АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
1 Октябрь , 09:14

Бибинур ҡарсыҡ. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Өсөнсө бүлек.

  - Ай, Аллам, ҡайһылай ғына итеп аңлатайым икән,- Бибинур ҡарсыҡ турайып яулығын төҙәтте, битен ҡул һырты менән һыпырғандай итте, ул Әхтәмен яңынан күҙ алдына килтерергә итә ине шикелле. - Былайыраҡ: урта буйлы, ҙур, пеләш башлы, күҙҙәре донъяны яратып, көләс ҡарай, тик бер күҙенә сүп төртөлгәндән аҙаҡ аҡ һалғайны. Битенең уң яғында тәрән яра эҙе ярылып ята ине. Гитлер яуыздан ҡалған. Һаҡалы салланған, ҡупшы…

Бибинур ҡарсыҡ. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Өсөнсө бүлек.
Бибинур ҡарсыҡ. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Өсөнсө бүлек.

     Стеналары сынаяҡтай аҡ быяла менән көпләнгән яҡты бүлмәгә инделәр. Ванна эргәһендәге ыҡсым өҫтәлдә төрлө төҫтәге һыуҙар, һыҡма кремдар, әллә ниндәй оҙон муйынлы һауыттар теҙелгән. Һулаҡай яҡта түбәнән алып иҙәнгә ҡәҙәр көҙгө ҡу­йыл­ған­ғамы, бүлмә тағы ла иркенәйеп киткәндәй күренә. Ванна ишегенең төбөндә йомшаҡ келәмдә ятҡан сынйыр муйынсаҡлы быҙауҙай эт тороп ултырҙы. ауыҙын ҙур асып иҫнәне лә, тупаҡ моронон шап та шоп ялап алғас, кешенеке һымаҡ  алғы яҡҡа батҡан күҙҙәрен секерәйтеп тишерҙәй итеп, инеүселәргә төбөлде.

               -Этте ҡарауыллатып йыуынаһығыҙ була.

               -Уның урыны ғәҙәттә ишек төбөндә. Фәниә индереп һалғандыр. Пират -аҡыллы, тәрбиәле, тоҡомло эт, рөхсәтһеҙ бер нимәгә лә ҡағылмай. - Ҡыҙы иҫе китмәй генә яуапланы. - Ошо кранды борһаң, йылы һыу ҡойола, бынауһынан - һыуыҡ, урталағыһы душ өсөн.

«Ауыл мунсаһына ни етә, рәхәтләнеп йыуынғандан һуң, эләүкәгә ятып, мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән ҡайын миндеген елпеп сабынһаң, ауырыу-һыҙлауҙарың онотола. Бында бызмырла инде кәритәлә, битеңде лә, башҡа ерҙәреңде бер юлы йыуып. Шунан хәләл ерең менән харам ереңде бутамай ҡайҙа бараһың…»

     Сәйҙе өсәүләп эстеләр, дөрөҫөрәге дүртәүләп. Теге тупаҡ морон тулы хоҡуҡлы ғаилә ағзаһылай инеп һуҙылып ятты ла һәр кемдең йотҡанын, ашағанын йот-лоғоп күҙәтә башланы. Тамаҡты таш итә, билләһи.

               -Ят еҫ сығарып эт тотмаһағыҙ ни була, үҙ өйҙәрендә йәшәгән берәренә бирегеҙ булмаһа.

               -Кейәүең күпме аҡса түгеп мотлаҡ ошондай тоҡомдо эҙләп тапты, былай ҙа ҡәҙерләп кенә тотабыҙ.

               - Күп аҡса, тиһең, ни хаҡҡа инде? - Бер аҙҙан ишеткәненә ышанмағандай телен шартлатып ҡабатлап һораны. - Китсе шунса хаҡҡамы? Беҙҙә ундай аҡсаға барлыҡ ҡаралтылары теҙелгән йорт һатып алалар. Быны әйтәм, - эт яғына тағы ла бер тапҡыр ҡарашын атты, - сысҡан аулай торған эттер, тәпәйҙәре яҫы... - Бурҙайға ауыл тапҡырлығындағы баһа бирелде.

               -Уның башҡарған вазифаһы башҡасараҡ. - Рәшиҙә кинәйәле хәбәрен һал-ды. - Беҙҙең ректорҙың эте тап ошондай тоҡомдан. Улар кискеһен паркта икәүләп алып йө­рөй­ҙәр эттәрен. Шунда эштәре хаҡында ла һөйләшәләр...   Ә Азат Лоҡмановичҡа докторлыҡ диссертацияһы яҡларға кәрәк.

            - Беҙҙә изге эште эт һуғарып башҡармайҙар, ғәҙәттә.

            - Әсәй, һин ғүмерең буйы тура һүҙле булдың инде, күҙгә бәреп әйтә лә ҡуяһың!

            - Бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтә, ҡыҙым...

     Фәниә өҫтәл артында һенағастай бөгөлмәй-һығылмай ҡыланып семтеп ҡабып ҡына ултырҙы ла рәхмәт тә әйтмәйенсә тороп китте, тағы бүлмәһенә инеп бик-ләнде.

     Кис йоҡлар ваҡыт еткәйне Бибинур ҡарсыҡҡа урын табылманы ла ҡуйҙы. Төйөнсөктәрен Фәниәнең бүлмәһенә индереп, уны шунда урынлаштырмаҡсылар ине, үҫмер ҡыҙ күҙҙәрен осҡонландырып, зәһәр ыҫылданы:

               -Меня в общий зал выгоняете? Не получится, я свою комнату не уступлю.

               -Тогда ее давайте в мой рабочий кабинет поселим, там часто бывают профессора, доктора наук, она составит очень своеобразную компанию. - Азат Ло-ҡманович ирендәрен мыҫҡыллы салшайтты.

               -Меня ваши проблемы совершенно не волнуют! Сюда тоже приходят подружки, и мне тоже надо готовить уроки!  - тип уҫал яуапланы Фәниә.

               -Улайһа ҡайҙа ятаһың инде? - Аптырап ҡалған Рәшиҙә диванын йәлләп ҡарап-ҡарап ала, хәленән килһә бер кемде лә ултыртмаҫ ине унда.

               -Түшәгемде иҙәнгә йәйеп шунда ятайым да ҡуяйым, беҙгә иҙән булһа ла, аҫтағылар өсөн түшәм.

               -Юҡ-юҡ, әсәй, һине иҙәнгә һалыу ҡайҙа! - Әҙерәк уйланып торғандан һуң, ҡыҙы кейәүенә боролдо. - Азат Лоҡманович, кладовкала раскладушка бар ине түгелме?

     Йоҡлай алмай оҙаҡ әйләнеп-тулғанды Бибинур ҡарсыҡ. Ул уфтана, унан алыҫ түгел ятҡан эт уфтана. Икеһенең дә яҙмыштары оҡшап ҡалды түгелме? Ерҙә йәшәр ике йән эйәһен өсөнсө ҡаттағы таш ҡапсыҡҡа индереп бикләгәндәр…

     «…Ошо мәлдә әтәс-тауыҡтарына төнәүҙә, бохар бесәйенә өйҙә йоҡлар урын бармы икән? Теге сиңерткә лә эйәһеҙ өйҙә яр һалып ҡысҡырған-ҡысҡырғандыр ҙа буш торлаҡта толҡа тапмай аптыранып тынып ҡалғандыр…»

     Йылдай оҙон тойолған бер аҙнаны йәшәне, ниһайәт. Һыу һымаҡ бер-береһенә оҡшаған көндәр ығышып ҡына үтә торҙо.

            Иртәнге сәйҙе эсәләр ҙә ҡыҙы менән кейәүе - эшкә, Фәниә мәктәпкә йүгерә. Диван ситенә ултырып бойоға Бибинур, ишек төбөндә Пират бошалана. Исма-һам, Пираттың мөһим эше бар, кис етһә, хужаһына ҡушарлап паркта йөрөргә сыға. Азат Лоҡ­манович та байрамға барғандай кейенеп ала, этте лә күбекле һыуҙа ҡо­йон­до­ра­лар, ентекләп һөртәләр, муйынсаһына әллә ниндәй миҙалдарын да тағырға онотмай­ҙар, тоҡомло ғына түгел, дәрәжәле икәнлеге лә күренеп торһон, йәнәһе. Тимәк, ректорҙа улар икеһе лә яҡшы тәъҫир ҡалдырырға тейеш…

            Аҙна эсендә булған ыңғай үҙгәреш - Фәниә менән мөнәсәбәттәре йылынды. Үҫмер уға элеккеләй асыулы күҙҙәрен яндырып ҡарамай, һөйләгәндәрен аңлағандай итеп тыңлай, ҡайһы ваҡыт йылмайып-көлөп шаярып та ала.

            Бер кис инеп, ейәнсәренең шылып төшкән одеялын төҙәтеп япты ла сәсенән наҙлы һыйпап сығырға боролғайны, һаҡ ҡына өндәшеү ишетте:

            - Бабушка, посиди со мной! Я знаю, каждый раз ты заходишь ко мне и гладишь по волосам. Мне так приятно. У тебя рука мягкая, теплая…

            - Бабушка, тимә, өләсәй, тиген!

            - Улуәсәй, сядь…

            Бибинур ҡарсыҡ ултырҙы, ейәнсәренең арҡаһынан тупылдатып һөйҙө.

            - Улуәсәй, ты смеяться не будешь, когда я буду говорить по-башкирски?

            - Туған телендә һөйләшкән кешенән көләләрме ни?

            - Атай-әсәй әйтә, кәрәк английский, тиҙәр, башкирский вымирающий, дикий, ти­ҙәр.

            «Тел белгестәре булыуығыҙ ҡороһон, аҡса өсөн, дан-шөһрәт өсөн йө­рөй­һө­гөҙ­ҙөр тырышып, ә үҙ телегеҙҙән көләһегеҙ, уны кәмһетәһегеҙ…» Ҡыҙын, кейәүен эстән битәрләһә лә, уйын тышҡа сығарманы, теле икенсене һөйләне:

            - Башҡорт теле - боронғо тел, ә тәрән тамырлы ағас ҡоромай.

            - Это хорошо, - тип ризалаша Фәниә. Уға әллә ниндәй ҡатмарлы нимәләр тураһында һөйләшеү ҡыҙыҡ түгел, былай ҙа көнө буйы дәрестә башы ҡатып бөтә, шуға күҙҙәрен осҡонландырып, теле ҡысытҡан һорауын бирә .- Улуәсәй, әйт әле, бабай красивый инеме?

            - Ә-ә-ә-ә, ҡартатайыңды әйтәһеңме, бик матур, бик күркәм, ауылда унан да һөй­көмлөрәк кеше юҡ ине.

            - Нисек? -  Фәниә һаман төпсөндө.- Расскажи поподробнее.

            - Ай, Аллам, ҡайһылай ғына итеп аңлатайым икән,- Бибинур ҡарсыҡ турайып яулығын төҙәтте, битен ҡул һырты менән һыпырғандай итте, ул Әхтәмен яңынан күҙ алдына килтерергә итә ине шикелле. - Былайыраҡ: урта буйлы, ҙур, пеләш башлы, күҙҙәре донъяны яратып, көләс ҡарай, тик бер күҙенә сүп төр-төлгәндән аҙаҡ аҡ һалғайны. Битенең уң яғында тәрән яра эҙе ярылып ята ине. Гитлер яуыздан ҡалған. Һаҡалы салланған, ҡупшы…

            - Ҡартатай матур булған, бик матур, как Бармалей, ха-ха-ха!- Фәниә өләсәһен түшәгенә йығып, ойпалай башланы.

            - Кит, ен, билемде ҡуҙғатаһың, уй-уй-уй! - Бибинур ҙа кинәнеп кеткелдәне.- Буранбай, тиһеңме? Беҙҙең ауылдың көтөүсеһен ҡайҙан беләһең? Ҡартатайың эр­гә­һен­дә ул күпкә ҡайтыш, йә буйы юҡ, йә һыны юҡ тигәндәй. Һин көлгән булаһың, уны йәш саҡта ауылдың беренсе һылыуы яратып, артынан ҡалмай илап йөрөнө… Теге Хәмдиә…- Йөҙө әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сирылды.

            - А ты лучше была, да?

            - Һылыулыҡҡа теге һайыҫҡанды үтеп булманы-булыуын, мәгәр беҙ ҡарт­ата­йың менән бергә берегер ярты йәндәр инек.

            - Значит, любили друг друга?

            - Әлләсе, беҙҙең заманда ундай төшөнсә юҡ ине әле. Төшөнсәһеҙ генә иңгә-иң терәп, илле йыл татыу ғүмер иттек. Уға һыйынып ҡаяға ышыҡланғандай бәр­ге­лән­мәй-өҙгөләнмәй тыныс йәшәнем, ҡартатайың, һин мине йылытаһың, яҡтыртһың, ти торғайны күңеле ирәмһеп киткән саҡтарында. Хәҙер ни «яратам» тип сутылдайҙар ҙа, бер йыл үтәме-юҡмы, икеһе ике яҡта яңғыҙ кәкүктәй моңаялар.

            - Здорово!.. Улуәсәй, ты просто философ, такие слова говоришь! А у меня есть другая половина?

            - Бар. Кеше тыуғас та мотлаҡ уның икенсе яртыһы тыуа. Шунан керешәләр былар бер-береһен эҙләргә. Табалар икән, бәхетле булалар, тапмайҙар икән, йө-рөйҙәр ғүмерҙәре буйы ҡаңғырып.

            - Их, найти бы вторую половину…

            - Табырһың. Тик тапҡансы уға лайыҡлы булырға тырышыр кәрәк: инсафлы, һөйкөмлө, эшһөйәр… Ә ул, мәле еткәс, һине үҙе эҙләп табыр.

 

                                                                                                Дауамы бар.

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: