Ул ҡайтҡанда ҡояш байыуға яҡынлағайны. Ҡомғанына йылы һыу тулты-рып, ихатаға сыҡты, ишек алдындағы хәтфәләй ҡаҙ бәпкәле сирәмгә аяҡтарын һоноп ултырҙы ла, кәлүшен һалып, ойоҡтарын сисеп, сираҡтарын буйлатып һыу ҡойҙо: шунан битен сылатты, ап-аҡ сәстәрен һыпырҙы. Киске һалҡынса ел иҫеп ебәргәс, тәненә аңлата алмаҫлыҡ сафлыҡ йүгерҙе. Иркен итеп яҙғы һауаны һулау, табандарың менән үлән наҙын тойоу рәхәт, ҡайһылай ҙа рәхәт. Еүеш табандары ергә тамырланыр төҫлө… Ҡартының анау ҡола бейәһен бәйләр имән ҡаҙығы бигерәк ныҡ булды, тимерҙәй ҡаты, серергә уйламай ҙа. Рәшиҙәһе мәктәптә уҡып йөрөгәнендә ултыртҡайны, ни хәтле йылдар уҙҙы, эһ тә итмәй. Ҡарты тигән була, ул саҡта Әхтәме яңы ҡырҡ йәшен ашатлағайны буғай. Биленә ҡәҙәр сисенеп ташлап, йылмая-көлә соҡор урыны ҡаҙыған ирен күҙ алдына килтерҙе. Тупһа ауыҙында ятҡан ҙур, ялпаҡ ташты өйләнешкән йылы Сейәле тау битләүенән килтергәйнеләр. Соҡоуҙары уғата ла мәшәҡәт булғайны, ҡулдары ҡабарсып бөттө. Ташты сығарғас, Әхтәме уны ауырлыҡһыҙ күтәреп, арбаға ырғытты. Ғәйрәтенә һоҡланғайны шул саҡта… Таштың бер мөйөшө балта, бысаҡ ҡайрай торғас йышылып, беләүләнеп бөткән.
Һуңлап ҡына өйөнә инде. Мейес артындағы сиңерткә таныш йырын башлаған «Мин китһәм, һин дә япа-яңғыҙ ҡалаһың инде, кемгә соролдарһың шул саҡта?..» Йөрәге ҡыҫып, ирекһеҙҙән ишек яңағын һәрмәне, ҡулдары кителгән урындарҙы тойҙо. Иң аҫҡыһы Рәшиҙәнеғ яңы атлап киткән ваҡыты… Бигерәк тә сос булды шул, йәше тулыр-тулмаҫтан йүгерҙе лә китте. Бынауһы беренсе класҡа барғас кителгәндер, айырылып торһон өсөн Әхтәме салғы бәкеһен батырыңҡырап уйып алған. Һуңғыһы ҡалаға китерҙән алда һыҙылған. Ҡыҙы көлә-көлә үҙе билдәләгәйне, барыбер һаҡланған…
Бибинур ҡарсыҡ утты ҡабыҙмай ғына түшәк-яҫтығын урындыҡҡа йәйҙе лә бөршәйеп кенә юрғаны аҫтына сумды.
Машинаның һуҙып ҡысҡыртыуына һиҫкәнеп уянды, башын ҡалҡытып тирә-яғын байҡаны, шунан ынтылып тәҙрәнән ҡараны. Көнсығыштағы офоҡ ыуыҙланып, яңы яҡтырып килә. Ҡапҡа ауыҙында аҡ «Волга» төҫмөрләнде. «Килгәндәр…» Күтәрмәгә сығыуына машина ишек алдына үткәйне, ҡыҙы тупһа ауыҙ-ында көтөп тора.
-Һаумы, әсәй! - Рәшиҙәһе уның арыҡ кәүҙәһен ҡармап ҡосаҡланы.
- Балаларым килгән… Һәйбәт кенә килеп еттегеҙме?
- Арыу әле. - Кабинанан сыҡҡан кейәүе, ҡорһағын алға бүлтәйеп, бөйөрөнә таянып, абруйлы яуапланы. Тупһа баҫҡысына доға ҡылырға сүккән ҡәйнәһенең эргәһенә килмәне лә. - Әҙерһеңме, әбей?
- Өйгә инәйек башта, ят кешеләрҙәй аяғөҫтө һөйләшмәйек.
-Ваҡыт юҡ, төштән һуң минең лекция, ҡайтып етергә кәрәк. Нимәң бар, тейәйек тә.
Багажник тотош донъяны йоторҙай булып алаптай ауыҙын асты.
- Ҡояш сыҡҡансы уҡ ҡуҙғалһаҡ, ҡасып киткән кеүек була. Көтәбеҙ. - Кейәүенең белекһеҙ һөмһөҙлөгөнә үпкәләгән Бибинур ҡарсыҡ был юлы өҙә әйтте. - Күрше-күлән оҙата килергә тейеш, хәҙер самауыр ҡуям.
- Улайһа һәләтләгеҙ, мин ял итәм әҙерәк. - Ир һөҙгәк ҡарашын ҡатынына атты. - Кәрәккәндә уятырһың.
Самауырҙан сыҡҡан төтөн тәмле туҙ еҫен тирә-яҡҡа тарата башлауға шуны ғына көткәндәй күршеләре урыҡ-һурыҡ йыйыла ла башланы, ә ҡояш, Һаҡмарҙан ҡалҡҡан ҡуйы томанды һөлгөләй һөртөнөп, баҙыҡ йөҙөн көләсләндереп күренеүгә ишек алды күс айырғандай геүләй ине инде. Олоһо ла, кесеһе лә бын-да - әллә ярты ауыл оҙатырға килгән инде. Һәр береһенең ҡулында төйөнсөк - юл күстәнәсе. Гөлғәйшә - һөтлө банка, Һылыубикә ике-өс йомарлам ҡорот тотҡан, Хәкимә кипкән еләк килтергән, Ғилметдиндең ҡултығында төйөрөм генә һалабаш йүкәһе, үҙе хәйләкәр күҙен шаян көлдөрә, һаҡалын семетә:
-Бына, ҡорҙашбикә, йыуынғанда кәрәге тейер, һине мин ҡайғыртмаһам кем ҡайғырта? Мәстүрәм йәнә йүкә балы ебәрҙе. Әбей ни килә алмай, билен биртендереп ята, сәләм еткерергә ҡушты.
-Биле биртенһә - биртек йый, ҡалаға һыпыртырға йыйынған әбей тирәһендә уралғансы! - Хәрәкәтсән Фатима ҡапҡанан күренер-күренмәҫтән Ғилметдинде, Бибинурҙы бер юлы битәрләне лә әхирәтенең ҡулына ҡағыҙ төргәге тотторҙо.- Киптерелгән андыҙ тамыры, һинең йүтәлде шул ғына ала, көҙгөһөн тағы ебәрермен.
Күстәнәстәр тауҙай өйөлөп китте. Был юҫыҡта холҡо ни тиклем генә ҡырыҫ булмаһын, баш тарта алманы Бибинур, ихласлыҡты кире ҡағырға теле әйләнмәне.
Яҡшыһын да, яманын да бергә татыған, бәхетле мәлдәрҙе бергә кисергән, бер шатлыҡты ике иткән, ҡайғы килһә, күмәкләп күтәргән ауылдаштарынан йөҙөн айыра алманы ошо минутта, булмышы йылмая, төҫһөҙ күҙҙәре эске йылылыҡ бөркөп көлә, тик ирендәре генә асылмаҫ өсөн ҡымтылған, һүҙҙәргә эйәреп, хәҙер күҙ йәштәре түгеләсәк, шуны һиҙә.
Машинаның артҡы яғына инеп ултырғас та, ситлеккә бикләнгән ҡоштай тәҙрәгә ҡапланды, ҡуҙғалғас, ҡурайҙай ғына беләген һелкеп ҡул болғаны. Ауыл осондараҡ тап булған Айрат менән дә башын ихлас ҡағып хушлашты. Үпкәләүен онотоуы, ғәфү итеүе ине уның…
Өсөнсө ҡаттағы фатирға күтәрелеп, кнопкаға баҫтылар. Ҡара буяу менән буялған, тас маңлайы тапҡырына алтынға мансылған һан яҙылған, уртаһына быяла «күҙ» батырылған тимер ишек оҙаҡ асылманы. Һыңар күҙ оҙаҡ тикшереп күҙәтте. Шауҙырлап келә ысҡынды, тимер сылбыр ярты бит һыймалы ғына ек ҡалдырып юлды быуҙы. Ҡаршы алған ун ике, ун өс йәштәр самаһындағы ҡыҙ бала ҡунаҡты күреүгә ҡыуанманы, ҡояш нуры күрмәгән һурынҡы йөҙө үҙгәрешһеҙ ҡалды.
-Фәниәм, балам, һаумы? - Бибинурҙың һонолған ҡулы һауала аҫылынып ҡалды.
Үҫмер ҡырт боролоп, эскә ҡарай атлағайны, Рәшиҙә ҡыҙына үпкәләп өндәште:
-Өләсәйең менән һаулыҡ һорашһаңсы, ҡыҙым.
-Здрасьте! Из-за вас в школу опоздала! - Фәниә ишеген ҡаты ябып, бүлмәһенә инеп бикләнде.
-Әсәй, залға сығып ял итә тор, мин сәйнүк ҡуяйым. - Рәшиҙә аш бүлмәһ-ендә ҡашығаяҡтарын шалтырата ла башланы.
Ҡәйнәһенең әйберҙәрен индереп бөткән кейәүе сығыу яғына йүнәлде:
-Мин институтҡа киттем!
Бибинур бай йыһазландырылған залға үтте лә иҫе китеп ҡатты ла ҡалды, бын-ыңса ҡәҙәр затлы әйберҙәрҙе ҡайһы арала алып өлгөргәндәр бит әле: ярты сте-наны иңләгән диван, ҡәнәфиҙәр, сит ил телевизоры, иҙәндә дәү аҡ айыу тиреһе, ситтәрәк алтын тотҡалы телефон, тәпәш кенә өҫтәл өҫтөндә гәлсәр һауытта ут ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре… Иншалла, йәшәй белә балалары…
Тартынып ҡына ҡәнәфигә арҡаһын терәгәйне ошоғаса тәтемәгән йомшаҡлыҡты тойҙо. «Ҡаҙ мамығынан яһалған күпмәнән дә былайыраҡ әллә…»
Рәшиҙәһе бәләкәйҙән тырыш булды, шуға мәктәпте тамамлағас та ауырлыҡһыҙ педагогия институтына уҡырға инде. Өсөнсө курста уҡып йөрөгән сағында уҡ үҙенең уҡытыусыһына кейәүгә сыҡты. Кейәүҙәре аяғында ныҡ баҫып торған фатирлы кеше булғас, йәшәп китеүҙәре ауырҙан булманы, артыҡ мохтажлыҡ та кисермәнеләр, һәүетемсә тормош ҡороп алды ла киттеләр. Хәҙер, ана, икеһе лә тел белгесе, фән кандидаттары, кейәүе юғарыраҡ дәрәжә яҡларға йыйынып йөрөй, буғай. Нишләптер Әхтәме кейәүен баштан уҡ өнәп еткермәне, йәшерен-батырын түгел, уның да күңеле ятманы. Була бит шундай кешеләр, һиңә насар-лығы ла теймәгәндәй, барыбер ҡылыҡ-фиғелен, үҙен тотошон, хатта һөйләшеүен булмышың ҡабул итмәй, йәнең этәрә. Бер нимә лә ҡылырмын тимә, иреп тә китерлек түгел, баш тартыр сара, әмәл дә юҡ. Кейәүҙәре лә тап ана шундай заттан ине. Шуға туй мәлен иҫәпкә алмағанда уларҙың ишеген парлашып шаҡығандары булманы. Ҡаланан да йомоштары төшкәндә, бигерәк тә көҙ көнө, ит-май кәрәккәндә ауылға юлландылар. Ҡарты үлгәс кенә йышлай төштөләр, ҡарауы ҡыйынлашҡас, бейәне, һыйырҙы, тананы, һарыҡтарҙы тотоноуҙа булыштылар. Ҡалаға алып бар-ып һатылған хәләл малы осһоҙораҡҡа китте-китеүен. Уның ҡарауы артынан үҙе мәшәҡәтләнеп йөрөмәне. Рәхмәт инде, туғандың барлығы. Кейәүен дә ниһайәт, нисек бар шулай ҡабул итте: табышҡандар, ҡауышҡандар, килешкәндәрикән, әйҙә йәшәһендәр. Дөрөҫ, оҙаҡ йылдар балаһыҙ зарыҡтылар, ҡайҙа ғына барып ниндәй генә табипҡа күренеп ҡараманылар. Хоҙай тилмертә торғас бирҙе ҡыҙ баланы олоғайған көндәрендә. Уныһы ни һуйған да ҡаплаған Рәшиҙәһе, матур булып үҫеп килә.
-Әсәй, һыуһағанһыңдыр, сәй эсеп алайыҡ.-Ҡыҙының тауышы ишетелде.
-Балам, тәһәрәтләнеп алырға ине.
-Әйҙә, бәҙрәфте күрһәтәм.
«Бәй, аш бүлмәһенә яҡын итеп бәҙрәф ҡуйғандарсы, ғибрәт, замана йорттарын төҙөүсе белекһеҙҙәрҙе әйтер инем. Улар ҡулайлыҡтар менән бер ҡатар әҙәп ҡағиҙәләрен дә иҫәпкә алырға тейештер бит... »
-Ҡомғанымды Фатима әхирәтемә ҡалдырғайным бит әле, уны-быны уйламағас ни.
-Һуңынан берәй нимә табып бирермен, әлегә ошо ҙур кнопкаға баҫһаң һыу ҡойола.
-Әләйгәс миңә ошо кәршүк өҫтөнә ултырырға инде?
-Аптырама, әсәй, яйын табырһың, өйрәнерһең. Бына бында ванна бүлмәһе.
Дауамы бар.