурлығы менән утыҙҙа ла сират торорҙар.
– Мин алам тиһәм, бирер инегеҙме? – Был һүҙҙең ауыҙынан нисек сыҡҡанын Хөрмәтулла үҙе лә һиҙмәй ҡалды шикелле. Ләкин әйтелгәйне ине инде. Осоролған сәпсекте кире тота алмайһың.
Фәүзәт менән Сәриә ялт итеп Хөрмәтуллаға ҡараны. Кәүҙәгә бик үк оҙон булмаһа ла, мыҡты ғына, түңәрәк бите килешле генә, тулҡынланып торған сәсен артҡа тараған. Ошондай сәсте ярата Сәриә, юҡһа иренең сәсе ике бөртөк кенә, асыуым килмәһә, уныһы ла һарғылт. Ҡырын тараған була ла, түбәһендәге таҙын аса ла ҡуя.
– Әлләсе... – тип һуҙҙы ҡатын.
– Һеҙ атайың менән әсәйеңдә бишәүме әле? – тип асыҡлыҡ индерергә булды Фәүзәт.
– Юҡ, беҙ дүрт бала. Ике ағайым, бер апайым бар. Мин кинйә.
– Үҫеп бөткәндәр икән. – Ҡатындың тауышы йомшаҡ ҡына сыҡты.
– Үҫеп бөтөү генә түгел, үҙҙәренең балалары бар, айырым торалар. Мин ҡырҙа булғас, атайым менән әсәйем өйҙә икеһе генә.
– Һин ҡала кешеһе булып бөттөңмө инде? – Фәүзәттең дә тауышы һәүетемсә тыныс ҡына сыҡты. Былар кирегә боролоп китмәһен тип егет ышаныслы һөйләргә тырышты:
– Әрмегә тиклем Баҡыртауҙа ике йыл эшләгәйнем. Ҡайтҡас та бына һаман шунда.
– Ятаҡта тораһыңмы? – Сәриәнең тауышы һағайыулы ине.
– Эйе, ятаҡта. Өйләнмәгән кешеләрҙең бөтөнөһө лә ятаҡта йәшәй. Өйләндениһәләр, шундуҡ фатирлы булалар.
– Эш хаҡың күпме һуң?
– Йөҙ һум сыға айына.
– Оһо, Байрастыҡы 35 һум ине. Үҙенең ашауынан артмай.
Байрастың эш хаҡы күберәк икәнлеген белә ине Хөрмәтулла. Училищела ла бергә уҡынылар, бер үк фабрикала эшләйҙәр бит. Ләкин тегене яҡлап аныҡлыҡ индереп торманы.
Санияның атаһы менән әсәһе бер аҙ шым ултырҙы.
– Һинең атайың мал табибымы әле? – тип ҡыҙыҡһынды ҡатын. Хөрмәтулла урынына ире яуап бирҙе.
– Эйе, беләм мин уны. Силсәүит тә булды, һатыусы ла, агент булып иҫке-моҫҡо ла йыйҙы. Ветеринарлығы тыумыштан инде. Уның ҡулы тейгән мал, үлергә ятһа ла, тороп китә. Хәтерләйһеңдер, беҙҙең һыйыр ашлыҡ ашап, эсе күбеп тәгәрәгәс, ул әллә нимә генә эшләтте, теге шәбәйеп китте. Ә бит күпме кешенең малы ҡазаланды.
Вагондағы кешеләр хәрәкәтләнә, төшөргә йыйына башланы. Ир менән ҡатын да сумкаларын барланы. Шунда Фәүзәт Хөрмәтуллаға боролдо.
– Һинең һүҙгә Сания ни әйтер икән һуң?
Хөрмәтулла яурындарын һикертте.
– Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ күҙем төшкәйне. Ул Байрас менән йөрөгәс, араларына инмәнем.
– Ярар, уйларбыҙ. – Фәүзәт һүҙҙең бөткәнен аңлатып нәмәләрен ҡулына алды, ул арала поезд тәгәрмәстәре лә сыйлашып барып туҡтаны. Ейәнсура станциянан алыҫ түгел. Хөрмәтулла йүгерә-атлай ҡайтып инде. Солан иҙәнендә аяҡ кейеменең күплегенә ҡарап, атайымдар ҡунаҡ йыйған икән, тип уйланы. Өй ишеген асыу менән уны күрше урамда йәшәгән Зәбилә күрҙе. Был ни эшләп йөрөй икән бында? Зәбилә йылп итеп ҡашығаяҡ яҡҡа инеп китте. Ундағы ҡатын-ҡыҙға өндәшә һалды:
– Хөрмәтулла ҡайтҡан.
Быны егет тә ишетте. Элек Хөрмәт ти ҙә ҡуя торғайны. Быға ни булған, тип уйлап өлгөрҙө, уңарсы булмай әсәһе килеп сыҡты. Улының арҡаһынан тупылдатып һөйөп:
– Минең улым үҙе лә ҡайтып инде, – тип яңылыҡты өйгә тултырҙы. Хөрмәтулланың атаһы килеп сыҡты, уның артынан Зәбиләнең атаһы, әсәһе сығып егет менән күреште. Ирҙәр матур ғына ҡыҙмаса булып алған. Өҫтәлдә бал һала торған стакандар күренә. Был ниткән байрам икән? Зәбиләнең нәҫел-ырыуы менән атайымдар бик яҡынлап аралашмай торғайны ла баһа, тип ҡуйҙы Хөрмәтулла эстән генә.
Яңы ҡунаҡ килгәс, табынды яңырттылар ҙа киренән һикегә ултырыштылар. Тик Зәбилә генә өйҙөң ҙур яғына, ҡунаҡтар араһына сығып күренмәне.
Хөрмәтуллаға атаһы әсе бал һалынған стакан тотторҙо. Быныһы инәлтмәне, төп күтәреп эсте лә:
– Атай, мин өйләнәм. Шуны әйтергә ҡайттым, – тине.
– Өйлән шул. Һин өйләнһен тип беҙ мәшәҡәтләнеп ултырабыҙ. Үҙең тапмаһаң ҡыҙ, бына беҙ таптыҡ.
Шунда барыһын да аңланы Хөрмәтулла. Атаһы менән әсәһе яҙ әрменән ҡайтҡас та, өйләндерәбеҙ, тип бер булғайны. Ул саҡта өйләнергә күҙе төшкән ҡыҙы юҡ ине Хөрмәтулланың. Шулай тигәс, шымғайны атай-әсәһе. Әле бит былар Зәбиләне уға әйттерергә булып, ҡоҙа-ҡоҙағый менән танышыу табыны ҡорған да баһа!
– Юҡ, ул түгел, – Хөрмәтулла өйҙөң бәләкәй яғында йөрөгән Зәбиләгә баш иҙәне. – Ул түгел.
– Кемде алыр китәһең һуң һин?
Өй шып-шым булып ҡалды.
– Күрше ауылдан Фәүзәттең ҡыҙы Санияны.
– Тирә-яҡта бер сибәр тип һөйләйҙәр, шунымы ни?
– Эйе, шуны.
– Ауыҙың бәлеш түгел, үҙемә оҡшап. Әсәһе, ишетәһеңме, улың ни һөйләй?
Хөрмәтулланың әсәһе ҙур яҡтың ишегенән башын ғына тығып ҡараны ла ҡунаҡтар яғына ымланы. Кеше алдында нимә һөйләгәнеңде аңғарып ултыр, тиеүе ине. Әммә ир быны аңламаны, шикелле, һаман үҙенекен итте.
– Ул килен булһа, беҙҙең өй ҙә бүтәнгә әйләнер ине.
Атаһының башҡа юҫыҡҡа борола башлағанын тойған Хөрмәтулла:
– Атай, Санияны һорап яусы ебәрәйек, – тине.
– Ә нимәһе? Дөрөҫ. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғыр кәрәк. Әсәһе, бар Мәфтүхаға әйт: яусы булһын. Ат менән күрше ауылға үҙем алып барам. Һөйләшеп бөткәнен Хәйернисаларға инеп көтөп торормон, Фәүзәткә күрше генә бит. – Тора һалып ат егергә сығып та китте. Ҡашығаяҡ яғында Зәбилә, уның әсәһе мышҡылдашып илай ине. Зәбиләнең атаһы ҡайтырға сығып бара. Уға өй хужаһы өндәште:
– Мин һине былай ғына «ҡоҙа» тиер ҙә ҡуярмын. Туй ашына ла әйттерермен, килерһең, йәме.
Тегенеһе ҡулын ғына һелтәне лә өндәшмәйенсә ҡайтып китте. Кешеләр таралышҡас, Хөрмәтулланың әсәһе үпкәләне:
– Эй, иҫәрһегеҙ ҙә инде. Үҙенән алда нимәһе ҡысҡырған тигәндәй, кеше саҡырып ултыр ҙа, битенән көлөп сығарып ебәр. Шул булдымы ирлек?
– Кеше алдында яҡшатланам тип, балаң ғүмер буйы оҡшатмаған кешеһе менән йәшәһенме? Тегенең, исмаһам, ҡарайым тиһәң, бите, тотам тиһәң...
– Ҡайтып дау һалдың да ул. Ә атай менән әсәйҙең туй яһарлыҡ хәле бармы һуң, шуныһын уйланыңмы? – Әсәй кеше иң һуңғы, әммә кәттә дәлилде сығарҙы.
– Ул яғын уйлағанмын инде, сығымдарҙы үҙем күтәрәм. Ике ай колхозда йөрөгәндә фабрик эш хаҡының өстән икеһен түләйем тине, 200 һум тирәһе була ул. Хеҙмәт өсөн колхоз 2 центнер иген бирә, бер ат йөгө ҡауын-ҡарбуз тейә. Шул туйға етмәйме ни?
– Ит яғын үҙем ҡайғыртам. Ике-өс һарыҡты йығам да һуям, – атай ҙа үҙ дәлилен ҡуйҙы.
Ыштанының һыңар балағын күтәргән, икенсеһен ергә һөйрәлтә яҙғанса төшөргән Мәфтүха ҡарсыҡты ултыртып сығып киткән йорт хужаһы бер нисә сәғәттән боролоп та ҡайтты. Былай тиҙ йөрөгәс, юлдары уңмағандыр тип ҡыуанған ҡатыны йүгереп сығып ҡапҡа асҡайны, арбанан төшөр-төшмәҫтән ир ҡысҡырып та ебәрҙе:
– Ҡатын, эш беште! Фәүзәттең Санияһы беҙҙеке. Туй, мәһәр, бирнә – барыһы тураһында ла һөйләштек, килештек. Һал ашыңды, ҡайнат самауырыңды, саҡыр ағай-энене. Ҡасан кейәүләү, ҡасан туй – шуны һөйләшәбеҙ.
Хөрмәтулланың әсәһе ауыҙын ҡымтыны ла ҡушҡанды эшләргә тотондо, ул үҙе, ауыҙы йырылып, һарай башына менеп китте. Уның шунда ятып йөрөй торған урыны бар. Ятып хыялға батырға булды.
– Ирмен тигән иргә ҡаршы торор кәртә бармы ни ул? – Шулай һөйләнә-һөйләнә Мәфтүха ҡарсыҡ, үпкәһен йөҙҙөргәнсе эсерлек сәйгә өмөт итеп, өйгә инеп китте.
Ҡыҙ яғында туйҙы ике өйҙә үткәрергә булдылар. Ололар төп ҡоҙаның өйөндә йыйылыр, йәштәр айырым, Хөрмәтулланың апаһы Хәйернисаларҙың өйөндә ултырыр, тинеләр. Хөрмәтулла кәләш алыу мәшәҡәттәрен эш хаҡына магазиндарҙан кәрәкле нәмәләрҙе йыйыуҙан башланы. Буласаҡ ҡайны менән ҡәйнәһенән башлап ҡайнағаларына, ҡайынеңгәләренә арыу ғына бүләк һайланы. Ҡәйнеш, балдыҙҙарына бәке, тараҡ кеүек ваҡ-төйәген йыйҙы, кейәү күстәнәсе тип ике литр араҡы ла алды, шешәләренең муйынына ҡыҙыл таҫма бәйләтте. Аш-һыуҙы был юлы ҡыҙҙың ата-әсәһе хәстәрләй, шуға Хөрмәтулла ул турала уйланманы. Иң ҡыйыны кәләшкә күлдәк һайлау булды. Әҙерен алыр инең, яраймы-юҡмы уға, ҡайҙан беләһең. Үҙе тегер тип ситсаһын ғына үлсәтеүҙе лә килештермәне. Уны ҡасан бестерә лә ҡасан тектерә? Ә туй көнө етеп килә. Туйҙа кейәү бүләген кейеп ултырырға тейеш бит инде кәләш. Эҙләнә торғас, бик матур асыҡ зәңгәр төҫлө штапель күлдәккә барып юлыҡты. Хаҡы ла арыу инде, тик уныһына ҡарап тораһыңмы ни Сания сибәрҙе алғанда. Күлдәктең билдеге лә бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, килешергә тейеш был кәләшкә. Штапель күлдәк кемгә эләгә әле? Ә Хөрмәтулла үҙе ағаһының костюмын кейеп торор. Ағаһы Мәскәүгә хеҙмәт алдынғыларының слетына барғанда алған. Хатта-хатта матур.
Хәйернисаның өйөнә ике өҫтәл ҡуйҙылар. Береһе тирәләп Санияның ауылдаштары ултырыр, икенсеһе Хөрмәтулла менән килгән егеттәргә тәғәйен. Кейәү менән кәләш тә шунда. Санияны ла, Хөрмәтулланы ла оҙон ҡолаҡтар иҫкәртте: ҡыҙ яғынан килгән егеттәр ыҙғыш сығарырға, Хөрмәтулланы ла дөмбәҫләргә йыйына. Бәлки, эсенә бысаҡ та тығырҙар әле. Араларында төрмәнән ҡайтҡан берәү ҙә бар, ти. Ыҙғыш башында Санияның элекке йәре Байрас тора, ти. Ҡыҙ үҙенә эләкмәгәс, Хөрмәтуллаға ла тәтемәһен тигән, имеш. Һуйһам һуям, һуйылһам һуйылам, әммә бүтәнгә бирмәйем. Хөрмәтулла менән Сания ла үҙҙәренсә сараһын күрҙе. Буласаҡ кейәү үҙ нәҫелендәге иң үткер, иң һуғышсан егеттәрҙе алып килде. Кемдең ҡасан нимә эшләргә тейешлеген билдәләп ҡуйҙылар. Байрастар тәүҙә үҙ-ара ыҙғыш сығарып, шунан егет яғын һуғышҡа индереп ебәрергә уйлағаны ла билдәле булды.
Сания ҡыҙ менән егет йәрәшә торған өйҙө ныҡ йәшерен әҙерләне. Берәү ҙә белмәҫлек иттеләр. Байрастың туй мәжлесендә быларға һөжүме барып сыҡмаһа, йәрәш йортона йүгерәсәге көн кеүек асыҡ бит инде. Шуға бер кемгә лә белдермәҫкә тырышты.
Мәжлес башланды. Кейәү егете менән ҡыҙҙың әхирәте уртала. Йәштәрҙе улар һыйлай. Туй менән ҡотлап ике стакан әсе балды түңәрәккә төшөрөп ебәрҙеләр. Тәүҙә кейәү менән кәләш эсемлеккә тел тигеҙеп кенә бирҙеләр. Шулай тейеш. Уларҙың бөгөн нәҫел яралғыландыраһы бар. Киләсәк таҙа, эскелекһеҙ булырға тейеш.
Иң түрҙәге мөйөшкә һырығып Байрас ултыра, һонтор кәүҙәһен бөксәйткән, күтәрелеп берәүгә лә ҡарамай, һүҙ ҙә ҡушмай. Сираты килеп еткәс, стаканды тартып алып бер тында төп күтәргәнсе эсте лә, тағы ҡой, тип ишараланы. Тиҙерәк ҡыҙмаса булып, ҡара уйын ашырмаҡсы инде. Икенсегә стакан бирмәнеләр быға. Күршеһенә һонған ҡулға һуҡты ла ебәрҙе был. Бал китте сәсрәп, стакан ашамлыҡ өҫтөнә барып төштө.
– Нишләйһең ул! Кейемде лыс бал иттең! – тип ҡысҡырҙы кемдер. Берәүһе икенсеһенең яғаһынан матҡыны.
Кейәү яғыныҡылар аңланы: Байрастыҡылар ыҙғыш башланы. Күрше ауылдан килеүселәр һикереп кенә торҙо ла эргәләге өҫтәл тирәһендәгеләрҙең кемен муйынынан һыҡты, кеменең ҡулын шаҡарып бәйләне.
Шау-шыу, орош-бәреш башланыу менән теге матур штапель күлдәкте кейгән Сания Хөрмәтулланың ҡулынан етәкләп алды ла:
– Әйҙә! – тип тышҡа һөйрәне. Хөрмәтулла ҡарышманы. Бер нисә минуттан былар һарай артына сығып, баҡсалар буйлап ауылдың осона ҡарай йүгерә ине инде. Ҡараңғы төндә ҡыҙҙың штапеле ялт-йолт итеп бара, арттан эйәргән егеттең костюм һиҙәбе эленмәгәнлектән аҡ күлдәге генә сырамытыла.
Сания Хөрмәтулланы икенсе урамдың осона уҡ килтерҙе. Бәләкәй генә өй. Ҡараңғы, күҙгә төртһәң дә күренерлек түгел. Сания һәрмәнеп һикене тапты, егеттең етәкләнгән ҡулына түшәктең мөйөшөн тотторҙо.
– Сисен, ят! Мин хәҙер киләм, күлдәкте генә сисәм дә...
Хөрмәтулла сыр яланғас ҡалғансы сисенеп, кейемен ҡайҙалыр ҡараңғыға быраҡтырҙы ла түшәккә сумды. Күп тә үтмәне, уның кеүек үк яланғас ҡыҙ егеттең ҡуйынына һырылды... Ир кәләшен үпте, иркәләне, тәнен һыйпаны. Ҡулы арҡаһындағы миңгә тейҙе, шуны тотоп та ҡараны, бармаҡ осо менән дә, усы менән дә ышҡыны. Кәләшенең иң ныҡ билдәһе шул тип уйланы, ахырыһы.
Хөрмәтулла уянып киткәндә, түшәктә яңғыҙ ята ине. Бәләкәй генә тәҙрәләрҙән тоноҡ яҡты төшә. Мейес аръяғындағы ҡашығаяҡ яҡта кемдер ҡыштырҙай. Ул кеше былайыраҡ сыҡҡанда йөҙөн шәйләмәһә лә, күлдәген күреп ҡалды: кәләше йөрөй, сәй хәстәрләйҙер инде.
Шул саҡ шағырлап ишек асылды, кемдер инде.
– Хәйерле иртә, йәштәр! – тип сәләмләне инеүсе. – Тороғоҙ. Сәй эсегеҙ ҙә кейәү мунсаһына барығыҙ. – Шунан Хөрмәтулланың юрған осонан тартты. – Кейәү, тор! Кәләш ҡуйыны тәмлелер ҙә ул, һыуынмаҫ борон мунсаға барыр кәрәк.
Кемдең тауышы был, шул тиклем таныш, тип ятты тәүҙә Хөрмәтулла. Шунан күҙен асып ҡараһа, Сания тора.
– Үҙең мунса яғып йөрөйһөңмө ни? – тип һораны Хөрмәтулла.
– Шулай итмәй булмай. Кәләшеңә мунса яғырға ярамай әле.
– Һин дә инде минең кәләш.
– Түгел шул, бына һинең кәләшең. – Штапель күлдәк кейгән кеше Хөрмәтулланың янына килеп баҫты. Зәбилә!
– Танымай ҙа тораһыңмы кәләшеңде? – Сания көлдө. – Ҡараңғыла битен дә күрмәгәнһеңдер инде. Өҫтәүенә бит ҡайғыһы ла булмағандыр...
– Күрмәһә лә һәрмәп таный инде ул. Минең арҡалағы миңде эй һыйпаны, эй һыйпаны.
– Миндә ундай миң юҡ.
Ул арала булмай йәнә ишек асылды, ир кеше килеп инде.
– Сания, әйҙә, йәһәтерәк, – тип ҡабаландырҙы. – Поезға һуңлайбыҙ.
Быныһын шунда уҡ таныны Хөрмәтулла. Байрас бит.
Сания менән Байрас сығып китте. Ни хәл булғанын һаман төшөнөп бөтмәгән Хөрмәтулланы Зәбилә саҡырҙы:
– Ирекәйем, ҡоймаҡ бешерҙем, әйҙә, ашайыҡ.
Ҡоймаҡты ярата Хөрмәтулла, ҡайһылайтып баш тартһын. Тороп кейенә башланы.
Ғәлим Хисамов