АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
7 Сентябрь , 22:15

ҺЫНҺЫҘ

- Һынһыҙ, ни эшләп яҡындарыңды рәнйетәһең? Ни эшләп ҡатыныңды йәберләйһең? Балаларың йөҙөнән йәштәре кибеп тә өлгөрмәй бит, һынһыҙ...

Айбулат мәрхәмә өләсәһен төшөндә күреп, шыбыр тиргә батып килеп уянды. Карауатынан аяҡтарын һәлендереп ултырҙы. Арҡаһы дымлы булыуынанмы, әллә төшөндә күргәндәрҙе күҙ алдына килтереүҙәнме ҡалтыранып ҡуйҙы. Маңлай тирен, иҫерек булыу арҡаһында сисмәй йоҡлаған, свитерының еңе менән һөртөп алды. Тирә-яғына күҙ һалды: тауыш-тын юҡ, бүлмә буш. Марат улы мәктәптәлер, ә ҡыҙы Ғәлиә балалар баҡсаһындалыр. Ҡатыны Ғәлимә ҡайҙа икән, билдәһеҙ... Тирә-яғында бар нәмә туҙып ята: иҙәнгә кейем-һалым ташланған, тәҙрәнең ҡорғаны йолҡолоп алынған, ана тегендә бер бото һынған ултырғыс ҡолап ята... Ҡылт итеп кисәге булған хәлдәр иҫенә килеп төштөүөнән, башы “зыңҡ” итеп ҡалды...

- Алйотмон да инде мин! – тине үҙ алдына, ике ҡулы менән башын услап тотоп.

Аш бүлмәһенә сыҡты. Һыуытҡысты асып нимәлер эҙләне, үҙе лә яҡшылап аңламаны. Кранды асып һыу ағыҙып эсте. Һалҡын һыу ашҡаҙанына барып төшкәнгәме икән, уныһы сәнсеп ҡуйҙы. Эйелеп тигәндәй зал яғына сығып, диванға ултырҙы.

...Кисә эш хаҡы алғайны. Күптән аҡсаһыҙ ыҙалайҙар бит, ҡыуанып ҡайтырға сыҡты. Юл ыңғайы магазинға инде, нимәләр өйҙәрендә юҡлығын иҫләп, кәрзиненә аҙыҡ-түлек тултырып йөрөй ине, иҫерткес эсемлектәр рәтенә барып сыҡты. Ғаиләһе алдында һүҙ биреүен иҫләп, шешәләр эргәһенән үтә биреңкерәне лә, туҡтаны. “Бер шкәлник алғандан бер нимә лә булмаҫ” – тине алйот аҡылы. Алған нәмәһен магазиндан сыҡҡас та, бер мөйөшкәрәк тороп һемереп бөттө. Пакетынан колбаса алып, тышын да әрсеп тормайса умыра бер-ике тешләп алғас, тәненә ләззәт, йылылыҡ, рәхәтлек тарала башлауын тойҙо. Ауыр уйҙары ла уны ташлап китә башланы.

Йорто подъезына еткәс, унан бер ҡат аҫтағы фатирҙа йәшәгән, күптән айныҡҡаны булмаған урыҫ Федор, еҫ һиҙеп тигәндәй, уның юлына ҡаршы сығып торғайны. Уның менән яҡындағы кибеткә барып, һәр береһенә тағы ла берешәр араҡы алдылар. Федор ҡыуанышынан Айбулатты ҡосаҡлап-ҡосаҡлап алды, теле асылып китте.

Айбулат нисек итеп фатирына барып ингәнен яҡшылап иҫләмәй. Ҡатынына арлы-бирле ҡайтып еткән аҙыҡ-түлек менән пакетын биреүен, бер һүҙ өндәшмәһә лә, ни өсөндөр Ғәлимәһенең ҡулынан ҡаты итеп эләктереп алыуын, уның ысҡынырға маташыуын, ҡыҙының илауын, малайының әсәһен яҡлашырға теләүен иҫләй. Ғаиләһе арлы-бирле кейенде лә, ҡайҙалыр сығып киттеләр.

...Башы сатнап ауырта ине, ҡотһоҙ булып ҡалған бүлмә буйлап йөрөнө. Аңы томаланған, яҡшылап уйлау мөмкинлеге юҡ. Уйланһа тағы ла ҡыйыныраҡ була ла китә. “Баш төҙәтеп алмайынса, проблеманы хәл итеп булмаясаҡ” – тип уйланы. Кисә ҡайтышлай өҫтәп бер ярты алыуын иҫләп, диван арттарын, тумбаларҙың ишектәрен асҡылап ҡараны, тик таба алманы. Ғәлимә түгеп сығып киткән, ахырыһы. Түш кеҫәһен ҡапшап ҡараны, эш хаҡынан ҡалған аҡсаһын һананы: яртыһы юҡ ине инде. Магазинға өс тапҡыр ғына индем дәһә, тип уйланы.

Ярай, тағы ла бер ярты ғына алайым да, тип уйлап, кейенеп ишекте асыуына, ҡаршыһына Марат менән Ғәлиәне эйәрткән Ғәлимә килеп инделәр.

- Тағы ла араҡы алырға сығып бараһыңмы? – Ғәлимә ҡоро ғына һораны.

- Ни эшләп араҡыға булһын ти. Һеҙгә ҡаршы сығып бара инем, - тип ялғанланы Айбулат. Өҫтөнә кейгән кейемен сисеп һалды. Өндәшмәй генә Ғәлимә аш бүлмәһенә, балалар үҙ яҡтарына үттеләр.

Айбулат өҫтәл тирәһен йыйыштырып маташҡан Ғәлимә эргәһенә сыҡты. Ултырғыс та оҙаҡ ҡына һүҙҙе нимәнән башларға белмәй ултыра торғас, йөрьәт итте.

- Ғәлимә, ғәфү ит инде мине, - тине.

- Һиңә һәр ваҡыт шулайтып ҡына әйтеүе еңел. Ә беҙ нимә кисергәнде кем аңлар икән, - ҡатыны арты менән тороп һөйләне.

- Мин аңлайым барыһын да...

- Юҡ щул, һин бөтөнләй аңларға ла теләмәйһең. Фатир өсөн мин генә түләйем. Аҡса етмәй. Һин унда-бында эшләгән аҡсаңды эсеп бөтөп тораһың.

- Ғәлимә, был һуңғы тапҡыр...

- Был һүҙҙәрҙе ишетеп туйғанмын мин. Хәҙер инде ышанысым ҡалманы. Был юлы ысынлап та ышанғайным. Тағы ла яңылышҡанмын.

Айбулаттың яуап бирерлек һүҙе булманы. Ысынлап та, дөрөҫ һөйләй шул ҡатыны.

- Марат бөгөн “икеле” алып ҡайтҡан. Әле икенсе класта ғына бит әле: ауыр кисерә ул. Ә беләһеңме сәбәбен, һинең ҡаңғырыуың арҡаһында, ул өйгә бирелгән эштәрен әҙерләп өлгөрмәне... – тине Ғәлимә, кинәт иренең йөҙөнә ҡарап.

Балалар кейемдәрен алыштырып сәй эсергә сыҡҡас, Айбулат икенсе бүлмәгә китте. Марат та, Ғәлиә лә аталарына баштарын күтәреп ҡараманылар.

Айбулат тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөнө. Ултырып та, ятып та ҡараны. Ванна бүлмәһенә инеп, башын һыуыҡ һыу менән йыуып ҡараны, тик сир ташлап китергә ашыҡманы. Сығып китер ине, сәбәп таба алманы. Күңелдәре китек ғаиләһе алдында уңайһыҙланды ул. Ятып йоҡлап ҡарарға кәрәк, тип диванға ауҙы. Тик яҫтыҡ ауырыған башы өсөн артыҡ ҡаты тойолдо: әйтерһең дә, эсенә мамыҡ урынына таш тултырғандар. Түҙмәне яҫтыҡты алып ситкә ырғытты... Шул ыңғайҙа нимәлер ялтырап күҙенә салынды. Кисә эсеп бөтмәгән араҡыһын яҫтыҡ аҫтына тыҡҡан булһа кәрәк. Ҡалтыранған ҡулдары менән шешәнең крышкаһын ҡабалана-ҡабалана асты, күтәреп ауыҙына әсә һыуҙы ҡойҙо. Тәүҙә ҡыйын һымаҡ булды, уҡшыны, шунан әкренләп күңел болғаныуы бөтә барҙы. Тағы ла күтәреп эсте. Башы һыҙлауы ла кәмегәндәй булып китте. Еңелсә башы әйләнеп ҡуйҙы.

...Залға килеп сыҡҡан Марат, атаһының шешә күтәреп ултырыуын күреп:

- Атай, тағы ла эсәһеңме? - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Артынса, тартып алмаҡсы булып, шешәгә килеп йәбеште. Айбулат малайын этеп ебәрҙе, уныһы ҡолап барып төшкән ыңғайы башы менән өҫтәл тояғына бәрелде.

Тауышҡа килеп сыҡан Ғәлимә улына ташланды, уны аяғына баҫтырҙы. Әсәһе артынан сыҡан Ғәлиә ҡаш аҫтынан атаһына зәһәр ҡарашын төбәне. Ҡыҙының ҡарашында “күрә алмайым һине” тигән тойғо асыҡ сағыла ине.

Шешәһен бушатҡас, батырайып алған Айбулат, тағы ла ҡатынына йәбеште.

- Барыһы өсөн дә һин мине ғәйепле һанайһыңмы? Ғаилә өсөн мин генә яуап тотмайым. Мин эскәнмен икән, заслужил. Эш хаҡынан берҙе эсеп алыуҙан, донъя емерелмәҫ...

Ғәлимә иренең холҡон яҡшы белеү сәбәпле, уға һүҙ әйтмәҫкә тырышты. Тағы ла ире ҡаңғыры ҡалһа, ҡайҙа барып йоҡларҙар улар...

Айбулат барыбер ҡыҙа барҙы.

- Марат бер тапҡыр “икеле” алған икән, ничего страшного. Ир кеше сынығып үҫергә тейеш... Һин ниңә өндәшмәйһең? Нимә мине кешегә һынамай башланыңмы? Ә беләһеңме нимә... Мин шуға ла эсәм...

Айбулат аш бүлмәһендә өндәшмәй генә һауыт-һаба йыуып торған ҡатынының сәсенән барып эләктереп алды. Ғәлимә ҡулында тотоп торған тәрилкәһен төшөрөп ебәрҙе. Иҙәнгә быяла ярсыҡтары һирпелде.

- Ни эшләп мин һинән одобрение алып йәшәргә тейеш әле? – Айбулат ҡысҡырҙы.

- Айбулат, ебәр әле зинһар, ауырта бит... – ҡатын ялбарҙы.

Йүгереп килеп сыҡҡан Ғәлиә әсәһенең аяғына йәбеште, Марат атаһын тарта башланы. Айбулат улына тибеп ебәрҙе. Малайҙың бөгөлөп төшөүөн күреп, үҙе ҡаушаны. Ғәлимә шунан файҙаланып иренең ҡулынан ысҡынды. Әсә кеше илай-илай Маратты ҡосаҡланы, ҡалҡытып маташты. Айбулат өҫтәлгә йоҙроғо менән һуҡты ла, курткаһын алып ла фатирҙан сығып китте.

...Һөйрәлеп тигәндәй ҡайтып, фатир ишеген саҡҡа асып инеү менән, иҫерек булыу сәбәпле томаланған аңы менән ғаиләһенең тағы ла сығып китеүен аңланы. Һуңғы көсөн йыйып диванға йөҙтүбән ауҙы...

- Һынһыҙ, улыңды харап итәһең бит... Ниңә бәләкәй генә балаларңа ҡул күтәрәһең? Хоҙай тарафынан бирелгән, һинең ярҙамға мохтаж, үҙ емештәреңде ниңә йәберләйһең? Һынһыҙ...

Айбулат баҫлығып, тыңламаған кәүҙәһен саҡҡа тигәндәй хәрәкәткә килтереп, тороп ултырҙы. Башын күтәреп ҡараны ла, ҡото осоп киҫкен тиҙлектә диван мөйөшөнә һырыҡты. Ҡараңғы бүлмәлә, ҡаршыһында ап-аҡ һын баҫып тора ине. Ирҙең тын алышы ла туҡтап ҡалды һымаҡ. Бер аҙҙан аҡ һын юҡ булды. Айбулат һикереп тороп бүлмәнең утын ҡабыҙырға атлыҡты. Һәрмәнеп ут ҡабыҙыу төймәһен саҡ барып табып, тоҡандырҙы. Ул тағы ла шыбыр тиргә батҡан. Ҡалтыранып өшөй, етмәһә башы тағы ла нығыраҡ ауырта, хәле юҡ ине.

Курткаһының түш кеҫәһенән эселеп бөтмәгән араҡы табып эскәс, хәл кергәндәй булды. Аңы менән был “төҙәлеүҙең” ялған булыуын һиҙә ул. Тик нәфсеһенә ҡаршы тора алмай.

Диванына кире барып ултырҙы. Һуңғы арала йыш ҡына мәрхүмә өләсәһе ингән төштәре борсой ине. Ниңә ул һәр ваҡыт “һынһыҙ” тигән һүҙҙе ҡуллана. Был ят, шул уҡ ваҡытта өләсәһе әйтелешендә таныш булған һүҙ нимә аңлата. Әллә ысынлап та, өләсәһенең йәне килеп, уға нимәлер аңлатырға тырышамы?

Айбулат өләсәһен яҡшылап иҫләмәй, сөнки атаһы Кәлим уны бик үк ауылға йөрөүөн теләмәне.

- Улым, беҙ ауыл тип ынтылырға тейеш түгелбеҙ. Ауыл – ул боронғолоҡ, үткән быуат, берәй ваҡыт бөтәсәк тә. Хәҙер кеше ҡалаға ынтыла, ә ҡалала ысын тормош, яңы халыҡ синыфы барлыҡҡа килә. Ҡала кешеһенең киләсәге бар,- тип һөйләр булды ул.

Әсәһе ҡайһы саҡта ҡаршы килә торғайны.

- Бала ауылға йөрөмәһә туған телен онота, ололарҙың ҡәҙерен белмәй инде ул, - тигәйне бер ваҡыт.

Кәлим ҡаты итеп ҡаршы әйтте:

- Туған тел – ул иҫкелек ҡалдығы. Рус, немец, инглиз телдәрендә һөйләшеү күпкә отошлораҡ. Башҡорт теле менән ҡайҙа барып була һуң. Бына мин ҡалаға килгәндә яҡшылап рус телен белмәй ҙә инем. Шуның өсөн күп тапҡыр оятҡа ла ҡалдым. Бысағыма кәрәкме һинең башкирскийың...

Әсәһе башҡа өндәшмәне.

Атаһын эшендә Коля тип йөрөтәләр икән. Уға, бер бөртөк малайына, Айбулат тип исем ҡушыуҙарының сәбәбен үҫә төшкәс кенә белде ул. Әсәһе менән өләсәһенең һайлаған исем булған икән. Ә атаһы аҙаҡҡаса улыма Альберт тип ҡушам ныҡышҡан һәм үҙ һүҙен бирмәгән. Өләсәй кеше саҡыртҡан мулла, әллә яңылыш ишетеп, әллә юрамал, белгән һымаҡ, уға исемде “Айбулат” тип ҡысҡыра. Кәлимдең командировкаға киткән ваҡытында, ҡатыны тыуыу тураһындағы таныҡлығын да “Шәрипов Айбулат Кәлим улы” тип яҙҙырып та ҡуя. Атаһы ара-тирә уны Альберт тип атай торғайны.

Шулайҙа ла, бер бөртөк улдары Айбулатты ҡалдырыр кеше булмаған саҡта, әле бәләкәйерәк сағында ғына, ауылға яҙғыҙ өләсәһенә алып барып ҡалдырырҙар ине. Шул ваҡытта тәүгә ишетте ул “һынһыҙ” тигән һүҙҙе. Баҫып ятҡан тауыҡтың йомортҡаларын ярып ҡараған өсөн: “Һынһыҙ, ниңә етешеп бөткән себештәрҙе ярып сығарып бөткәнһең? Аҡылы теүәл кеше шулай ҡыланамы икән!”- тип әрләгәйне. Сыйырсыҡ ояһын ҡолатып, балта менән уртаға ярып ҡош балаларын уйнатып йөрөгән өсөн дә, шул “һынһыҙ” һүҙе менән әрләгәйне. Русса һүгенеү һүҙҙәрен теҙеп әйткән өсөн дә, үсегеп өләсәһенең аяғына тибеү һөҙөмтәһендә лә шул һүҙҙе ишетергә тура килде. Тик мәғәнәһен төшөнә алманы.

- Эй, балаҡайым, атайың ни үҙе әҙәм рәүешле йәшәй алмай, ни бер бөртөк улын, кеше итеп тәрбиәләй алмай. Рухыңды һындырып бөткән бит, - тигәйне оло кеше. Шунан оҙаҡ ҡына олатаһының һуғышта ҡатнашыуы тураһында, быуындары менән әллә ҡайһы батырҙарға барып тоташыуҙары, туған телдә һөйләшеү кешенең ҡиәфәтен, йәшәү рәүешен, донъяға ҡарашын булдырыуы тураһында һөйләне.

- Балам, бында йышыраҡ килһәң, үҙем тәрбиә бирермен әле, - тип ҡуйҙы.

Тик оҙаҡ йылдарға ауыл яғына юл ябылды. Үҙ әсәһенә, Айбулат өсөн билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, үпкәләгән Кәлим, башҡа тыуған ауылына йөрөмәне. Яҙғыҙ оло кешенең үлем хәбәрен ишеткәс кенә, уны ерләшергә барҙы. Әммә йөҙөндә ҡайғырыу, үкенеү сатҡылары күренмәне.

Айбулат мәктәптә тәүге мәлдәрҙә “бишле”гә генә уҡыһа ла, һигеҙенсе кластан ҡапыл “өслө”гө төштө һәм шул баһалар менән мәктәпте лә тамамланы. Атаһы теләге тормошҡа ашып, ул русса ғына аралашты. Тик егеттең алға ҡуйылған маҡсаттары булманы. Ҡыҙыҡһынған йүнәлеш тә таба алманы, шул сәбәпле, атаһы күпме генә өгөтләһә лә, артабан уҡыуҙы кәрәк тип тапманы ул. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, төрлө урындарҙа эшләп йөрөнө. Ҡара эштә йөрөп эсергә әүәҫләнеп китте. Әлеге көндә лә шулай.

Яҙмыш шаяртыуы булдымы, сираттағы эшкә урынлашҡан ине. Тап-таҙа башҡортса һөйләшкән, тыныс һәм аҡыллы ҡыҙ менән танышты. Ул Ғәлимә ине. Дәрте ташып торған, алдынғы ҡарашлы, ҙур хыялар менән йәшәгән, бәхетле һылыу ҡыҙ уны әсир итте. Ҡыҙығы булмаған тормошона йәм кергән һымаҡ булды, эскелек менән мауығыуын ташланы кеүек, Ғәлимә тәмәке тартауын ташлатып алды.

Ҡыш миҙгеленең ҡояшлы, матур көндәренең береһендә уларҙың туйы булды...

********

...Дәрте ташып торған, ихлас ҡыҙ Айбулаттың бар тормошон үҙгәртергә тейеш ине лә бит, тик киреһенсә булды. Тағы ла эсә башлаған, эштән эшкә күсеп йөрөгән, донъяла урынын юғалтҡан Айбулат, киреһенсә, кәләшен билдәһеҙлеккә һөйрәне. Аҡсаһыҙ, еңел булмаған тормош йөгөн яңғыҙ тигәндәй тартыу, бер нисә йыл элек һылыу, рухлы булған ҡыҙҙың йөҙөндә арыу-талыу сағылды, моңһоулоҡ ҡапланы. Һуңғы йылдарҙа ҡул күтәрә башлаған иренән ҡотолоу сараларын таба алманы йәш ҡатын.

Айбулат тағы ла бер шешә араҡы алып эскәс, ишектән саҡта килеп инеп аяҡ кейемдәре араһына ҡоланы. Бер аҙҙан ҡаты хырылдап йоҡлап та китте...

- Һынһыҙ, нимә эшләп ятаһың аяҡ аҫтында? Тор, аяғыңа баҫ! Ээээй, бахыр булып ҡына йөрөйһөң. Һин генә ғәйепле түгел шул, балам. Яҡшы тәрбиә бирә алмаған өсөн ғәфү ит инде. Атайың да, рухыңды харап итте. Рух – ул йөрәк көсө, йәшәү тәме. Ундай көс шәжәрәңдең төпкөлөнән, ата-бабаларҙан ғына килә торған. Атайың өҙҙө шул бәйләнеште. Һиңә Хоҙай тарафынан бирелгән һынды да үҙгәртергә тырышты, шуның менән үҙ балаһын һынһыҙ итте. Тыуған ереңдән, туған телеңдән айырған өсөн, балам, һин үҙ-үҙеңде юғалттың. Һине алып китер өсөн килгәйнем дә... Әле бында ярҙамың кәрәк... Тап һыныңды! Һынһыҙ булма!

Айбулат кеҫә телефоны тауышына ғына уяна алды. Тағы ла тиргә батҡан. Йүгереп йөрөп телефонын эҙләп алды.

- Айбулат... – тине теге яҡтан Ғәлимә, шунан илау ҡатыш тауыш менән. – Марат больницала, уға операция эшләйҙәр. Эс-бауырын өҙгәнһең ғәзиз генәмдең. Үҙ балаңды әрәм иттең һин... Улым ҡотолһа... айырылам...

- Ғәлимә, ҡәҙерлем. Ҡайһы больницала һеҙ? Мин нимә эшләйем? – ашығып һораны ул.

- Улым иҫән булһа... Балаларым янына яҡын да ебәрмәйем һине... Әлегә... ярҙам кәрәк. Тиҙ арала аҡса ҡәрәк, операцияға. Тап... Ҡайҙан булһа ла тап, бер-ике сәғәт эсендә... – тине лә Ғәлимә һәм телефонды һалды.

Айбулат иҙәнгә ауҙы, балаҫты йомарлап тәүге тапҡыр үкереп иланы. Туҡтауһыҙ: “Һынһыҙ, һынһыҙ” – тип ҡабатланы ул.

Күпмелер ваҡыттан, Айбулат киҫкен хәрәкәт менән һикереп торҙо ла, кейемдәрен ҡулына эләктереп, фатирҙан тышҡа атлыҡты. Подъездан сыҡҡан ыңғайы ҡаршы алған көслө ел: “Шөкөр, тәүһынына ҡайтты” – тип шыбырлаған һымаҡ тойолдо.

 

Илгиз Истамғәлин.

Автор:
Читайте нас: