АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
1 Октябрь , 16:10

Бибинур ҡарсыҡ. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Дүртенсе бүлек.

- Оло кешеләрҙән ни файҙа. Уларҙың пенсиянан башҡа нимәһе бар. Тегендә, ауылға почтаға барып әсәйҙең пенсияһын күсерт әле бында, иш янына ҡуш булыр.        Ҡыҙының уйламайыраҡ әйткән һүҙҙәре Бибинурҙың йөрәгенә уҡтай ҡаҙалды, күңеле кисәге әйткәндәрен тәҡрарланы: « Мин артыҡ тамаҡ… Артыҡ тамаҡ…»             - Уныһы ҡасмаҫ. - Азат Лоҡманович фекерен әйтеп ҡалырға ашыҡты, ҡа­нат­лан­дырған уйын ярып һалды, ниһайәт. - Теге әбей көн һайын хәйер йыйырға ултыра, ти. Алам-һоламыраҡ кейенеп ала ла сығып китә икән был, кис етһә, меңәрлектәрҙе тотоп ҡайтып инә…    

Бибинур ҡарсыҡ. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Дүртенсе бүлек.
Бибинур ҡарсыҡ. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Дүртенсе бүлек.

Фәниәнең күҙе өләсәһенең беләгенә төштө.

            - Улуәсәй, был нимә ул?

            - Беләҙек, балам, саф көмөштән һуғылған, ҡартатайығдың Бохаранан алып ҡайтҡан бүләге.

            - Вот это вещь! Улуәсәй, дай поносить, не потеряю, честное слово.

            - Мә һуң.

            - Спасибо. У девчат глаза на лоб вылезут. Әйтәм: был улуәсәйҙең беләҙектәре, мин башҡорт ҡыҙы!

            - Эйе, шулай тип әйтерһең. Ә хәҙер йоҡла, тыныс йоҡо, тәмле төштәр күр.

            - Әйҙә, икәүләп йоҡлайыҡ, улуәсәй.

            - Ярамай. Имсәктән айырылғандан аҙаҡ бала айырым йоҡларға тейеш. Һиңә нисә йәш әле?

            - Вот сколько! - Фәниә бармаҡтарын тырпайтты.

            - Ана, нисә йәш булып киткән үҙеңә. Һиңә өләсәйгә һыйынып йоҡларға түгел, кейәүгә сығырға ваҡыт.

            - Сыҡмайым кейәүгә! Улай булғас, әкиәт һөйлә, йәме?

            - Ниндәй әкиәтте?

            - Береһе ҡурҡыныс булһын, икенсеһе любовь тураһында.

       Башын өләсәһенең тубығына һалған Фәниә оҙаҡламай йоҡлап та китте.                                                      

            Ситләтеп, уратып һуҡтырған, кинәйәле һөйләшеүҙәр йышайғандан-йышайҙы.

            - Ленин ордены баҙарҙа юғары баһалана! - тине Азат Лоҡманович, телевизор ҡарап ултырған еренән ҡайҡая төшөп. - Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡты ла ҡушҡанда бармаҡ та һелкетмәй бер нисә йөҙәрләгән евроны кеҫәгә һалырға мөмкин… Ана, бит күрһәтәләр, бер өлкәләге Ленин орденлы элекке совхоздың шул ордены юғалған. Ә уны номерына ҡарап сағыштырып Франциянан тапҡандар. Коллекционер уны меңәрләгән евроға кемдәндер һатып алған. Бер һүҙ менән әйткәндә затлы награда һуңғының ҡулына төшкәнсе бер нисә кешенән үткән, төрлө хаҡҡа әүеш-теүеш ителгән. Бар хәҙер осо-башын эҙләп тап, рустар әйтмешләй, все концы в воду!

            - Пап, тебя наградили орденом Ленина? Не знала. - Тура һүҙле Фәниә, күҙҙәрен түңәрәкләндереп, атаһына ҡараны.

            - Хәҙер ундайҙарҙы өләшмәйҙәр, беләһең килһә. - Өй хужаһының ҡарашы уҫалланды. - Тарҡалған илдең онотолған ордены… Ә хаҡы күтәрелһә күтәрелә, төшмәй.

            - Тарихын онотҡан халыҡ юғалыуға дусар, тине бөгөн беҙгә дәрескә килгән яҙыусы ағай! - Был һүҙҙәр Фәниәгә көнө буйы тынғылыҡ бирмәгәндер, күңеленә уйылып ҡалғандыр, шуға ватмай-емермәй саф башҡортса сатнатып әйтте.

            Ата-әсә хатта ҡайһылыр кимәлдә аптырап ҡалды, бер-береһенә ҡарашты. Беренсе булып иҫен әсәй кеше йыйҙы:

           - Ты с какого времени стала говорить по-башкирски?

           -  Мин тыуғандан алып үҙ телемдә һөйләшергә тейеш булғанмын! Да, кстати, мы с Вами можем пообщаться на родном языке! Конечно я не очень, но со временем научусь. Лишь бы было желание – өйрәнәм!

            - Күпте белә башланың, марш спать!

            - Марш спать түгел, тыныс йоҡо, ҡыҙым, тиергә кәрәк. Бала саҡта һөйләмәгән әкиәттәреңде бөгөн һөйләргә лә һуң түгел.

            - Ах, ты так! - Рәшиҙә бүлмәһенә инеп барған ҡыҙына йомшаҡ уйынсыҡ ырғытты, тегеһе ишеген ябып өлгөрҙө, шунан ҡабаттан асып телен күрһәтте лә артынан шартлатып бикләне.

            - Ҡара һин уны, беҙҙе тыңламай башлаған! - тип сәсрәне әсә. -  Өҫтәүенә, теле әсе…

            - Балам, мин һине һуғып үҫтермәнем. - Ситтәрәк ултырған Бибинур һүҙ ҡыҫ­тырҙы. - Яндырай атайыңдың да һиңә тауышын күтәргәне булманы. Әйтә торған етди һүҙен минән  аша әйттерә ине.

            - Шулайтмайынса тыңлатырһың хәҙер баланы, йылы һүҙ әйтһәң, елкәңә менеп атланыр…

            - Бәхәсләшмәйек, арытҡан, ял итәйек. - Өй хужаһы яһалма иҫнәне.

            - Кейәү, ордендарҙы беҙгә өләшеп бирмәнеләр. Бармаҡ һелкеткән өсөн түгел, ҡара тир түгеп, илгә хеҙмәт иткән өсөн бүләкләйҙәр ине. Ә мин йылға булып ағырлыҡ һөт һауҙым һыйырҙарҙан, эшләгән осорҙа алдынғылыҡты бирмәнем. Ярышта райондың йөҙөк ҡашы инем мин, белгең килһә.

            - Биғәйбә, әбей, биғәйбә, яңылыш әйттем, берүк ғәфү итә күр. - Азат Лоҡманович ҡулын йөрәге тапҡырына килтерҙе.- Рәшиҙә Әхтәмовнаға тунға аҡса табып булмағанға ғына әйткәйнем. Кеше кейгәнен кейһен, кәм-хур булмаһын тип тырышыуым.

            - Тун шул тиклем ҡиммәтме ни?

            - Ауыл хисабы менән иҫәпләгәндә өс-дүрт һыйыр хаҡына торошло… Арзандары…

            - Арзан икән шул. - Бибинур ҡарсыҡ телен шартлатты ла һөйләп алып китте:

            - Рәшиҙә, һиңә дүрт-биш йәштәр самаһы булғандыр, бигерәк телдәр сағың, беҙҙе күрше ауылға туйға саҡырҙылар. Һуғыштан һуңғы осор булһа ла ауыр ғына йәшәй инек, аяҡҡа кейеп барырлыҡ ойоҡ юҡ бит, Гөлниса әхирәттекен алып торорға булдым. Туй бит инде, бейей-бейей тишкәнмен теге ойоҡто. Һин тәтел-дәйһең генә: «Гөлниса апайҙың ойоғон тиштең, ҡайтҡас, әйтәм!» Бер тапҡыр ғына әйтһәң, ни асыу, ҡуйырҙан-ҡуймай ҡабатлайһың. Ҡоҙалар ишетмәмешкә һалыша, ә һин ярыҡ барабандай яр һалаһың. Ҡайтырға йыйынғас, ҡоҙағый шыпырт ҡына бер төргәк килтереп тотторҙо, ҡайтҡас асып ҡарарһың, ти. Үҙенең кейеп йөрөгән ойоғон ебәргән, бахыр. Шулай киң күңелле, эскерһеҙ, йомарт була торғайны әүәле халыҡ. Донъя үҙгәрҙеме, әллә күңелебеҙ тарыҡтымы йылдар үтеү менән, байлыҡтан күҙ­ҙә­ребеҙ тондомо, белмәҫһең…

            - Давай йоҡларға, иртәгә байрам түгел. - Азат Лоҡманович йоҡо бүлмәһенә атланы.

            - Әсәй, ауылдағы өйҙө һатһаҡ, күпме торор ине икән?

            - Һаман да тун сыҡмаймы башыңдан?

            - Юҡ та, Азат Лоҡмановичтың «Волга» машинаһы ғына, ә ректорҙыҡы - ин-омарка.

 Бибинур ҡарсыҡ баҫып торған еренән лып итеп ултырғысҡа ултырҙы, әйтерһең дә, был һүҙҙәр уны ҡапыл этеп ебәрҙе.

            - Атайыңдың нигеҙен ҡоротоу менән генә йәлсербеҙме икән?

            - Шул килеш серетәйекме улайһа?

            - Аңлайым да бит, нисектер, атайыңдың төҫөн, рухын һатҡан кеүек була түгелме?

            - Заманса йәшәргә кәрәк.

            - Мине ҡәбер генә үҙгәртер инде ул, бөгөнгө көн шауҡымы үҙгәртә алмаҫ.

            - Төп мәсьәләнән ситләшеп, әллә нимә һөйләп ала ла китәһең.

            - Ярай, һаттыҡ та икән ти, шунан минең үлемемде көтә башламаҫһығыҙмы, артыҡ тамаҡ күреп.

            - Ауыҙыңдан ел алһын, әсәй, нисек телең әйләнә! - Диванда бесәй ише ҡулайлап йомарланған Рәшиҙә сәбәләнеп тороп уҡ китте.

            - Тураһын әйткәнгә үпкәләмә, ҡыҙым, уйлағанымды әйттем. Килгән көнө өйөң тулы йыһаз булыуына ҡыуанғайным, хәҙер күрәм, фатирың һымаҡ күғелең дә тарыға төшкән, әйләнә-тирәғә аҡса, байлыҡ күҙлеге аша ҡарайһың.

            - Миңә эшкә китергә ваҡыт. - Үпкәләүе йөҙөнә сыҡҡан Рәшиҙә шарт та шорт кейенә башланы.

       Бер көндө кәйефләнеп ҡайтып инде Азат Лоҡманович. Башына ниндәйҙер төйөрөм фекер килгәндә, аныҡ ҡарар йөрөткәндә ул шулай хәрәкәтсәнгә әүерелә. Ләкин ингәс тә, кис аш янында ла һүҙ башламаны. Фәниә залға телевизор ҡарарға сығып киткәс кенә серле хәбәр һөйләгәндәй тауышын баҫа төшөп былай тине:

            - Рәшиҙә Әхтәмовна, бөгөн мин таныш бизнесменды күреп һөйләшеп торҙом бит әле. Хәтерләйһеңме, уҙған йыл малайын беҙҙең институтҡа уҡырға кереткәйне.

            - Ә, анау төптән йыуан, тәпәш буйлы алыпһатарҙы әйтәһеңме?

            - Эйе, шул.

            - Ҡыҫмыр һарандыр ул, малайының киләсәге өсөн аҡсаһын сығарып һал-ырға йәлләп, күпме сабыуланы. Ярай әле беҙ миһырбанлыбыҙ, биргәненә риза булдыҡ. Ә малайы оңҡот, һиңә әйтәйем… Берәүҙе баллы тулмай тип һылтауын табып ҡайтарып, урынына алғайным. Ауылдан булһа ла теге үҫмер зирәк ине, тик атаһы малсы шул, уның нимәһен һығаһың…

      Бибинур ҡарсыҡ шәшкеһендәге сәйен һемереп ҡуйғас, хуш ҡылып сығырға йыйынды:

            - Мин Фәниә эргәһендә булайым, һеҙ эш кешеләре, эш тураһында һөйләшегеҙ.

            - Юҡ, әбей, ултыр, саҡ ҡына булһа ла, ҡамасауламайһың, киреһенсә… Рәшиҙә Әхтәмовна, сәй яһа әсәйгә!

      «Атаҡ, ҡайһылай тәрбиәле ҡылана, ғүмерҙә әйтмәгән һүҙен әйтте…» Кейәүенең яҡын итеп, ололап өндәшеүе күңелен ирәмһетмәне, киреһенсә, һағайтты ғына. Бибинур ҡарсыҡ кире урынына сүкте лә, ни булырын көткәндәй, көс-өргәнеп турайҙы.

            - Шул бизнесмен әле эшмәкәрлеген шундай итеп йәйелдереп ебәргән, һиңә әйтәйем, иҫем китеп тығлап торҙом. Ҡалаға кирза итек кейеп килгән хәйерсенең бөгөн ике иномаркаһы бар, престиж райондан өс фатир алған. Ә ҡалала урынлашҡан һатыу селтәрҙәре һуң! Таныштары ла етерлектер, парнерлыҡ мөнсәбәттәрен ә яйға һала беләлер. Алыпһатарлыҡ һәләте талант менән бер ул, кемгә бирелә, кемгә юҡ! Айлыҡ аҡса әйләнешен һораған инем, коммерция сере, тип мыйығын бора хәйләкәр. Һиҙәм, миллиондар менән эш итә, шельма!

            - Кеше аҡсаһын иҫәпләүҙән ни фәтүә, - тип вайымһыҙ ғына ҡаршы төштө Рәшиҙә.

            - Дөрөҫ. - Азат Лоҡманович элеп үк алды. - Ә бына уның аҡса табыу юлдарына күҙ ташлау, байыу ысулдары менән ҡыҙыҡһыныу зыян итмәҫ ине. Йом-ошай белһәң, һепертке лә үҙенән-үҙе һепереп аҡса эшләй ул, ти теге.

            - Һе, нисегерәк итеп? - Аҡса яратҡан ҡатыны ҡыҙыҡһына төштө.

            - Уның берҙе ике итә белгән ҡәйнәһе бар икән. - Азат Лоҡманович Бибинур яғына ҡарашын һирпте. - Ул да тик ултырмай, ярҙам итә, ти.

    «Ә-ә-ә, бына ни өсөн әңгәмәлә минең ҡатнашыуым кәрәккән!»

            - Оло кешеләрҙән ни файҙа. Уларҙың пенсиянан башҡа нимәһе бар. Тегендә, ауылға почтаға барып әсәйҙең пенсияһын күсерт әле бында, иш янына ҡуш булыр.

       Ҡыҙының уйламайыраҡ әйткән һүҙҙәре Бибинурҙың йөрәгенә уҡтай ҡаҙалды, күңеле кисәге әйткәндәрен тәҡрарланы: « Мин артыҡ тамаҡ… Артыҡ тамаҡ…»

            - Уныһы ҡасмаҫ. - Азат Лоҡманович фекерен әйтеп ҡалырға ашыҡты, ҡа­нат­лан­дырған уйын ярып һалды, ниһайәт. - Теге әбей көн һайын хәйер йыйырға ултыра, ти. Алам-һоламыраҡ кейенеп ала ла сығып китә икән был, кис етһә, меңәрлектәрҙе тотоп ҡайтып инә…

                                                                                              Дауамы бар.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: