Тышта күҙ асҡыһыҙ һепертмә буран. Мәле-мәле менән тирә-яҡта өйөртмә ҡарҙан башҡа бер ни шәйләп булмай. Кемдәндер үсен алғандай ыжғырып дыулай ғына әсе ел. Әле ул яҡтан өйөртөп һеперә нығынып ятмаған ҡарҙы, әле был яҡтан туҙҙыра. Февраль бураны, әйтәгүр, бурылдапмы-бурылдай. Бындай көндө йүнле хужа этен дә урамға сығармаҫ. Әле иртән дә, төшкә тиклем дә, ул тиклем түгел ине. Анда-һаяҡ ҡына өргөләп торған ел, төштән һуңға, ҡапыл ғына буранлап алды ла китте. Кискә көсәйгәндән-көсәйҙе.
Һәҙиә әбей малын иртә япты бөгөн. Малын тип ни, шул бер һыйыр инде. Балалары, аталары үлеп киткәс тә, мал тотмайһың тип ҡараһалар ҙа, шыпа буш ултырғыһы килмәй. Ауыл ерендә ғүмер буйы шуның менән көн күргәс, өйрәнелгән. Ҡапыл ғына бөтөргөһө килмәй. Арыуығын былай ҙа тотондо. Бабайы үлгәндә өс һыйыр, ике башмаҡ, бер бейәһе ҡалғайны. Һатып, аҡсаһын балаларына таратып бирҙе.
Ҡартының үлгәненә лә етенсе йыл китте. ”Нимә менән көн үткәрмәк кәрәк, һаулыҡ булғанда ҡарайым әле, - тип ныҡышып ятҡан көнө. - Әллә быйыл тотонһам, тотонормон,”- тип йөрөгәйне лә, Зарифы йәй ҡайтҡанында бесән һатып алып биреп китте. Шөкөр, бына һыйыры еленләп тора. Берәр айҙан, көн оҙап, йылыныуға быҙаулап та бирер. Ағы-түле насип булһын инде. Ҡыҙҙары: “Һатып ҡына алып ҡуймай, ыҙалайһың”, - тейҙәр ҙә бит. Үҙеңдеке - үҙеңдеке инде. Балалар үҙҙәре ҡайтһа ла “өй майы, өй ҡатығы” тип ашап кинәнә.
Буран даһыр ҙа доһор килгәс, Һәҙиә әбей сығып тәҙрә ҡапҡастарын, ҡапҡаһын нығытып япты, бер юлы этенә ашарға бирҙе. Асыҡҡандыр, буран тип торманы, йәһәт кенә ояһынан сығып, йылы икмәк туралған ашты ашаны ла, ояһына инә һалып китте.
Һәҙиә әбей ишек алдын көрәштереп, тупһаны селек һеперткеһе менән һеперҙе. Ишегенең келәһен элеп, өйгә инде. Өҫтөндәге кейемен ҡаҡҡылап мейес артындағы урҙаға элде. Сүсинкәһенең галошын систе, быймаһын йылы мейескә терәп ҡуйҙы. Битен йыуып ултырған бесәйенә: “Бынау хәтле буранда кемде ҡунаҡҡа саҡырып ултыра икәнең, ә?” - тип өндәште. Бесәй, ысынлап та, иҙән уртаһында кинәнеп китеп битен йыуа ине.
Кискелеккә сейәле майын ултыртып, ҡомалаҡтан бешергән әсикмәге менән сәй генә эсте. Өҫтәл тирәһен йыйыштырып, мейесен томаланы. Суйын кәстрүленә һыу ҡойоп, бер-ике башҡа ит һалды ла, мейес төбөнә ҡуйҙы. Газда бешермәй ул итте, күберәк мейес төбөнә ултырта. Былай алайыммы булып бығып тороп тандырҙа бешә. Мейестә бешкән ашҡа ни етә? Иртән тороуыңа әҙер ҙә була. Һәҙиә әбейҙең элек-электән килә был ғәҙәте.
Ваҡ –төйәк эшен теүәлләгәс, кисәге башлаған бейәләйен бөтөрөп ҡуяйым тип, ҡулына алды. Түрбаш яғының утын һүндерҙе лә, мейес эргәһенә ултырғысын ултыртып, телевизорын ҡабыҙҙы.
Эшкә әүрәп, байтаҡ ваҡыт ултырған икән. Шул саҡ ҡапыл ҡапҡа туҡылдаған тауыш сыҡты. Әбей урынынан һикереп торҙо, ҡорған аша яҡтылыҡ төшкән кеүек. Был ни хәл?
- Эй алла, Ғәлимәлер. Ниғәмәте тағы эскәндер. Балаһын эйәртеп йоҡларға инеп киләлер. Эсеп кенә ҡуйһа икән, боларыуы бит уның. Балаһының йөрәген бөтөрҙө, - тип һөйләнә-һөйләнә Һәҙиә әбей куфайкаһын кейә һалып, тышҡа сығып китте.
Ниғәмәт эсһә, туҡмай шул бисәһен. Уныһының барыр ере, батыр күле юҡ тигәндәй, балаһын эйәртә лә Һәҙиә әбейгә йүгереп килә. Элегерәк эҙләп килеп ҡаңғыра ине. Бер килгәнендә милицияға яҙып бирәм тигәйне, әллә шунан һипһенде, хәҙер артынан килмәй. Эсмәһә, һин дә мин һымаҡ. Эшкә барған ерҙән, ер аяғы ер башынан алып ҡайтты үҙе Ғәлимәне. Төҫкә-башҡа ла матур, ипле, аҡыллы ғына бала. Әсәйҙән иртә ҡалып, үгәй ҡулында ғына этелеп-төртөлөп үҫкән. Йәлләп индерә Һәҙиә әбей. Үҙенән бигерәк балаһы йәл. Бахыр, тырышып-тырмашып эскән ир менән донъя көтөп маташа. Ниғәмәтенең бар белгәне - эсеү. Шуның арҡаһында йүнләп бер ерҙә лә эшләй алмай. Ашарға аҡса табып алып ҡайтмаһа ла, эсергә таба. Үҙенә теймәҫ бисә алырға эшкинде иллә мәгәр. Етемлектә, ауырлыҡ күреп үҫкәнгәме, Ғәлимәһе әрһеҙ, өнө-тыны юҡ, эшкә шәп. Әрһеҙләшеп барып колхоздың столовыйына эшкә төшөп китте. Үҙе поварға уҡыған икән. Хатта аш–һыуы татлы, үҙе ихлас ҡына. Кешегә лә йылымыҡ. Һәҙиә әбейгә инһә лә, ҡулынан эшен тартып алып, эшләргә әҙер генә тора. Шуға ярата Һәҙиә әбей Ғәлимәне. Яҡын күрә, ҡай ваҡыт йәлләп китә үҙен. Ҡыҙы ла Һәҙиә әбейгә өйрәнеп бөткән.
Ниғәмәттең атаһы Ғәләү ҡарт менән әсәһе Сафия әбей Ғәлимәне эскә тартмай. Килен булып төшөп йыл да йәшәмәне ҡәйнә-ҡайны менән. Арандай ҙур өйгә һыйҙырмай, Һәҙиә әбейҙең күршеһендә торған буш өйгә, башҡа сығарып ҡуйҙылар. Иренең эсеп йөрөүенә килендәрен ғәйепләһәләр ҙә, Ниғәмәттең Ғәлимәне алғансы уҡ эсергә ярата тигән даны сыҡҡан ине.
Ауыҙын асҡан һайын Сафия әбей: “Ирен ҡарамай, ҡырыуар колхоз абышҡаһын тәрбиәләй, үҙенекен эшкә һанамай”, - тип ситкә тибә киленен. Бер ауылда йәшәһәләр ҙә, бик ҡатышып та бармайҙар. Сафия әбей һаран, ҡырҡһаң ҡаны сыҡҡыһыҙ. Етмәһә, үҙе терәвез* генә, танау өҫтөнән ҡараған булып, кешене һанға һуғып бармай. Тәүҙәрәк Ғәлимә ҡунаҡҡа ла саҡырып ҡараны. Ялындырып, килмәҫ өсөн ҡырылмаһа ҡырҡ сәбәп табып торғастар, хәҙер бик өндәшмәй. Әллә ни иткән кешеләр. Инде йәштәре лә олоғая. Ике ул үҫтерҙеләр. Ниғәмәттең ағаһы Фирғәт, йәшләй генә өйләнеп, ҡырға сығып китте. Йылына бер отпускыға ғаиләһе менән ҡайтып китә. Ғәләү ҡарт ғүмер буйы әбейенең көйөн генә көйләп йәшәгән кеше. Сафия әбейҙән үтеп бер эш тә ҡылғаны юҡ.
- Ни ғиллә тыуып китте, балам, был тиклем буранда ҡайтмаһаң, башҡа көн булмаҫ, тинеңме? Мин һине Ниғәмәттеке килен Ғәлимә икән тип торам. Эсһә, болара бит, шунан ҡасып Ғәлимә балаһы менән миңә килә йоҡларға. Үт, әйҙә, сисен, нисек ҡайтып еттең? Бынау көндә йүнле хужа этен урамға сығармаҫ. Әйтәгүр, бесәй рәхәтләнеп битен йыуа ине шул, һин ҡайтыуға булған икән.
- Әсәй, ғәфү ит һине төндә борсоғаныма. Ун көнгә отпускы алғайным. Үткән йыл ҡулланылмаған көндәр бар ине. Өфөлә ятҡансы, тиҙерәк һинең яныңа ҡайтайым, тип сыҡҡайным. Иртәрәк сығып булманы шул ҡайтырға. Хәл итәһе эштәр бар ине. Мин сыҡҡанда ул хәтлем үк түгел ине, ярты юлды үткәс, көсәйә төштө.
- Йә, ярай улайһа, өҫтөңдө сисеп, мейес тирәһенә эл, ҡул-мулыңды йыуғансы мин өҫтәл әҙерләйем. Ҡалай һәйбәт булған ял алып. Әҙерәк кәртә тирәһен ҡараштырып китерһең. Сығарылған бесән дә бөткән ине.
- Әсәй, сәй генә эсәм, аш-маҙар әҙерләп мәшәҡәтләнмә. Бына ошо сумкала һиңә күстәнәстәр алғайным.
- Атаҡ-атаҡ, анауынсама юлдан ҡайтып ултыраһың, ашһыҙ булмай инде, һурпа һурпа булыр әле. Төшкөлөккә бешергән ашым бар. Хәҙер йылытам.
Зариф әллә ысын асыҡҡан, әллә әсәһенең ашы һағындырғанмы - ҡыҫтатмай ғына ашаны. Әсәһенең үлән сәйен эсеп алғас, хәл кергәндәй булды. Сәй янында Һәҙиә әбей улына иғтибар итте. Баҡһаң, аңғармай ҙа йөрөгән, Зарифтың да сәстәренә сал төшкән дә баһа. Әле генә бала ине, ғүмерҙең үтеүе. Көҙгә ҡырҡын тултыра. Типһә тимер өҙөрҙәй сағы. Эше ауырмы - йонсоған да һымаҡ. Көлөп кенә торған сөм-ҡара күҙҙәрендә һағыш та бар. Әсә кеше барометр менән бер инде. Һәҙиә әбейҙең йөрәге бер мәлгә һулҡылдап ҡуйҙы.
Эскенәһе ҡайыша шул ошо Зарифы өсөн. Бисәнән бәхете юҡ. Тәүгеһе - Люба, мәрйә ине. Ғариф ҡарт, бахыр, тызаңнап ҡараған булды күрһәтергә алып ҡайтҡас.
- Башҡорт бөткәнме, ни эшләп мәрйә алаһың? Үҙ башҡортоңа ни етә? Балаларың урыҫ булыр, мин белмәгән урыҫсам менән тел һындырып ултырайыммы ҡарт көнөмдә, - тип һуҡранып ҡарағайны ла, Һәҙиә бит үҙе яҡлашты улын.
- Ҡуй әле, һинең какуйың бар, бабай? Кемде һайлаған, шуны ала инде, –тигән булып. Йә, шунда бабайы менән бер ауыҙлы, бер һүҙле булһасы. Әллә кире уйлар ине Зарифы. Ней, яҙмыштыр. Артынан тотам ҡалмай йөрөгән мәрйә эйәреп ҡайтҡансы уҡ ҡороҡ һалып бөткән булғандыр инде.
Зариф Ғариф ҡарт менән Һәҙиә әбейҙең Хоҙайҙан һорап ҡына алған ҡәҙерле улдары. Рәсимәһе менән Рәсиләһенән һуң тыуған өс балаһы ла йәшәмәй үлеп киткәс, Зарифтарын, тыуғас та, “һатып алғайнылар” тәҙрә аша. Насип бала булдымы, йола ярҙам иттеме - бала йәшәп китте. Бәләкәйҙән тыныс, аҡыллы булды. Апаларынан йәш айырмаһы байтаҡ. Рәсимә лә, Рәсилә лә яратып ҡына үҫтерҙеләр ҡустыларын. Ғариф ҡарт та Зариф тип йән атты.
- Уҡы, балам, беҙгә уҡыу эләкмәне, исмаһам, һин уҡып кеше бул. Уҡыған кеше юғалмай ул бер ерҙә лә, - тип атаһы бәләкәйҙән күңеленә һеңдерә килгәнгәме - уҡыуға әүәҫ булды. Мәктәпте бөткәс, Өфө нефть институтына уҡырға инеп, инженер һөнәренә эйә булды. Уҡыуын бөтөп ҡайтҡас, Зарифтан былай атаһы мәрхүм ҡыуанып бер булды. Дипломды үҙенә биргәндәрме ни? Әллә нисә ҡат әйләндергеләп ҡараны.
Ике апаһы ла кейәүгә сығып, район үҙәгендә төпләнделәр. Ураған һайын ата-әсәләренең хәлен белергә, ярҙамлашырға ҡайтып торалар. Шуғалыр инде Зарифтың алыҫ Себер яҡтарына эшкә юллама алыуына берәү ҙә ҡаршы булманы. Ғариф ҡарт ул ваҡытта колхозда ат ҡараусы булып эшләп йөрөй, әсәһенең яңы пенсияға сыҡҡан мәле. Ата-әсәһенең, туғандарының фатихаһы менән Зариф Себер яҡтарына эшкә сығып китте.
Ана шул Себерҙән алып ҡайтты ла инде мәрйәне. Люба менән ун йылға яҡын йәшәнеләр Себерҙә. Ней бары өс ҡайтты ире менән Бирҙеғолға. Унда ла аҙна торһа, “Себер” тип күҙе шәмәрә башлай торғайны. Зарифҡа хут булманы ауылда рәхәтләнеп ял итергә. Анан ҡалһа, ”море” тип теңкәһенә тейеп бер булыр ине.Үҙе бала ла табырға уйламаны. Ата-әсәһенең бер бөртөк ҡыҙҙары. Әпәүләп, нужа күрһәтмәй генә үҫтергәндәр. Зариф ун йылға яҡын әпәүләп йәшәп ҡараны мәрйәһен. Квартираһын да, машинаһын да алды. Йыл да диңгеҙ, йә булмаһа сит илгә сәйәхәт. Аҡсаға ҡытлыҡ юҡ.
Ябай эшсе генә булып эш башлаған егет, тора-бара цех начальнигы дәрәжәһенә күтәрелде. Эштән бәхете булды. Үҙен коллегалары ла хөрмәт итте. Йәш кенә булһа ла төплө белемле, сабыр, аҡыллы егеткә артабан да үҫергә була ине. Юҡ шул, булманы. Саҡ ҡына эштә тотҡарланһа ла тауыш сығарҙы Люба. Ҡыҙғанды ирен, кем етте шуға ҡушып, нахаҡ бәйләнде.
Тәҡәте ҡалмағас, уйланы-уйланы ла Зариф, айырылып, тыуған яҡҡа ҡайтырға, тигән ныҡлы ҡарарға килде. Бәйләп торған бала-саға юҡ. Былай йәшәүҙең уға бер ҡыҙығы ла ҡалмағайны. Йәштәштәре, тиҫтерҙәре ике-өс балалы булып бөттө. Бала йәнле Зариф ни хәтле сабый теләһә лә, Люба кире ҡаҡты. Йәнәһе лә өлгөрөрбөҙ.Үҙебеҙ өсөн йәшәп ҡалайыҡ.
Разводҡа Зариф үҙе бирҙе. Теләһә эшләп, теләмәһә өйҙә, Зариф елкәһендә йәшәп өйрәнгән Люба “развод” һүҙен ишетеү менән башта зыу ҡупты. Һуңынан ни эшләргә белмәй албырғаны, Зарифты юғалтыуҙан ҡурҡты. Күрәһең, ғүмер буйы шулай Зариф баш эйеп, уны ғына көйләп йәшәр тип уйлағандыр. Аптырағас, юхалап ҡараны. Ыҡҡа килерҙәй булмағас, ҡурҡытып бер булды.Тик Зариф ҡына алдына алғанын ҡуйманы. Айырылғас та эштән китергә ғариза яҙҙы. Хужаһы тиҙ генә эштән ебәрмәй ыҙалатты. Төрлөсә өгөтләп ҡараны. Тик күндерә алманы. Зариф, Себерҙе ташлап, бөтөнләйгә тыуған яғына ҡайтып килде.
Ай тирәһе иркенләп ял итте ата-әсәһе эргәһендә. Нисә йыл йүнле-башлы бесән эшләгәне юҡ ине. Ат егеп көн дә бесәнгә йөрөнөләр. Еҙнәләре менән кәбәнен дә һалды. Атаһы менән арҡаға арҡа терәп, бер арба йәшел бесән өҫтөндә гәпләшеп ҡайтыу - иң бәхетле мәл булған икән. Һуңғы бәхетле мәл. Ғариф ҡарт киләһе яҙға ауырып китеп, йәй сығыуға гүр эйәһе булды.
Зариф, Себерҙән ҡайтҡас, эшкә Өфөгә заводҡа килеп урынлашты. Йыйған аҡсаһына бер бүлмәле фатир һатып алды. Бергә уҡыған дуҫы Илдар уны үҙе саҡырҙы янына. Яңы ғына ине һымаҡ ҡайтҡанына, байтаҡ ғүмер үтеп тә бара. ”Уҡыған кеше юғалмай”,- тей торғайны атаһы мәрхүм. Ысынында ла шулай, эштән бәхете бар, шөкөр. Заводта ике йыл эшләгәс, цех начальнигы итеп күтәрҙеләр. Коллективында хөрмәт ҡаҙанды. Ипле бит кешегә, аҡырып-екерә торған ғәҙәте юҡ. Кешенең хәленә инә белә. Үҙе лә эшен ярата. Йылдан ашыу халастуй йөрөгәйне. Апалары ай-вайына ҡуймай6 “Өйлән дә өйлән”, - тип өҙмәне лә ҡуйманылар. Һәҙиә әбей үҙе лә:
- Балам, йәшең бара. Ғүмер тиҙ генә үтә лә китә ул. Берәй яулыҡ табырға кәрәк. Самый ғына парлап, бала-сағалар үҫтерә торған сағың. Эшкә әүрәп йөрөмә. Берәй нәмә уйларға ваҡыт.
- Әсәй, аныһы шулай ҙа ул.Үҙем дә аңлайым да. Күңелгә ятҡандар осрамай бит, ярай, һин әйткәс, уйлармын.
- Бер ауыҙың беште мәрйә менән, инде үҙебеҙҙең йыныстан ҡара. Шыпа яңғыҙ үҙеңә лә ҡыйын бит. Әле мин дә, Аллаға шөкөр, үҙ көнөмдө үҙем күрәм. Берегеҙгә лә һалыҡ итеп һалып ҡуймаһын инде, Хоҙайым. Үлеп киткәнсе бала-сағаңды һөйгөм килә. Шуһынным төшөп ҡалғандарҙан түгелһең әле. Буй тиһәң буй-һының, төҫ тиһәң төҫөң, ашың, эшең бар, тигәндәй. Һиңә тигән насибы йөрөйҙөр, моғайын.
Зариф үҙе лә һуңғы ваҡытта был турала йыш уйлай. Ғүмер үтә, йәш тә бара. Атаһы үлгәс, әсәһе: “Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға килешһен”, - тип ҡабатлағанын ишеткәне бар. Көн эш менән үтһә лә, кис буш өйгә ҡайтып инеүе ялҡыта башланы.
Зарифтың икенсегә өйләнеүе уйламағанда булды. Дуҫы Илдарҙың тыуған көн табынында танышты ул Әлфиә менән. Илдарҙың ҡатыны Лүзә менән бер группала уҡығандар. Икеһе лә медик. Иренән айырылған, биш йәшлек малай үҫтерә. Бик сибәр үҙе, алсаҡ. Буй-һыны килешле, аҡ йөҙлө, теле-телгә йоҡмаған йәш ҡатын Зарифтың иғтибарын баштан уҡ яуларға тырышты. Килештереп кейенгән. Табынға ултырышҡас та әрһеҙ ҡатын Зарифҡа күҙ атты. Вальсҡа ла бейергә үҙе саҡырҙы. Кәрәк-кәрәкмәгәндә һүҙ ҡушҡыланы. Табын бөтөүгә үпсем Зарифҡа яҡынайып алды. Күңелле мәжлестән һуң такси менән ҡунаҡҡа килгән Әлфиәне Зариф өйөнә оҙатып ҡуйҙы. Гоголь урамында ике туған һеңлеһе Әминә менән фатирҙы ҡуртымға алып йәшәйҙәр икән. Осраҡлы ғына тормошҡа сығыуын “йәшлек хатам” тип аңлатты. Малайы Маратты әлеге көндә әсәһе менән атаһы ҡарай. Өфөгә яҡын райондағы ауылда йәшәйҙәр. Ошо турала белде Зариф Әлфиәне оҙата барғас. Аралашып торорға һүҙ бирешеп хушлаштылар.
Өс ай тирәһе осрашып йөрөгәс, насибы булдымы - Әлфиәне Бирҙеғолға таныштырырға алып ҡайтты Зариф. Һәҙиә әбей илап ебәрҙе, улы Әлфиә менән килеп ингәс. ”Килен күрәбеҙ”, - тип апалары район үҙәгенән ҡайтып төштө. Табын әҙерләп, ҡунаҡ иттеләр Зариф менән Әлфиәне. Өфөгә ҡайтырға булғас, ер йөҙө күстәнәс менән оҙатып ҡалдылар. Зыулап буласаҡ киленен барынса ҡәҙер итеп йөрөһә лә, Һәҙиә әбейҙең башында мең төрлө уй ҡайнаны.
Оҙатып ҡапҡаны япҡас та: “Белмәйем, бәхетле итһә ярай ҙа ул баламды. Төҫө-башы бар ҙа бит. Күҙгә ҡарап ихлас һөйләшмәй. Ас яңаҡлы, нәҙек иренле. Йәш кәләшме ни, Зарифҡа тағылып, артынан бер тотам ҡалмай. Анан ҡалһа, өҫтәл артында Зарифтың ҡолағына хәбәр һөйләп бер була. Бигерәк йыпый, юха күренә. Үҙе бигерәк “ултырышлы”, йүгереп йөрөгән Рәсимә менән Рәсиләгә өҫтәл дә йыйышманы, исмаһам”, - тип үҙ алдына һөйләнде. Үҙе тағы берәйһе ишетеп тормаһын тип, йән-яғына ҡаранды. Инде ҡалайтаһың, үҙе һайлаған. Өҫ-башын йыуып, тамағына йүнәтһә, минең менән йәшәй торғаны юҡ. Үҙ-ара килешеп, берегешһәләр, ҡаршы тороп булмай инде. Йәше лә ырап китеп бара. Былай таҫма теле менән Зарифты арбаған. Уңып китһен инде, - тип күҙенә йәш алып үҙ-үҙен йыуатты Һәҙиә әбей.
Күпте күреп, күпте һынаған әсәһенең һиҙемләүе бушҡа булманы шул. Таҫма тел Әлфиәнең яһил ғына икәне айҙан ашыу бергә йәшәгәс тә беленде. Шул арауыҡта Зарифтың зарплатаһын ҡулына ала алмай ҡаҡшап бер булды. Квартирына күсеп килгәс, ул юҡ, был юҡ тип мыжыны. Унан инде “пропискаға ҡуй” тип ныҡыша башланы. Әлдә ярай Нәғим еҙнәһе, бер аҙ йәшәп ҡарамайынса пропискаға ҡуймай тор, тип иҫкәрткән. Үҙен генә ярата торған ҡатын булып сыҡты Әлфиә. Малайы Маратты ла үҙ янына алырға уйламаны. Хәҙер инде улы ата-әсәһе янында икенсе класта уҡып йөрөй. Нисә тапҡыр Зариф: “Әйҙә үҙебеҙҙең янға алайыҡ”, - тип ҡараны, ыжламаны ла .
Дүрт йыл инде: “Пропискаға ҡуймайынса бала тапмайым”, - тип зыйтына тейеп йәшәй Зарифтың. Үсекһә, айҙар буйы яҙылмай. Үҙенә тамаҡ бешереп ашай ҙа, ире эштән ҡайтһа, йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнә. Башта Зариф бер килке көйләп, яҙып маташты. Юҡ, булмағас, булмай икән Мәләүез баҙарында мундир бәрәңге. Тиҫкәренең тиҫкәреһе. Буйтым арыны Зариф бисәһенең көйөн көйләп йөрөй торғас. Аптырап ҡул һелтәне.
Эштән һуң ҡайтып, ыҙғышҡандарында:
- Етте, Әлфиә, мин һине көсләп тотмайым. Теләгең юҡ икән минең менән йәшәргә, дүрт яғың ҡибла. Һинең менән минең уртаҡ бер нәмәм дә юҡ, - тип тураһын ярып әйтте.
Зарифтан быны көтмәгәйне Әлфиә. Китте туҙып:
- Һинән башҡаны таба алмаҫ тейһеңме әллә? Әйтерһең, әллә кем. Йүнле булһаң, тәүге бисәң бала табып бирер ине әле. Йәбешеп ятмайым һиңә, могу бына тигәнде табырға. Әле минең еләк кеүек сағым. Баштан уҡ, бергә йәшәргә уйлаһаң, пропискаға ҡуяр инең. Нисә йыл йәшәп бер тин аҡсаңды күрмәнем, жмут. Һинең һымаҡ ишәк ирҙәрҙең кәрәге бер тин. Ҡыумаһаң да әллә ҡасандан китәм тип йөрөй инем...
Тағы нимәләр әйтер ине икән, Зариф тыңлап бөтмәне, тышҡа сығып китте. Күптән йәйәү Ағиҙел ярын ҡыҙырғаны юҡ ине. Тирә- яҡты күҙәтеп, һауа һулап оҙаҡ ҡына йөрөнө Зариф йылға ярында. Әлфиә тынысланғандыр тип өйөнә табан атлағанда, подьезд алдындағы таксиға бисәһенең, сумкаларын тейәп, ҡуҙғалып киткәнен күреп ҡалды. Өйөнә инеп, кухнялағы дәфтәр битендәге яҙыуҙы уҡығас, иркен тын алды ир. Ике генә һөйләм ине был яҙыуҙа: ”Мин һинән китәм. Асҡысыңды күршеңә ҡалдырам”.
Шул китеүҙән күрешкәндәре лә, һөйләшкәндәре лә юҡ. Ҡыҙыҡ анда-һаяҡ Любаһын иҫенә төшөрөп, йә төшөнә инеп, хәтирәләргә сумып алғылай. Әлфиә менән улай булғаны юҡ. Хатта бергә йәшәгән кеүек тә түгел.
Һуңғы ваҡытта әсәһе эргәһенә йыш ҡайтырға тырыша. Әле бына ялын да әсәһен уйлап алды. Ҡыш көнө әҙ генә булһа ла ярҙам итер. Һуңғы осорҙа күҙгә күренеп ҡартайғаны тойола әсәһенең. Бөгөн дә бына, буранға ла ҡарамай, ялының бер көнөн дә әрәм иткеһе килмәй, ҡайтып килде.
Ҡайтып, әсәһенең тәмле сәйен эсеп, әсәле-уллы бер аҙ гәпләштеләр ҙә, йоҡларға әҙерләнделәр. Әсәһе һәр ваҡыттағыса уға түрьяҡтағы карауатҡа урын һалып бирҙе. Утты һүндереп ятып та өлгөрмәнеләр, тышта эттең туҡтамай өргән, ниндәйҙер ҡысҡырған тауыш ишетелде. Зариф, әсәһен торғоҙмаҫ өсөн, йәһәтләп тороп утты ҡабыҙҙы. Тыштағы буран тауышы бер аҙ туҡтаған арала ҡапҡа туҡылдатҡан тауыш ишетелә. Эт арбаңлап өрә.
- Ғәлимәлер, ире туҡмайҙыр, шунан ҡасып килгәндәрҙер. Уй Алла, анау бала ғынаһы өшөмәһен, - тип һөйләнде әсәһе. Зариф йәһәт кенә кейенеп тышҡа сығып китте.
Бер аҙҙан илап аҙарынған Ғәлимә менән килеп ингәс, Һәҙиә әбейҙең ҡото осто. Ғәлимәнең һүҙ һөйләрлек рәте юҡ. Үҙе туҡтауһыҙ ҡалтырана. Һөйләп ҡарай, бер ни аңлап булмай. Зариф аптырап әсәһенә текләгән. Ҡото алынған Һәҙиә әбейгә кейенеп урынынан тороуҙан башҡа сара ҡалманы. Тороп баҫыуы булды, Ғәлимә йәнтәслим килеп Һәҙиә әбейҙе ҡосаҡлап алды:
- Инәй, Ниғәмәт аҫылынған!
- Атаҡ-атаҡ, ыстағафирулла тигән! Ҡасан? Нисек? Ҡайҙа аҫылынған? Кем күргән?
- Инәй, яңы үҙем күрҙем. Утынлыҡтан утын алайым тип сыҡҡайным...
Һөйләп бөтә алманы - Ғәлимәне йығылған ерҙән Зариф тотоп ҡалды, урындыҡҡа алып килеп һалды ла:
- Әсәй, ауыл советына хәбәр итер кәрәк. Мин тиҙ генә барып киләйем. Юлда фельдшерға һуғылырмын, - тип сығып китте. Йөрәге ҡупҡан Һәҙиә әбей йылы сәй эсереп, алайтып-былайтып, Ғәлимәнең саҡ күҙен астырҙы.
- Әлиә, ҡайҙа? Өйҙәме, бер үҙеме?
- Эйе, йоҡлап киткәйне. Уянып ҡурҡып ҡуймаһын, мин ҡайтайым, инәй.
- Ҡана үҙем дә барайым. Ата-әсәһенә хәбәр итер кәрәк.
- Мине ғәйепләйҙәр инде, хәҙер миңә йәбешәсәктәр, - тип һулҡылдап иланы Ғәлимә.
- Бушты һөйләмә, муйынына һин элмәк һалмағаның бит. Тәҡдире шул булған, көнө бөткәндер, - тип йоҡа ғына кейенгән Ғәлимәнең арҡаһына ҙур дебет шәлен бөркәндереп, эйәреп китте.
Шул тиклем көсәйгән буран төн уртаһына бер аҙ баҫылды. Был төндә ике күршенең өйөндә ут һүнмәне. Тауышҡа уянып илаған Әлиәне үҙҙәренә алып ҡайтып һалды Һәҙиә әбей. Зариф та таңға ғына ҡайтып бер аҙ серем итеп алды.
Иртән иртүк Ниғәмәтте экспертизаға күрше Мораттың газеле менән Зариф алып китте. Сафия әбей менән Ғәләү ҡарт ике һүҙҙең береһендә Ниғәмәттең үлемендә Ғәлимәне ғәйепләне.
- Эш тигән булды ла сапты. Өйөнә ҡайтып инмәне. Шунан ир эсә инде. Эсмәй ни эшләһен. Ярай, ҡотолдо. Рәхәтләнеп ирһеҙ йәшәр. Гулэйт итә алмай йонсой ине. Юл асылды. Минең улымды эшкә һанаманы бит. Әйҙә, һәйбәт ир табып йәшәһен. Эсмәгән, тартмаған ирҙе кем биреп ҡуйыр икән? Ирҙе ир итеп йәшәһәң генә ир була, - тип татылданы Сафия әбей. Өсөн уҡытҡас:
- Өй беҙҙеке. Беҙ алып бирҙек. Йә аҡсаһын түләйһең, йә икенсе өй табып сыҡ, һатабыҙ, - тип ҡаңғырҙы Ғәләү ҡарт әбейенең хәбәрен һөйләп. Һәҙиә әбей, быны ишеткәс, тьетеп ташланы:
- Кеше лә түгел икәнегеҙ, оятһыҙ. Инде нисә ғүмер йәшәмәк булып, өйгә талашып тораһың, битһеҙ. Эй, инабатығыҙ юҡ бит, үлмәҫҡолдар. Балаһын нимә тип уйлайығыҙ, балаһы бар ҙа баһа, оялмай, өйҙән ҡыуып тороп. Торма бында Сафияның хәбәрен һөйләп. Ҡәбергә алып китмәк булағыҙмы, һаман аҡсаға туймай. Алып китерегеҙ баяғы, кәфендең кеҫәһе юҡ, үҙеңдең өйөң дә ултырып ҡаласаҡ. Мин күрмәһәм дә, башҡалар күрер әле эт менән ҡош кинәнгәнен, үҙ балаларыңдан йәлләп торһаң да, - тип борҡолдатып бер итте Ғәләүҙе.
Өсөн уҡытҡанда килеп талашып ҡайтып киткәндән һуң, Сафия әбей менән Ғәләү ҡарт: “Етеһен үҙебеҙ уҡытабыҙ”, - тип, килендәре саҡырһа ла, килмәгән булдылар. Ауыл халҡына рәхмәт, ярҙамынан ташламаны. Береһе лә Ғәлимәне ғәйепләмәне. Ғәлимә үҙе кешегә ипле, аҡыллы. Бергә эшләгән дуҫ-иштәре йүгереп йөрөнө. Һәҙиә әбей ҙә ярҙамынан ташламаны. Хатта Зарифҡа ла эш тейҙе. Ҡоро-һары утын әҙерләп бирҙе, ишек алдындағы ҡарын көрәп, юл һалды бурандан һуң. Бик танһыҡлатып киткән икән ауыл эше.
Бер көндө Һәҙиә әбей:
- Ғәлимә райүҙәккә барырға машина эҙләй, буш булһаң, алып барып ҡайтаһыңмы әллә? Ҡыҙын балнисҡа күрһәтә алмай ҡасанан бирле, иренең похоронныйын алырға справка алып барыр кәрәк тейме, районда эшем күбәйеп китте, тей, - тине.
- Әйтһен һуң, әйтһә ни, алып барырмын, – тигәйне, әсәһе:
- Әйттем дә ул, уңайһыҙ, тей ҙә ҡуя бит. Былай ҙа Зариф ағай күп ярҙам итте, рәхмәт инде, тей. Шулай шул, бисә бәхете ирҙән, ир бәхете бисәнән, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер. Алманың аҫылын ҡорт ашай. Хут әллә нимә тиһен Сафия, малайы кинәндереп көтмәне инде бисәһен. Ҡоро хәҙер Ғәлимәне минауатлап бер булған була. Бер килеп малайҙарының хәлен белергә эшкинмәнеләр ирле-бисәле, атай-әсәй була тороп. Бисәһен күптән үҙ итмәнеләр. Аны ни бөтә ауыл белә. Бер мин әйтәмме?
Иҫәпле көн үтеп тора. Ун көнгә тип ҡайтҡан Зарифтың да эшкә китер ваҡыты етте. Күрше Ниғәмәттең үлеме менән ҡаңғырҙылар бер нисә көн. Ике көн әсәһенең һарайынан инмәне. Бесән сығарҙы, бер аҙын кәртәһенең башына ташланы.
Әсәһенең һүҙен йыҡманы. Ғәлимәне алып барып килде йомошо менән районға. Бер юлы апаларына һуғылды. Рәсимә апаһын күрә алманы, еҙнәһен генә тап итте өйөндә. Ул да эшкә ашыға ине. Рәсилә апаһы менән еҙнәһе өйҙә инеләр. Апаһы яңы эштән ҡайтып ингән, еҙнәһенә төнгө смена икән. Һағынған ҡустыһын, тупһанан уҡ йүгереп килеп ҡосаҡлап алды Рәсилә. Ул арала өҫтәл әҙерләп, ҡунаҡ иттеләр. Күңел булғансы һөйләшеп, арыуыҡ ултырғас, апалары менән хушлашып, ҡайтырға сыҡты. Рәсилә арыу ғына күстәнәс тотторҙо әсәһенә. Ҡапҡаны сыҡҡансы оҙатып тороп ҡалдылар.
Зариф Ғәлимәне алырға һөйләшкән урынға килеп туҡтаны. Ул ни арала эшен теүәлләгән, ҡайһы арала ике сумка тултырған? Ҡайтырға көтөп тә тора. Тәүҙәрәк машинаны абайламаны, асыҡҡандыр, нимәлер ашап маташа. Ҡапыл машинаны таныу менән ҡулындағыһын йәшерҙе, ауыҙ-моронон һөртөп, көс еткеһеҙ сумкаларын һөйрәп, машинаға ыңғайланы. Зарифҡа Ғәлимә йәл булып китте. Быға тиклем бик иғтибар итмәһә лә, килгәндә һүҙ ҡушып һөйләшеп маташты Зариф. Ғәлимә уңайһыҙланып, аҫҡа ҡарап ҡына һөйләшкәс, артыҡ әрһеҙләшмәне. Машинаһынан һикереп төшөп сумкаларын алды ла, багажникка ҡуйҙы. Алға, үҙе янына ултырырға әйтеп ҡарағайны ла, йәш ҡатын ризалашманы. Машинаның артҡы ултырғысына инеп ултырҙы. Килгәндә алда ултырып килгәйне. Әллә ауыл яғына ҡайтырға булғас уңайһыҙландымы, кем белә инде. Егерме биш саҡырым араны ярты сәғәттә ҡайтырға. Ҡуҙғалып китеү менән көҙгөнән һыуыҡтан алһыуланған, бер аҙ ғына борсолоу, шулай ҙа сабырлығы йөҙөнә сыҡҡан нурлы ғына йөҙҙө күрҙе лә ток һуҡтымы ни? Зарифтың тәндәре зымбырҙап китте. Ни булғанын үҙе лә аңламаны. Күҙҙәрен тыя алмай шым ғына көҙгө аша йәш ҡатынды күҙәтә башланы. Тулҡынланып торған сәсе матур ғына булып маңлайына ятҡан. Аҡ ҡына һылыу йөҙ. Мөләйемлелеге йөҙөнә сыҡҡан. Ҙур ҡара күҙҙәре моңһоу ғына тышҡа төбәлгән. Нимәләр уйлағаны тик үҙенә генә мәғлүмдер. Әле йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, донъяның әсе-сөсөһөн татырға өлгөргән, шул саҡта ла сабырлығы, аҡыллылығы йөҙөнә сыҡҡан был йәш ҡатын ҡапыл Зарифты минут эсендә әллә нимә эшләтте. Ул тиҙлекте кәметте. Ни эшләптер оҙаҡ, бик оҙаҡ ошо матур ҡатынды көҙгөнән күҙәтеп барғыһы килде. Ә ул Зарифтың уға текләп күҙен дә алмай күҙәтеп барғанын һиҙмәй ҙә. Тәҙрәгә ҡарап бөтмәҫ уйға сумған. Ауыл күренеү менән Ғәлимә уйынан арынып, ҡапыл көҙгөлә үҙен күҙәтеп барған Зарифты шәйләне булһа кәрәк. Ап-аҡ йөҙө алһыуланғандай булды. Күҙен йәшерҙе. Ни ғәжәп, Зариф үҙен тыя алмай, тиҙлекте кәметкәндән кәметте. Тағы, тағы күҙәтәһе килә. Юҡ, юғалтҡыһы килмәй. Бынағайыш, ошо йәшенә етеп бындай хәлдә ҡалғаны юҡ ине. Нимә был, нисек аңларға?
Ауылға инеп, үҙҙәренең урамдарына боролғас, үҙен ҡулға алырға тырышты Зариф. Ғәлимә өйө янына килеп туҡтау менән:
- Зариф ағай, бына һеҙгә аҡса - юл хаҡы. Рәхмәт, ваҡыт табып минең йомош өсөн генә районға барғанығыҙ өсөн. Имен-һау йөрөгөҙ, алығыҙ бына юл хаҡы, - тип ҡабатлағас ҡына айнып китте.
- Юҡ, Ғәлимә, миңә аҡса кәрәкмәй. Мин бит былай, ярҙамдан ғына. Алығыҙ, алығыҙ, аҡсағыҙҙы, кәрәкмәй, - тип Ғәлимәнең сумкаларын багажниктан алып, береһен уға биреп, икенсеһен үҙе тотоп алдан китте. Ҡапҡаһын асып, сумканы тупһаға тиклем күтәреп барҙы. Артынан бер тотам ҡалмай килгән Ғәлимә:
- Рәхмәт инде, Зариф ағай. Юл хаҡы алығыҙ инде, әллә нисек була бит, - тиһә лә Зариф йылмайып Ғәлимәгә ҡараны ла:
- Юҡ, кәрәкмәй, әйттем бит ярҙамдан тип, аҡса үҙегеҙгә кәрәгер әле, - тип ҡапҡа яғына ҡуҙғалды. Ҡапҡаны сыҡҡас, тағы бер әйләнеп ҡарағыһы килһә лә, тиҙерәк машинаһына ашыҡты.
Бына хикмәт, үҙе лә һаман аңламай Зариф нимә булғанын. Кисәнән бирле Ғәлимә уйынан сыҡмай. Төндә йоҡлап киткәнсе көҙгөләге Ғәлимәне күргеһе килеп йонсоно. Эйе, аңлай ул йәш ҡатынды. Унда әле икенсе ҡайғы. Ысын, ире өсөн ныҡ ҡайғырамы икән? Ҡайғыралыр, яратҡандыр. Юғиһә, шул хәтле эсеүенә түҙеп тормаҫ ине. Тағы етмәһә, уртаҡ балалары бар. Ә ни эшләп айырылмаған икән? Аҡыллы, һылыу йәш ҡатын яңғыҙ йөрөмәҫ ине. Яҙмышмы, яңылышмы - әйтеүе ауыр. “Их, мин йәш саҡта ла Ғәлимә кеүектәр булдымы икән?” тип уйлап ҡуйҙы Зариф. Булғандыр, тик Зарифҡа насип булмағандар инде.
Ҡарасәле, кисәнән бирле, ҡырҡҡа етеп, мөхәббәттән илереп ултыра, мәжнүн. Мәхәббәт тигәндәре ысын шулай микән ни? Аптырай үҙенә, ошо ғүмерҙә ошондай тойғолар менән алйығаны булдымы икән, юҡтыр, иҫенә төшмәй.
Иртәгә юлға. Әсәһе йүгереп йөрөп уныһын- быныһын әҙерләй. Ҡомалаҡтан икмәк бешерҙе. Ҡоймаҡ ҡойҙо. Кистән мунса яғып инделәр. Зариф быйыл йәй мунсаны рәтләгәйне. Иҙәнен алыштырҙы, еҙнәһе яңы мейес алып килгәйне, шуны ултыртты, эләүкәһен яңыртты. Мунса иркенәйеп китте. Яҡһаң да тиҙ генә йылына. Әсәһе мунса инеп сыҡҡан һайын рәхмәт уҡып бер була. Бөгөн дә мунсанан сыҡҡас:
- Эй, балам, рәхмәт инде. Мунсаны рәтләп, рәхәтләнеп ҡалдыҡ. Утын да күп китмәй, иҙәне йылы килеп тороп. Быйыл йәй өйҙөң нигеҙен төйөп бирһәң инде, ваҡыт табып. Бер- ике йылдан бирле иҙән һыуыҡ. Ҡулыңдан килмәгән эш юҡ шул. Һау ғына бул. Имен генә йөрө. Берәүҙең бер һөйөклө генә балаһын бәхетле итә торған кешеһең дә бит, әллә насибың тура килмәйме, һаман яңғыҙһың бит, шуға эсем боша, балам. Башҡа бер хәсрәтем дә юҡ, ана шул һине генә эйәле- башлы иткем килә.
- Ярай, әсәй, бик бошонма, булыр әле насибы, бушҡа ҡайғырма. Табырбыҙ, -тине йылмайып Зариф, әсәһенең арҡаһынан һөйөп.
-Тап, балам, насибыңды, яңғыҙ ҡартайма. Парлы булып, бер-береңде ҡәҙерләп йәшәүгә ни етә?
Юлға булғас иртә яттылар. Зариф әсәһенән Ғәлимә тураһында бик ишеткеһе килһә лә, ни эшләптер, Һәҙиә әбей бөгөн Ғәлимәне телгә алманы. Башҡа көндө ураған һайын хәлен беләйем әле, тип инеп китә торғайны. Бөгөн инмәне лә, буғай. Ваҡыты ла тығыҙ булды, мейес тирәһенән бушаманы. Зариф үҙе көҙгөләге Ғәлимәне күҙ алдына килтереп оҙаҡ ҡына йоҡлай алманы. Хыял диңгеҙенә сумып бер булды. Иләҫ-миләҫ уйҙарға төрөнөп арыуыҡ ятҡас ҡына йоҡлап китте.
Иртән тороуға мейестә баҙлап ут яна. Әсәһенең самауыры ҡайнап өҫтәлгә менгән. Зариф тороу менән һикергеләп зарядка эшләне, йыуынды. Кейенеп сығып әсәһенең һыйырын ҡарап инде. Унғанса әсәһе сәй әҙерләгән. Сөкөрҙәшеп сәй эсеп ултырғанда ишек асылып китте лә ҡулына сумка тотоп Ғәлимә килеп инде. Ингәс тә ҡаушап ҡалды. Һүҙ башлай алмай, Зарифтан уңайһыҙланыбыраҡ торҙо. Һәҙиә әбей:
- Һөйләмәй генә йөрөйөң, балам, әйҙә, бына Зариф юлға сыға, сәй эс беҙҙең менән ,- тип ултырғыс күрһәтте. Зариф әйҙүкләп урынынан тороп ҡаршы барҙы Ғәлимәгә.
- Юҡ, рәхмәт, инәй, Әлиә яңғыҙы ҡалды. Бына Зариф ағай, һеҙгә сөсикмәк бешергәйнем. Ауыл күстәнәсе, шуны алып индем. Рәхмәт ярҙамығыҙға, имен-һау барып етегеҙ, - тине лә ҡулындағы пакетын Зарифҡа һуҙҙы. Пакет алырға һуҙылған ҡул йәш ҡатындың ҡулын тотто. Бер минутҡа күҙҙәр осрашты. Бары бер минут. Ошо бер минутта күҙҙәр менән күҙҙәр һөйләште, аңлашты. Артығы кәрәкмәй ҙә ине.
Нисек абайламаҫтан ғына килеп инһә Ғәлимә, шулай тиҙ генә сығып та китте. Зариф та ашығып юлға йыйына башланы. Ғәлимәнең сөсикмәген иң ҡәҙерле әйберен һаҡлағандай, сумкаһының төбөнә һалып алды. Һәҙиә әбей улына әллә нимәләр бирмәксе ине лә, Зариф:
- Әсәй, күп кәрәкмәй, мин был ялға тағы ҡайтасаҡмын, - тип алманы. Шуныһы ҡыҙыҡ, әсәһе ни эшләп ҡайтаһың да тимәне, йә башҡа ваҡыттағы һымаҡ, аҙна һайын арыйһың, ял ит, тип тә әйтмәне. Әсә кешенең күңеле һиҙгер бит, моғайын һиҙгәндер, улының насибын табыуына. Кисәнән бирле бит Зарифтың йөрәге “Ғәлимә - һинең насибың” тип тибә.
Әсәһен ҡосаҡлап йылы хушлашты ла машинаһын ҡабыҙҙы. Күңелле музыка ҡуйып ебәрҙе. Күтәренке кәйеф, матур хыялдар менән Өфөгә юл тотто. Ураған һайын көҙгөгә күҙ һалды. Ғәлимәнең уйсан, матур йөҙө күҙ алдынан китмәне.
АЙҺЫЛЫУ ЮНЫСБАЕВА.