Мин дә өтәләнә-ҡарһалана инем, ашыҡмайым хәҙер, сөнки беләм, теләйһеңме- юҡмы, тәҡдир бөтәбеҙҙе лә тик бер урынға алып бара. Тик ана шул кендек киҫелгәндән алып зыяратҡа тиклем үтәһе юлды әҙәмсә үтергә, кешесә йәшәргә кәрәк. Әгәр һәр кем шуны тәрән мәғәнәһендә аңлаһа, төшөнһә, ниндәй матур, ниндәй камил булыр ине беҙ йәшәгән ер!
Эргәһенән затлы кейенгән, бармаҡтарында алтын балдаҡтары йылтыраған ханым текә баҫып үтеп китте. Уның яғына боролманы ла. Галстук таҡҡан ҙур ҡор-һаҡлы ир ҙә иғтибар итмәне хәйерсе ҡарсыҡҡа. Моғайын, кеҫәһендә хәйер итеп бирерлек ваҡ аҡсаһы булмағандыр.
Урамдың арғы яғына ҡараны ла ҡатты ла ҡалды. Унда халыҡ ағымында таныш һынды тоҫмалланы. Ҡарһаланып сеүәтәһен пакетҡа һалды ла тороп баҫ-ты, йүгерергә итте, мыжғышҡан машиналар ағымын үтеү ҡайҙа!
- Хәлфетдин, Хәлфетдин балам…
Ишетте күршеһе, ынтылып ҡараны, танып йылмайҙы, әҙерәктән юл арҡыры сыҡҡас, килеп ике ҡуллап күреште:
- Бибинур инәй, бына, исмаһам, осрашыу, йә һаумы?- Өҫтөндәге кейгән кейеменә сәйерһенеп баҡты ла өндәшмәне.
- Ҡалала бөгөн шулай кейенәләр, балам, сөнки көнө буйы бер-береһенә тейеп үтеп, өҫ-баштарын йылтыратып ҡатыралар, йыртҡыслап бөтөрәләр икән. - Бибинур ҡарсыҡ көлөп ебәргәйне, уға Хәлфетдин дә ҡушылды.
- Нишләп килергә иттең, балам, ауылда хәлдәр нисек?
- Балаларға һуңғы ҡыңғырауға кейем эҙләп йөрөп ятҡан көн әле. Ауылда ни именлек.
- Улайтып шымартма, айырым-айырым һөйлә бөтәһен.
- Сәсеүҙе осланыҡ. Теге Нурлығаяндың бәпестәре тыуҙы. Малай. Дүрт килограмдан ашыу, ти.
- Ана бит Хоҙайҙың мәрхәмәте! Ғүмер буйы көттөрөп биргән икән алпамышаны, сөбхәналла!
- Тауыҡтарыңдың береһе баҫырға ятты.
- Теге Наҙлыҡайылыр, ул гел шулайтып иртәләй, Байбисәһе йөрөр әле, мөстәнерәк, еңелерәк холоҡло уныһы. - Бибинур тауыҡтарын исемләп әйтеп һөйләй башланы.
- Әтәсең ҡуныуын беҙҙә ҡуна, ә һинең ҡоймаға ултырып ҡысҡыра, инәй. Биҙа инде…
- Китсе, шулайтамы? - Бибинур ҡарсыҡ кинәнеп көлөп ебәрҙе - Бесәйем ни эшләй?
- Ул да кисә беҙҙәге сысҡанды тотоп, һинең яҡҡа сығып китте, донъя хәстәрләп йөрөүе.
Бибинурҙың күҙҙәренән йәш атылып сыҡты ла биттәре буйлап түбән тәгәрәне.
- Әллә ҡайтып күреп китәһеңме, инәй?
- Кем менән килдең? Машинала урын бармы һуң?
- Айраттың «Нива»һына ултырып. Һинең өсөн урын табылыр.
- Күреп кенә китеү түгел, ҡайтам!
- Шулай уҡмы?
- Хәл иттем, балам, әйҙә.
- Эҙләмәҫме балаларың?
- Улар мине юғалтҡандар инде, юғалтҡан…
Айрат йылмайып ҡаршыланы:
- Нишләй, инәй, бынан иҫәптән төшөп йөрөйһөңмө?
- Өҫтөнә баҫтың, улым, иҫәп-хисапты өҙөп йөрөүем. Һайлауға барһам, һайлатырһыңмы икенселәй?
- Ҡуш ҡуллап. Өйөңә барып ҡына һайлатырға мөмкин.
- Юҡ, аяҡтарым йөрөгәндә орден-миҙалдарымды тағып, беренсе булып барып һайлайым.
- Шулай итерһең, инәй.
Ҡаланан сығышлай Бибинур ҡарсыҡ бала-саға мыжғыған майҙансыҡ яғына төртөп күрһәтте:
- Был ниндәй ер булды әле?
- Балалар йорто инде, уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. - Айрат күңелһеҙ генә яуапланы.
- Туҡтат әле машинаңды, балам, инә һалып сығайым.
Аҡ халатлы мөләйем йөҙлө ҡатын сәйерһенеп ҡаршы алды Бибинурҙы, өҫ-башына аптырап ҡараны.
- Ни йомош, әбей?
- Бына, балаларға ярҙам йөҙөнән булыр, аҡса алып килдем. - Пакетты өҫтәлгә һалды. - Иҫәпләп алығыҙ.
- Бер нимә лә аңламаным. Һеҙ спонсор булмаҡсыһығыҙмы? Ул эш былай ғына эшләнмәй, документ тултырырға кәрәк.
Ул ишеккә ыңғайлаусы Бибинур артынан йүгерҙе:
- Кем булаһығыҙ, исем-фамилияғыҙ нисек?
- Тау башында ялтырап ятҡан Яҡтытау ауылынан мин. Исемем Бибинур, орденлы Бибинур тиҙәр мине ауылдаштарым!