Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
10 Октябрь , 21:05

КЕНДЕК ӘБЕЙЕ. Хикәйә

Малайҙар күп тыуһа, һуғыш сығыуға, тимәк Аллаһы тәғәлә халыҡтың имен тормошон шайтан балаларынан һаҡлау өсөн һуғышсылар әҙерләй, ти торғайны йәнә Ғәйшә әбей.

КЕНДЕК ӘБЕЙЕ. Хикәйә
КЕНДЕК ӘБЕЙЕ. Хикәйә

Ғәйшә әбей беҙҙең аймаҡтың кендек әбейе ине, ә ай маҡ ҙур, ауылдың яртыһын тәшкил итә. Үткән быуаттың башындағы болғанышлы йылдарҙа, төпкөл ауылдарҙа врачтар ҙа, акушеркалар ҙа юҡта, Ғәйшә әбей — ул заман­ да әле йәш сағы — түлле ҡатындарҙың ҡарынынан был яҡты донъяға сығып, кешелекте дауам итәсәк үрсемде ҡабул итә башланы. Уның ҡул арты ифрат еңел ине — ауыр тыуымдар булманы, булһа ла бик һирәк. Бала тыуҙырыусы әсәләр уға мөкиббән ышана, шунлыҡтан ул килһә, тамам тынысланалар ҙа үҙ сәғәтен сабыр ғына көтәләр. Үҙенең моңло тауышы менән күңелле генә һөйләшеп, хәбәренә ара-тирә доғалар, таҡмаҡтар ҙа ҡыҫтырып, кендек әбейе ҡаҙ майын буласаҡ әсәнең ҡорһағына мул ғына итеп һөртә лә, йомшаҡ бармаҡтары менән һыйпап, ауыртыныуын еңеләйтә, тынысландыра, бөтәһе лә һәйбәт осланырына өмөтләндерә.

Революцияға тиклемге йылдарҙан алып донъяға күпселек малайҙар тыуҙы. Улар таҙа, теремек, бар ағзалары ла теүәл булып тыуҙы, ерҙәге һауаны һулап ҡысҡырып ебәр­ҙе, сәптерҙе, әйтерһең дә, тәүге һулам, бына беҙ тыуҙыҡ, был ергә беҙ хужа буласаҡбыҙ, үҙебеҙҙең кем икәнде күр­ һәтербеҙ әле, тип әйтергә теләйҙәр ине.

Хәҙер миңә, туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған ҡартласҡа, Ғәйшә әбей ҡабул иткән малайҙарҙың береһе икәнлегемде уйлау сәйер һымаҡ. Ғәйшә әбей әйтә торғайны: мин ифрат ауыр тыуғанмын икән — башым бигерәк тә ҙур булған. Ә балалар тыуыуға бәрәкәтле тип иҫәпләнгән ана шул егерме бишенсе йылғыларҙан хәҙер мин бер үҙем генә йөрөп ятам...

Малайҙар күп тыуһа, һуғыш сығыуға, тимәк Аллаһы тәғәлә халыҡтың имен тормошон шайтан балаларынан һаҡлау өсөн һуғышсылар әҙерләй, ти торғайны йәнә Ғәйшә әбей. Утыҙынсы йылдарҙа ул ҡабул иткән ошо буласаҡ ил һаҡсылары бөтә аймаҡты тултырҙы, икенсе бригаданың ат һарайында, кешеләргә, аттарға йоҡларға ҡамасаулап, ярты төн уртаһына тиклем тамаҡ ярып ҡысҡыра-һөрәнләй һуғыш уйыны уйнаны. Беҙ ҡорал ярата инек, ысын винтовкалар, нагандар хаҡында хыялландыҡ, тик уларҙы ағастан яһап алыуҙан башҡа сарабыҙ юҡ ине. Егерменсе йылдар башында тыуған ҙурыраҡ малайҙар баштараҡ ҡыҙылдар һәм аҡтар, Мортазин, Блюхер булып уйнаны, хәҙер, бер аҙ үҫкәс, аҡ майкалар кейеп — беҙҙең өсөн тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял — мәктәп алдында волейбол һуҡты. Ә беҙ, граждандар һуғышын онота төшкән ыбыр- сыбыр, үҙебеҙгә «дошман» итеп кемде һайларға белмәй аптыраныҡ. «Беҙ фашистан ҡурҡмайбыҙ, штык менән уға ҡаршы барабыҙ», — тип йырлайбыҙ, әммә ошо фашистарҙың капиталистар менән бергә Германияла йәшәгәнен беләбеҙ, тимәк, улар — немец, тик беренсе герман һуғышында беҙгә әсирлеккә эләккән һәм шул саҡтан бирле үҙенең мәрйә ҡатыны Марья менән беҙҙең ауылда йәшәгән немец Франц һис беҙгә «дошман» була алмай. Был немец бик оҫта ҡуллы ине, ауылдың сепараторҙарын, сәғәттәрҙе, йоҙаҡтарҙы төҙәтә, етмәһә, беҙҙе төрлө ауы­рыуҙарҙан, ололарҙы теш һыҙлауҙан дауалай торғайны. Йәйҙәрен беҙ Францтың төрлө еләк-емешкә бай йәшелсә баҡсаһына төшөп ҡыяр урлайбыҙ. Ул беҙҙе күрә, әммә ниңәлер ҡыумай, башҡортса ла, немецса ла һүгенмәй, аптырап ҡарап тик тора. Беҙгә оялышып табан ялтыратыу өсөн был да етә.

Ауыр крәҫтиән хеҙмәте иңдәрен баҫҡан ҡатындар ҡарынынан кендек әбейе сығарған бөтә малайҙар ҙа һау- таҙа, хәрби хеҙмәткә яраҡлы булып үҫте. Тауҙан сана менән шыуып төшкәндә ҡар өйөмөнә сумып йәки йоҡа боҙ өҫтөнән йүгергәндә боҙ ватылып китеп, һыуға төшөп, һыуыҡ тейҙерһәм, Ғәйшә әбей мине үлән төнәтмәһе һәм сихәтле ҡулдары менән дауаланы. Нисек дауаланымы? Мин «массаж» тигән һүҙҙе тәү тапҡыр һуғыштан һуң Мәскәү янындағы бер санаторийҙа ишеттем һәм уның нимә икәнен үҙемдә татып белдем. Тулы кәүҙәле йәш медсестра хушбый аңҡып торған йомшаҡ ҡулдары менән арҡамды ышҡыны, һыпырҙы, ҡайсаҡ еңелсә генә шапылдатып һуҡҡылап та алды, ә миңә, контузия алған неврастеникка, тәнемә ҡатын-ҡыҙ ҡулы ҡағылыуынан рәхәт булһа ла, һис еңеллек килмәне. Ә Ғәйшә әбейҙең ҡатынҡы ҡулдарынан минең һөйәктәр шығырлай, һынғандағы ише шартлап-шартлап китә ине. Ул мине мунса ләүкәһенә һуҙып һала ла һөйәк менән тиренән генә торған яшыҡ кәүҙәмде ҡаҙ майы менән майлап ыуырға керешә, үҙе әйтмешләй, һыуыҡ тейеп ҡаймылған йөрәгемде үҙ урынына ултырта. Һыйпамай, ышҡымай, ә устары менән ауырттырғансы ҡабырғаларыма һуға, йоҙроҡтары менән төйгөсләй, унан эҫе ташҡа мул ғына һыу һирпә лә эҫе миндек менән сабырға тотона. Йыуындырғас, мин хәлем бөтөп мунсанан сығам, иҫте юғалтыр хәлдә мендәргә ауам, унан үлән төнәтмәһе әсәм дә ҡаты йоҡоға талам. Иртәгеһенә яңынан тыуғандағы ише терелеп уянам, сәй әсәм дә йәнә һуғыш уйнарға ат һарайына йүгерәм.

Ниһайәт, ысын һуғыш башланғас, фронтҡа тәүгеләрҙән булып беҙҙең ағайҙар китте. Ҡайһы бер малайҙарҙың революцияға тиклем тыуған һәм күптән действительный хеҙмәттә булған аталары шулай уҡ беренселәр рәтендә алынды. Торараҡ мәктәп алдында аҡ майкалар кейеп волейбол уйнағандарға ла сират етте. Улар араһында Ғәйшә әбейҙең берҙән-бер улы ла бар ине. (Ире юҡ, революция­нан һуңғы йылдарҙа ауыр физик эштән, ярым ас тормоштан, етешһеҙлектән ирҙәр иртә үлә торғайны.) Һуғышҡа китеүселәрҙе оҙатҡанда Ғәйшә әбей: «Улар барыһы ла минең балаларым. Иҫән-Һау әйләнеп ҡайтһындар, тип доғалар уҡырмын», — тип ҡала. Ә беҙ, ат һарайы герой­ҙары, китеүселәргә көнләшеп ҡарайбыҙ, йәнәһе, ағайҙар тиҙҙән немец фашистары менән һуғышасаҡ, ысын винтовкаларҙан атасаҡ, ә беҙ үҫеп өлгөрмәй ҡалабыҙ, сөнки һуғыш оҙаҡламай Ҡыҙыл Армияның еңеүе менән тамамла­насаҡ. Беренсе герман һуғышында ҡатнашҡан ҡарттар, етмәһә: «Беҙҙекеләргә ҡаршы һуғышырға немецҡа ҡайҙа инде ул, улар бит һуғыша белмәй. Буденныйҙың мыйығын күреү менән ҡасасаҡтар», — тип йәнде үртәй.

Ә бит беҙгә лә, ат һарайы геройҙарына ла, эләкте дары еҫкәү. Дөрөҫ, ул Сталинградтан һәм Курск дуғаһынан һуң булды. Ҡырҡ өсөнсө йылдың яҙында мине, ун һигеҙ йәшлек һалдатты, яңы ғына ат һарайының бесәнлегендә һуғыш уйыны уйнаған малайҙы, фин снайперы мушкаға алды. Әммә мин фин пуляһынан сосораҡ булып сыҡтым, алданым тегене. Ғөмүмән, бергә хеҙмәт иткән иптәштәремдең мәйеттәрен күргәнсе, ныҡлап беренсе ҡурҡыу тойғоһо кисергәнсе ысын һуғыш минең өсөн барыбер ҙә ҡыҙыҡ уйын булып күренә ине...

Ә бәлки, һуғыш, ысынлап та, уйындыр ул, ирҙәр уйынылыр. Кеше уйнарға ярата. Кешелек донъяһының бөтә тарихы һуғыш уйындарынан ғибәрәт. Ҡанлы был уйындар булмаһа, тарихтың сюжеты ла булмаҫ ине. Спорт ярышта­рында еңеүселәр һәм еңелеүселәр бар. Ә һуғыш уйын­дарында еңеүсе кем? Бер халыҡ та буштан-бушҡа юғалмаған, һәр ҡайһыһы үҙ ерендә йәшәп ята, үҙ телендә һөйләшә, үҙ Аллаһына табына. Ҡанлы уйындарҙан һуң кешеләр яраларын дауалай, тормош-көнкүрешен рәтләй, генералдар мемуарҙар яҙа, яҙыусылар геройҙар тураһында романдар ижад итә, тарихсылар менән философтар донъя тарихындағы бөтмәҫ һуғыштарҙың маҡсатын һәм мәғәнәһен эҙләп баш вата...

Унан, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа тыныс тормош килә. Окоп­тар, туғандар ҡәберлектәре үлән менән ҡаплана, кендек әбейҙәре, акушеркалар ҡатын-ҡыҙ есеменән яңынан ҡан­лы һуғыш уйындары өсөн яңы йән эйәләрен ҡабул итә. Теләк кенә булһын, сәбәбе һәр саҡ табыла. Тик тороуҙан һәм оҙаҡ тынлыҡтан эс бошоу — бына яңы ҡанлы һуғыш уйыны башлау өсөн бер сәбәп. Кешелек донъяһы үҫмерлектән сығып өлгөрөп етмәйенсә шулай дауам итәсәк...

Беҙҙең аймаҡтан һуғышҡа етмеш ике ир-егет алынды, шуларҙың һигеҙе генә әйләнеп ҡайта алды. Улары ла сатан-сулаҡ булып, тәнендә мина, снаряд ярсыҡтары, контузияланған мейе һәм һынған рух менән ҡайтты. Фәрүәз менән Тәлғәт аҡылдарынан яҙҙы, Ғабдулла эскегә бирелде, һөҙөмтәлә бауыр циррозынан үлеп ҡуйҙы, Шәфҡәт нин­дәйҙер ағыулы шыйыҡса эсеп үлде, Бәлхиәне үпкәһендәге немец ярсығы һәләк итте. Колхоздың ат һарайы һәм бөйөк һуғыш геройҙарынан бер Рәйес кенә етмеш биш йәшенә етә алды, ул да эселеп бөтмәгән араҡы шешәһен ҡосаҡлап йән бирҙе...

Мең туғыҙ йөҙ илле бишенсе йылда, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа сит яҡтарҙа йәшәп, эшләп, иҫән-һау көйө ауылға ҡайтып төштөм. Минең былай ҡапыл пәйҙә булыуыма ауылда бер кем дә шатланманы. Әгәр атай-әсәйең көтмәй икән, һин — етемәк, бер кемгә лә кәрәгең юҡ. Ғәйшә әбейҙән шуны белдем: уның берҙән-бер улы Әхмәт хәбәрһеҙ юғалған. Хәбәрһеҙ юғалған ғына, һәләк булмаған бит. «Бәлки, ҡайтып та килер, бына һаман көтәм, доғалар уҡыйым. Ә һине һуғышта дошман тимеренән Аллаһы Тәғәлә аралаған. Ул һине юҡҡа ғына тере ҡалдырмаған, бел. Дөрөҫ, намыҫлы йәшә, ҙур кеше бул. Миңә лә шатлыҡ булыр. Һеҙ барығыҙ ҙа — минең балаларым. Имен тормош өсөн йәшәһен, тип ҡулыма алдым һәр сабыйҙы, ә балалар, ҡанлы һуғышҡа китеп, баштарын һалды...» Илле бишенсе йылда ҡайтыуымда Ғәйшә әбейҙе, етмеш йәште уҙһа ла, әллә ни ҡарт итеп күрмәнем. Унан һуң тағы биш йыл ҡайтырға насип булманы. Һуғыштан һуң ун йыл буйы тамам йонсоған, хәлһеҙләнгән, хәйерселектән саҡ сыға, аслыҡтан саҡ ҡотола башлаған ауыл миңә аяғына саҡ баҫҡан ауырыу һымаҡ ҡыйыуһыҙ ғына йылмайғандай күренде. Колхоздың ат һарайында һуғыштан һуң тыуған малайҙар һуғыш уйнамай, ғөмүмән, ауылда бала-саға бик аҙ ине.

Ғәйшә әбейҙе мин урамда, өйө тапҡырында, осраттым. Был юлы ныҡ ҡартайғайны, сүккән, бөкрәйгән. Мине таныны ла һораны:

— Бына һин дә ҡайттың. Тегендә Әхмәтте осратманыңмы?

Мин уның зиһене лә ҡартайғанын аңланым.

— Юҡ, әбей, осратманым...

— Ә мин һаман үҙебеҙҙең аймаҡ малайҙарын көтәм. Хәбәрһеҙ юғалғандар ҡайта тип һөйләйҙәр. Көтәм дә көтәм бына.

Әбейҙең аңы тамам буталды, алйыны тинеләр ауылда. Тереләрҙе танымай, үлеләрҙе эҙләй икән. Аймаҡ буйлап йөрөй, берәйһенең ҡапҡа төбөндә туҡтай, әммә кермәй, оҙаҡ итеп баҫып тик тора. Берәйһен тап итһә, йәки өйҙән хужабикә сыҡһа, һорай: «Үзбәк ҡайтманымы әле?» Кешеләр быны аңлай һәм уйынсалап: «Юҡ, ҡайтманы әле», — тип яуаплай.

Киләһе ҡайтҡанымда Ғәйшә әбей мәрхүмә ине инде. Бәләкәй өйөнөң тәҙрәләренә таҡта ҡағылған, бағаналары ҡыйшайған асыҡ ҡапҡаһынан үлән баҫҡан ташландыҡ ихатаһы күренә.

Миңә, һуңғы йылдарҙа Ғәйшә әбей гел генә район үҙә­генә илтеүсе оло юлға сыҡты ла йөрөнө, тип һөйләнеләр. Һуғыш йылдарында гармун һыҡраныуы аҫтында ауыл егеттәре йырлай-йырлай ошо таш юлдан һуғышҡа киткәй­не һәм күбеһе әйләнеп ҡайтмағайны. Көндөң ниндәй тороуына ҡарамаҫтан, кендек әбейе ошо юлға сыҡҡан да томанлы алыҫ офоҡтарға текәлеп торған. Үҙенең малайҙарын көтөп ала алмайынса бына шулай гүргә ингән...

 

Талха ҒИНИӘТУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: