Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
22 Ноябрь , 21:20

Күңел йылыһы

Ә ул, Валера, ниндәй генә кеше булмаһын, эскесеме, юҡмы, насармы-яҡшымы, тере ҡалыр, туң ерҙә шаҡырайып ҡатмаҫ ине… Ул тик беҙҙең, дөрөҫөрәге, минең ғәмһеҙлек арҡаһында ғына яҡты донъя менән хушлашты…

Станцияның һыу йылытыу ҡаҙанлығында мейес яғыусы мин. Эшем саңлыраҡ булһа ла, оҡшай үҙемә.

Бәләкәй сағымда Әхнәф ағайыма эйәреп балыҡ ҡармаҡларға барғанда уң ҡулымдың бармаҡтарын туңдырғайным. Шул осорҙан алып аҙ ғына һалҡын тойһалар ҙа, әрнеп һыҙлай башлайҙар. Һалҡында эшләргә һәләтһеҙ кешемен. Күптәр, әлбиттә, быны белмәй, һәм ҡай саҡта миңә:

– Һин, Ғилман, бөтә ғүмереңде саң йотоп, шул ҡаҙанлыҡта үткәрәһең инде… – тип әйтеп ҡуялар.

Асыуланмайым уларға. Теләктәре булғас, әйҙә, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа өшөп-туңып колхоз малы өсөн туң сенаж соҡоһондар, йә булмаһа, ана, беҙҙең путеецтар кеүек шпал менән рельс ташыһындар.

Мин иртәле-кисле ун биш минутлыҡ юлды йүгерә-атлай уҙам да, һыуыҡтан ҡасҡан ҡомаҡ ише, йып-йылы ҡаҙанлығым эргәһенә килеп һыйынам.

Ҡайнар ҡосаҡлы наҙлы ҡатын кеүек ул минең ҡаҙанлығым. Үҙен яратып, ҡарап-көйләп торһаң, ул да һинең ыңғайыңа тора, йылы парҙарын бөркөп, көнө-төнө шыжлап-йырлап сыға. Эше лә артыҡ мәшәҡәтле түгел: күмер яғып йылытылған ҡаҙанлыҡ вокзал бинаһын һәм ун һигеҙәр фатирлы ике ҡатлы дүрт йортто хеҙмәтләндерә. Уның өсөн ҡул арбаһына тейәп, тыштан ни бары дүрт- биш тапҡыр күмер индерергә кәрәк.

…Килһәм, сменщигым Хафиз ҡабаланып көл түгеп йөрөй. Һаулыҡ алғас, төпкә, беҙҙең «ял бүлмәһе»нә ымлап:

– Анауҙы уятып ҡара әле, һаман тора алмай, – ти. Эскә уҙһам, эскәмйәлә Валера һуҙылып ята. Артығыраҡ «төшөрөп» алған, күрәһең. Ул ҡасандыр станцияла элемтәсе ине, эскелеге арҡаһында эшенән ҡыуып ҡуйҙылар. Ҡатыны Надя ла Валера менән яфаланды-яфаланды ла ситкә сыҡты ла китте. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән, бер ҡасан да айнымаған ир кемгә кәрәк булһын. Бер үҙе донъя көткәс, күңелһеҙҙер инде, күп ваҡытын беҙҙең менән үткәрә Валера. Ҡаҙанлыҡ эргәһенә сит-ят кешене индерергә ярамаһа ла, уның өсөн беҙҙең ишектәр һәр саҡ асыҡ. Араҡыһы йәки көмөшкәһе булһа, Валера беҙҙең менән һөйләшеп, кәрт уйнап, тәмәке тартып төндәр буйы ултырып сыға. Киң күңелле ябай кеше ул. Беҙгә иптәш тә, ярҙамсы ла.

Әлбиттә, уның былай йығылғансы эскәне юҡ ине. Ана бит, нисек әҙәм мәсхәрәһе булып ята. Етмәһә, һәр ваҡыттағыса, иңбашы аша тимер юлсыларҙың фонарын аҫып алған булған. Уныһын һүндерегә онотҡан, күрәһең, төнө буйы янып, аккумуляторы ултырған да лампочкаһы тоноҡ ҡына һарғылт төҫ менән баҙлай.

Валераны уятайым тип эргәһенә килдем дә кире ситкә тайшандым: бите-ҡулы кеше ҡарағыһыҙ булып күгәргән, ирендәре ярылып, ҡанға уҡмашып бөткән…

– Кем туҡманы?

– Белмәйем. Таңғы биштәрҙә күмер алырға тип сыҡһам, юл ситендә аунап ята ине, – ти сменщигым. – Ныҡ эскән, етмәһә туҡмалған йә тайып йығылған шикелле, һаман иҫен йыя алмай.

– Валера, тор! – Һаман уятырға самалайым тегене. Ҡымшанмай ҙа. Стаканға һыу тултырҙым да Валераның битенә һиптем. Ул ҡапыл тертләне лә, ниҙер әйтергә теләп, ирендәрен ҡыймылдатты.

– Нимә, уянмаймы? – Хафиз һорап та өлгөрмәне, һыуыҡтан бит алмалары ҡыҙарған мастерыбыҙ Инна Владимировна килеп инде.

– Здравствуйте, мальчики! Как дела? Все ли хорошо у вас?  
Әле генә көлөп-йылмайып килеп ингән ҡатындың, төпкө бүлмәлә сит кешенең ятҡанын күргәс, йөҙө ҡараңғыланып китте.

– Это что такое? Почему в котельной посторонние люди?! Хәҙер комиссия килә, вы что, без работы хотите остаться?

Ярһыған ҡатын Валераны урамға сығарыуыбыҙҙы талап итә башланы. Мин Валераны йәлләп:

– Инна Владимировна, бәлки, уны душевойға йәки мейес артына индереп торорға кәрәктер? Атларлыҡ та хәле юҡ бит… – тип инәлеп ҡараным.

– Хәҙер үк был алкашты тышҡа сығарып ташлағыҙ, знать не знаю, чтобы его духу больше здесь не было! – тип бәхәскә нөктә ҡуйҙы мастерыбыҙ. Ҡатынға асыуым килһә лә, тыңламай сарам юҡ. Хафиз менән Валераны ҡултыҡлап алдыҡ та урамға өҫтөрәнек. Бахырҙың аяҡтары йәш ҡарҙан бураҙна ярып, ергә һөйрәлеп килә. Етмәһә бер ботинкаһы ҡайҙалыр төшөп ҡалған. Ярай әле, йәшәгән урыны беҙҙең эштән алыҫ түгел, ике йөҙ метр самаһы ғына.

– Туҡта, салбары сиселде…
Хафиз Валераның тубығына тиклем төшкән салбарын күтәрергә тотондо.

Хәжәтен шунда ебәргән, күрәһең, еҫ сығып китте.

«Эх, һин, ниңә туймаҫ тамағыңа артығын эстең инде», – тип эстән генә иҫһеҙ дуҫымды һүгәм. Ул, минең уйҙарымды һиҙгәндәй, ғырылдап ниҙер әйтергә маташты. Тегене һөйрәтеп килтерә торғас, төймәләре ысҡынған бишмәтенең бер еңе ҡулбашынан һурылып сыҡты. Уныһын ипләйем тиһәм, Хафиз ҡабаландыра. Мейескә күмер өҫтәргә кәрәк. Беҙҙең Силәбе күмере биш минут эсендә мамыҡ кеүек гөлт итеп яна ла бөтә шул. Ваҡытында ҡарап, өҫтәп тормаһаң, мейестең һүнеүен көт тә тор…

Ниһайәт, Валераның өйөнә барып еттек. Өй тигәнең инде, ташҡа үлсәйем. Элекке келәт бинаһын таҡта менән дүрт өлөшкә бүлеп, тәҙрә-ишектәр уйып, йылытыу торбалары үткәреп, кеше йәшәрлек торлаҡ әтмәләгәндәр. Дүрт фатирҙың да ишеге тыштан, урам яғынан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Валераның ишеге бикле булып сыҡты. Уның һаҫыҡ салбарынан асҡыс эҙләргә беҙҙең теләк тә, ваҡыт та булманы. Хафизға өй эргәһендәге эскәмйәгә ымланым.

– Әйҙә, бынауында булһа ла ултыртайыҡ.
Тышта ноябрь. Ҡар һыуығы електәргә үтә, өҫтәүенә, әсе ел сыҡты. Валера торғаны бер ҡамыр инде. Ултыртҡан ерҙән шыуып төшә лә ҡуя, шыуып төшә лә ҡуя. Хафиз, әйҙә, ятһын шунда, өшөһә, өйөнә инер әле, тине лә, ҡул һелтәп, эшкә китте. Валераның иңбашы аша аҫылған фонарының лампочкаһы, минең башҡаса янырға көсөм юҡ, тигәндәй, былт итте лә һүнеп ҡуйҙы.

Мин Валераның ут күршеһе Славканың ишеген дөбөрҙәтергә тотондом. Бәлки, ул сығып, дуҫын йылы өйөнә индерер? Кәрәк саҡта гел киреһе була торған: әллә өйҙә юҡ, әллә торорға йыбанып ята. Исмаһам, утын да ҡабыҙмай бит.

Ярай, ярты сәғәттән яҡтыра башлай, берәйһе күреп, өйөнә индерер әле, тигән өмөт менән эшемә йүгерҙем. Ә күңелем, ниҙер һиҙенгәндәй, болоҡһой, минең менән ҡаршылаша һымаҡ…

Эшкә ах та ух килеп етһәм, Инна Владимировна, ҡайҙа йөрөйһөң, тип асыулана.

– Валера туңып үлеп ҡуймаһа ярар ине, – тип шөбһәләнәм мин, уның һүҙҙәренә иғтибар итмәйенсә.

– Үлһә, эсмәһен! Һин ауыҙына ҡоймағанһың бит! Әйҙә, мальчики, эшегеҙ менән булығыҙ…

Эйе, мастер ҙа хаҡлы. Комиссия вәкилдәре килмәҫ борон ҡаҙанлыҡтың температураһын күтәрергә, торбаларҙың саңын һөртөргә, мейесте аҡлап сығырға кәрәк. Эш – муйындан. Һүҙһеҙ генә Инна Владимировна менән килешәм. Төш алдынан көткән комиссия ла килеп етте. Бер сәғәт самаһындай ҡаҙанлыҡты, йылытыу селтәрҙәрен тикшереп сыҡтылар. Инна Владимировна ҡәнәғәт йылмая. Тимәк, комиссия ҡаҙанлыҡ эшен ыңғай баһалаған. Бөгөн беҙҙән дә шәп, уңған кеше юҡтыр!

Төштән һуң ишетелгән яңылыҡ йөрәккә ҡара һөрөм булып ятты: Валера үлеп ҡалған... Кемдер «Ашығыс ярҙам» машинаһын саҡыртҡан, ләкин табиптар ярҙам итә алмаған. Күңелемде әйтеп аңлатҡыһыҙ һағыш биләп алды. Алдан ныҡ туҡмалған, иҫһеҙ ҡырҡ алты йәшлек ирҙең организмы ноябрь һыуығын күтәрә алмаған. Их, ниңә генә иртә менән килеп, Валераны мейес артына ғына йәшереп һалып ҡуйманым икән? Шунда ғына ятһа, биллаһи, үлмәҫ, комиссия күрә ҡалһа, иң ҡурҡынысы – мине эштән ҡыуырҙар, ә мастерға шелтә сәпәрҙәр ине.

Ә ул, Валера, ниндәй генә кеше булмаһын, эскесеме, юҡмы, насармы-яҡшымы, тере ҡалыр, туң ерҙә шаҡырайып ҡатмаҫ ине… Ул тик беҙҙең, дөрөҫөрәге, минең ғәмһеҙлек арҡаһында ғына яҡты донъя менән хушлашты…

Тимер юлында күптән эшләмәйем инде. Ләкин ҡасандыр ярҙамға мохтаж булған кешегә битараф ҡалғаным өсөн үҙ-үҙемде һаман булһа ғәфү итә алмайым.

Ҡайҙа булған беҙҙең быуындан-быуынға күсеп килгән күңел йылыһы? Мәрхүм Валераға ла аҙ ғына иғтибар, саҡ ҡына күңел йылыһы кәрәк ине.

…Мәрхүмдең рәнйетелгән, аҙашҡан йәне әлегәсә төндәр буйы ҡаҙанлыҡтың ишеген шаҡып йөрөй, тиҙәр. Кешеләрҙән таба алмаған йылыны ул, күрәһең, ошо йылы ҡаҙанлыҡтан табалыр...

 

 

Рамай Ҡаһир.

 
Автор:
Читайте нас: