Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
4 Декабрь , 14:26

Арҡалы. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов.

- Әсәй, мин атайымды барып күрҙем, уның донъяла барлығына ышандым. Беҙҙең менән бергә йәшәмәһә лә минең күңел терәгем булған тере атайым бар, атайым булғас, мин – арҡалы бала!               

Арҡалы. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов.
Арҡалы. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов.

       Күршебеҙҙә генә, түңгә ҡарай өҫкө яҡтан Нурислам ағайҙың берҙәм, егәрле, татыу ғаиләһе йәшәй. Ул  үҙе совхоз бүлексәһенең механигы, ә алыҫ тарафтарҙан килен булып төшкән ҡатыны Татьяна апай участка дауаханаһында етәксе. Өс балалары бар: Лена, Лида, Валера. Улар барыһы ла бында тыуғанлыҡтан, рус теленең ни икәнен дә белмәйҙәр. Таня апай ҙа бер ниндәй ыҡ-мыҡһыҙ беҙҙеңсә һөйләшә, һәр кем менән һәүетемсә, иркен аралаша, ҡунаҡтарҙа иһә, ҡайһы саҡ, дәрте килгәндә, ҡыҫҡа таҡмаҡтарға тартым йырҙарҙы йырлап та ебәргеләй, тик ни хәл итәһең, килешһеҙерәк һикрәңләп, тыпырҙап бейеүе ят, өҫтәүенә почтанан урыҫ телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы ғына яҙҙырта, сиркәү байрамдарының береһен дә ҡоро ҡалдырмай, теүәлләп, урын-еренә еткереп үткәрә. Миңә, мәҫәлән, уларҙың йомортҡа байрамдары ныҡ оҡшай, ни өсөн икәнлеге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла – ул көндө эсең һыртыңа сыҡҡансы, ғарҡ булғансы төрлө төҫтәргә буялған тауыҡ  йомортҡалары менән тығынырға мөмкин, күршебеҙҙән ауыҙға ылғый инеп бармаған башҡа тәмлекәстәр ҙә эләккеләй. Асыҡ йөҙлө, ҡайҙа ла балыуан ҡуллы, йомарт күңелле булғаны өсөн иғтирам иткән Таня апайыбыҙҙың һөйләшеүе башҡорт булһа ла сеп-сей һарынан бөткән тышҡы ҡиәфәте урыҫ, эсе урыҫ, ошо урында өҫтәп әйтеп китергә кәрәк, урыҫ булғас тәкәббер ҡырыҫлығы ла бар, шулай ҡәтғи, киренән бөткән үҙһүҙле булмаһа өс балаһына ла исемде үҙе ҡушмаҫ ине, моғайын. Ә бына беҙҙә һәр баланың ҡолағына ғүмерлек йөрөтөр исемен ҡысҡырып изге йоланы Әбдрәхим мулла атҡара, муйыныма ҡот билдәһе итеп ул өшкөргән-төкөргән бетеүҙе лә таҡҡанмын, әммә ырыҫым самалы, ҡотом, даланым ҡайтыш шул минең, ярай ул хаҡта аҙаҡтаныраҡ һөйләрмен, һөйләмәгән хәлдә лә көн итмешемә ҡарап һүҙһеҙ ҙә төшөнөрһөгөҙ. Лена ике йәшкә олораҡ, Валера иһә яңы өс йәшен тултырһа ла буйсан бала, ә Лида инде тиҫтерем, мәктәптә лә иң алғы партала йәнәш ултырабыҙ, ул зирәк, отҡор, уҡыу алдынғыһы, мин шул, тел тигәндә телеп һалһам да хисаплауға иренсәгерәкмен, оңҡотораҡмын, әммә башҡа, теүәллекте талап итмәгән донъяуи фәндәргә һере булғанға уртансынан саҡ ҡына юғарыраҡтар рәтендә иҫәпләнәм. Парталашым әсәһенә оҡшап һаран түгел, арифметиканан ҡушыу-алыуҙар, ҡабатлау-бүлеүҙәр уҡмашҡан өйгә эштәрҙе тартыныуһыҙ күсерергә бирә, башҡа урындарҙа ла айырылмаҫ юлдашбыҙ, шуға гел бергә уйнайбыҙ, бергә ашайбыҙ, бергә төнәйбеҙ, ҡайҙа ла бергәбеҙ. Таня апай һөнәре буйынса фельдшер, эше буйынса етәксе булараҡ юлдан ҡайтып инә белмәй, йә район үҙәгенә сығып китә, йә күрше-тирә ауылдарға, төҫкә-башҡа урта сибәр Нурислам ағай ҙа ҡулсыр, юлсыр, мосафир кеше, көнө ҡоро түгел, сылбырлы, тәгәрмәсле тракторҙарға, тағылмалы сәскес-урғыстарға, бүлексәнең берҙән-бер комбайнына, йөк машинаһына беҙҙән ҡырҡ саҡрым йыраҡта ятҡан совхоз үҙәгенән запчастәр ташый, шуға күрә Лена, Лида, Валера гелән беҙҙә туҡланалар, беҙҙә йоҡлайҙар, ғөмүмән үҙ өйҙәреләй күреп беҙҙә йәшәйҙәр. Нурислам ағайҙы ҡулсыр, тиеүем шунан килә, бик йыш ҡыҙмасаланып һуҡмыш йөрөргә ярата, һуҡмыштың көнитмеше билдәле – уның өсөн көн дә байрам, көн дә туй. Кис етһә йоҡларға ишек ауыҙындағы мейескә терәлеп тиерлек башланған оҙон һәндерәгә тартым  урындыҡта теҙелешеп ятабыҙ, әсәйемдең һул ҡуйынында Мәҙинә апайым мышнай, уң яҡта мин кәкрәйгәнмен, ә миңә инде үҙ сиратында Лида һыйынған, Лиданан арыраҡ Лена, тулап, асынып йоҡлағанлыҡтан Валера йортобоҙҙоң берҙән-бер ҡаралтыһы – оло арбалай йомшаҡ диванда маҙырай. Таңға саҡлы, йоҡо аралаш, Лиданың тын алышын тойоп ятам, ул һәр саҡ минең ҡурсалауымда: башым аҫтындағы ҡолаҡсын ҙурлыҡ ҡаҙ яҫтығын йәтешләп уның яғына ҡарай этәренкерәйем, шылған юрғанын төҙәтеп ябам, ишек яғынан бәргән һалҡындан һаҡлап ян-яғын тыҡшырып ҡымтыштырам. Ул шундайыраҡ ҡапаҡлауҙарға, ҡымтыуҙарға өйрәнгән, күнгән, саҡ ҡына вайымһыҙлыҡ, иғтибарһыҙлыҡ күрһәтһәм, ҡылтайырға әҙер. Әсәйем аҙнаһына бер тапҡыр, йоманан һуң дауахана эргәһендәге ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән дөйөм мунсаны яға. Әйтеп үткәнемсә йома көн беҙ күмәгебеҙ йыуынып алабыҙ, шәмбе көн дауаханала дауаланған ирҙәр, йәкшәмбе көн – ҡатын-ҡыҙҙар. Мунса санитаркаларҙың даими күҙәтеүе аҫтында, иҙәне, эләүкәһе һәр саҡ ҡырып йыуыла, эшкәртелә, таҙартыла. Етеп килгән ҡыҙҙар булараҡ иң башта Мәҙинә апайым менән Лена айырым инәләр, шунан инде - ҡалғандарыбыҙ. Әсәйем беҙҙе оло кәритәгә ҡапма-ҡаршы ултыртып ҡуйып мине кер, Лиданы еҫле һабын менән ентекләп ышҡып йыуындыра, эләүкәгә йәнәш һалып-ҡуйып, әйләндереп-тулғандырып ҡайын миндеге менән сабындыра, ары Валераға сират. Таҙарынғандан һуң кәрәсин еҫен борхотҡан ялпылдаҡ шәм яҡтыһында, томрала ығышып кейенеүгә лә апаруҡ ваҡыт китә. Мунсанан өсәүләшеп ҡайтабыҙ: мамыҡ юрғанға төрөлгән Валераны ауырлыҡ менән сосаландырып күтәреп алдан атлайым, Лида инде айырылғыһыҙ кимәлдә миңә тағыла. Оҙон буйлы Валераның аяҡтары юрғандан сығып күренә, йәйгеһен артыҡлап өндәшмәһә лә ҡыш көндәре өйгә ҡайтып ингәнсе: “Аяҡтарымды өшөтәһең!” тип мыжый, мин инде: “Ир кешеһең бит, сыҙа, бирешмә!” тип тыям тегене. “Ир буғансы сыҙатмаҫһың, үлтерерһең инде!” “Үлмәҫһең! Тағы ла тауышың ғына сыҡһын, хәҙер шыр яланғас килеш тырпыратып ҡар өҫтөнә ырғытып китәм!” Ырғытыу ҡайҙа, янайым, ҡурҡытам инде шунда, ни тиһәң дә бер туған ҡәйнеш бит. Таня апай ҙа миңә исемем менән өндәшмәй, ҡайҙа ла ололап, ҙурлап кейәү, ти ҙә ҡуя, Лида ла ҡаршы килмәгәс, был  дәрәжәне артыҡлап теләмәһәм дә күндәм ҡабул итәм. Еҙнәй булыуы яуаплы ғына түгел, мәшәҡәтле лә, сығымлы ла йөкләмә, ҡәйнешемде “еҙнәй аҡсаһы” урынына үҙемә эләккән тәм-томдо ҡап-урталай бүлеп һыйларға тура килә. Өсөнсө класҡа күскәс хәл ҡырҡа үҙгәрҙе, дөрөҫөрәге үҙем үҙгәрттем, бер көн ҡулымды ҡылыстай һелтәп кире ҡаҡҡыһыҙ талабымды ҡуйҙым: “Хәҙер ҙурайылды инде, класс сәғәтендә бер тауыштан староста итеп һайлап та ҡуйҙылар, шулай булғас башҡаса Лида менән мунса төшмәйем, бер кәритәгә утырып йыуынмайым, бер түшәккә ятып йоҡламайым, етте!” “Балам мин дә бит эш кешеһе, ҡайһылайтып һәр берегеҙҙе теүәлләп айырым йыуындырайым, ти, элеккесә булмаһын, тиһәң мунсала саҡта күҙҙәреңде йом да, сатыңды ике ҡуллап услап тик кенә ултыр, шулай дөрөҫөрәк булыр!” “Ошоғаса күп йомолдо йоммайым да усламайым да!” “Киреләнмә, тиҫкәреләнмә!” “Әйттем-бөттө, талаҡ!” “Әйткәнеңдең мәғәнәһен беләһеңме һуң?” “Белмәгән ҡайҙа, беләм, теңкәләрен ҡоротҡан бисәләренән ялҡыған ирҙәр шулай ти!” Һүҙемде һүҙ иттем тәки, хәҙер Мәҙинә менән Ленанан һуң бер үҙем инәм йыуынырға, тик мунсалағыларҙы ташлап ҡайтыу ҡайҙа, сығам да солан ултырғысына суҡайып һағып көтәм, шунан баяғылай эйәртенешеп, күтәренешеп ҡайтыу яғына табан атлайбыҙ. Түшәк мәсьәләһенә лә үҙгәреш кереттем,  Валераны әсәйемдең янына күсереп диванда бер үҙем йәйрәйем. Үҙаллылыҡҡа күскәс бер аҙ яйһыҙыраҡ, иллә рәхәт, хөрриәт, тик бер яҡшының бер михнәте, тигәндәй яурынымда таныш, йылымыс тын алыуҙы, муйынымдан һығып ҡосаҡлаған йомшаҡ ҡулды тойоп ятмағас бер аҙ ҡыйыныраҡ та, яманһыуыраҡ та. Лида айырылышыуыбыҙҙы ғәҙәтенсә ҡылтайып ҡабул итһә лә барыбер тулыһы менән ситләшмәне, ҡайҙа ла тәндәребеҙ береккәндәй етәкләп атлай, бергә уйнайбыҙ, бер сеүәтәнән ашайбыҙ. Уйын мәлендә лә уны күҙ уңында тотоп, байҡап, ҡарап ҡына йөрөтәм, ғауға ойошторған һуғышсан малайҙарға йәбергә бирмәйем.

     Бына әле лә ауыл тирәһендәге тау битләүҙәре, түңдәр тулыһы менән ҡарҙан әрселеп, һурығып бөтмәгәнлектән урта тош урамда йәшәгән Мәүләмбирҙе ағайҙарҙың кәртәһеҙ ишек алдында шау-гөр килеп уйнап йөрөйбөҙ, сит-ботта ҡалған иреү ҡар өйөмдәренән Ҡыш Бабай әүәләп аҙапланабыҙ. Ҡыш Бабайыбыҙ ҙа оҙаҡҡа сыҙамаҫ шай, яҙ ҡояшының ҡыҙыу нурҙары аҫтында моғайын да тиҙ арала бәлшәйеп төшөр, бер яҡҡа аушайыр. Шуға кәрәкһеҙ шөғөл менән мауығырға теләмәй бер яҡ ситкә, бағана башына кәнсир урынлаштырғанмын да ҡар йомарлап шул сәпкә ырғытам. Ошолайтып уйнаһаң күңеллерәк тә, мәғәнәлерәк тә. Бына бит, аяҡ аҫтында ятҡан бәлә, сәпкә оҙатҡан сираттағы йәҙрәм бағанаға барып тейҙе лә бер ярсығы шул тирәлә быстырҙаған  Нәйләнең күҙ соҡорона барып та һылашты.

 - Ә-ә-әл-л-леү! – Сәрелдәк тауыш ҡолаҡты ярҙы.

- Яҙа китте бит, яңылыш эләкте, йә, илама! – Тегенең янына барып һалҡын ҡулдарым менән бит-йөҙөн, ҡыҙарып остайған тымаулы танауын һыпырыштырҙым, шәленән туҙырап сыҡҡан сәстәрен төҙәтештерҙем. Уйындың көтөлмәгән йүнәлеш алыуын күргән тиҫтерҙәрем бер яҡ ситкә өйкөлөштө.

      Нәйләнең тынысланырға яйы ла юҡ, әпәүләүемде абайлағас тағы ла ярһыбыраҡ илай башланы:

 - Күҙемде һытҡаныңды атайыма әйтеп т-у-ҡ-м-а-ата-а-амм!

 - Тыныслан, донъя ҡыйралмаған, күршегеҙҙәге Һуҡыр Хәйбулла бер ҙә бирешмәй, төртөләнеп, имән таяғы менән барыр юлын ҡыуалатып йөрөп ятҡан көнө, бер күҙ менән дә йәшәп була ла баһа!

    Ысынлап та күҙһеҙ ҡалдым, шикелле, тип шик-шөбһәгә төшкән Нәйлә урам буйын яңғыратып аҡыра ғына.

    Шул тауышланыуҙы ғына көткәндәй транса соландың бейек тупһаһында Һайыҫҡан Хәлимәнең йыуан, төпөш кәүҙәһе пәйҙә булды һәм ул ҡыҙынан былайыраҡ итеп сарғаланырға тотондо:

- Тағы ла шул хәстрүш Айҙармы?!

 - Шу инде, ш-у-у-у...

 - Бар, кит ҡыҙымдың эргәһенән! – Ахылдап- ухылдап ауырлыҡ менән тупһанан

төшөп һимеҙ өйрәктәй байпаңлап килеп, елкәмдән эләктергән Хәлимә мине бер яҡ ситкә елтерәтте лә йомран күҙҙәре менән йызылдап ҡарап ҡыҙына тексәйҙе. – У һине ни эштәтте, ҡороғор, ҡәһәр һуҡҡыр, йә, хәҙер үк жибы ғына итеп әйт, штубы!

- Күҙҙәренә тотошлайы менән аҡ һалған Хәйбулла олатай ише тома һуҡыр ҡалдырҙым, тип үсекл-ә-ә-ә-й...

- Ҡана, ҡарайым әле! – Хәлимә ҡыҙының ҡыҙарған күҙҙәрен усының һырты менән һыпырҙы. – Күҙең былай урынында, һытылмаған, ҡойолмаған алай ҙа, ярай, сеү, тыныслан берүк!

 - Элекке көн, кисә мәктәптә саҡта йолҡоп ырғытмаҡсы булып толомдарымдан

тартҡайны, бөгөн күр, ҡайһылайтты, ул гел генә миңә ш-у-улай-т-та-а-а! – Яҡлаусыһы булғас Нәйлә тағы ла ярһыбыраҡ иларға кереште.

 - Ана бит ана, ҡыҙғынамды, алтындай бер бөртөк бәпесемде, харап иткән йүнһеҙ зимагур!

- Мин юрый түгел дә инде, көтмәгәндә килеп сыҡты! – Аҡланырға итәм.

- Шымып тик кенә тор, уйнаш балаһы, һинән кем һорай?! – Хәлимә ҡыҙының танауының төбөндә һуҡ бармағын уйнатты. - Күпме әйтергә, тумбытырға була һине, шул атаһыҙ етемәк менән уйнама, тип! – Ҡара ҡомғандай йылтыр, быжыр йөҙ тағы ла төмһәреберәк китте.

- Саҡырманым да инде, әрһеҙләшеп, мынау мәрйә ҡыҙын эйәртеп үҙе килде, гел шулайтып килә лә бәйләнә, килә лә бәйләнә.

- Килһә ни, буҡлы сыбыҡ менән бүлтерәк бәрәстәй итеп ҡыуығыҙ ҙа ҡайтарығыҙ үҙен. Ул бит бисәнән бисәгә йөрөгән атаһына оҡшап тәртипһеҙҙең тәртипһеҙе, бәйелһеҙҙең бәйелһеҙе, йәй булһа йәшелсә баҡсаһын утай, ҡыш етһә һинең уйынсыҡтарыңды урлай, тоҡомһоҙ, атайһыҙ, уйнаштан яралған бетле ҡараҡ!

     Боҙло Һаҡмар һыуына ҡойондорҙолармы ни, ишеткән ғәйепләүҙәрҙән баҙап, тапма тотҡандай телһеҙ ҡалдым. Ғәҙәтемә ярашлы оятһыҙлыҡтан оялам, хаяһыҙлыҡтан тетрәнәм гелән. Әле лә ни тере, ни үле түгел шаңҡығандай урынымда бер аҙ һерәйгәс боролдом да аяҡтарымды көскә һөйрәп ҡайтыу яғына ҡарай атланым. Бәддоға уҡығандай итеп ҡарғау, янау әллә күпме ара артымдан ҡара ҡойондай оҙата барҙы. Башҡа бинахаҡ әрләүҙәр ҡойоло бысраҡтай өҫтөмә һылашһалар ҙа әйтелгән бер һүҙ генә йөрәгемә уҡтай килеп ҡаҙалды: “Атайһыҙ... атайһыҙ... атайһыҙ...” Атайлы балалар ни тиһәң дә бәхетлеләр шул, сөнки уларҙың яҡшымы-яманмы, эшсәнме-ялҡаумы, бәһлеүәнме-сибекме, оҙонмо-тәбәнәкме аталары бар, аталары! Бына Нәйләнең атаһы Мәүләмбирҙе ағай күрмәлекһеҙҙең күрмәлекһеҙе, йәмһеҙҙең-йәмһеҙе: йоҡа, бирән ҡорһаҡлы төпөш, кәрлә кәүҙәгә ҡыҫҡа ҡамыт аяҡтар ялғанған, юғарыла инде, ит ҡунмаған ҡаҡ сөрәкә башта, суртандыҡына тартым тәңкә күҙҙәр, ни өсөн беҙҙе бындай бейеккә килтереп ялғанығыҙ әле, тигәндәй торбалай ҡурылдайлы нәҙек тарамыш муйынға үпкәләгәндәй таҫырайғандар, ҡырылмаған һирәк һаҡал-мыйыҡ уратаһындағы алаптай, тешһеҙ ауыҙҙан сыҡҡан тауыш та сәрелдәк бисәләрҙекенә тартым, бер һүҙ менән әйткәндә һыйыр фермаһында төнгө ҡарауылда йөрөгән Мәүләмбирҙе был донъяға кемдеңдер хатаһы арҡаһында тыуып, хәҙерге көндә яңылыш йәшәп ята һымаҡ. Ферма мөлкәтен ҡарауыллаһа ла ҡомағай холоҡло, бер күҙе мәғрипте, икенсеһе мәшриҡте күҙәткән ҡылый Мәүләмбирҙе сәлдереүгә, уғрылыҡҡа хирес, арҡыры, ҡырын ятҡанды кәрәкме ул уға, әллә юҡмы, ҡарап тормай, нәпсе сәүектәй ҡуңалтаҡ йорто эргәһендәге келәткә ташый. Өҫтөнә лә һәр саҡ керҙән йышылып ҡатҡан фуфайка, эшлектән сыҡҡан, ҡырҡ ямаулы һырма салбар кейә, аяҡтарында инде, майлауҙың ни икәнен белмәгән ҡоба итектәр, үҙе гәзиткә төрөп “кәзә тояғы” әүәләп, береһен тартып бөтөүгә икенсеһен тоҡандырып махорка борхота,  ян-тирәһенә өҙлөкһөҙ төкөрөп-ҡаҡырып ҡаж да ҡож килеп йүтәлләй. Ни тиклем генә яманлап һүрәтләһәм дә берҙән-бер ҡыҙына ғүмер биргән ир кеше бит әле ул. Бер бөртөк ҡыҙҙары, тигәндән, ауылдағы балаларҙың һаны өй һайын тиерлек ете-һигеҙҙән дә кәм түгел, ә Мәүләмбирҙе менән Хәлимәнеке бер бөртөк кенә, уныһы ла үтмәҫ балта менән ашыҡ-бошоҡ юнылған ҡурсаҡ һындай; йә төҫө юҡ, йә һыны, йә һыйышһыҙ холҡо. Йорттағы бер бала – юҡ бала, ти торғайны мәрхүм өләсәйем, шуғалыр ҙа Мәүләмбирҙеләрҙең бәрәкәтле үрсем ҡунмаған ҡотһоҙ йорто башҡа ауыл өйҙәренән бер яҡ ситкә тайпылып текә түң башында ҡарасҡылай һерәйгән.  Һәм һуңғыһы, Мәүләмбирҙе ни тиһәң дә кәпәс кейеп йөрөй, ә кәпәс кейгәндәр айырым иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡтар, йәштәшем илаҡ Нәйлә лә яйы сыҡҡан һайын: “Атайыма әйтәм, ә ул һиңә күрһәтер күрмәгәнеңде!” тип янай, ҡурҡыта. Мине яҡлар, туҡмалған саҡта аралар, кәрәккәндә, ҡышҡыһын һырғалаҡ шыуырға сана, тау түбәһенән ҡоштай осоп төшөргә саңғы, боҙҙа елдәй елдерерлек ағас конькиҙар, йәй көндәре инде шатырҙаҡ тауыш сығарған эткес әтмәләп биреп ҡыуандырырлыҡ бер кемем дә юҡ, был йәшемә еткәс булмаҫтыр ҙа инде. Һуғышҡанда, туҡмарҙан алда туҡмалғанда, еңеүсегә үс итеп һис ҡасан иламайым, тештәремде ҡыҫып түҙәм, ауыҙыма ҡан тулһа ла яттар алдында төкөрмәйем, эсемә йотам. Үткән йәй көнө әле, минән өс-дүрт йәшкә олораҡ Хәммәт менән ерле-юҡта сәкәләшеп киттек тә, теге өҫ-башымды туҙанға болғап, аунатып, танауымды ҡанатып ауырлыҡһыҙ бәргесләп ташланы, еңелгәнлектән ғәрләнеп башымды эйеп ҡайтып килә инем, барыһын да ситтән күреп күҙәтеп баҡса ултырғысына һаҡҡан инәйҙәр үҙ-ара һүҙ сыбалттылыр: “Атайлы йорт, нурлы йорт, атайлы бала - арҡалы бала! Бы бахырҙы кем генә әпәүләһен дә яҡлаһын тиһең, шулай үҫер инде тинтерәп... Уҡып әҙәм дә бумаҫ, йәлсемәҫ тә, йөрөр хәйерселәй ил гиҙеп төрлө эштә...” Хәммәт менән ҡырталашҡанда хәлем самаһында түҙгәйнем, ә бына “бахыр”, “хәйерсе” һүҙҙәре тамағыма тығылған төйөрҙө һыттылар, күҙҙәремдән йәштәр аҡты...

- Айҙар, ә Айҙар?! – артымдан эйәреп килеп еткән Лида ҡулымдан тартты.

 - Ә, нимә тиһең?

 - Төкөр барыһына ла, эшһеҙлектән иреккән, урам буйлап ғәйбәт таратыуҙан ары китмәгән Хәлимә Йәнбикә апайҙы көндәшеләй күреп яратмай, шуға һинән яйы сыҡҡан һайын үсен ала, белдеңме?!

- Белдем. Һин әйткәс төкөрәйем һуң! – Тештәрем араһынан сертләтеп ситкә төкөрҙөм.

 - Улайһа мин дә! – Миңә эйәреп төкөрөп ауыҙын һөртөп ҡуйған Лида дауам  итте. – Ғауғасыл Хәлимә шул тиклем дә һөймәлекһеҙ, алама ибет, әйткән һүҙҙәре лә, үҙе лә.

- Һүҙҙәренә икәүләп төкөрҙөк тә у, тик бер һүҙе генә йәнгә тейҙе.

- Ниндәй һүҙ?

- Атайһыҙ, имеш, тимәк тоҡомһоҙ, ырыу-затһыҙ тимәксе.

- Һәр әйтелгәнде йөрәгеңә яҡын алма, әсәйем, ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән түгел, иң башта яҡшы һүҙ менән дауаларға кәрәк, ти.

 - Кеше һүҙе кеше үлтерә, ти торғайны өләсәйем дә. – Килешкәндәй итеп һынап

йәнәшәмә ҡарашымды аттым. Лида һылыу ҡыҙ, беҙҙең класта ғына түгел, мәктәптә иң сибәре: оҙонсараҡ ап-аҡ йөҙ, күк ярсығылай ҙур зәңгәр күҙҙәр, бөҙрәләнеп һибелгән етендәй һары сәстәр, өрһәң осоп китерлек нәҙекәй билле буй-һын.

     Тишеп текәләүем ҡыҙға оҡшаманы, ул үпкәләгәндәй итеп уймаҡ ирендәрен турһайтты:

 - Нимә улайтып, тәү күргәндәй итеп тупайтып ҡарайһың у?

 - Ҡарамайым, сағыштырам ғына.

- Минеме, кем менән?

- Теге, ҡара асман Һайыҫҡан Хәлимә менән.

 - Йә?!

- Ул – сутырҙығы сыҡҡан йолҡош ҡош йораты, ә һин йылы, яҡты ҡояш, юҡ ҡояш та түгел әле, Айҙағы көйәнтәле ҡыҙ!

     Әйткәндәрем Лиданың күңеленә майҙай яғылды булыр, ул һыулы көйәнтә аҫтында бөгөлөп-һығылып барғандай итеп ҡулдарын йәйеп еңел кәүҙәһен бейетеп алды, шунан балитәкле күлдәгенең итәген бармаҡ остары менән семтеп көйәҙләнде:

 - Ҙурайғас мин кем булам, йә әйт?

 - Таня апай һымаҡ враштыр.

 - Әсәйем дарыу еҫтәрен әллә ҡайҙарға тарата, ә минән һәр саҡ тәмле хушбый

еҫе генә киләсәк!

 - Хәнифә апай һымаҡ уҡытыусылыр.

 - Унан мәктәп, аҡбур, китаптар еҫе килә.

 - Улайһа, буянырға, һыланырға-һыйпанырға, уныһын-быныһын һөртөнөргә ярата бит һатыусы Фәһимә, кибетсе һөнәрен һайламаҡсыһыңдыр.

 - Күбәләй итеп кейенеп алып ҡыш оҙоно таш кибеттә өшөп торғом килмәй. Белмәнең.

 - Ыҙалатма, үҙең генә әйт тә ҡуй!

    Лида бер ҡулын биленә ҡуйҙы, икенсеһен юғарыға сөйҙө:

- Барса халыҡ белгән, яратҡан билдәле әртис!

- Ниндәйерәк әртис инде?

- “Маладая гвардия”лағы иң һылыу ҡыҙҙан да сибәрерәк.

 - Ҡайһы ҡалала йәшәргә йыйынаһың?

 - Мәскәү инде, йәшәгән йортто ла тәҙрәләренән Кремль күренеп торған ерҙән һайлармын!

 - Бигерәк хәтәр икән хыялың, әртис булып ҙур ҡалала йәшәһәң мине күрмәҫһеңдер инде?

- Күрмәгән ҡайҙа, беҙ айырылмаҫ дуҫтар ҙа баһа, һине абайлап ҡалыу менән йүгереп килә һалып етеп етәкләп алырмын, йәме? – Ҡулын ҡабаттан ҡулыма ялғап йәнәшәмә баҫты. – Хәлимә һине ҡараҡ тине, ышанмайым!

- Ышанма шу, кемдеңдер баҡсаһын утарға мин алйот штули!? Былай ҙа Васильевка ауылының мәрйәләре һеҙгә йәй буйы кишер, һуған, кәбеҫтә, ҡыяр ташыйҙар, шуларҙы ашай торғас бүгеп кителде хатта, тураһын ғына әйт әле, ҡасан да булһа һинең берәй уйынсығыңа һорауһыҙ ҡағылдыммы, йә урлап алып ҡайттыммы?

- Ҡайһылайтып урлайһың ти, беҙҙең бөтә нимә уртаҡ та баһа!

- Тап шулай.

 - Тағы, теге йомортҡа ҡарағы Һайыҫҡан, һине бетле, тип кәмһеткән булды.

- Былай сәбәпһеҙ башым ҡысымай шикелле! – Ҡырып алынған сәсле түбәмде тырнағандай, елкәмде еңелсә ҡашығандай иттем.

- Һин бетле икәнһең, тимәк мин дә бетле, ә бетлеләр ҡайҙа ла бергә, әйҙә

бөгөндән бергә йоҡлайыҡ, һин Йәнбикә апайҙы еҫкәп ятырһың, ә мин һине! Мунсала ла элеккеләй бергә йыуынырға, эләүкәлә хәл бөткәнсе сабынырға мөмкин, күҙҙәребеҙҙе сытырҙатып йомоп!

    Лиданың уңайлы мәлдән файҙаланырға тырышҡанын һиҙеп ҡалып ҡәтғи итеп тыйҙым:

 - Ә бына быныһы инде артыҡ. Беҙгә күптән айырылышырға ваҡыт.

- Нисек айырылышырға, бөтөнләйгәме? Айырылышҡандар айырым, яңғыҙ үҙҙәре йәшәйҙәр ҙә баһа, аралашмайҙар ҙа, һөйләшмәйҙәр ҙә, һаулыҡ һорашмайынса үтәләр.

 - Аңлап етеңкерәмәнең, айырылышмайбыҙ, айырымланабыҙ бары, аралыҡ һаҡлайбыҙ: мунсала ҡушарлап, сыр-яланғасланып ултырмайбыҙ, икебеҙ ике урында йоҡлайбыҙ.

 - Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла айырылмаҫ дуҫтарбыҙ, тигән булаһың үҙең... – Лида уймаҡ ауыҙын остайтты.

- Әҙәпле, тыйнаҡ дуҫ булайыҡ, һин – почти ҙурайған ҡыҙ, ә мин – класта староста, ә староста башҡаларға һәр саҡ өлгө. 

- Бергә йыуынып, ҡосаҡлашып йоҡлағаныбыҙҙы  кем белер ҙә, кем күрер, ишетер тиһең, Йәнбикә апай, шунан һин дә мин, тағы мунса урман эсендә, яттар күҙенә эләгеп бармай.

- Барыбер ярамай, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, не палужено. – Лиданың әсәһе икенсе милләт кешеһе икәнлегенә һуҡтырып руссалап ебәрҙем.  

- Тағы беҙҙең бөтә нимә уртаҡ буғас, әйҙә  атайымды, эсештерергә яратһа ла, ғәп-ғәҙел итеп бүләйек, у бер юлы һинең дә атайың буһын. Атайым һине ярата, моғайын да ҡаршы килмәҫ. Силсәүит дакумент яҙып тотторһа, атайлы була ла ҡуяһың, шу саҡта Хәлимәнең өнө тығылыр.

- Байлыҡты бүлешеп була, ә атайҙарҙы юҡ!

- Улайһа улар байлыҡтан да былайыраҡтармы?

- Уны мин генә беләм. Бар ҡайт!

- Мужыт бөгөнгә бергә йоҡларбыҙ, ә, һине еҫкәп ятмағас йоҡом йоҡо

түгел. – Лида өмөт менән төбәлде. Ризалаш ҡына, хәҙер ыҫмалалай килеп һылашасаҡ. Был баш-баштаҡлыҡҡа хәҙерҙән юл ҡуйырға ярамай.

- Мәжит ағай бисәһе менән айырылышты бит әле, хәҙер икеһе ике ауылда көн итәләр, так што беҙҙең айырымланыу ҙа кәнкритне, бер ҡырҡылған икмәк яңынан бөтәшмәй!

- Мине яңы ғына бешкән, киҫелмәгән ҡалас һымаҡ ҡабул ит, рус халыҡ әкиәтендәге калабук ише.

- Ҡайт, тинем бит, ҡайт та, барҙың ҡәҙерен белеп атайыңды еҫкәп йоҡла.

- Әй, унан мазут еҫе килә...

 - Әсәйеңдән дарыу, атайыңдан мазут еҫе килә, һиңә ай ҙа ярамай, ҡояш та. Минең менән ятһаң һеркә-бетемдең тиҙ арала һиңә күсеүе бар, шу саҡта мин бетле Айҙарға, ә һин бетле мәрйәгә әүерелерһең. – Ҡабаттан түбәмде тырнап бармаҡтарым осона ниҙер эләктергәндәй итеп ҡыландым. – Юҡ, тиһәм дә һинең менән ҡайымлаша торғас бетләп тә кителде.

       Ышанды бер ҡатлы Лида:

- Улайһа, пока... – шулай тине лә өйҙәре яғына теләр-теләмәҫ кенә ыңғайланы, шунан ҡайырылды. – Бер ауыҙ русса белмәгәс мин мәрйә түгел, башҡорт ҡыҙы, ҙурайғас та башҡорт ҡыҙы булып ҡалам...

        Икәү-ара һөйләшеү бар ауырлыҡтарҙы оноттора, әүрәтә икән ул, яңғыҙым ҡалғас быуындарым тотмағандай баҡса ултырғысына һаҡтым. Баяғы һүҙҙәр яңынан күңелемде иңрәттеләр: “Атайһыҙ...атайһыҙ... атайһыҙ...”

      Этебеҙ Алғыр асыҡ ҡапҡанан килеп сыҡты ла ике тәпәйен тубыҡтарыма һалып аҡыллы күҙҙәре менән төбәлде.

- Хәлдәрең нисек?

     Эт ялбыр башын болғағандай итеп яланып ҡуйҙы.

- Бы донъяла ышаныслы, тоғро ике дуҫым бар: һин дә Лида, яңғыҙ түгелмен,  шулай булғас бирешмәҫбеҙ!

    Әйткәндәремде сыйнау тауышы раҫланы.

    Киске сәйҙе эскән мәлдә тамағыма аш үтмәне, йоҡларға ятҡас та күҙҙәрем алдынан зәһәр ҡарашлы Хәлимә китмәне, ул ҡара йыландай ыҫылдап бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай төҫлө: “Атайҫыҙ-ҙ-ҙ, атайҫыҙ-ҙ-ҙ, ы-ы-ы-ыҫ-ҫ-ҫ...”

    Йоҡоһоҙ әсәйем урынында ҡымғырлағандай итте:

- Айҙар һин нишләп йоҡламайһың?

- Ә һин ништәп?

- Минең башымда ҡырамалай ҡырҡ уй, хәстәр.

- Минең дә...

- Ниндәй хәсрәткә баттың улайһа?

- Бөгөн Хәлимә апай әрләне.

- Ни өсөн?

- Нәйләһенә яңылыш бәргән ҡар йомарламы эләкте. Иртәгә үк һиңә килеп етер әле, мәктәпкә лә барып ошаҡлар.

 - Өй тирәһендә урын етмәйме, гел шул яҡҡа тартыла ла тораһың.

 - Инде унда ике аяғымдың береһен баҫмайым. – Әңгәмәне ялғай торғас төп хәсрәтемә күстем. - Атайһыҙ балалар тыуамы у?

     Әсәйем урынында тороп ултырҙы:

 - Тыумай. Ниңә улай тип һорайһың әле?

 - Мына мин атайһыҙ тыуғанмын бит, ызнашит тыуаларҙыр. Үткәндә лә шул һөймәлекһеҙ Хәлимә миңә тыума, тине, тыума һүҙе нимәне аңлата?

 - Иғтибар итмә юҡ-барға.  

- Шулай ҙа әйт, ниндәй һүҙ у?

 - Башҡа бер кемдән дә өҫтәп белешмәһәң, башҡаса төпсөнмәһәң генә әйтәм.

- Төпсөнмәйем. Әпсен-төпсөн, башҡаса белешһәм бармағымды, теге, шүрәленекеләй  бүрәнә ҡыҫһын! – Ант иткәндәй итеп әйттем.

- Ул һүҙ тыуыуҙы, ары бер кемгә лә бирешмәй тырышып үҙ аллы көн итеүҙе аңлата...  – Һис ҡасан алдаша белмәгән әсәйемдең яуабы нәҙегәйгәндән-нәҙегәйә барып бөтөнләй өҙөлдө, тимәк ялғанлай. 

- У һүҙ барыбер миңә оҡшамай, тыумаған, һымағыраҡ ишетелә.

 - Бынан бүтән башҡаларға насар һүҙҙәр әйтмә, нахаҡ әйтелгәнде ишетмә, йәме, шулай яҡшыраҡ та тынысыраҡ та.

- Башҡалар тураһында насар уйларға ла ярамаймы?

 - Ярамай. Уларҙың барыһын да Алла яратҡан, һәр кемдең үҙ иманы, шулай булып тыуғандар, ары ла шулай йәшәйәсәктәр. Аҡҡошто ни тиклем генә яманлаһаң да ул ҡараға әүерелмәй, һәм киреһенсә ҡара йылан аҡ булып китмәй.

    Ишеткән айырым һүҙҙәрҙе генә аңлайым, ә бына улар бергә ҡушылһа башым бутала ла китә, шуға төшөнгәнгә һалышып шымып ҡалдым.

    Әсәйем көрһөнөп ҡуйҙы:

- Улым, һинең бит атайың бар...

- Атайым?!  

- Ниңә улай ғәжәпләнеп киттең әле?

- Буһа ҡайҙа у?

- Бынан егерме саҡрым йыраҡтағы Ҡәнзәфәр ауылында.

- Алыҫ ара түгел, ҡасып-боҫоп ятҡансы бығаса килеп күренһә, беҙҙең хәлде белһә, һинең хәстәреңде хәл итһә, минең хәсрәтте таратһа була инде.

- Нишләп күренмәй, тиһәң дә килде ул яңыраҡ, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы

алдынан, беҙҙең ауылға йомош менән һуғылды. Һиңә ирҙәр көнөнә тип, шунан тыуған көнөңә бағышлап еңһеҙ аҡ күлдәк, миңә байрам бүләге итеп кешмир яулыҡ ҡалдырҙы...

 - Яулыҡ сағыу буһа, ябынһаңсы.

- Ауыл ҡатындары әллә нимә һөйләп сығарырҙар тағы, тип һандыҡ төбөнә

һалдым да ҡуйҙым.

 - У саҡта ништәп миңә тигән күлдәкте күрһәтмәнең?

 - Йәйге кейем булғанлыҡтан көндәр йылынғас кейҙерермен, тигәйнем дә, тағы

һин бит төпсөнөргә, төбөнә төшөргә әүәҫһең.

- Бапаҡ ише ҡасып-боҫоп килгән атай атай бумай!

 - Ҡасманы ла, боҫманы ла шыпа, эш буйынса һуң ғына килгәнлектән йоҡлаған һинең яныңа ултырып әллә күпме башыңдан һыйпап та ултырҙы.

- Һиҙгәйнем дә шул, ул һин икән тип, күҙҙәремде асмай йоҡомһорап ятҡайным, ят еҫ тә танауыма бәрелгәйне.

 - Ана бит, атайыңды күрмәһәң дә һыйпауын шәйләп, еҫен һиҙеп ятҡанһың.

 - Атайҙарҙың еҫе башҡасараҡ була икән у...

 - Ниндәйерәк инде?

 - Әсәйҙәрҙеке наҙлыраҡ, яҙғы ҡояштай йылыраҡ, атайҙарҙыҡы ҡышҡы селлә

һалҡынылай ҡатыраҡ. Миңә шул атай еҫе етмәгәнгә йомшаҡмын, ҡыйпысыҡ, ҡылтым ҡыҙҙар һымаҡмын.

- Ҡалайтайым, хислеһең шул бигерәк, һиҙгерһең, бер ҡатлыһың.

- Атайым сит-ят ауылда ни эшләй, ҡайтһын беҙгә?

 - Уның унда икенсе ғаиләһе, балалары бар.

 - Улай яраймы инде у, ә?

- Ярайҙыр күрәһең...

- Баланың бер атаһы, бер әсәһе буһын, улар гел бергә йәшәһен!

- Шулай тейеш тә бит, барыһына ла ҡәһәрле һуғыш ғәйепле, ике, хатта өс ҡатынлы ирҙәр күп хәҙер.

- Улайһа минең атайһыҙ үҫеүемдә теге нимес Гитлер ғәйеплеме?

- Ул һуғышта күпме ир-егет башын һалды, тотош ил емерелде, халыҡ миктәне,

һаман да булһа шуның сарпыуында көн итәбеҙ. Балаларҙың үкһеҙ етем, йә ярты етем үҫеүендә яҙмыш ғәйепле, балам, маңлайға яҙылған яҙмыш.

- Ә атайым төҫ-башҡа ниндәйерәк кеше?

 - Атайың оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле кеше, төҫкә-башҡа ла һуйған да ҡаплаған һин инде! – Әсәйем ҡараңғы юҡта миңә текәлгәндәй итте. - Аҡыллы етәксе, оҫта һүҙле яҡшы ойоштороусы булараҡ беҙҙәге колхозда рәйес булып эшләне һуғыштан һуң, емерелгән калхузды аяҡҡа баҫтырҙы, райунда алдынғылар рәтенә сығарҙы, хәҙер әле мин әйткән ауылда силсәүит рәйесе. Коммунист булараҡ партия ҡайҙа ҡуша, ул шунда бара. Сталин үлеп киткәс түбәнге оста йәшәгән Бибиәсмә инәйең: “Яҡын тирәләге ауылдар буйлап эшлекле кешеләрҙе теүәлләп сыҡтым, ил башлығы булып Мәскәүҙә Ниғәмәт кенә эшләрлек, башҡа кешене күрмәйем!” тип әйткән, ти. Атайыңдың һыбай йөрөүе үҙе бер ҡабатланмаҫ тамаша була торғайны, эйәргә ҡойоп ҡуйғандай һылашып ултыра, ә аҫтындағы колхоз айғыры урынында бейеп, ажғырып тора. Ҡайҙа ла, хатта райунда үткән йыйылыштарға ла һыбай сығып китер ине.

- Ҡәһәрле һуғыш, тинең, атайым шу ҡәһәрле һуғышта һуғышҡанмы?

- Һуғышҡан, Шайморат дивизияһында эскадрон командиры ла булған, ордены ла бар, шул орденын юғары наградалай күреп гелән кителенә тағып йөрөнө.

 - Улайһа батыр буған?

- Әйттем дә баһа, орденды бит кем етте шуға бирмәйҙәр.

- Орденлы, маҡтаулы кеше балаһын ташлай аламы у саҡта, баланы ташлау

батырлыҡмы? Ун бер бала әсәһе Мәғүҙә апайҙың  “Герой-Әсә” тигән ордены бар, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, ҡулыма алып, тотоп та ҡараным, ә у балаларының береһен дә ситкә таратмаған, типмәгән, себештәрен ҡанаты аҫтына йыйған тауыҡтай һәр береһен йылытып янында тота.

- Минең йылым етмәйме ни һиңә?

- Атайҙың йылыһы, уның ҡырыҫ еҫе башҡараҡтыр, моғайын, унан көс-ғәйрәт аңҡып торорға тейеш.

    Кире урынына ятҡан әсәйем мине йылытырға теләгәндәй юрғанымды төҙәтеп япты, башымдан һыйпаны.

 - Тағы шуны уйлап ятам әле, әсәй, әгәр, ҙурайғас мин Лидаға өйләнә ҡалһам

яҡшы булырмы икән, әллә насармы?

- Нишләп улай тип һорап ҡуйҙың әле?

- Ни тиһәң дә ҡап яртыһы кафыр ҙаһа!

- Иң мөһиме һәйбәт кеше булһын, ә ул итәғәтле, тыйнаҡ, әҙәпле ҡыҙ.

- Килештек улайһа, иң яйлыһы шул, ҡоҙаң менән ҡоҙағыйың күршелә генә йәшәйәсәк, ҡатнашабыҙ, унда-бында ҡунаҡҡа саҡырышабыҙ тиһәң дә. Йәнә бер ҡулай яғын әйтмәксемен... – Тыйылып ҡалдым.

 - Бер башлағас әйтеп бөтөр.

- Холоҡ-фиғелдәребеҙ килешмәй Лиданы айыра ҡалһам, эрәхәт тә баһа, үҙе менән  күтәреп күсергән бирнәһен баһыу аша тырым-тырағай ырғыттың-ҡуйҙың...

 - Белмәгәйнем, уҫал икәнлегеңде, әйберҙәрҙе үткәндәгеләй талаҡ әйтеп быраҡтырырһыңмы?

- Ул һүҙҙе әйтергә ашығырға, ҡабаланырға ярамай һис тә, хикмәтле һүҙ ул талаҡ! Өс тапҡыр талаҡ, тип ҡысҡырһаң эш ғәләмәт ҙурға китә, бисәм кейемдәрен күтәреп, ҡайтымһаҡланып кире ҡайта ҡалһа, өр-яңынан бата уҡытыу мәшәҡәте килеп тыуа. Ә Әбдрәхим мулла бата уҡыған өсөн батмусҡа һалырға егерме биш тәңкә аҡса, шунан һимеҙҙән бер һарыҡ талап итәсәк, уныһы ла осто саҡ осҡа ялғап көн иткәндә өҫтәмә сығым...

- Айҙар, әйҙә, йоҡлайыҡ, йәме, һинең менән һөйләшә башлаһаң әллә ниндәй, баш ҡатырғыс миҫалдар килтереп, зиһенде бутап бөтөрәһең.

     Йоҡлап киткәнгә һалышып апаруҡ ҡына һүҙһеҙ ятҡас күптән телемде ҡысытҡан һорауымды бирҙем:

- Ә ул Ҡәнзәфәр ауылы ҡайһы тирәләрәк?

      Һағайыулы тынлыҡ.

- Нимә ул һиңә?

- Былай ғына, һүҙ араһында ғына һораным.

 - Беҙҙән өс саҡрымда Шәмсетдин ауылы, ары Бараҡал йылғаһына төшһәң элекке

Һыҙғы ауылының урыны, тауға үрмәләгән ат юлынан күтәрелеп әҙерәк барһаң Һаҡтау утары, шунан күп тә ҡалмай Ҡәнзәфәр ауылы.

 - Былай, йәйәүләһәң алыҫ ара ла түгел икән.

     Әсәйем нишләп әйттем әле, тигән көнгә төшөп, шикле ҡарап төҙәтте:

- Нишләп алыҫ булмаһын, алыҫ, хәҙер бит юлдар өҙөлгән уаҡыт, йәнә Бараҡал йылғаһының боҙо китеп яман ташҡан мәле. Ул яҡҡа юл төшөп, һуҡмаҡ һурыҡҡансы ике аҙна тирәһе үтер әле.

 - Юлдар өҙөлмәй у, бер өҙөлһә, бер ялғана.

- Юлдар ялғана ла ул, аймылышҡан яҙмыштар ғына һис ҡасан бергә килеп

ҡушылмай, эш бына нимәлә...

      Ята торғас әүелйей төштөм, һәм йоҡо аралаш һорай ҡуйҙым:

- Таня апай һуңғы осорҙа нишләптер миңә кейәү тип өндәшмәйсе...

- Ошоғаса шуны ишетһәң үсегә инең дә баһа, әле килеп, ни сәбәптән,

ормаһарҙан кейәү булғың килеп китте?

- Лида ҙурайғас ҙур ҡалаға китеп билдәле әртис булам тине, нисек тә эргәбеҙҙән ебәрмәҫкә ине.

 - Һине аңламаҫһың, мунсала уның менән йыуыныуҙан ҡырҡа баш тарттың, бергә йоҡларға ла саҡырмайһың хәҙер, ҡыҙҙарға һәр саҡ йылы ҡараш, иғтибар етмәй,  шуға үпкәләп китәлер.

- Гел генә йылы итеп ҡарап та бумай, тормош бит у.

- Ҡуй инде, һинең тормошоңдоң ауырлыҡтарын, һөйләп килештерерлек түгел!

- Әсәйем шым ғына көлөп ҡуйҙы.

 - Анһат һиңә, көлгән була, Лиданы нисек тә ебәрмәй тотоп ҡалғы килә. Әсәһе һымаҡ духтыр буһын, бик теләһә уҡытыусыға уҡыһын,  юҡ тигәндә фермаға һауынсы булып сығырға ла мөмкин. Һауынсы Зәлифә апай беҙ ҙурайғансы пенсияға китә бит инде, Нурислам ағай хәҙерҙән бүлексәнең управы менән һөйләшеп-килешеп ҡуйһа, мәсьәлә хәл ителде тигән һүҙ.

- Етте, йоҡла, тим, бытылдаҡ, иртәгә таң һарыһынан миңә эшкә.

    Ашнаҡсы булып эшләгән әсәйемдең эше саманан ашҡан ауыр; тирә-яҡ ауылдарҙан килеп дауаханала ятҡан ауырыуҙарҙы көнөнә өс тапҡыр ашатырға, һауыт-баһаларын йыуырға, тау аҫтынан көйәнтәләп һыу ташырға, трактор менән һөйрәтеп килтерелгән утынды ҡул бысҡыһы менән бысып-ярып урыҫ мейесен һүндермәҫкә бурыслы, унан башҡа ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре лә башынан ашҡан. Эшкә лә таң ҡараңғыһында сығып китә лә эңер төшкәс арып-талып ҡайтып инә, шуға өйҙә берҙән-бер ир кеше булараҡ, кәртә-ҡура тирәһен ҡараштырырға, ишек алдын тәртиптә тоторға тырышам. Ни тиклем генә орсоҡтай өйрөлөп, тилбер ҡыланһам да уныһы-быныһы ыңғайы бер ҡыйшайып-салшайып бара, уларға ир ҡулым тейә, төҙәтә, әммә дөйөм хужалыҡҡа атай ҡулы, атай ҡарашы, атай хәстәре етмәй. Шулар хаҡында уйлап, уйҙарымдан уйылып әллә күпме йоҡлап китә алмай яттым.

     Гөнаһ шомлоғона ҡаршы төшөмә яңынан Хәлимә инде, ул, һимеҙ аяҡтарын тарбайтып баҫҡан да имеш, сөйөртмәктән минең яҡҡа ҡара хәрефтәр менән “атайһыҙ” тип яҙылған таш ата. Йомро таштар маңлайыма, күкрәгемә, аяҡтарыма килеп тейеп ауырттыралар, ҡотолорға итәм дә һаҡланыр мөмкинлегем юҡ, бары устарым менән бер маңлайымды, бер түшемде, бер балтырҙарымды ҡапларға тырышам. Атылған таштарҙан ҡотолоу ҡайҙа, улар килеп тейәләр лә тотош кәүҙәмә “атайһыҙ” мөһөрөн баҫалар, алыр ерем юҡ, тәнемдең асыҡ ерҙәре шул ямаҡай һүҙҙәр менән сыбарланды. Ҡайҙандыр яныма Лида килеп етеп аҡ ҡульяулығы менән бит-йөҙөмдө һөртөргә, таҙартырға итә, ҡайҙа инде, минең ыңғайға ул да тапланып, бысранып бөттө...

      Уянып китеп тороп ултырҙым, төшөмдәген өнөмдәме икән әллә, тигәндәй ҡул һыртым менән еүешләнгән маңлайымды, тымбаҙаған биттәремде һыпырҙым. Ныҡ иртә әле, һәр хәлдә тәҙрә өлгөһөнә таң ойотҡоһо әлегә ҡунмаған. Мейес артында өй сиңерткәһе соролдай, бар тереклек ял иткәндә туҡтап торһа ни булған, юҡ бит, уға кемделер өҙлөкһөҙ маҙаһыҙларға, ялынан ҡалдырырға кәрәк. Екһендергес тауыш ҡолаҡҡа үтеп инә. Һәрмәнеп сатин ыштанымды, күлдәгемде табып кейеп, көпө бөркәнеп солан тупһаһына сығып бөршәйҙем. Шуны ғына көткәндәй аяҡтарыма Алғыр килеп һыйынды, үрелеп биттәремдән ялап алды. “Хәйерле иртә, хәлдәрең нисек?” ялбыр йөнлө баштан һыйпаным. Этем күңелле сыйнап яуап бирҙе. Эт эйәһенә оҡшай, тигәндәй, өрә, тешләшә белмәгән йыуаш эт ул Алғыр. Таң сатҡыһы яңы тыуаһы көндө һиҙелер-һиҙелмәҫ имшетә генә башлаған, болотһоҙ йондоҙло күктә ҡыйыҡ ай, ул тулы булмағас тирә-яҡты һыуҙай яҡтырта алмай, әммә ҡаршы урамдағы өйҙәрҙе, яҡындағы урман шәүләһен төҫмөрләтә. Алыҫта, ауылдан ике-өс саҡрым тау аҫтынан аҡҡан, әле боҙо киткән Һаҡмар йылғаһының шауын ишеттем, уның боҙло ҡоршауынан арынып шашынған, ҡоторонған мәле, хас та йүгәнһеҙ уйнаҡлаған ҡырҡмыш тай. Йоҡоноң башы түгел, аҙағы тәмле, таң моронлағанда кешеләр генә түгел, тотош ауыл, әтәстәр, тынғыһыҙ эттәр етенсе төшөн күрә. Тынлыҡ. Өй эсендә  сиңерткәнең тауышынан ҡолағым тонһа, ярылһа, бындағы тынлыҡтан һаңрауландым һымаҡ. Ауылға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан ҡайын урманы яғынан иҫкән екәт ел  танауыма тулышҡан бөрөләр, иреү тупраҡ еҫен килтереп бәрҙе. Тиҙҙән Беренсе май, шунан Еңеү көнө, урамға, теге, әлегә самалап ҡарамаған еңһеҙ аҡ күлдәгемде, һылыулыҡҡа ғына тотонған сөм ҡара сатин ыштанымды, ҡыҙыл сандалийҙарымды кейеп сығырмын, уң яҡ кеҫәмә оло ҡуш ус ҡурылған ҡурмас, һулаҡай яғына әсәйем байрамдарҙа ғына сығарған биш-алты бөртөк өрөк-йөҙөмдө һалырмын, ҡурмасты үҙем кетерҙәтермен, ожмах емештәре – Лидаға, ул бит тәмле тамаҡ. Таня апай ҙа моғайын ҡулыбыҙҙы ҡоро итмәҫ, әллә һуңғы арала кейәү һүҙен онотҡас мине күрмәҫме? Бына мин ҙурайып өйләнһәм бер ҡасан да балаларымды ташламам, яттар ҡулына ҡалдырмам, нисек инде, теге тоҡом айғырына атланып, артына атылған ҡуяндай балаларыңдан ҡасмаҡ, боҫмаҡ кәрәк?! Әсәйем көлһә лә минең тормош та еңелдән түгел бит, тел менән дә, яман күҙ менән дә ситнәтелеп йәшәлә...  Хәҙер инеп түшәгемдә бөгәрләнһәм дә йоҡо алмаясаҡ, ятырмын шулай күренмәгән түбә таҡтаһына төбәлеп, әрһеҙ сиңерткәнең шыҡһыҙ йырын тыңлап. “Әллә атайҙы барып күрергәме, Сталинға биргеһеҙ, оҫта һыбайлы ниндәйерәк буй-һында икән?!” Башыма килгән шул көтөлмәгән теләктән тертләгәндәй һиҫкәнеп киттем. Улай тиһәң, әсәйем, юлдар өҙөлгән ваҡыт, тине бит әле. Өҙөлһә ни, алыҫ ара түгел, өҙөлгәнде ялғап барыр ҙа боролормон, тимерҙе ҡыҙыуында һуғыуың хәйерле. Ә унда минең кәрәгем бармы, атайым танырмы, ҡабул итерме? Ғәзиз балаһын танымаған атайҙар юҡтыр ул донъяла, күҙҙәре менән күрмәһәләр ҙә еҫенән танырға, алыҫтағы шәүләһен булһа ла сырамытырға бурыслылар. Шуның өсөн дә ул атай түгелме?! Атайым да мине һис һүҙһеҙ таныр, сөнки ҡиәфәтең менән һин  уға оҡшағанһың, ти әсәйем. Тағы ла тыңландым. Кәртәбеҙҙәге ҡарт әтәс таң яҡынлауын һиҙҙереп ҡарлыҡҡан тамағын артыҡлап ярмай ғына тауыш бирҙе, тимәк тағы ла ике-өс сәғәт тирәһенән яҡтыра башлаясаҡ. Бөгөн йома, класс етәксеһе Хәнифә апай көн һәйбәт торһа Һаҡмар йылғаһына экскурсияға барып әйләнербеҙ, тип вәғәҙәләгәйне, шулай булғас уҡымауыбыҙ ҙа бик ихтимал, уҡымайбыҙ икән, дәрескә килмәүселәргә лә артыҡлап ҡатырғана алмаясаҡ, сөнки уҡытыусыбыҙ һүҙһеҙ ҙә белә, мәҫәлән нимәгә миңә Һаҡмарҙы күрергә, былай ҙа тиҫтер малайҙар менән эңер төшкәнсе шул яҡтан ҡайтып инмәйбеҙ. Йәнә, күмәкләп, эйәртенешеп йөрөүҙе яратып бөтмәйем, яңғыҙың булғанда тирә-яғыңа иғтибар менән, текәлеберәк бағаһың, шул саҡта ошоғаса күренмәгән нимә күҙгә эләгә, бер үҙеңә фекерләүе, ҡылғаныңа баһа биреп һығымта яһауы ла еңел, ҡамасаулаусы юҡ. Ә тегендә теләйһеңме быны, әллә юҡмы, Нәйлә менән йәнәш баҫып торорға тура киләсәк, ә өнәмәгән кеше менән юлдаш булыуы - күҙгә тегәнәк төшөп этләнеүгә тиң. Әгәр хәҙерҙән ҡуҙғалһам Ҡәнзәфәр тигән ауылға төш ауғансы уҡ барып етермен, атайыма текәлеп ҡарау ярты сәғәтте алһын икән ти, кире боролһаң ҡараңғы төшкәнсе үк ҡайтып етә алам. Ә әсәйемде киҫәтмәй сығып китеү килешерме? Билдәле, килешмәҫ, әммә атайымды барып күрергә теләйем, тип үтенһәм һис ҡасан риза булмаясаҡ, уның яғына йыл әйләнәһенә юлдар өҙөләсәк, уныһы көн кеүек асыҡ. Мин хәҙер ҙурайҙым бит инде, дүртенсе класты ослаһам үҫмер йәшенә индем, тигән һүҙ, ә үҫмер менән бергә уның буй-һынынан тыш, уйҙары, теләктәре, хәүеф-борсолоуҙары ла үҫә. Тағы, оҙаҡҡа түгел бит, күп тигәндә ярты көнгә китәм, юлым уңа, юлдашҡа ылау осрай ҡалһа унан да иртәрәк боролорға мөмкин. Холҡома ярашлы ҡулымдағы күҙгә күренмәҫ ҡылыс менән ҡырҡа һелтәндем: “Хәл ителде!”  Шулайтып ныҡлы ҡарарға килеп кире өйгә индем дә шыпырт ҡына һәрмәнеп йөрөп йыйына башланым: сатин ыштан урынына ҡалыныраҡ бумазый салбар, сылғаулап кирза итектәр, пинжәккә тартым еңһеҙ һырма, башыма кепка кейеп алдым, ни тиһәң дә ҡараңғыла сығам бит, шуға күрә тартмаға һалып ҡуйған алты асмалы бәкене, көлдөксәлә ятҡан бер ҡап шырпыны кеҫәмә тыҡтым. Өй эсендә тынлыҡ, ниҙер һиҙенгән сиңерткә лә тыңланғандай шымтайып тынып ҡалған, Аҡбикә исемле бесәйебеҙ ҙә барыһын да күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтеп ултырыуын һиҙҙереп диван яғынан ут күҙҙәрен ялтлатты. “Ярай, көтөгөҙ, оҙаҡ йөрөмәм, көтөгөҙ!” тип бер кемгә лә тәғәйенләнмәгән уйымды бышылданым. Һаҡ ҡына ишекте асып-ябып тупһаға сығып баҫтым, күңелемдән үҙемә-үҙем хәйерле юл теләп бисмилламды әйтеп биттәремде һыпырҙым. Тупһа ауыҙында көткән Алғыр бергә барайыҡ, әҙермен, тигәндәй ҡойроғон болғап ҡуйҙы. “Һиңә унда ярамай, мында ҡалып ҡына көт, йәме?” Этемдең муйынынан тотоп алып барып кәртә эргәһендәге сынйырына эләктерҙем. Ул илағандай сыйнап ебәрҙе. “Үпкәләмә, өй тирәһенә лә күҙ-ҡолаҡ кәрәк!” Шулай тинем дә ҡыҙыу атлап урамға сыҡтым.  

       Ауыл осондағы таныш юлға төшкәс ылғый барып йөрөгән Шәмсетдингә тиҙ арала барып еттем. Ҡыйыҡ ай тирә-йүнде нурҙарында ҡойондормаһа ла һәммәһен асыҡ төҫмөрләтә. Һаман да яҡтырмаған әле, шәмсетдиндәр ҙә иҫ-оҫ белмәй йоҡлайҙар, урамдан үткәндә бер эт кенә төнгө юлаусыны абайлап ләңкелдәгәндәй итте лә тынып ҡалды, шулай итеп имен-аман беренсе ауылды ла аша үттем. Бындай тиҙлектә барһам һә, тигәнсе барып етәм инде ул. Ауылдың теге осонан уҡ шырлыҡ башлана икән дә баһа, хәйерһеҙ, юл биленә һуҡҡан йыландай уңға-һулға ташланып борғаланырға тотондо, аяҡ аҫтындағы юл да ҡайҙалыр юғалғандай булды, хәҙер нисек тә яҙлыҡмай барыуың хәйерле. Баш осомдан ҡанаттарынан ағылған ел тауышын һыҙғыртып-ишеттереп төнгө ҡош оҙатып бара башланы, өкөмө был, әллә ябалаҡмы – белмәҫһең. Ҡарурманда ҡоралһыҙ йөрөргә ярамағанлыҡтан берҙән-бер һаҡланыу ҡоралымды – кеҫәмдәге бәкемде ҡапшап-ҡапшап алам, бәләһенән баш-аяҡ, һәр минутта әҙер булыу кәрәккәс бәкенең ҙур асмаһын асып ҡулыма тотоп алдым. Һабыр менән Шәмсетдин араһы таулы юл булғас беленмәһә, бында бер ни тиклем ваҡыттан аяҡтарыма мәте йәбеште, көсөргәнеп атлауҙан арҡа буйым дымланды. Үҙ-үҙемде дәртләндереү маҡсатында яратҡан йырымды мөңрәп алдым:

                                               Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар,

                                               Айырыла алмам һеҙҙән мин...

 Ярай әле бер ни тиклем ваҡыттан юл тау түбәненә ҡарай китте, тағы ла бер сәғәт тирәһенән көн яҡтыра төшкәс ҡаршымда бейек ҡарағайҙарҙың юғарылағы киртләстәре күҙемә салынды, йылға шауын ишеттем, әһә был Бараҡал йылғаһы, малайҙарҙың һөйләүенә ҡарағанда ул Һаҡмарға ҡарағанда киңлеге күпкә бәләкәй һәм ҡеүәте ҡайтыш, ярҙары беҙҙәгеләй ҡабра ла, текә лә түгел икән, шулай булғас яҡты-күҙҙә йылғаны аша сығыуы артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаҫ. Яҡынланым да күргәнемдән юғалыңҡырап ҡалдым, бәләкәй йылға тигәндәре ныҡ ташып китеп эргәһендәге асыҡлыҡтарҙы, болондарҙы күмеп йәйрәгәйне. Бына бәлә, бынан аша сығыуы мөмкин булмаған эш, эҫе мәлендә кире боролорға ғына ҡала. Аптырауға ҡалып яр ситенә барып ултырҙым. Ныҡ иртә булһа ла бәлки кисеү тапҡырына берәй тәгәрмәсле техника яҡынлар?! Күпме генә һағайып тыңланһам да мотор тауышы ишетелмәне, өңөлөп төбәлгән һүрәнке ҡарашымды  фаралар яҡтыртманы.  Файҙаһыҙ һәм оҙаҡ ҡына көттөм. Аяғөҫтө баҫып яр буйын кәлепләп йөрөп тә алдым. Әгәр кире боролһам - еңеләм, беренсе ҡыйынлыҡтан шөрләйем, ҡаршылыҡтан ҡасам. Ошондай хәлдә ҡалыуымды бер кемгә һөйләмәҫмен дә хатта, әммә бирешеп, бирелеп артҡа сигенеүем оҙаҡ хәтеремә уйыласаҡ, эсемде күмһетәсәк, йәнемде ағыулаясаҡ. Улай тиһәң, ниңә шул саҡлы төшөнкөлөккә бирелергә, теге яҡтағы яр үҙенә саҡырып күренеп тора ла баһа, киң тигәндә лә ун биш, егерме метрлыҡ ара. Яртыһына еткәнсе тәрән дә түгелдер әле, һыу муйындан юғарыға үрләһә биш-алты метр йөҙөп барһаң аяҡтар тағы ла йылға төбөнә баҫыр. Һалҡынлыҡты тойоп күнегер өсөн биттәремде ҡулдарымды сайып алдым. Боҙло һыу тәнемде бешерҙе. Ни булһа ла булыр, тәүәкәлләнем, кейемдәремде һалып та тормаҫтан һыуға төшөп аҙ ғына алға киткәйнем, иреп бөтмәгән йылғаның төбө боҙ икән дә баһа, һеүән ташҡын минең аяҡтарымды салып йығып, юнысҡылай эләктереп алды ла күбекле ҡосағына ҡарманы. Бер ни тиклем ваҡыттан тәнемдең ҡорошоп өшөүен тойҙом, мамыҡлы һырмам һыу һеңдереп, ҡуңыстарына һыу тулған итектәрем таштай ауырға әйләнеп мине төпкә ҡарай тарта башланылар. Бер нисә тапҡыр һыу йотоп сәсәп алдым, әммә нисек тә өҫтә ҡалырға тырышып ҡоластарымды йәйеп йөҙөп маташам. Йылға мине юғары тиҙлекле ағымының уртаһына төшөрөп алып аҫҡа ҡарай өҫтөрәне, бындай барыш менән барһа тағы ла бер аҙҙан ағын ташҡын ажарланып ташлы ҡаяларға барып бәреләсәк, ул саҡта ҡотолор юл, арҡаланыр сара ҡалмаясаҡ. Хәлем насарайғас салҡан әйләнеп ятып ҡул-аяҡтарымды тарбайттым, ошолай иткәндә бер аҙға ғына өҫтә ҡалып ҡырталашырға мөмкин. Күҙҙәрем бер аҙға ғына яңы офоҡтан күренгән ҡояшты күрҙе, уның түңәрәгендә әсәйемдең борсолоулы йөҙө сағылғандай итте. Әгәр мин ошонда батып үлһәм ул ҡалайтыр, кемгә таяныр, кемгә ышаныр, кемгә ҡарап өмөтләнер?! Ошо асырғаныулы уй тәнемә-көс-ҡеүәт өҫтәгәндәй итте, тәнемә һылашҡан, төймәләре эленмәгән һырмамды ауырлыҡ менән һыпырып ырғытып тыңламаған, һенағастай ҡатҡан ҡулдарымды мәжбүр итеп, аяҡтарымды мөмкинлектән сығып тыпырсытып йөҙөргә тотондом, һәм ҡулым көтмәгәндә һыуға эйелгән тал ботағын һәрмәне һәм уны арҡандай тартып ярға ҡарай ынтылдым. Ауырлыҡ, көс-хәл менән шыуышып сыҡтым да хәлһеҙләнеп күҙҙәремде йомдом, хатта йоҡлағандай, мәрткә киткәндәй итеп ойота ла башланы, әйтерһең дә  йәнем тәнемдән айырылды, ана бит керһеҙ саф йәнем баш осонда мине ситтән күҙәтеп аҫылынып тора. Әллә ҡайҙан, аҡ томан эсенән Алғыр, Аҡбикә, әсәйем, туҡал һыйырыбыҙ, биш баш кәзә-һарыҡтарыбыҙ эйәртенешеп килеп сыҡтылар ҙа мине йылыта башланылар: әсәйем йылы-йомшаҡ ҡулдары менән ыуа, ҡалғандар иһә, ҡытыҡты килтереп ҡытыршы телдәре менән ялай. Шулай хәл-торошомдо ипкә килтерҙеләр ҙә теҙелешеп алып минең тирәләй әйлән-бәйлән әйләнергә керештеләр. Бер аҙҙан, тегеләрҙең дәртле, күңелле тамашаһын күҙәтә торғас юғарыла аҫылынған йәнем ҡабаттан тәнемә килеп ҡушылды, бына быныһы һәйбәт, ни тиһәң дә уларҙың бергә булыуҙары, бергә ҡалыуҙары, берегеүҙәре яҡшы. Салҡан әйләнеп муйынымдағы бетеүемде һәрмәнем. Урынында, тимәк ҡотом мине ташлап китмәгән, бәлки ул мине-бәлә ҡазаға юлыҡтырмай был яҡ ярға алып сыҡҡандыр ҙа әле, кем белә. Һалҡын һыу һырғалаған түбәмде, сикәләремде усым менән һыпырҙым. Кепкам әрәм булды, кейерлек ине әле. Ярай бәлә түгел, иң мөһиме -  кепка һаҡлаған башым урынында. Тәүге тапҡыр күргәндәй иртәнге шәфәҡ ҡыҙғылт нурҙарға мансыған тау һырттарына, ағас баштарына, төпһөҙ күккә баҡтым. Өҫтөмә ҡаҙандай түңкәрелгән зәңгәр сатыр ҡарашыма һыйғас бәләкәй, һәм шул уҡ ваҡытта тотош Йыһанды, Айҙы, Ҡояшты үҙенең эсенә һыйҙырғас иҫ китмәле ҙур ҙа, һәм ул – мәңгелек. Шул мәңгелек – зәңгәр күҙҙең иғтибарлы ҡарашына беҙ, төрлө яҙмышлы әҙәм балалары һыйғанбыҙ. Кеше был донъяла яңғыҙы көн итә алмай, береһе икенсеһенә терәк һәм таяныс, кеше кешегә арҡалы.  Теге саҡта әбейҙәрҙең әйткәне ҡолағымда яңынан яңғырап киткәндәй итте: “Атайлы бала – арҡалы бала...” Мине арҡаһыҙ, тип әйтергә иттеләрме икән? Арҡалымын ул, яҡындарым эргәлә, йәнә үҙемә –үҙем арҡалымын, шулай булмаһа боҙло ташҡынды еңер инемме? Әле лә арҡам менән ер ҡыртышын, төпкөлдән килгән ер йылыһын тоям. Күпмелер шулай онотолоп ятҡас тәнемде һыу түгел, иртәнге ел өшөтөүен тойҙом. Ирекһеҙҙән түш кеҫәмде ҡапшағандай иттем, ҡайҙа инде, бәкем дә, теге шырпым да ағып китте бит. Әкрен генә тороп ултырып итектәремә тулған һыуҙы түктем, сылғауҙарымды, күлдәгемде, салбарымды һығып кейҙем. Тумбыҡҡан балтырҙарыма, биттәремә һуҡҡылап алдым, кәүҙәмдәге ағзаларҙы теүәлләгәндәй итеп түшемде ыуҙым, ҡул һыртым менән йәшле күҙҙәремде ҡороттом. Барыһы ла урынында һымаҡ. Былай тырпырарға ярамай, юғиһә тере килеш ҡатып ҡалыуың бар, ауырлыҡ менән ҡалҡынып, уңға-һулға болғаңлап йүгерә-атлай ҡаршылағы күренгән текә тау һуҡмағынан юғарыға ҡарай киттем. Тештәрем тешкә теймәй шаҡылдайҙар, быуындарым ҡалсылдай, башымда буталсыҡлы уйҙар сыуала: “Минең ошолай һине күрергә тип китеп барғанымды һиҙәһеңме икән, атай?! Белмәйһеңдер, белһәң мин иҫ белмәҫ үк ят ояға йомортҡаһын һалып ҡасҡан моңһоҙ кәкүктәй ташлап сығып олаҡмаҫ инең... Мин кем һинең өсөн, ят бауыр бары!.. Бына бер килеп өйләнермен, әммә ғаиләмә, балаларыма һис ҡасан хыянат итмәм. Яҡындарыңа күрһәтелгән хыянат кисерелмәй ҙә, ғәфү ҙә ителмәй. Һиңә һуғышта батыр алышҡаның өсөн түшеңә орден ҡаҙағандар, ә тормош яланында ҡылғандарың өсөн ниндәй баһаға лайыҡ һин?!. Өндәшмәйһеңме?!..” Атайым өсөн яуап бирергә теләгән кәкүк яҡындағы бөрөләре шартлап ярылырға тулышҡан  ҡуш ҡайын башынан түгелеп саҡырырға тотоноп китте. Туҡтаным, бәхәскә керергә теләгәндәй шул яҡҡа ҡараным. “Йә, әйт әле яҡлаусы кәкүк, ят ояға балаңды ҡалдырған һин, шунан беҙҙе ташлап киткән атайым, хаҡлыһығыҙмы?” Ҡош телен йотҡандай тымды. “Тағы ла әйт, минең саҡырылмаған ҡунаҡтай китеп барыуым дөрөҫмө?” Ҡоштоң саҡырыуы бик оҙаҡ яҡын-тирәне моңға күмде. “Атайым һуң мине яратамы?” Кәкүк түгелеп, ҡуйырҙан-ҡуймай саҡыра. “Мин ярты етем, киләсәктә кемгә лә булһа кәрәгем бармы, булырмы?” Өмөтлө саҡырыу, мин ары ҡуҙғалғас та бик оҙаҡ артымдан оҙата барҙы. “Әлегә белеп етмәйем, әммә хәҙерҙән үк шуны һиҙәм, тормош тигәнең ҡатмарлы төшөнсә, һәр кем, әсәйем әйтмешләй, маңлайына яҙғанын ҡыуа. Ғәфү ит, яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән кәкүк, йәшә әйҙә, йәшә үҙеңсә, атайым да үҙенсә йәшәһен...”  Өшөтһә лә бирешерлек түгел, ҡыҙыу атлау, урман тереклеге менән аралашыу башымды сафландырҙы, тәнемде яҙҙы, аяҡтарыма көс өҫтәне. Тау башында ла урман икән, әммә бында йылыраҡ та яҡтыраҡ та. Ҡояш тышау буйы күтәрелеүгә Һаҡтау ауылына барып индем. Тауҙың уң яҡ ҡалҡыулығын ҡырлатып, ун биш, егерме хужалыҡтан торған ыҡсым ғына ауыл икән. Яҙ уртаһы булыуға ҡарамаҫтан бер нисә өйҙөң мөрйәһенән сыҡҡан төтөн талғын ғына һауаға күтәрелә. Йылылыҡ, яҡтылыҡ, икмәк еҫе һеңгән өйҙәрҙе күреү асығыуымды ҡабартып ебәрҙе. Хәҙер урам буйлап ҡабаланмай атлайым, бәлки берәйһе тауыш биреп өйөнә саҡырыр? Был йәһәттән ауыл кешеләренең ғәҙәттәре яҡшы, таныш түгел ят булһа ла сәләм биреп һүҙ ҡушалар, өйҙәренә әйҙүкләйҙәр. Ана бит, ауылдың урта тошонда ҡабыҡ ҡыйыҡлы йортоноң ҡапҡаһы ауыҙына тәбәнәк буйлы, йоҡа кәүҙәле ир сығып баҫҡан. Әйтеп үткән матур ауыл йолаһына ярашлы теге ир мине абайлағас көтөп торғандай ҡаршыма атланы:

- Хәйерле иртә!

- Һаумыһығыҙ. – Өшөгән ирендәремде көскә яҙып мығырҙаным.

 - Әйҙә танышайыҡ, мине Айнулла ағай тиҙәр, ә һиңә кем тип өндәшергә?

 - Айҙар, тип...

- Ҡайҙа юл тоттоң улайтып, иртәләп?

- Ҡәнзәфәргә китеп барыла.

 - Алыҫ түгел икән. – Күшеккән тауыҡтай ҡиәфәтемде күҙҙән үткәреп һораны. –  Ныҡ һыуланғанһың бит?

- Шулайтылды шу...

- Ҡайҙа ҡойондоң инде?

 - Бараҡалды аша сыҡҡанда.

- Кисеүһеҙ йылғаны кискәнһең инде, әләйгәс. – Ары һүҙ ҡуйыртмай тәҡдим итте. -  Бәлки инеп бер аҙ йылынып ял итеп алырһың, апайың да яңы ғына сәй ҡойоп ебәргәйне. – Шикләнеп, ышанмайыраҡ ҡарап тороуымды күреп өҫтәне. – Мин һеҙҙең ише балаларға сит кеше түгел, ошо ауылдың уҡытыусыһы булам, әле дәрестәр араһындағы оҙон тәнәфестә ҡайтып әйләнәйем, тигәйнем дә. Мәктәп, тигәнем, анау өйҙә урынлашҡан. – Ҡабыҡ ҡыйыҡлы йорттан йыраҡ булмаған таҡта ҡыйыҡлы өй яғына ымлап күрһәтте.

    Инешләй итектәремде сискәйнем хужа уларҙы ситән бағаналарына кейҙереп, сылғауҙарымды йәйеп элде лә үҙ алдына һөйләнде:

- Бына ошолайтһаҡ, һәйбәтерәк булыр!

     Өй эсе тулы балалар икән дә баһа, береһенән-береһе бәләкәйҙәр, ят малайға, йәғни миңә аптыраңҡырап ҡарайҙар.

      Өҫтәлгә ҡуйылған икмәкте умраһынан тешләп ҡабып, эҫе сәй эскәйнем эсемә йылы йүгерҙе.

 - Ҡәнзәфәргә тинең дә ул, тик ҡайҙан килә ятыш? – аяҡтарын бөкләп урындыҡ

түренән урын алған Айнулла ағай ҡыҙыҡһына ҡуйҙы. – Шәмсетдиндән түгелдер ҙә?

 - Һабырҙан.

 - Кисеүһеҙ йылғаны кискәнһең, тип әйтһәм дә Бараҡалды аша сығыуы еңелдән булмағандыр? – Тағы ла бер тапҡыр еүеш кейемдәремә күҙ атты.

- Еңел булманы, йөҙөп сыҡтым!

 - Боҙло һыуҙымы? Улай ашҡынып килгәсең йомошоң кисектергеһеҙҙер?

 - Кисектергеһеҙ! – Көс йүгергән ҡулымды ҡылыстай һелтәнем.

    Йорт хужалары бер-береһенә ҡараш атып ҡуйыу менән сикләнделәр.

 - Бына нимә Айҙар, хәҙер һин кисектергеһеҙ йомошоңдо бер аҙға кисектереп ял

итеп ал, ә Ҡәнзәфәргә төштән һуң юлланырбыҙ ат менән, ауыл Советында, мәктәп директорында йомошом да бар ине.

 - Юҡ, миңә хәҙер үк барырға кәрәк!

- Бик ҡабалан йөрөйһөң?

 - Ҡабалан.

 - Йомошоң кемдә инде?

 - Атайымда.

- Атайыңда, исеме кем һуң уның?

 - Ниғәмәт!

- Бына һиңә яңылыҡ, тигәндәй, әләйгәс һин Ниғәмәт ағайҙың малайы булаһың!

Уларҙың балаларын таныйым, ә һин... – Әйтеп бөтөрмәне.

    Өндәшмәй башымды баҫтым.

- Улайһа былай итәйек, беҙ һине был килеш ебәрә алмайбыҙ, һыуыҡ алдырыуың

бар. Хәҙер апайың кейемдәреңде сылғауҙарыңды үтекләп киптерер, минең эш пинжәгемде кейерһең, шулай ҡулайлыраҡ та йылыраҡ та булыр. Ә хәҙер ныҡ итеп ашап ал, икмәктән, мундир картуфтан ҡабып ебәр, ҡайнар сәй ҙә ҡамасауламаҫ.

    Былай ҙа ҡыҫтатып ултырмайым да баһа, күҙ менән ҡаш араһында оло сүген бетәү картуфты, түтәрәм икмәкте, апаруҡ ҙур йомарлам майҙы бер үҙем йыпырҙым.

  Тамағым туйғас табынды уратып ултырған балаларҙы, шул оло балдаҡ табынды тулыландырған ир менән ҡатынды әле генә абайлағандай итеп ҡарап алдым: “Теүәл, бәхетле ғаилә, атайлы ғаилә бына ошолайыраҡ булалыр инде ул! Әсәйем дә эшсән егәрле, тырыш, минең өсөн йәнен бирергә әҙер, әммә беҙҙең йорт атайһыҙ йорт, атайһыҙ булғас терәкһеҙ, таянысһыҙ...”

- Ҡәнзәфәрҙә ҡалаһыңмы бөгөн? – тип ҡыҙыҡһынды Айнулла ағай.

- Юҡ, барам да тиҙ арала кире боролам! – Апай кеше тағы ла иренә һынаулы күҙ атты.

- Кире боролам, тиһең, ә ауылыңа нисек ҡайтмаҡсыһың?

- Килгән юл менән.

- Ә Бараҡалды нисек аша сыҡмаҡсыһың?

- Бәлки берәй ылау осрар, осрамаһа йөҙөп, тулҡын нисек тә теге ярға ырғытыр

әле.

- Юҡ, былай бармай, ҡустым, Ҡәнзәфәргә барырһың да тура бында, беҙгә килерһең, мин һине һыбайлап теге ярға сығарырмын.

- Һеҙ бит төштән һуң Ҡәнзәфәргә бараһығыҙ.

 - Ныҡ ҡабалан йомош түгел, балаларҙың эштәре, йомоштары мөһимерәк минең

өсөн. Ҡәнзәфәрҙән ҡайтышлай тура беҙгә киләһең, килештекме?

      Терәр-теләмәҫ кенә яуапланым:

 - Килештек...

    Ҡапҡа ауыҙына сыҡҡас ҡыйыуһыҙ ғына итеп һораным:

 - Ә Ҡәнзәфәрҙә, Ниғәмәттең, минең атайҙың өйө ҡайһы тирәләрәк?

- Ошоғаса уның өйөндә булғаның юҡмы ни?

 - Юҡ шул... - Сәйер, бик сәйер малайға оҡшағанһың бит әле һин... Улайһа былай, беҙҙең

яҡтан  барғанда тау түбәнендә Ҡәнзәфәр күренер, ә Ниғәмәт ағайҙың өйө ҡаршы

яҡта күренеп тора: алты мөйөшлө таҡта ҡыйыҡлы, урыҫ ҡапҡалы йорт. Әле Ниғәмәт ағай эшләмәй шикелле, больницанан сыҡҡан, өйҙә. Барһаң беҙҙең ғаилә исемдән дә сәләм күндерерһең.

 - Йә, эрәхмәт һеҙгә...

     Бына ҡаршымда мин бер тапҡыр ҙа күрмәгән Ҡәнзәфәр ауылы. Теге йортто ҡарашым менән ауырлыҡһыҙ эҙләп тапҡас аяҡтарым талғандай тау битләүенә сүктем. Тегендә, ят ғаиләгә хәҙер нимә тип барып инергә тейешмен әле: “Мин һинең ташлап киткән тыума улың булам, бына килдем әле!” тиерменме? Ә атайым нимә тип яуап бирер, ихласлап өйөнә әйҙүкләрме, әллә ҡатынынан үтә алмай ҡапҡа тышында ғына ҡалдырырмы, ингән хәлдә лә таныш түгел үгәй әсәй миңә ҡайһылайыраҡ итеп бағыр? Әгәр ул тышҡы ҡиәфәте, әйткән һүҙҙәре менән Хәлимәгә оҡшаһа тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Таныш түгел ауылды күҙәтеп ултырыуымды дауам иттем, сит ауыл да мине ҡабул итергә теләмәй ятһырап тексәйгән төҫлө. Оҙаҡ суҡайҙым шулай. Зәңгәр сатырында семтем дә болот әҫәре күренмәгән көн салт аяҙ, йылы. Төшлөккә еткән яҙ ҡояшы тас маңлайымды ҡыҙҙырырға тотондо. Йөгөнөкләү яйһыҙ булғас Айнулла ағайҙың эш пинжәген сисеп сирәмгә түшәнем дә шунда ултырҙым.  Теге йортҡа инеүсе лә сығыусы ла юҡ. Бына ҡыйыҡлы, бейек, ике яҡҡа асмалы урыҫ ҡапҡаһының бәләкәй өлөшө асылып китте лә унан бер ир кеше килеп сыҡты. Мыҡты уҡ булмаһа ла буйы оҙон ғына. Ир кеше ошондайыраҡ ҡиәфәттә булһын ул, һәр хәлдә бер тотам Мәүләмбирҙе түгел.  Кителгә оҡшаш яғаһыҙ пинжәк кейеп алған, тишеп төбәлгән осло күҙҙәрем алыҫ аранан күрҙеләр, шәйләнеләр, түшенә лә ниҙер ҡаҙалған һымаҡ. Орден булырға тейеш. Танымаҫ кешене таныным, был минең атайым, бер тапҡыр ҙа күрмәгән, мине яҡты донъяға тыуҙырған атайым! Уның яҡын, үҙ кеше икәнлеген, шәүләләй төҫмөрләнем, һиҙгер күңелем менән ҡабул иттем. Атайым да күҙәтеүҙе һиҙенгәндәй тура йөҙө менән боролоп баҫты, күр һәм мәңгелеккә танып ал, йәнәһе. Күптән түгел больницанан сығыуы раҫтыр, быуылып йүтәлләргә тотондо, йүтәлләүен ишетмәһәм дә билдән һынғандай бөгөлөп төшөүенә ҡарап уға ныҡ ҡыйын икәнлеген белдем. Өйәнәге үтте шикелле, ҡул һырты менән ауыҙ моронон һыпырғас ҡарашын ян-тирәһенә йүнәлтте, күҙәтеүсәнлеге, ҡыҙыҡһыныусанлығы миңә оҡшаған. Бына ул башын тура тотоп миңә ҡараны, танырға теләгәндәй ҡулын ҡашы өҫтөнә ҡуйҙы. Ирекһеҙҙән, күр мине, улыңды, тигәндәй мин дә аяғүрә баҫтым. Бер-беребеҙгә тишерҙәй итеп төбәлдек биниһая ваҡыт. Шул һирпелешеп алыуыбыҙ бер ғүмерҙәй оҙон тойолдо. Атайым тағы ла быуылып йүтәлләп алғас, хушлашып минең тарафҡа ҡулын болғағандай итте лә ҡапҡаһы эсенә инеп юғалды. Шулай итеп икебеҙ араһын бүлгән ҡаршылыҡ артына инеп боҫто атайым. Тағы шуны күҙалланым: был беҙҙең беренсе һәм һуңғы осрашыуыбыҙ, былайтып башҡаса һис ҡасан ҡапма-ҡаршы баҫып һүҙһеҙ текәлешеп тормаясаҡбыҙ, ул минең ҡарашымдан мәңгегә юйыласаҡ, билдәһеҙлеккә китеп юғаласаҡ, иртәнге томандай тараласаҡ. “Мин һине ғәфү итәм, атай, йәшә, донъяла барлығыңды белеү үҙе үк бәхет, һине киләсәктә эсемдән булһа ла һис ҡасан яманламаясаҡмын, ҡарғамаясаҡмын, бая юлда килә ятҡанда ташлаған ғәйептәремде кисерә алһаң кисер. Ниндәй генә хәлдә лә һин минең атайым булып ҡалаһың...” Ирендәрем ирекһеҙҙән ошо һүҙҙәрҙе шыбырҙанылар. Еңел һулап ҡуйҙым. Ҡәнәғәтлек, күңел тыныслығы кисергәндәй ҡайтыр яҡҡа ҡарай ҡайырылдым.

    Кире ауылға ҡайтып ингәнемдә ҡояш байымағайны әле. Ауыл осондағы юл сатына ярпайып баҫҡан әсәйем минең яҡҡа өңөлөп ҡарап торҙо ла танығас ҡаршыма йүгерә башланы, быуынһыҙланып бер нисә тапҡыр йығылып та китте, эргәмә килеп сүгеп ҡосаҡлағас сеңләп илап ебәрҙе:

- Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса?!

- Һеҙ үҙегеҙ һуң, именһегеҙме? – Һорауға һорау бирҙем. Әсәйемдән бер аҙым ҡалмай сабыулаған Алғыр тирле маңлайымды, күҙҙәремде, биттәремде алмаш-тилмәш яларға кереште.

 - Беҙҙе ҡайғыртҡан була тағы, һине эҙләп тотош ауылды аяҡҡа баҫтырҙым, Мәҙинә апайың, Лена, Валера бошоналар, Лида илаулай, класташтарың Һаҡмар яғында һине эҙләйҙәр, ҡалғандар Сейәле Түңдә, Аҡташта...

 - Әсәй, мин атайымды барып күрҙем, уның донъяла барлығына ышандым.

Беҙҙең менән бергә йәшәмәһә лә минең күңел терәгем булған тере атайым бар, атайым булғас, мин – арҡалы бала!

              
 

           

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: