Армиянан һуң күршелә ятҡан Ейәнсура районының үҙәк дауаханаһындағы “Тиҙ ярҙам” станцияһында эшләп йөрөгән ерҙән тыуған ауылыма ҡайтып табип амбулаторияһында эш башлаған сағым. Районыбыҙҙың баш табибы, ауылдашым, сапҡынсы-вәкил ебәреп, “алтын тауҙары” вәғәҙәләп ҡоҙалатты, юғиһә еңел шарттарға өйрәнгән, әлегә өйләнмәгән вайымһыҙ егет, бар ҡулайлыҡтары булған ҡала тибындағы ҡасабаны төпкөлдөң төпкөлөндә ятҡан ауылға алмаштыра буламы?! Буйҙаҡҡа йыйыныуы, төйнәнеүе еңел, бер юл янсығына һыйған кәрәк-ярағымды артмаҡлап тиҙ арала ҡайтып та төштөм. Амбулаторияны ла күрше-тирә ауыл халҡын хеҙмәтләндереү өсөн яңы ғына асҡайнылар. Шуғалыр ҙа ҡабул итеүгә кемуҙарҙан эркелеп киләләр, ауырыуҙан бигерәк, ситтә йөрөп ҡайтҡан был елғыуар нисегерәк эшләй икән, үҙ һөнәрен еткелекле, ентекле беләме, тип ҡыҙыҡһынып һуғылыусылар ҙа юҡ түгелдер. Ауырыуҙар, тигәнем, шәфҡәт туташына ата-әсәләр прививкаға алып килгән эреле-ваҡлы балаларҙы, акушерка ҡарамағындағы йөклө ҡатындарҙы иҫәпкә алмағанда башлыса әбей-һәбей, ҡарт-ҡоро инде, ә уларҙың оҙайлы йылдар шауҡымы һуҡҡылап-ҡаҡҡылап ҡаҡшатҡан кәүҙәләренә төрлө сирҙәр йәбешеп барыусан, йәбешмәгән хәлдә лә оло кеше өҙлөкһөҙ тыңланыуға, шикләнеүгә, борсолоуға дусар, йә был ерем ауырта, йә теге сир менән сирләйем буғай, тип килә һалып етә, тағы кемдең генә мәленән алда ҡарауһыҙға ҡалып түшәгендә ятып кәкрәйгеһе килһен?! Йәнә көллөһө төрлө процедуралар алыуға йәбешеп ята: кемеһе горчичник яптыра, кемеһе парафин, банка һалдыра, бәғзеләре уколдар ҡаҙатып аҙаплана, даими перевязка алмаштырырға ла кәрәк бит, дөйөм алғанда ауыл осондағы түңдә, элекке участка дауаханаһы бинаһында урынлашҡан эш урыныбыҙ иртәнән алып кискә саҡлы килеүселәр-китеүселәр, инеүселәр-сығыусылар һис ҡасан өҙөлмәгәнлектән ҡайнап тора. Шулай итеп тегеләрҙе тыңлап, һуҡҡылап, ҡапшап ҡарап, һылап-һыйпап көндәремде үткәрәм, ә төндәрен инде башым аҫтына һалып төнәгән, дарыуҙар, медицина инструменттары, төрлө ҙурлыҡтағы шприцтар тултырылған сумаҙанымды эләктереп алып саҡырыуҙарҙан ҡайтып инмәйем, ҡайһы саҡ ауырыуҙы оҙатып район үҙәгенә лә сығып киткеләйем, бер һүҙ менән әйткәндә тәүлек әйләнәһенә һуҙылған, башы, аҙағы сәғәт һандары менән билдәләнмәгән мәшәҡәтле шөғөл. Ауырыуҙарымдың, ауырыуҙарҙан тыш ауылдаштарымдың ҡайһы берәүҙәре, яҡын, үҙ итеп күргәнгәлер, төп эшемә ҡағылышһыҙ үҙенсәлекле үтенестәр менән дә мөрәжәғәт итәләр, ярҙам күрһәтмәй, тегеләрҙең теләктәрен ҡәнәғәтләндермәү мөмкин түгел.
Тиҫтә йылға етә яҙған медицина өлкәһендәге хеҙмәт биографиямда ике кешене тура мәғәнәһендә үлем тырнағынан әрсәләп алып ҡалдым, күптәренә оҫталығым, уҡыу йортонда алған белемем кимәлендә ярҙам ҡулын һуҙҙым, һуңынан ихтирам йөҙөнәндер, исемемде әйтмәй генә “Беҙҙең Доктор” тип атап йөрөтә башланылар. Мәгәр ауыр, яуаплы вазифала борсағым бешмәгәндәр менән булған бәхәсле, сетерекле мөнәсәбәттәр, ҡайһы бер мин-минлектәре саманан ашҡан табиптар менән булған ҡытыршылыҡтар, аңлашмаусанлыҡтар, дөрөҫ диагноздар ҡуйып, хатаһыҙ ҡарарҙар ҡабул итеп тә хаҡһыҙ рәүештә шелтәләр алыуҙар, беҙҙәге генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙан килгән пациенттарымдан ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишетеүҙәр ваҡыт үтеү менән онотолоп бөткән, ә бына эш барышындағы ҡыҙыҡтар, мәҙәктәр, гел хәтерҙә, уларҙы һаман да булһа йылмайып, ҡайта-ҡайта иҫемә төшөрөп алам.
Көләмәскә оҡшаш мәҙәк хәл, тигәндәй, бер көн ҡабул итеүгә минән өс-дүрт йәшкә олораҡ Хәбир Ғәниев килде. Үткелекте хәтерләткән коридорҙан улай-былай инеп-сығып йөрөп ятҡанда шуға иғтибар иттем, ул оҙон һәндерәгә тартым ултырғысҡа теҙелгәндәрҙең иң ситенә барып тығылғайны, тимәк һыу буйы сиратта оҙаҡ ултырасаҡ әле. Хәбир яңы ғына асылған “Һабыр” совхозында водитель булып эшләй. Уны мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ беләм, киң күңелле, бер аҙ яндырайыраҡ, бер ҡатлы, юҡ-бар алдыҡтарҙы, эскерһеҙ шаяртыуҙарҙы ысынға алып барыусан, әгәр киләһе йылдан Айҙың үҙендә күп ҡатлы йорттар һала башлаясаҡтар, тип әҙәм ҡабул итмәҫ хәбәрҙе шыттырһаң да туҙға яҙмаған фәстереүгә ышанып, күҙҙәрен шарҙай итеп асып, телен шартлатып хайран ҡаласаҡ. “Әйҙә, - тинем тегеңә, туҡталып, кабинетым яғына эйәгемде ҡағып, - ҡабаланаһыңдыр моғайын, һиңә бит иртә таңдан эшкә, бәлки юлғалыр ҙа!” Башҡалар ҙа ризалыҡтарын белдереп шау-гөр килделәр: “Инһен, үтһен, беҙгә, көндәрен нисек үткәрергә белмәгән пенсионерҙарға ҡабаланаһы түгел!” “Завгар Мөхитдин ағайҙан төшкә саҡлы һорап кителде, бөгөн юлға сығаһы ла түгел”, булды яуап. Ярай, мәйтәм, ашыҡмайһың икән, көт улайһа.
Төшкә ҡарай иң аҙаҡҡа ҡалып күренде Хәбир. Уның өсөн ят, ситен урын булғанғалыр ҡыйыуһыҙ ҡыланып инде лә, ҡаштарын төйөп ҡарап ян-тирәһен күҙҙән үткәргәс уҫлаптай кәүҙәһен килешһеҙ бөгөп эргәмдәге ултырғысҡа һаҡты, шунан һалпышыраҡ биттәрен, сикә, соңҡа тирәһендә һарғылт сәс йораттары тырпайған пеләш башын яҫы устары менән ыуып, һыпырып алғас дүрткел эйәген тубыҡтарына терһәкләгән ҡулына һалды. Тышҡы ҡиәфәте, кейгән кейеме килешһеҙ, аҙна тирәһе ҡырлымаған, һирәк шырт баҫҡан бит-йөҙө күрмәлекһеҙ, атлап йөрөүе рыя, һүлпән, ысынлап та етди сирләйҙер был, ана бит ҡарашы тоноҡланып, ҡабаҡтары шешмәкләнгән йәшкелт күҙҙәре моңһоуланып киткәндәр.
- Ҡайҙалыр баш тыҡһаң, инеүсе булараҡ беренсе булып сәләмләргә абязанһың, һаумы, штули? – Бер аҙ баш-күҙ алышып, ҡырҡыу дарыу еҫе һеңгән кабинет һауаһына өйрәнеп алып теремекләнгән пациентым итәғәтлек, тәрбиәлек билдәһен күрһәтте, – тегендә, - ҡарашын ишек яғына күсерҙе, - бер кем дә ҡалманы, мындағы рабутниктарың да төшкө ашҡа ҡайтып бөттөләр, буғай, так што иркенләп, тартынмай һөйләшергә, кәңәшләшергә мөмкин.
- Хәйерле көн, - муйыныма арҡыры һалынған фонендоскобымды, башыма кейгән ҡалпағымды төҙәткеләп ҡабул итеүгә әҙерлегемде белдерҙем, - хәлдәрең нисек, тип һорамайым, кәңәшләшәйек, тиһәң дә көтмәгәндә сирләп киттеңме әллә?
Пациентым кәүҙәһен турайтты, бармаҡ остарына төкөрөп алып сәс ишараттарын ипкә килтерҙе, шалбайған күлдәк яғаһын төҙәтте:
- Аяҙ көнө йәшен йәшнәгәндәй күп осраҡлы нимә, аяҡ аҫтында ятҡан бәлә ише көтмәгәндә-уйламағанда ҡылына...
- Уныһы шулай, йомаҡ өйгәндәй итеп башлаһаң да дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
- Һиңә приюмға тип килһәм дә һаулыҡ былай нурмыла һымаҡ, өйҙәгеләрҙең дә сәләмәтлектәре нисауа...
- Ғаиләңдең имен булыуы һәйбәт.
- Шу ғәйлә тип, бер баҫаһы урынға биш баҫып йәшәлә, бар ғәмем ҡатынымда, балаларымда.
- Хәстәрлекле ғаилә башлығы икәнеңде беләбеҙ. Улайһа ни артынан сабыулайһың, - Хәбирҙең йомошоноң ғәҙәти түгеллеген күҙаллап, ыңғайы бер киҫәтә һалдым, - бында бит дом советов түгел, амбулатория?
- Уныһын ғына беләм. Аптыраған көндән йөрөлә тағы.
- Аптырағас һөйләп ебәр, бәлки ҡулдан килгән берәй ярҙамымды күрһәтә алырмын.
- Шуға тип өмөтләнеп киленде лә инде, ҡорлаш...
Ары һорау биреп маҙаһыҙламай алдымдағы журналға эйелеп килеүсене ҡабул итеү журналына теркәй башланым.
Биттәр ризаһыҙ йыйырылды:
- Сыймаҡлап йонсома, нимәгә у никому ненужный бюракратизм?
- Һуң килгәнһең дә баһа, теге мыжыҡ, ыуаҡай завгарың тикшерә-нитә ҡалһа миңә яуап бирергә!
- Улайһа үҙеңсә ҡыландыр, ҡаршылығым юҡ.
Бер килке ауыҙыбыҙға йөҙөк йәшереп һерәйешкәс Хәбир көсәнеп тамағын ҡырып ситләтеберәк һүҙ башланы:
- Бисплатная мидицинанан тыш, һәммәһе ышанып ҡараған, ҡабул иткән халыҡ мидицинаһы ла бар бит әле; ҡот ҡойоусылар, ноҡот һалыусылар, мейе ҡағыусылар, быуындарҙы урынына ултыртыусылар, төшкән эсте ҡалҡытып һылаусылар, ғөмүмән имселәр хаҡында әйтеүем. Ошо ике өлкәне сағыштырғанда, һуңғыһы түләүле буһа ла халыҡ күҙәтеүҙәренә, аҡылына, тәжрибәһенә нигеҙләнгән, ызнашит яҡшыраҡ та, төплөрәк тә, сихәтлерәк тә.
Әңгәмәнең ҡайһы яҡҡа йүнәлеүен абайлап өлгөрөп өҙә һуҡтым:
- Улайға уҡ китһә өшкөрөм-төкөрөмгә барымым юҡ былай, күрәҙәселек, сихыр-михыр менән дә шөғөлләнмәйем.
- Һине һис берәү калдунға хисапламай, шу иҫәптән мин дә. Баштан уҡ киренән һаплама, юҡтан бөтөрмә, ирекһеҙҙән ғәйре, ҡул ярҙамынан бумаһа ла тел ярҙамы теймәҫме, тип килдем.
- Ирекһеҙҙән ғәйре, булғас һуҙма, ярҙам да ярҙам тип ҡат-ҡат ҡабатлағансы һөйләп ебәр аһ-зарыңды.
Көрһөнөүле ауыр уфтаныу ишетелде:
- Ҡатыным Гөлсирә менән талашып ташланыҡ, элекке көн, эңер мәлендә, уйламаған ерҙә.
- Эңер мәлендә, тиһеңме?
- Шу утырыуыңда нимәгә төрттөрәһең, ап-айыҡ ҡайтылды, вапше-то ауыҙға араҡы-шарап алыу күптән онотолдо, почти суфый тормошо менән йәшәлә, беҙҙең өй эсе лыҡа тулы ҡатын-ҡыҙ икәнлекте беләһең.
- Ҡатының минән ике класс түбән уҡыны, йыуаш, әҙәпле, тәрбиәле генә ҡыҙ ине бит.
- Уларҙың бөтәһе лә ҡыҙ саҡтарында арыуҙар, һылыуҙар, һөйкөмлөләр инде у, кейәүгә сыҡҡас ҡына уаҡытлыса йәшеренгән битлектәрен һыпырып ырғытып ысын йөҙҙәрен, асылдарын күрһәтәләр, күңелдәрендәге хәйлә, мәкер зәхмәттәрен тышҡа сығаралар, бар ҡыҙҙар ҙа сибәрҙәр, аҡыллылар, тик алама ҡарсыҡтар ҡайҙан барлыҡҡа киләләр икән, тигән ти борон берәү.
- Кәпәс кейеп тә ҡатын-ҡыҙҙы яманлап, улар кәртәһенә таш атып ултырыу ирлек түгел.
- Билләһи, тим, ҡатыныма ҡарата тәүге тапҡыр ҡатырғанам, улайһа һинеңсә буһын, йомшартыбыраҡ өҫтәйем, йыуаштан йыуан сыға! – Шул һүҙҙәре менән йыуаш ҡатындың төпөш йыуанлығына төрттөрҙө.
- Һеҙҙең ғаилә тормошона, үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙгә тығылмайым, шулай ҙа нисегерәк талашып киттегеҙ?
- Яр аҫтынан яу сыҡҡан, тигән һымаҡ, сәкәләшеү уйланмай әйтелгән хәбәрҙән башланды, хәбәр ирешкә ялғанды, иреш бәргеләшеүгә барып еткән талашҡа олғашты, хәҙер икебеҙ араһында һуғыш, халудная уайна.
- Ни тиһәң дә тормош бит ул, бер алдын күрһәтә, бер артын, әйтешеп алыуҙарҙың булыуы бик тә ихтимал, ә бына партиялының, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең бәргеләшеүен арттырғанға оҡшайһың.
- КПСС ағзаһы ла кеше, тәрбиәсе лә фәрештә түгел, арттырмайым шыпа ла, ышанмайһың икән, бына ҡара! – Ялтасланып күгәргән маңлай эйелеп һөҙгәк үгеҙҙәй минең яҡҡа йүнәлтелде. Берәй ергә төкөгәндер был, тип иғтибар итмәгән булам тағы, баҡтиһәң быларҙың сәкәләшеүҙәре тәрәнгә киткәндәй, йәнә бындай яра йоҙроҡлап һуғыуҙан ғына барлыҡҡа килмәй.
- У-у-у, хөрмәтле ҡорлаш, беҙгә яңылыш һуғылғанһың улайһа, һинең һуҡмағың тәғәйен ауыл Советы яғында, унда ауыл Советы председателе көн һайын халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итә, иптәштәр суды, ҡатын-ҡыҙҙар Советы ла шунда, улар хәл итерҙәр һеҙҙең өйөгөҙҙәге боланы.
- Причум мында силсәүит тә женсовет, тауаришеский суд, улар был тәңгәлдә ни ҡырырҙар тиһең?
- Идара итеү органдарының даими комиссиялары ни тиһәң дә, уларҙың һүҙе һүҙ.
- Идара итеү урганы, һүҙҙәре һүҙ, имеш! – Әйткәндәрем үсеккәндәй итеп ҡабатланды, - һин беләһеңме, әллә силсәүитме, тиһәләр ҙә, аяҙлы-болотло көндәрҙәй тормошта икенсерәк, бөгөн былай, иртәгеһенә тегеләй.
- Йәш-елкенсәк түгелһең, стажлы коммунист башың менән Совет власын яманлама, килешмәй.
- То ирлек түгел, то килешмәй, һин уҡытыусы һымаҡ аҡыл өйрәтәһең түгелме, яманламайым, нисек бар шулай әйтәм.
- Әле һин әйткән талаш нимәнән килеп сыҡты һуң?
- Талаш та талаш! Талаш тип олонан һалдырһаҡ та ошоғаса күрше-тирәгә генә түгел, ауылдаштарға абразцовый пример булып татыу, берҙәм йәшәлде, шөкөр, йортобоҙ ҡапҡаһына ла белә белһәң “Өлгөлө йорт” тигән алтаҡта ҡаҙаҡланған, ундай һиммәтле билдә кем етте шуға бирелмәй. Бы юлы ла өй эсендә ғауғалашманыҡ, барыһы ла картуфлыҡ осондағы мунсала булды, сит-яттар, хатта балалар ишетмәне, так сказать, бөтәһе лә йәшерен, шито-крыто эшләнде.
- Талаш һүҙен ҡабул итергә теләмәйһең икән икенсерәк, әҙәплерәк итеп әйтәм – икәү арағыҙҙа булған аңлашмаусанлыҡтың тәүсығанағын ишеттер, сер булмаһа?
- Сер һаҡлар буһам мында килеп утыраммы? – Хәбир күңелендә йөрөткәнде асырға йыйынғандай ҡоласын йәйҙе. - Беҙҙең ғаиләлә биш ҡыҙ, хәҙер Гөлсирә алтынсыға ауырлы.
- Уныһы беҙгә билдәле, ҡатынығыҙ акушерка Ямалға килеп даими тикшерелә һымаҡ.
- Һымаҡтан һалдырғасың,, заведующий булараҡ күп нимәне белеп еткермәйһең, ызнашит.
- Һәр һүҙҙе, һәр әйткәнде элеп алып бәйләнеп барма әле. Килде Гөлсирәң үткән аҙнала, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
- Әпирәтивкәгеҙҙә ҡолаҡ һалманыңмы, ни ти Ямал?
- Оперативка барышында акушерка һәр береһен теүәлләмәй, дөйөм һандарҙы, патология бармы-юҡмы икәнлекте әйтеү менән генә сикләнә. Сәләмәтлектәре шик аҫтына алынғандарҙы ары тикшерелеүгә район больницаһына оҙатабыҙ.
- Һуң акушерка унан башҡа ағас тыңлағысы менән ҡорһаҡты уратып тыңлап, баҫҡылап ҡарай түгелме шу? Шулайтып нимәнелер өҫтәп белергә итә.
- Өҫтәмә мәғлүмәтте төштән һуң, Ямалдың үҙенә инеп ҡабул ителгәндән һуң һора, ул бит коридорҙың теге осонда.
- Бисә-сәсә теленә бер барып эләкмә инде, Ғәниев ауырлы икән дә учетҡа барып торған, тип лаҡап һөйләп сығарасаҡтар, бәләһенән баш аяҡ.
- Улайһа, ирҙәрсә һөйләшергә килдең инде?
- Шуға киленде шу. Тағы минең мында булыуҙы, мында икәү араһында буған һөйләшеүҙе тиңдәштәр араһында артыҡлап сурытма, йәме, юғиһә, һин дә ауылдаштарға оҡшап лыҡыһың, көтмәгәндә берәй әкәмәт уйлап сығарырһың.
- Бында бит урам араһы түгел, врач амбулаторияһының рәсми ҡабул итеү кабинеты!
- Улайһа ышанам.
- Ҡабатлап һорайым, теге, уйламаған ерҙә икәүгеҙ араһында килеп сыҡҡан аңлашмаусанлыҡтың сәбәбен һөйләп ебәр әле, юғиһә бер балыҡ башын өҙлөкһөҙ сәйнәп теңкәне ҡоротаһың.
- Элекке көн кис, эштән ҡайтыуға Гөлсирә мунсабыҙҙы яғып бөтөрөп, томалап ҡуйған, сәй эсеп алғандан һуң эйәртенешеп киттек шунда. - Билдәле булыуынса мунсаға талашырға түгел, йыуынырға баралар.
Аҙағы бар.