Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
8 Октябрь , 21:42

Яҙмыш еле беҙҙе айырҙы

Лена үҙ йәштәштәренән алдараҡ өлгөрөп етте. Уға Хоҙай сибәрлеген ҡыҙғанмаған: ни арала һылыу ҡыҙға әүерелде. Ун өс йәше әле генә тулған Лена ун алты-ун ете йәшлек ҡыҙҙар менән дуҫлашып китте, үҙ класташтарын үҙһенмәне. Билдәле инде, ҡыҙ тирәһендә етлегер-етлекмәҫ малай-шалай, егеттәр сыуала башланы. Ҡыҙҙарының шулай тиҙ өлгөрөүенә борсолған ата-әсә теҙгенде нығыраҡ тоторға булды, һәр аҙымын тикшереп, кем менән осрашыуын, кем менән һөйләшеүен белеп-күреп торорға тырышты. Лена бындай сикләүҙәр менән килешә алманы, һаман ирекккә ынтылды.

Яңы ғына бала тапҡан ҡыҙы янынан сыҡҡас, Лена әсәһе менән дә күрешеп ҡайтырға булды. Бала табыу йорто менән әсәһе йәшәгән урам араһы ике туҡталыш алыҫлыҡта булыуға ҡарамаҫтан, автобусҡа ултырып торманы, йәйәү генә атланы. Уй-хистәре менән ҡалғыһы килде буғай. Бына Лена ла өләсәй булды. Ҡыҙы Линара бигерәк йәшләй кейәүгә сыҡты шул, әсәһен тыңларға ла теләмәне. Ҡасандыр ул үҙе лә ата-әсәһен тыңламаған шикелле.
Лена үҙ йәштәштәренән алдараҡ өлгөрөп етте. Уға Хоҙай сибәрлеген ҡыҙғанмаған: ни арала һылыу ҡыҙға әүерелде. Ун өс йәше әле генә тулған Лена ун алты-ун ете йәшлек ҡыҙҙар менән дуҫлашып китте, үҙ класташтарын үҙһенмәне. Билдәле инде, ҡыҙ тирәһендә етлегер-етлекмәҫ малай-шалай, егеттәр сыуала башланы. Ҡыҙҙарының шулай тиҙ өлгөрөүенә борсолған ата-әсә теҙгенде нығыраҡ тоторға булды, һәр аҙымын тикшереп, кем менән осрашыуын, кем менән һөйләшеүен белеп-күреп торорға тырышты. Лена бындай сикләүҙәр менән килешә алманы, һаман ирекккә ынтылды. Мәктәптән тура өйгә ҡайтмайынса, әллә кемдәргә эйәреп, ата-әсәһенә борсолоу килтергәнен аңларға теләмәне. Һөҙөмтәлә, класташтары ҡыҙыу имтихан биреп йөрөгәндә, Ленаның башы бөтөнләй бүтән миҫалдар сисеү менән мәшғүл булды. Ул ауырлы һәм шуны ата-әсәһенән йәшерергә тырыша ине. Атай булаһы кеше, был турала белгәс, ҡото осоп, бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ҡыҙҙарының ауырлы икәнен белгәс, ата-әсәһе ярһынылар ғына, теләһәң ҡайҙа ҡуй балаңды, беҙ ҡарамаясаҡбыҙ, тинеләр.
Хәтирәләргә бирелгән Лена тыуып үҫкән өйөнә килеп етеүен дә һиҙмәй ҡалды. Ишекте үҙ асҡысы менән менән асып асып инеүгә, коридорҙа ят аяҡ кейемдәре күреп, аптырап китте. Әсәһе янына кем килде икән тип, алғы яҡҡа уҙҙы. Бүлмәлә ултырған әсәһе эргәһендә ике егет баҫып тора ине. Көтөлмәгән осрашыуҙан Лена юғалып ҡалды. Ул үҙен нисек тоторға ла белмәй торған арала, егеттәрҙең береһе, уның янына килеп, ҡосаҡлағандай итте, "привет" тип иҫәнләште. Ә икенсеһе, күҙлеклеһе, ҡыҙыҡһыныуын йәшереп тормайынса, уға төбәлде. Лена был ҡарашҡа сыҙай алманы, кухняға сығып китте. Уйҙары сыуалды, нимәгә барып тотонорға белмәй аптыраны. Шулай ҙа, көс-хәл менән үҙен ҡулға алып, сәй әҙерләне. Сәй эскән арала ла күңелендәге ҡыйынлыҡ бөтмәне, күҙлек аша ҡараған күҙҙәр уны һаман эҙәрлекләйҙәр һымаҡ тойолдо.
Беренсе ҡарашҡа бер-береһенә оҡшаған, шул уҡ ваҡытта икеһе ике төрлө был егет, Ленаның ҡасандыр бала табыу йортонда ҡалдырып киткән улдары ине...
Ата-әсәһе ҡабул итмәгәс, Лена беренсе тапҡыр үҙ яҙмышына ниндәй ҡыйынлыҡ алып килеүен, барыһы өсөн үҙе генә ғәйепле булыуын аңланы. Әммә бүтән барып ҡоларлыҡ, килеп һыйынырлыҡ кеше тапманы. Был икһеҙ-сикһеҙ йыһанда бер яңғыҙы икәнлеген белде. Бала табыу йортона уны түҙә алмаҫлыҡ ауыртыу алып килде һәм шул ғазаптар араһында ул үҙе өсөн иң еңел юлды - баланы ҡалдырып сығыу юлын һайланы. Ул әле сабыйҙарҙың икәү икәнен белмәй ине.
Донъяға һәр бала илап тыуа. Беренсе малай шулай ауаз һалып тыуҙы. Ә икенсеһен иҫән-һау алып ҡалыу өсөн врачтарға күп көс түгергә тура килде.
Лена, балаларын ҡалдырып сыҡҡас, ата-әсәһе янына ҡайтып йығылды, әммә игеҙәктәр тыуыуы тураһында бер кемгә лә әйтмәҫкә булды. Ата-әсә башын түбән эйеп ҡайтҡан ҡыҙҙарын ҡабул иттеләр итеүен, тик ике арала стена ҡалҡып сыҡҡандай булды. Һәр ике яҡ бер-береһен ғәйепләһә лә, шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең ғәйепле икәнен тойҙо. Әммә эшләнәһе эш инде эшләнгән. Әлегә һәр ҡайһыныһына ла ауыр ине. Ваҡыт уҙыу менән онотолор, баҫылыр тип уйланылар. Кем белә, бәлки ысынлап та онотолған булыр ине. Тик беҙ ҡапсыҡта ятмай шул, Ленаның балаһын ҡалдырып сығыуы тураһындағы хәбәр тиҙ арала таралып өлгөрҙө. Был хәлде ишетеп, әсәһе Рәйсәнең һеңлеһе Ғәлиә килеп китте. Ғәлиә Ленаның ауырлы йөрөгәнен ишетмәгән булған. Шунлыҡтан был хәбәр уға ныҡ тәьҫир итте. Ниңә тиһәң, ире Вәкил менән бер малай табып үҫтереү бәхетенә ирешә алды. Әммә был баланың ниндәй ҡыйынлыҡтар менән бирелгәнен улар үҙҙәре генә белә инеләр. Ғәлиәгә врачтар:"Икенсегә бәпәй тураһында уйларға лә кәрәкмәй һеҙгә,"--тип әйтеп сығарҙылар. Баҡһаң, кемдәрҙер сабыйҙы шулай бик еңел генә ете ят ҡулдарға ҡалдырып сыға ала икән.
Ғәлиә башта Рәйсә апай менән аңлашырбыҙ тип, тыныс булырға тырышты. Әле бит апаһы менән еҙнәһе үҙҙәре йәп-йәштәр. Ленаға баланы үҫтерешеүҙә ярҙам итә алырлыҡ йәштәләр. Матди яҡтан да ҡытлыҡ күрмәйҙәр, үҙ хаталарын аңларҙар, тип ышанып һөйләне. Әммә апаһы ла, еҙнәһе лә Ғәлиәне ишетергә теләмәнеләр, әле Ленаның үҙен тәрбиәләргә кәрәк, тип кенә ҡуйҙылар. Аптырашта ҡалған, күңеле телгеләнгән Ғәлиә ҡайтҡас та тыныслана алманы. Бер кемгә лә кәрәкмәйсә ташлап ҡалдырылған сабыйҙы күҙ алдына килтереп, илап та алды. Эштән ҡайтҡан Вәкил ҡатынын ҡосаҡлап:
-Әллә үҙебеҙгә генә алып ҡайтабыҙмы баланы?--тигәс тә, ҡапыл аңламайынса, иҫе китеп иренә ҡараны.
Унан күҙҙәрен һөртөп:
-Нишләп мин был турала уйламаным икән?--тип һораны.
Лена кире уйлар, баланан баш тартмаҫ тип ышанғанғалыр, ахырыһы. Унан иренең әйткән һүҙҙәренә ышанып бөтмәгән шикелле:
-Нисек инде...үҙебеҙгә...Беҙҙеке, үҙ балабыҙ итепме?--тип һораны.
Ире уға яратып ҡарап, башын һелкте.
Икенсе көндө үк ирле-ҡатынлы бала табыу йортона барып та еттеләр. Шундай ҡыйын проблеманы тиҙ генә хәл итә алыуҙарына ышанып, тиҙҙән бәләкәсте матур юрғандарға төрөп алып ҡайтасаҡтарына ҡыуанып бөтә алманылар. Тик хәлдәр улар көткәнсә еңел килеп сыҡманы. Врачтар баланың икәү булыуын, шул икәүҙең береһе ауыр хәлдә икәнен әйттеләр. Шулай ҙа, сабыйҙарҙың икәүһен дә был парға күрһәтергә кәрәк тип таптылар. Ысынлап та, малайҙарҙың береһе, ауыҙын ҙур асып, башын әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа борғолап ашарға эҙләнә ине. Ә икенсеһе бик зәғиф күренде, әллә йоҡлай, әллә ауырый...
Ул көндә Ғәлиә менән Вәкил баланы алып ҡайта алманылар. Ләкин бер күҙҙәренә күренгән, ҡан ҡәҙрәшлеге булған был ике үкһеҙ бер минутҡа ла Ғәлиәнең күҙ алдынан китмәне. Ул тағын барып, апаһының ишеген шаҡыны. Эштең нимәлә икәнен бәйнә-бәйнә аңлатырға тырышты. Был күрешеү илашыу, ҡысҡырышыу, талашыу менән бөттө. Рәйсә балаларҙы алып ҡайтырға йыйынмауын белдерҙе. Нишләмәк кәрәк, балаларҙың береһен алып сығып, икенсеһен ҡалдырып булмай бит инде. Вәкил менән Ғәлиә ҡыйын булһа булыр, икеһен дә алып ҡайтабыҙ тигән уйға килделәр.
Улар бала табыу йортона барып ингәс, Рәйсә менән төкөшә яҙҙылар. Бик оҙаҡ талашҡас, аңлашҡас, улар бер ҡарарға килгән булып сыҡтылар--сабыйҙарҙың береһен, һауырағын алырға булғандар. Ғәлиә тағы әйтеп ҡараны апаһына. "Улай ярамай, сабыйҙарҙы айырмағыҙ, улар бер ғаиләлә үҫергә тейештәр,"--тине. Рәйсә үҙенең һүҙендә ныҡ торҙо, береһен генә алып ҡайтам, тине.
Шулай итеп, игеҙәк балаларҙың яҙмышы хәл ителде. Тик бер генә йыуаныс, береһе үҙ ғаиләһе, әсәһе янына ҡайта, икенсеһен ул бәхеттән мәхрүм итһәләр ҙә, барыбер сит-ят кешеләр янына түгел, үҙ туғандары ғаиләһенә алып ҡайталар бит. Нисек кенә булмаһын, был сабыйҙарға инде етемлек янамай.
Ғәлиә лә үҙ-үҙен йыуатты: бер туған апай менән һеңлеһе ғаиләһендә йәшәгәс, балалар гел күрешеп үҫерҙәр, бер-береһен белеп, танып торорҙар, тип уйланы. Әммә Рәйсәнең уйы бүтәнсәрәк булып сыҡты. Ул һеңлеһен асыҡтан-асыҡ, бүтән һине күргем дә, белгем дә килмәй, берегеҙ ҙә күҙемә күренәһе булмағыҙ, һеҙҙең өсөн минең ишегем һәр ваҡыт ябыҡ булыр, тип киҫәтте. Рәйсә бала өсөн бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды, хатта Ленаны ла уға яҡын килтермәне. Хәйер, бер баш тартҡас, Лена ла "бала" тип өҙөлөп торманы. Күпмелер ваҡыттан һуң ул кейәүгә лә сыҡты, ире янына күсте. Йәш ғаиләлә ҡыҙ бала донъяға килде.
Ғәжәп тере, аҡыллы, матур малайҙы үҫтерә-үҫтерә, Рәйсә уны ярата алды. Унан башҡа нисек йәшәнем икән тигән уйҙар менән бар күңел йылыһын һалып үҫтерҙе. Ире үлеп киткәс тә, бар йыуанысы Морат булды. Бер аҙ үҫә төшкәс, малайҙың музыкаға һәләте беленде. Рәйсә уны музыка мәктәбенә бирҙе һәм яңылышманы. Морат яратып баянда һәм тағы бик күп музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә башланы. Оҙаҡ йылдар буйына ул Ленаның үҙенең әсәһе икәнен белмәй йөрөнө, уға "апай" тип өндәште, бер туған апаһы тип белеп үҫте.
Ә кескәй Айраттың хәлдәре нисек икән һуң?
Ғәлиә менән Вәкилгә был сабыйҙы аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булманы. Уларға, айырыуса Ғәлиәгә, Айраттың һәр һулышы, һәр хәрәкәте өсөн ысын көрәш алып барырға тура килде. Шифахана юлын күп тапанылар. Беренсе һүҙен ҡасан әйтер тип өҙөлөп көттөләр. Айратҡа беренсе аҙым ҡыйынлыҡ менән бирелде. Нисек кенә ауыр булмаһын, улар малайҙы бер-береһенә рәхмәтле булып, бер-береһенә ҡыуанып, йөҙҙәренә ауырһыныу билдәләрен сығармайса тәрбиәләнеләр. Шул бала өсөн янып-көйөп йәшәгән Ғәлиә ҡайһы ваҡыт үҙ-үҙенән: "Һиңә Айрат үҙ балаңдан да яҡыныраҡ түгелме һуң. Уға күп ваҡытыңды сарыф итеп, үҙ балаң тураһында онотоп ебәрмәйһеңме,"--тип тә һорай ине. Өлкән улының үҙенән һораған саҡтары ла булғыланы. Әммә 12 йәшлек Наил ололарса яуап бирҙе. "Борсолма, әсәй, Мин бит инде ҙур егет, һаумын. Айратҡа күберәк иғтибар кәрәк, киреһенсә, мин һеҙгә рәхмәтлемен. Айрат булмаһа, беҙҙең ғаилә, бәлки, шундай татыу булмаҫ ине," --тигән һүҙҙәре менән әсәһен аптыратҡайны.
Мәктәпкә барыр ваҡыт еткәс, Ғәлиәгә Айрат менән бергә беренсе класҡа "барырға" тура килде. Бергәләп яҙырға, ижекләп уҡырға өйрәнделәр. Үҫә төшкәс, Ғәлиә Айратты музыка мәктәбенә алып барҙы. Малай баянда уйнарға өйрәнә башланы. Шулай гел бергә йөрөй торғас, Ғәлиәнең башына: "Минең менән гел бергә йөрөп, был бала кешеләрҙән ситләшә бит, бик оялсан, яңғыҙы магазинға барырға ла ҡурҡа,"--тигән уй килеп, борсола башланы. Инде ун дүрт йәшенә етеп килгән Айрат менән нисек тә "кендекте" киҫергә кәрәк икәнлеген аңланы. Был уларҙың икеһе өсөн дә тағын бер оло һынау булды.
Бер йылды улар ғаиләләре менән ҡала һабантуйына барҙылар. Меңәрләгән халыҡ араһында Ғәлиә таныш йөҙҙө шәйләп алды--уларҙың ҡаршыһына апаһы Рәйсә менән Морат килә ине. Рәйсә лә уларҙы күрҙе һәм бер аҙ ҡаушаған һымаҡ булды. Тик Ғәлиә уны исеме менән әйтеп туҡтатты. Рәйсә ситкә боролманы, уларға ҡаршы атланы. Нисәмә йылдар осрашмаған бер туғандар ҡосаҡлашып күрешмәһәләр ҙә, йылы ғына йылмайып, бер-береһен сәләмләнеләр. Беренсе тапҡыр күрешкән игеҙәк малайҙар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бер-береһенә текәлделәр. Ғәлиә уларҙың икеһенең дә ҡулдарынан тотоп: "Иҫәнләшегеҙ, һеҙ бер туғандар булаһығыҙ,"--тине. Малайҙар, бөтәһен аңлап бөтмәһәләр ҙә, туғандар булыуына шатланыштылар, ә беҙ бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ, тип шаярышып та алдылар.
Был көтөлмәгән осрашыуҙан һуң аралар яҡынайыр, тип уйлаған Ғәлиәнең өмөтө аҡланманы. Рәйсә һеңлеһе менән яҡын күреп һөйләшһә лә, бер тапҡыр ҙа Айратҡа күҙ һирпеп ҡараманы, башынан һыйпап иркәләмәне. Айрат та, Морат шикелле, уның үҙ ейәне бит. Әлбиттә, Ғәлиәнең һиҙгер күңеле был битарафлыҡты ғәфү итә алманы. Күңеленән апаһына рәнйеһә лә, тышҡа сығарманы, һуңыраҡ та апаһына бер нисә тапҡыр шылтыратҡыланы. "Күрешәйек, малайҙарҙы яҡыныраҡ таныштырайыҡ,"--тине. Рәйсә һеңлеһенең һүҙен кире ҡаҡмаһа ла, Моратты алып килмәне, Ғәлиәне лә Айрат менән үҙҙәренә саҡырманы.
Ғәлиә Айратты ҡалала уңышлы эшләп килгән башҡорт йыр һәм бейеү ансамбленә алып килде. Айрат ярайһы ғына аккордеонда уйнарға өйрәнгән ине. Малай өсөн ҙур коллектив араһында булыу яҡшы ине, тик артыҡ оялсан үҫмерҙең ҡайһы бер ҡыланыштары уны белмәгән кеше өсөн сәйерерәк кеүек тойолдо. Айрат үҙ йәштәштәре менән аралашып китергә баҙманы, күберәк өлкән апайҙар янындараҡ булырға тырышты. Апайҙар, үҙ сиратында, йәштәргә Айраттың үҙенсәлекле холҡон аңлаттылар. "Үҙегеҙҙән ҡалдырмағыҙ, гел һөйләшеп, ҡайҙа барһағыҙ ҙа эйәртеп йөрөгөҙ, уға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ,"--тинеләр. Йәштәр ҙә өлкәндәрҙең һүҙен тыңлап, Айратты үҙҙәренән ҡалдырмаҫҡа тырыштылар.
Быға күп йылдар үтте. Йәштәр ҙә үҫте, һәр береһе тормошта үҙ юлы менән китте. Ә Айрат өсөн улар менән аралышыу этәргес көс булды. Йыуаш, ҡыйыуһыҙ был егет күҙгә күренеп үҙгәрҙе, кешеләрҙән тартынмаҫҡа, үҙ һүҙен, фекерен әйтергә өйрәнде.
Моратҡа килгәндә, был егет үҙ юлын алдан үк белеп барҙы. 9-сы класты тамамлағас, мәҙәниәт колледжына уҡырға инде. Уны уңышлы ғына тамамлағас, Өфөгә уҡырға китте. Бер йыл уҡып ҡайтҡас, ул Айратты эҙләп тапты. Һәм бына беренсе тапҡыр үҙе менән эйәртеп, төп йорттарына, уртаҡ өләсәләре Рәйсә янына күрешергә алып килде.
Һуңғы йылдарҙа Рәйсә бик биреште, шәкәр ауырыуы уны инвалидтар креслоһына ултыртты. Берҙән-бер йыуанысы булған ейәненең ситкә уҡырға киткәненә бер шатланһа, ике көйөндө ул. Рәйсә уны бик һағына, юҡһына ине.
Морат беренсе курсты тамамлап, каникулға ҡайтып төшкәс, Рәйсәнең ҡыуанысының сиге булманы. Дуҫтары менән күрешергә тип сығып киткән Морат Айратты эйәртеп ҡайтҡас, ул тәүҙә юғалып ҡалғандай булһа ла, үҙен бик тиҙ ҡулға алды. Ике ҡулын да һуҙып, Айратҡа: "Һаумы, балам,"--тип өндәште. Унан, үҙенә эйелгән егеттең иңдәренән ҡосаҡлап, илап ебәрҙе. Ишектән килеп ингән Ленаны тәүҙә абайламай ҙа ҡалдылар. Ә бер аҙҙан ул уларҙы сәй эсергә саҡырҙы. Егерме йыл үткәс, ғәзиздәрҙән-ғәзиз дүрт йән, беренсе тапҡыр бер ғаилә булып, өҫтәл янына ултырыштылар.
Яҙмыш, тибеҙ...Айыра ла ул беҙҙе, осраштыра ла, тибеҙ... Тик ул яҙмыш юлдарын үҙебеҙ һыҙабыҙ һәм шул уҡ яҙмыш юлдарынан үҙебеҙ үк үтәбеҙ түгелме һуң?
Г.

Автор:
Читайте нас: